НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-06-2016, 17:37


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Тәнҡитләнмәҫ бер кем дә юҡ.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1963)....

“Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен, Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-06-2016, 13:47


“Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен, Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә”Һин инең...

Ҡосаҡ тулы сирень сәскәләрен
Алып сыҡтым һинең ҡаршыңа.
Атыр таңдар, ҡорған аҡ хыялдар
Саҡырғандай һиңә ашҡынам.
Тимер юлдан килгән вагондарҙа
Иң-иң көткән кешем һин инең.
Яҙ, сәскәләр еҫе. Иҫергәне
Бер хыялый малай мин инем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл, сәскәләй саф
Ер һылыуы – ул бит һин инең.
Аҡ болотта елеп үтеп киткән
Илаһиә – ул да һин инең.
...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-06-2016, 14:35


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ.
(“Тырыш ҡаҙ”).

...

“Мөхәббәткә ҡанундар юҡ”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-06-2016, 14:14


“Мөхәббәткә ҡанундар юҡ” Ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл, көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, был дөрөҫлөккә тап килмәй кеүек. Хәйбулла районының Подольск ауылында китапханасы булып эшләүсе Гөлсөм КҮСКИЛДИНА – быға асыҡ миҫал. Уға тормош әсеһен дә, сөсөһөн дә мулдан өлөш сығарып татытҡан. Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө китапхана техникумына уҡырға бара. 1988 йылда уны тамамлап, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Тормош ҡороп, матур ғына йәшәп ятҡанда ғаилә тарҡала. Дүрт бала менән урамда ҡалған ҡатын, эш эҙләп, Хәйбулла районына килә. Был төбәк уға бөтөнләй үк сит тә түгел: бала саҡта ошо төбәктә йәшәгән апаһына йыш килеп йөрөй ул. Шуға күрә тормошоноң ҡырҡа үҙгәрештәрен кисергән мәлдә, Хәйбуллаға килергә ҡарар итә....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 3-06-2016, 14:55


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
Тел – мөғжизә!..
(“Һин донъяны танып
белмәгәндә...”).
...

“Шағирлыҡ ул – ялҡын аша атлау”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 27-05-2016, 12:46


“Шағирлыҡ  ул – ялҡын аша атлау”
* * *
Баҡсалағы гөлдәр
Ҡурылдылар елдән.
Буш ҡалдылар моңһоу яландар.
Татлы һутын йыя,
Ҡыш етеүен тоя
Һин ултыртып киткән баландар....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 27-05-2016, 10:34


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)
Поэзияла һәр яҡшы шағирҙың үҙ урыны бар, уны бер кем дә ала алмай. Сөнки поэзия – рекорд ҡуйыу, спорт түгел. Һәр төрлө рекордтың сиге бар, ә поэзияла ул юҡ.
(“Көндәлектәр”. 19. I. 1964).

* * *
Саҡыра ла кәкүк, әй, саҡыра,
Саҡырыуын бер кем ишетмәй.
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар,
ахыры,
Үҙ янынан һис тә иш итмәй.
(“Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын...”)....

“Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 24-05-2016, 13:35


“Беҙ, туғандар, заман зимагуры, Беҙ, туғандар, гастарбайтерҙар” Мин генәме заман тарафынан
Ояһынан ситкә тибелгән.
Күпме башҡорт бөтә Рәсәй
буйлап,
Төрлө тарафтарға һибелгән.
...

Тышауланған аттар (Ғилман Ишкинин ижадынан)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 23-05-2016, 13:47



Тышауланған аттар (Ғилман Ишкинин ижадынан)
Тоноҡ ҡына төн тынлығын уйып,
Ҡыңғырауҙар ҡуя уянып.
Тупылдаған тояҡ тауышына
Күңелемде өтә уй янып.

Аттар, аттар, тышауланған аттар,
Оноттоғоҙмо әллә заманды?
Бәйгеләрҙә елгән, яуҙар сапҡан
Шаңдау бөтмәй әле һаман да....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-05-2016, 15:57


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )
* * *
Нимә етә әсә булыуға! Бит ул тормошто төҙөүсене, уны йырлаусыны тыуҙыра!
(“Көндәлектәр”. 1. XII. 1952).
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM