НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙары
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 18-03-2017, 14:10


Фәүзиә Ҡотлогилдинаның шиғырҙарыФәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбаева) Ишембай райо­нының Исәкәй ауылында тыуып үҫкән. Ғафури уҙаманы Әнүәр менән сәстәрен сәскә бәйләп, бына инде 42 йыл Родина ауылында йәшәйҙәр. Рухлы, әүҙем ҡатын райондың сәсәндәр мәктәбен, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Биш китап авторы, төрлө бәйгеләр еңеүсеһе. Бәхетле әсәй һәм өләсәй....

Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙары
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 15-03-2017, 09:36


Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙарыМиңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә 34 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эшләй. “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән.
Дәүләкән – дуҫлыҡ бишеге
Минең яҙмыш һинең менән
Бәйләнгән.
Килен булып төшкән ерем,
Дәүләкән.
Ошо ерҙә тыуып үҫте
Улдарым.
Һиҙелмәйсә уҙҙы тиҫтә
Йылдарым.
Һине үҙ төйәге иткән,
Береккән
Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш
Электән.
Ишле ғаиләңә тағы иш
Булып,
Нисә төрлө халыҡ киткән
Ҡушылып.
Өс тиҫтәгә яҡын милләт
Балаһы
Бөгөн, гүйә, күҙҙәреңдең
Ҡараһы.
Һәр береһе үҙ телендә
Һөйләшә.
“Дәүләкән – тыуған ерем”, – тип
Өндәшә.
Әсәй булып һәр балаңды
Һөйәһең.
Атайҙарса ла тәрбиә
Бирәһең.
Бындай ҡунаҡсыл ер тағы
Бар микән?!
Дуҫлыҡ, татыулыҡ бишеге –
Дәүләкән!Миңзәлә Хәлилованың шиғырҙарыМиңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә 34 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып эшләй. “Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. Ире менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.03.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-03-2017, 11:44


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.03.2017)
* * *
Ялҡауҙан бәхет ялтана.
(“Хеҙмәт”).

...

“Мин алырмын, ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде, манып ҡаныма...”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 3-03-2017, 11:02


“Мин алырмын, ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде, манып ҡаныма...”Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ҒАРИПОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә...

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 27-02-2017, 16:38


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)
Эш-хеҙмәт менән дуҫлыҡтан
Ҡәҙерлерәк ни бар тағы?
(“Бөгөн йөрәк бушҡа типте...”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-02-2017, 12:46


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)
Һәр замандың үҙенең ҡояшы бар,
Ҡояшында – үҙенең табы бар.
Донъя өсөн табы танһыҡ түгел,
Ҡояшы бар икән – таңы бар.
(“Дүрт юллыҡтар”).
...

“Шиғри юлдар һиңә, һөйөүем...”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-02-2017, 11:06


“Шиғри юлдар һиңә, һөйөүем...”
Ошондай исем аҫтында үткән шиғри бәйгебеҙ тамам. 14 февраль – Бөтә донъя ғашиҡтар көнөнә ҡарата иғлан ителгән конкурста барлығы 112 шиғыр ҡатнашты. Тәү осорҙа тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрәк хистәрен еткерһә, бәйге аҙағына табан бер нисә көслө зат вәкиле лә һөйгән йәрҙәренә ҡарата йылы һүҙҙәрен еткерергә батырсылыҡ итте.

Бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ авторҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Күңелегеҙ һәр ваҡыт яратыу хисе менән тулы булһын, ғаиләгеҙгә именлек, үҙегеҙгә һаулыҡ, бәхеттәр насип итһен! Һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
Әҫәрҙәре бөгөнгө һанда тәҡдим ителгән авторҙарҙы һәм үткән һандың тәүге битен матур шиғыры, үҙенсәлекле фотоһы менән биҙәгән Фәүзиә Ҡот­логилдина-Алтынбаеваны еңеүсе тип иғлан итәбеҙ! Улар Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концерттарға саҡырыу ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн редакция телефонына шылтыратырға....

Афғансы (Рәшиҙә Шәмсетдинова)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 15-02-2017, 12:08


Афғансы (Рәшиҙә Шәмсетдинова)Ошо шанлы һуғышта ордендар, “За Отвагу” миҙалы менән наградланып һәм яраланып ҡайтҡан ҡустым Әҙһәм Дауытовҡа һәм Афғанстанда хеҙмәт иткән бөтә егеттәргә арнайым.

“Афганец” тигән даны бар
Әҙһәм атлы егеттең.
Унда имәндәр ныҡлығы,
Юҡ муртлығы еректең....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 7-02-2017, 11:05


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)
Үлем юҡ, һәр ни
Мәңгелек, тимә.
Һыйһа ау эсенә,
Мәңгелек нимә?!
(“Ҡыр арып ял итә...”)....

Бензин ҡыйбат, хаҡ тешләшә
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-02-2017, 13:29


Бензин ҡыйбат, хаҡ тешләшәБензин ҡыйбат, хаҡ тешләшә,
Был бер шәп ысулдыр...
Машинамды егеп алдым,
Тағы кемдәр ҡушылыр?

Шоферһыҙ ҙа елә генә,
Яғыулыҡ та кәрәкмәй...
Был бәхет ул беҙҙә генә,
Башҡа илгә эләкмәй!...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM