НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы, Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 16-05-2016, 16:10


“Тыуған ерҙә көндәр гел ҡояшлы, Гел йондоҙло төндәр, ай яҡты”Күңелем
миҙгелдәре

Күңелемдә яҡты яҙҙар,
Гөрләүектәр ашҡына.
Һине көтәм. Эй, йөрәгем,
Сабыр итсе саҡ ҡына.

Күҙҙәремдә – һары һағыш,
Еткәнме алтын көҙөм?
Һин булмағас, бер сәскәһеҙ
Кипкән һабаҡтай үҙем.

Миңә илтер юлдарыңды
Ҡар, бурандар ҡаплаған.
Һинһеҙ мин – аҙашҡан юлсы,
Йылы урын тапмаған...

Һин – сәскәһе гөл туғайҙың,
Эҫе мәлдә – күләгә.
Ҡойма ямғырҙар яуғанда
Булһаң ине эргәлә...

Йыл миҙгеленә тап килмәй
Күңелем миҙгелдәре.
… Үрһәләнгән күңелемдең
Һине көткән мәлдәре......

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.05.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 11-05-2016, 11:00


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.05.2016 )
* * *
Ҡулың эшкә тотонһа, эштең илһамы – үҙеңдә.

* * *
Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, –
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
(“Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик...”).

* * *...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 25-04-2016, 10:44


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )
Кисеү бирмәҫ йылға юҡ юғын да,
Тик кисеүҙәр эҙләп торманым.
Усындағы сәпсек кемгә шәптер,
Мин артынан ҡыуҙым торнаның.
(“Торналарға табыныу”)....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 15-04-2016, 11:01


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
Кеше үҙенә тәбиғәтте яҡынайтыр­ға һәм уны һаҡлай белергә тейеш. Кеше ни тиклем тәбиғәткә яҡыныраҡ, шул тиклем ул тойғолораҡ һәм кешелеклерәк.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955)....

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА "Бәхет үрсей бары бәхеттә"
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 13-04-2016, 10:07


Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА "Бәхет үрсей бары бәхеттә"Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның күңел ынйыларын тәҡдим итәбеҙ...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.04.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-04-2016, 12:58


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.04.2016 )
Йәшәү балҡый,
Йәшәү күкрәй
Кескәй бөртөгөндә бойҙайҙың.
...Алтындарҙан,
Атомдарҙан
Көслөрәк ул кескәй бер бөртөк.
(“Йәшәү балҡый...”)....

Рәнйетә күрмәгеҙ...
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 11-04-2016, 09:47


Рәнйетә күрмәгеҙ...Яңғыҙҙарға йәлләп ҡарамайым,
Һоҡланам - йәшәр көс тапҡанға!
Яңғыҙлыҡтан иҫәрләнеп кенә,
Эләкмәһен хәйлә-ҡапҡанға...
...

“Яңы атҡан сәскә кеүек нурланырмын, Ҡағылырмын хистәреңә һинең ипләп...”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 4-04-2016, 13:07


“Яңы атҡан сәскә кеүек нурланырмын, Ҡағылырмын хистәреңә һинең ипләп...”Наҙгөл Ғәлиева Ейәнсура районында тыуа. Мәләүез ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, кескәй саҡтан шиғриәткә ғашиҡ ҡыҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Әлеге көндә 4-се курста уҡыған Наҙгөл шиғриәт менән дуҫлығын өҙмәй....

Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын сит ил кешеләре уҡый
Яңылыҡтар таҫмаһы / Шиғырҙар // 4-04-2016, 11:07


"Ютуб" селтәренә һалынған видеола күренеүенсә, сит ил кешеләре мәшһүр шағирыбыҙҙың "Туған тел" шиғырын һөйләй. Тәүҙә улар телдәрен ватып, үҙҙәренсә әйтә, аҙаҡ икенсегә инде шиғыр матур итеп асыҡ яңғырай.

Яҙманы Өфөлә йәшәгән denis_Денис Өмөтбаев исемле егет төшөргән. Ул ветеринария табибы булып эшләй һәм сит илдәргә сәйәхәт итергә ярата.
- Бер мәл Һиндостанда баҙарҙа һатыулашыуҙы видеоға төшөрҙөк. Дуҫым менән башҡортса һөйләшкәнде ишеткән һатыусы быға бик аптыраны. Артыбыҙҙан ҡабатлап та ҡарай - беҙгә был ҡыҙыҡ тойолдо. Аҙаҡ бер Израиль кешеһе менән һөйләшеп, уға башҡорт шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек. Әңгәмәсебеҙ телебеҙҙең өн байлығына бик аптыраны, иҫе китте, - ти Денис.

"Туған тел" шиғырына ролик Һиндостанда һәм Ҡырғыҙстанда төшөрөлгән. Егеттәр үҙҙәренә таныш һәм уранда осраған осраҡлы үткенселәргә мөрәжәғәт иткән. Береһе лә баш тартмаған, тәҡдимде ҡыҙыҡһынып ҡабул иткән. "Беҙ бер юлы уларға Башҡортостан, башҡорт теле тураһында һөйләнек. Ошо беҙҙеке һымаҡ видеолар күберәк төшөрөлһә ине", - ти егет.

Стих башкирского поэта Рами Гарипова "Родной Язык" в исполнении иностранцев
"Mother language" The poem of Bashkort poet Rami Garipov by foreigners...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 4-04-2016, 10:02


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )
Йөрәгем –
ҡәберлек минең,
Унда үткәндәр илай.
Йөрәгем –
сәңгелдәк минең,
Унда киләсәк дулай!..
(“Йөрәгем”)....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM