НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Еләк кеүек саҡтарым
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-07-2016, 14:44


Еләк кеүек саҡтарымЕләк кеүек саҡтарым
Мин әле тик егермелә кеүек,
Өйләнһә лә ике улым да,
Тормош әле яңы башланғандай,
Уйнап тора эшем ҡулымда.
Миңә бөтәһе лә һуңлап килә,
Үкенмәйем – шулай яҙғандыр,
Йылдар үткәс кенә аңланым мин,
Бәхеттәрем әле алдалыр.
Мин әле лә егермелә кеүек,
Еләк кеүек тулып бешкәнмен,
Күңелдәрем тулып йырҙар яҙам,
Түкмәй-сәсмәй һеҙгә илтәмен....

Флүзә Әхмәҙиева: “Аҡ мөһөрлө булып тыуһам да, иҫәбем бар әле уңырға!”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-07-2016, 10:41


Флүзә Әхмәҙиева:  “Аҡ мөһөрлө булып тыуһам да,  иҫәбем бар әле уңырға!”Моңло бер йыр булыр өсөн яралған ул был донъяға. Йәшәй килә, яландан гөлләмәгә сәскәләрҙе йыйғандай, бөртөкләп күңел ынйыларын туплаған-туплаған да, булмышының гүзәллегенә, камиллығына сорнап, бер заман бар матурлыҡты йәйғор итеп тирә-яғына сәскән. Услап-услап, тамсыһын да йәлләмәй, һирпкән-һирпкән дә, үҙен-үҙе күккә атҡан. Ғүмер ҡылы иң юғары нотала йәндәр­ҙе тетрәтеп сыңлап өҙөлгән: “Сың-ң-ң!”...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 8-07-2016, 10:59


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)
Халыҡтарҙы уның әҙәбиәтенән, халыҡтың рухи тормошон уның поэзияһынан танып беләләр.
(“Көндәлектәр”. 17. XII. 1963).

* * *
Хаттарҙың да була төрлөләре,
Берәүҙәре ҡала ғүмергә.
Кеше итһә һине берәүҙәре,
Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә.
(“Яндырылған хаттар”)....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.07.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-07-2016, 11:26


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.07.2016)
* * *
Үлем менән йәшәү сигендә лә
Мәңгелек моң торһон саҡырып.
(“Мәңгелек моң”)....

"Беҙҙән һуң да килгән быуындарға ҡалһын күркәмлеге илемдең"
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 28-06-2016, 14:47


"Беҙҙән һуң да килгән быуындарға ҡалһын күркәмлеге илемдең"Яҙмышым бүләге
Вәғәҙә бирҙек, һөйәм ғүмергә
тип,
Ҡайынлыҡта, шишмә буйында.
Шатлыҡтарҙы бүлдек нәҡ
урталай,
Һин – яҙмышым ғүмер туйында.

Ҡыҙҙарымды ҡосам, күккә осам,
Рәхмәт һиңә ошо бәхеткә.
Юлдаш булған өсөн юлдарымда
Һайлар инем урын тәхеттә....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-06-2016, 17:37


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Тәнҡитләнмәҫ бер кем дә юҡ.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1963)....

“Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен, Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-06-2016, 13:47


“Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен, Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә”Һин инең...

Ҡосаҡ тулы сирень сәскәләрен
Алып сыҡтым һинең ҡаршыңа.
Атыр таңдар, ҡорған аҡ хыялдар
Саҡырғандай һиңә ашҡынам.
Тимер юлдан килгән вагондарҙа
Иң-иң көткән кешем һин инең.
Яҙ, сәскәләр еҫе. Иҫергәне
Бер хыялый малай мин инем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл, сәскәләй саф
Ер һылыуы – ул бит һин инең.
Аҡ болотта елеп үтеп киткән
Илаһиә – ул да һин инең.
...

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-06-2016, 14:35


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ.
(“Тырыш ҡаҙ”).

...

“Мөхәббәткә ҡанундар юҡ”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-06-2016, 14:14


“Мөхәббәткә ҡанундар юҡ” Ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл, көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, был дөрөҫлөккә тап килмәй кеүек. Хәйбулла районының Подольск ауылында китапханасы булып эшләүсе Гөлсөм КҮСКИЛДИНА – быға асыҡ миҫал. Уға тормош әсеһен дә, сөсөһөн дә мулдан өлөш сығарып татытҡан. Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө китапхана техникумына уҡырға бара. 1988 йылда уны тамамлап, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Тормош ҡороп, матур ғына йәшәп ятҡанда ғаилә тарҡала. Дүрт бала менән урамда ҡалған ҡатын, эш эҙләп, Хәйбулла районына килә. Был төбәк уға бөтөнләй үк сит тә түгел: бала саҡта ошо төбәктә йәшәгән апаһына йыш килеп йөрөй ул. Шуға күрә тормошоноң ҡырҡа үҙгәрештәрен кисергән мәлдә, Хәйбуллаға килергә ҡарар итә....

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 3-06-2016, 14:55


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
Тел – мөғжизә!..
(“Һин донъяны танып
белмәгәндә...”).
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM