НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-12-2016, 12:33


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)
Ҡанатһыҙ ҡош – йәнһеҙ кеше.
(“Ҡояш аҫтында”).
...

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 7-12-2016, 13:00


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)
Кешеләрме, әллә йылдар шулай
Яуыз булды?
Ләкин, юҡ-юҡ, үҙем һайламаным
Мин был юлды.
(“Кешеләрме, әллә йылдар шулай...”).

* * *
Киңлек етем бейек күкһеҙ,
Мөхәббәтһеҙ ғүмер – үкһеҙ.
(“Ташыу йылға булып таш һин...”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 29-11-2016, 13:31


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
* * *
Йәшлек бит ул, – һөйөр, һөйөлөр.
(“Ярып үтәм төндөң ҡуйылығын...”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 22-11-2016, 15:16


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)
Йөрәктең һүҙе – хаҡлыҡтың үҙе.
(“Ҡулдар”).

* * *
Йөрәктә йөҙ яуап –
килһә йөҙ хат,
Тик һөйөүгә, кисер, – бер генә.
(“Кисер”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 14-11-2016, 13:29


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
* * *
Иң яҡшыһы алда – тапмаған.
(“Бүләк итмәк булдым һиңә бер йыр...”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 14-10-2016, 13:00


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
* * *
Бөртөк һаламды ла, бел,
Һөйрәтмәйҙәр егеп пар үгеҙ.
(“Һинең йөрәк, дуҫым, сапсып тора...”).
...

Байрам менән, иптәштәр! Республика көнө менән!
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 11-10-2016, 10:43


Байрам менән, иптәштәр! Республика көнө менән!
БАШҠОРТОСТАН

Рәсәйемдең ҡуйынында
Тыуған илем Башҡортостан,
Уның йылы ҡосағына
Бик күп төрлө милләт һыйған.

Береһе лә үгәй түгел,
Барыһына ғәзиз әсә,
Уңдырышлы тупрағынан
Һуттар алып улар үҫә.

Бер милләт тә юғалмаған
Башҡортостаным эсендә.
Һәр бер кеше һөйләшә лә,
Һәм йырлай ҙа үҙ телендә.

Тәбиғәте гөл баҡсалай,
Урмандар күп, ҡая тауҙар.
Ни теләйһең, барыһы бар,
Йәйрәп ята киң баҫыуҙар.

Башҡа яҡта оҙаҡ йөрөп,
Башҡортостаныма керһәм,
Алыҫтан уҡ күренә бит
Республикам ниндәй күркәм!

Ауылдарҙа матур өйҙәр,
Шифалы шишмәләр һыуы,
Һағындыра хатта уның
Һулай торған саф һауаһы!

Дуҫлыҡ иле Башҡортостан,
Ожмах иле Башҡортостан,
Ошо илемде һағынам
Әҙ генә мин ситтә торһам.

Ҡунаҡсыл булыуы менән
Рәсәйҙә ҙур урын тота,
Халыҡсан бейеү,йырҙары
Донъяға данын тарата.

Һине маҡтап туялмайым,
Тыуған илем Башҡортостан,
Донъялағы матурлыҡтың
Барыһынан өлөш сыҡҡан.

Әлеге булған даныңды
Һаҡла, илем Башҡортостан,
Башҡорт иле һәр ваҡытта
Бар халыҡҡа булыр дуҫтан!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ...

“Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап, Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 5-10-2016, 11:04


“Әсәй тигән исемдәрҙе аҡлап, Өлөшһөҙ ҙә ҡай саҡ ҡалабыҙ”Башҡорт йыры
Ишетелә көйҙәреңдә
башҡорт ғәме,
Ыласының ҡаяларҙа ҡанат ҡаға,
Ҡоштар һайрай сутылдашып
сәхрәләрҙә,
Айлы төндә сылтыр-сылтыр
шишмә аға.
Төнлөктәге аттар саба
дөпөлдәшеп,
Кешнәй-кешнәй ярһыу
айғыр өйөр барлай.
Аҡһаҡалдар оран һалғас ерен
һаҡлап,
Тимерлектә яугирҙары ҡылыс
сарлай.
Яндырылған ауылының көлөн
тырнап,
Шәйләп ҡалам илағанын ҡыҙ
баланың.
Каторжандар бығауҙары
зыңлауына
Һыҡтағанын түҙә алмай сал
даланың.
Сәсүрмесләп ҡушып үргән
ҡурай моңон
Ипләп кенә тағатамы еләҫ еле.
Һылыуҡайҙың толомондай
оҙон көйөң,
Баллы, наҙлы һүҙҙәреңдә –
әсәм теле.
Ҡаяларҙан ҡаҡлыҡҡан сың
аһәңендә
Йырлай төҫлө ҡушылып бар
урман-ҡыры.
Әллә моңо һарҡый тура
йөрәгенән,
Әҫәрләнәм, һине тыңлап,
башҡорт йыры!...

“Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте Икегә бүлеп бирҙе”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 4-10-2016, 10:58


“Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте Икегә бүлеп бирҙе”
Илаҡ

Йомоштары бөтөп, ҡайтыр
булғас,
Сәскә һатҡан ерҙә туҡталды.
Күстәнәсһеҙ ҡайтмай, ә бөгөн ир
Ҡатынына гөлләмә алды.
Ниндәй генә сәскәләр юҡ икән!
Хуш еҫтәре һауаға тулған.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ наҙ-донъяға
Күҙ ҙә һалмай йөрөгән булған.
Ҡуңыр күҙҙәрен ҙур асып, ҡатын
Керпек ҡаҡмай иренә төбәлде.
Алъяпҡысын һалды. Ҡулын
һөрттө.
Шыбырлап өндәште:
– Миңәме?..
Гөлләмәне күкрәгенә ҡыҫып,
Һәр сәскәһен наҙлап һуланы.
Йыш-йыш күтәрелде ҡалҡыу
түше,
Йөрәккәйе ярһып туланы.
– Рәхмәт, ҡәҙерлем...
Сәскәләрең өсөн...
Ә күҙҙәре йәшкә тулышҡан.
Бына хәҙер-хәҙер сайпыласаҡ
Көрһөнөп алған бер һулыштан.
– Сәскә өсөн илар икән кеше...
Гөлләмә лә булған, ти, бүләк.
Ҡалаға ни, йыш йөрөп торам бит,
Тағы алырмын.
Тыныслан, илаҡ!...

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-09-2016, 12:39


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
* * *
Ауыр булыр... Тик эйелеп төшөрмө
баш,
Күҙең күккә – бейек, яҡты күккә
баҡҡас!
(“Ауыр булыр...”)....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM