НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 11-08-2017, 11:33


Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:
– Һеҙ ни өсөн рулгә этте ултырт­тығыҙ?
– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…...

Иғтибарһыҙ булһаң…
Әҙәбиәт / Юмор // 9-08-2017, 10:00


Иғтибарһыҙ булһаң…Быныһы инде үҙем менән булған мәрәкә хәл. Ғаилә менән ауылға ҡайтырға булдыҡ. Тормош иптәшемә дарыухана янында туҡталырға ҡуштым. Үҙем дарыуҙар артынан инеп киттем. Ҡабалана-ҡабалана сыҡтым да, машинаға инеп ултырҙым. Ирем руль артында ниңәлер юҡ ине. Эй ултырам, эй ултырам, кеҫә телефонымда соҡоноп. Артҡы ултырғыстар­ҙа сит тауыш ишетелгәндәй булды. Әйләнеп ҡараһам, миңә бөтөнләй ят кешеләр. Бер ни төшөнә алмайым. Шунан руль артына сит ир инеп ултырмаһынмы? Саҡ иҫемә килгәндәй булдым. Сығып тайҙым был машинанан. Аҙаҡ, билдәле булыуынса, дарыухана янында бер үк моделле, бер үк төҫтә ике машина торған икән. Мин ни, уны-быны уйламай, номерын ҡарап та тормай, сит автомобилгә ултырғанмын. Аҙаҡ ирем – минән, мин үҙемдән көлөп хәл бөттө.
...

Хыялый иткән бәшмәк
Әҙәбиәт / Юмор // 8-08-2017, 10:41


Хыялый иткән бәшмәкИшембай районында булған хәл. Бейек тауҙары, ҡуйы урмандары менән дан тотҡан ауылда Урал исемле ир бәшмәккә барып килергә булған. Иртүк кәрзинен тотоп юлға сыҡҡан. Бәхеткә күрә, ямғырҙан һуң бәшмәк күп. Ә бына ҡайһыһы ашарға яраҡлы икәнен белмәгән. Буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде. Ниндәйе бар – барыһын да кәрзиненә тултырған да ҡайтып киткән. Үҙенең булдыҡлылығын күрһәтәм тип, бәшмәкте йыуып, бәрәңге менән ҡыҙҙырырға булған. Бер нисәһен тәмләп тә ҡараған. Хатта был аҙыҡ үҙенә оҡшаған.
Балалары уйнап, өйөнә ҡайтһа, аталарының тәҙрәнән сығып, ишек аша инеп йөрөгәнен күреп, шаҡ ҡатҡан. Фермаға һыйыр һауырға киткән әсәһен саҡыртып алғандар. Ул, иренең хыялыйға әйләнеүенә аптырап, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан. Ярты сәғәттән һуң аҡ халатлылар килеп, Уралдың аяҡ-ҡулдарын бығаулап, машинаға тейәп алып та киткән.
Ике көндән һуң ир өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Баҡтиһәң, ул ағыулы бәшмәк ашаған икән. Ауылда был хәл тураһында бик оҙаҡ һөйләнеләр, ә Урал башҡа бер ҡасан да бәшмәк ашамаған.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 4-08-2017, 13:36


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)
Бер егет шәп тиҙлектә мотоциклда китеп бара. Ҡапыл шлемына турғай килеп бәрелә. Ҡошсоҡ шунда уҡ иҫен юғалта. Йомшаҡ күңелле егет уны өйөнә алып ҡайтырға була. Турғайҙы ситлеккә урынлаштыра, эргәһенә икмәк, һыу ҡуйып, өйҙән сығып китә.
Турғай иҫенә килә һәм тирә-яғына ҡарай.
– Тәк-тәк… Икмәк, һыу, ситлек. Йә, Хоҙай, мин бит теге егетте үлтергәнмен!
...

Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?
Әҙәбиәт / Юмор // 1-08-2017, 08:00


Ниндәй йәшелсә йәки емеш-еләк яратаһығыҙ?
Боронғо эскулаптарҙың тәжрибәһенән сығып, психологтар, кеше менән ул яратҡан емеш-еләк ара­һында бәйләнеш бар, тигән һығымта яһай. Баҡһаң, кешенең ниндәй емеш-еләк яратҡанына ҡарап холоҡ-фиғелен билдәләп була икән. Әйҙәгеҙ, бының ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшереп ҡарайыҡ....

Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 31-07-2017, 15:47


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)* * *
Бер ир күршеһенең ҡоймаһы янына килә лә, әкрен генә шаҡый башлай. Бер тауыш та юҡ. Нығыраҡ шаҡый – тынлыҡ. Ҡой­маның теге яғынан эт килеп сыға ла:
– Нимә шаҡыйһың, өйҙә берәү ҙә юҡ, – ти.
Ир иҫтән яҙып ҡолай. Бер ни тиклем ваҡыттан иҫенә килһә, эт һаман уға ҡарап тора.
– Һин нәмә, өрә белмәй­һеңме әллә? – тип һорай аптыраған ир.
– Беләм, әммә һине ҡурҡытҡым килмәгәйне.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 21-07-2017, 11:34


Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)
Атаһы – улына:
– Мәктәпте тамамлағас, һин, улым, табип һөнәренә уҡырһың инде…
– Атай, һин нимә? Мин бит себенде лә үлтерә алмайым…
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (14.07.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 18-07-2017, 14:01


Үәт, ҡыҙыҡ! (14.07.2017)
Бер ир гел эскән һайын айныт­ҡыста уяна икән. Шуға өйөндә юрған аҫтында ғына эсмәксе булған. Иртән уянһа, айнытҡыста ята. Аптырап:
– Мин бында нисек килеп эләктем? Юрған аҫтында ғына шешәне бушатҡайным бит! – тип һорай икән.
– Бына шул юрған аҫтына ҡасып, икенсе шешәне алырға китеп барғанда тоттоҡ та инде беҙ һине! – тип яуаплаған айнытҡысҡа ябыусылар....

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 3-07-2017, 22:41


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.06.2017)
– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! – ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? – тип һорай әбей.
– Врач килгәйне иртән, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
* * *...

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 3-07-2017, 15:46


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)
– Ҡәҙерлем, – ти ире, – әйҙә бесәй алайыҡ.
– Һин нимә, бесәйҙәргә минең аллергия икәнен беләһең дә инде, – тип ҡысҡырып ебәрә ҡатыны.
– Ҡыҙыҡ, – ти ире, – бесәй тиреһенә аллергия, ә бына шәшке тунына юҡ…
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Машинаңды бәрҙергәнһең икән…
– Эйе. Аҡса килтерә торған бетеү бүләк иткәйнеләр. Уны машинамдың алғы тәҙрәһенә элеп ҡуйҙым. Икенсе көндө автомобилем өҫтөнә инкассатор машинаһы килеп менде…
...


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM