НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


МәҙәктәрТөпкөл ауылда хәбәрсе бер ҡарт­тан:
– Олатай, һеҙ донъя бөтөүҙән ҡурҡмайһығыҙмы? – тип һорай.
– Ә ниңә унан ҡурҡырға, улым? – ти ҡарт. – Беҙҙең ауылға бит ни юл, ни газ, ни телефон килеп етмәне, уныһы ла килеп етмәҫ, тип уйлайым...

* * *
Медицина институты студенты, үҙенә бик түбән билдә ҡуйылыуға ҡәнәғәтһеҙлек белдереп:
– Профессор әфәнде, мин һеҙҙең бөтә лекцияларығыҙҙы ла тыңланым, ҡушҡан эштәрегеҙҙең бөтәһен дә яҡшы итеп башҡар­ҙым, – тигән.
– Йәш кеше, мин хеҙмәт иткән саҡта беҙҙең гарнизонда бер ишәк бар ине. Ул беҙҙең менән бөтә алыштарҙы ла бергә үтте, снарядтарҙы һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын уның менән ташыныҡ, әммә ул барыбер ишәк булып ҡалды, – тигән профессор.

* * *
– 100 һумға ҡайҙа типтерергә була?
– 1973 йылда.

* * *
Ауырыуҙың пинжәк кеҫәһендә табылған көнбағыш хирургтар бригадаһына әллә күпме ваҡыт операцияға тотонорға ирек бирмәне.

* * *
– Аш-һыу әҙерләй беләһеңме?
– Эйе, колбасаны бик елле теләм.

* * *
Ҙур күләмдә ришүәт алыу ҡурҡыныс, ә бәләкәсе – ерәнес.

* * *
Ирле-ҡатынлы инде 20 йыл бергә. Шәмбе көндө ҡатыны иренең бүлмәһенә инә лә:
– Һин бер нәмә лә һиҙмәнеңме?
– Яңы прическа эшләттеңме?
– Юҡ!
– Яңы халат алдыңмы?
– Юҡ.
– Ябыҡтыңмы ни?
– Юҡсы! Дүшәмбе көн һин мине туй көнөбөҙ менән ҡотларға оноттоң. Шуға асыуланып, аҙна буйы һинең менән һөйләшмәнем!

* * *
– Был кроссовка ҡайҙа етештерелгән икән? – тип ҡы­ҙыҡһына йәш ҡыҙ.
– Германияла, – ти һатыусы эре генә.
– Ҡарағыҙ әле, олтаны аҫтына Ҡытайҙыҡы тип яҙылған да һуң.
– Был ябай кешеләр өсөн Гер­манияныҡы, ә артыҡ ҡыҙыҡ­һы­ныусылар өсөн Ҡытайҙыҡы тигәнде аңлата, – тигән һатыусы.

Сығыу ваҡыты 5-12-2014, 13:40 | Ҡаранылар: 523
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM