НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һәр шаяртыу премьера кеүек

Һәр шаяртыу премьера кеүек


Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы өсөнсө миҙгелен уңышлы асып ебәрҙе.

Һәр шаяртыу  премьера кеүекҺәр шаяртыу  премьера кеүекМиҙгелде асыу фестивале “Сәхәрҙә сыҡтыҡ сәфәргә” ти­гән үҙәнсәлекле темаға арналды. Республиканың төрлө тө­бәк­тәренән бөтәһе ун команда йыйылды. Элекке йылдарҙа ҡатнашҡан “Еңмештәр” (СиБДУ), “Кәкре сүкеш” (Өфө), “Хыя­лыйҙар” (БДПУ) һәм “Централ” (Өфө) командаларынан тыш, ҡалғандарҙың барыһы ла был сәхнәгә тәүге тапҡыр сыҡты.

Фестивалдең форматы буйынса һәр команда сәхнәгә бер тапҡыр ғына сыға, тамашасының күңелен яулау өсөн уларҙың һәр ҡайһыһына яҡынса алты минут ваҡыт бирелә. Ойоштороусылар белдереүенсә, командаларҙың сығыштарын алдан уҡ тыңлаған мөхәррирҙәр, уңышлы мәҙәктәрҙең күләменә ҡарап, ҡайһы бер командаларҙың ваҡытын кәметә йәки оҙайта ала.

Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы уйындарын халыҡ яратып көтөп ала. Зал шығырым тулы, хатта балкондар ҙа буш ҡалмай. Быйыл яңы командалар өҫтәлгәс, уйындың кимәле лә түбәнерәк булыр тип көткәйнем. Һөйөнөскә күрә, шаяндар һәм тапҡырҙар киреһен иҫбатланы. Яңы командаларҙан Учалы районынан “РайКом” командаһы ҡыҙыҡлы сығышы, үҙенсәлекле совет стиле менән иҫтә ҡалды. Улар хаҡлы рәүештә “Фестиваль асышы” номинацияһында билдәләнде.
– “РайКом” район командаһы тигәнде аңлата. Беҙҙең командабыҙ Өфөлә белем алыусы Учалы районы студенттарынан төҙөлдө. Әлегә пионер ғына булып сыҡһаҡ та, артабан комсомол дәрәжәһенә етербеҙ тип ышанам, – тип йылмая учалыларҙың капитаны Айнур Шаһбалов. – Сығыштарҙы әҙерләргә ихлас ярҙам иткән элекке КВН-сы Әлмир Мөхәмәтйәровҡа, Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡмановҡа ҙур рәхмәт! Артабан Учалы районы хакимиәте етәкселеге лә беҙҙең командаға иғтибарын йүнәлтер, тигән өмөттәбеҙ.

Уҙған йылда миҙгелде икенсе урын менән генә тамамлаған “Еңмештәр” командаһы уйынынан да тамашасылар ҡәнәғәт ҡалды. “Дәрүиштәр” командаһының сәйәси темаға арналған төрттөрөүҙәре иғтибарҙы йәлеп итте.

Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы рәйесе Урал Кәримов, “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, тележурналист Ләйсән Мәжитова, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин менән бер рәттән, быйыл жюри составында былтырғы миҙгел еңеүсеһе – “Бытбылдыҡ” (Ейәнсура районы) командаһы капитаны Марсель Мөхәмәтйәнов та бар. Ул шулай уҡ командаларҙы фестивалгә тиклем иләктән үткәреүсе мөхәррирҙәрҙең береһе лә.

Һәр шаяртыу  премьера кеүекҺәр шаяртыу  премьера кеүек– КВН-ды гел сәхнә артынан ғына өҙөк-йыртыҡ ҡарарға күнеккәнмен. Был юлы тулыһынса, бер ҡайҙа ла ашыҡмай, рәхәтләнеп ҡараным. Шулай ҙа үҙемдең күңелем һаман сәхнә артында ине. Сығыш яһаған командаларға ҡарап, эстән генә көнләштем хатта. Баһалау ҙа миңә ҡыйыныраҡ, ни тиһәң дә, сығыш яһаусылар араһында элекке йылдар­ҙа минең менән бергә сәхнәлә йөрөгән кешеләр бар, уларҙың күбеһе менән дуҫтарса мөнәсәбәттәмен. Шуға ҡарамаҫтан, ғәҙел булырға тырыштым. Беренсе сиратта командаларҙың шаяртыуына тамашасының реакцияһын күҙәттем. Иң яҡшы жюри – тамашасы үҙе ул. Мөхәррир булараҡ, командаларҙы сығышҡа әҙерләү эшендә әүҙем ҡатнашырға тура килде, уларҙың көслө һәм йомшаҡ яҡтарын яҡшы беләм. Был да миңә объектив баһа бирергә ярҙам иткәндер тип иҫәпләйем. Ҡайһы бер командалар тапалған шаяртыу­ҙарҙы, анекдоттарҙы файҙаланды. Әлбиттә, бындай командаларҙың да баһаһы төштө. КВН-да һәр шаяртыу премьера булырға тейеш, ул бер ваҡытта ла ҡабатланмай. Беҙгә, мөхәррирҙәргә, миҙгел барышында яңы командалар менән әле оҙаҡ ҡына тир түгергә тура киләсәк, – ти Марсель.

Шулай итеп, Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһының миҙгел асыу фестивалендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалынан “Еңмештәр” командаһы еңеп сыҡты. Уларға фестивалдең кубогы тапшырылды. Икенсе урында – Өфө ҡалаһынан “Кәкре сүкеш” һәм “Централ” командалары, өсөнсөлә – “Дәрүиштәр” (Өфө) һәм “Хыялыйҙар” (БДПУ). Иң яҡшы ир-ат роле өсөн “Еңмештәр” командаһынан Илнур Абдулғафаров, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн Гүзәл Абайдуллина (“Хыялыйҙар”) бүләкләнде. “Иң яҡшы миниатюра” номинацияһында “Дәрүиштәр” һәм “Ҡорот” командалары билдәләнде.

– Командабыҙға Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының технология факультетында төрлө курстарҙа белем алыусы егеттәр йыйылған. Уңышҡа ирешеүебеҙ өсөн, беренсе сиратта, вуз етәкселегенә бурыслыбыҙ. Репетиция­ларҙы балет залында үткәрергә рөхсәт иттеләр, башҡа ярҙамдан да баш тартмайҙар. Сығыштары­быҙҙың күңелле, музыкаль булыуы уңайлы шарттарҙа, көҙгө алдында шөғөлләнә алыуыбыҙға бәйле. Тамашасы яратып ҡабул иткән бейеүҙәрҙе лә ошонда өйрәндек. Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы уйындарында ғына түгел, Сибай ҡалаһында, университетта үткән ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, рус телендә лә шаяртабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, факультеттар араһында үткәрелгән ярышта кубок яуланыҡ, октябрь башында Сибай ҡалаһы буйынса үткән КВН-да еңдек. Әле, Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы миҙгеленән тыш, русса республика КВН конкурсына әҙерләнәбеҙ, – ти Илнур Абдул­ғафаров.

Даими жюри ағзаларының береһе, йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин “Еңмештәр” командаһына 23 октябр­ҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк концертына билеттар бүләк итте.
– Яңы командаларҙан “РайКом” командаһына өмөтөм ҙур. Шаяртыуҙарында йомшағыраҡ урындар булһа ла, сығышҡа образдарына тура килгән форма кейеп, ҙур энтузиазм менән әҙерләнеүҙәренә – афарин. “Ҡорот” командаһының шаяртыуҙары иҫемдә ҡалды. Үкенескә күрә, быйыл командалар һаны әҙәйгән. Яңы сыҡҡандар һаман да Юниорҙар лигаһы кимәлендә шаярта, – тине ул, тәьҫораттары менән бүлешеп.

Һүҙҙе оҙонға һуҙмай, фестиваль буйынса тағы шуны әйтеп үтке килә. Кире яҡтарҙы алғанда, сәхнәлә “зәңгәрҙәр”ҙе күрһәтеүсе командаларҙың күбәйеүен билдәләмәйенсә булмай. Был, әлбиттә, насар ҙа түгел, әммә ҡыҙыҡ образ да тип атап булмай. Яңы килгән командаларҙа әҙәпһеҙ шаяртыуҙар осрай. Ыңғай яҡтарҙан КВН-ға йылдан-йыл өр-яңы командаларҙың килеүе күңелде күтәрә. Тимәк, миҙгелдең нисек үтерен алдан фаразлауы ла ҡыйын буласаҡ. Яңы миҙгелдең уңдырышлы, илһамлы, бәрәкәтле булыуын теләйбеҙ һәм яҡшы кәйеф, телдән-телгә таралыр мәрәкәләр көтәбеҙ.

Миңзәлә АСҠАРОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Сығыу ваҡыты 17-10-2014, 10:49 | Ҡаранылар: 782
|
  • Ҡаҙаҡ шаяндары Өфөнән нимә алып ҡайтып китте икән?
  • Төньяҡ-көнсығыш райондар йәштәре лә шаярта белә
  • «ЕҢМЕШТӘР»—еңеүсе!
  • “Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, Әбйәлилдең күлдәре, Йылайыр урмандары…”
  • Көлөргә килегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM