НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 22-05-2017, 14:20


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
Был донъяға, был бинаға
Индек төрлө ишектәрҙән.
Тик сыҡҡанда сығып китә
Бер ишектән һәммә бәндә.
(“Был донъяға, был бинаға...”).
...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-05-2017, 15:51


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)
Берәүҙәр – ил инәһе,
Берәүҙәр – мир бисәһе.

* * *
Берәүҙәр – ҡурсалар,
Берәүҙәр – ҡурҡалар.

* * *
Берәүҙәр – типтерә,
Берәүҙе киптерә....

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.04.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 24-04-2017, 09:57


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (21.04.2017)
Белмәйҙәр, һөйөклөң менән
Көйөклө көн дә татлы.
(“Күҙемде бәйләне һөйөү...”)...

“Халҡым, һинең бөйөк рухың менән Мин дә ғәййәр, мин дә юғары”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 18-04-2017, 10:29


“Халҡым, һинең бөйөк рухың менән Мин дә ғәййәр, мин дә юғары”Арҙаҡлы шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүргә быйыл ғинуар айында 80 йәш тулды. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ошо көндәрҙә генә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы донъяға сыҡты. Был баҫмаға төрлө жанрҙағы поэтик әҫәрҙәр – шиғырҙар, йырҙар, шиғри хикәйәттәр, ҡиссалар, поэмалар, “Ынйы бөртөктәре” тигән исем аҫтында шағирҙың афористик ижад өлгөләре туплан­ған. Ҙур зауыҡ менән нәшер ителгән китапты ҡулға алғандан һуң күренекле әҙип һәм ғалимдың “Һайланма әҫәрҙәр”енең яңы томдары ла, оҙаҡҡа һуҙылмайынса, киләһе йылдарҙа баҫылып сыҡһын ине, тигән теләк белдерге килә.
Рәшит Шәкүр, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ең һыҙғанып, емешле эшләгән яҙыу­сыларыбыҙҙың береһе. Нәҡ бына 80 йәшен ул “Йөрәктәге яҙмалар” тип аталған ҙур күләмле хәтирәләре менән ҡаршыланы. “Ағиҙел” журналында баҫылған был фәһемле яҙмаларҙы бик күптәр ҡыҙыҡһынып уҡыны.
Уҡыусыларыбыҙҙы Рәшит Шәкүрҙең ижады менән таныштырыу ниәтендә уның яңы китабына индерелгән бер шәлкем шиғыр тәҡдим итәбеҙ....

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.04.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 17-04-2017, 11:04


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.04.2017)
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары
Донъя сәхнәләре сайҡала.
(“Халҡыма хат”).

* * *
Башҡорт өйө, башҡорт көйө,
Булһаңсы гел көйлө көйө....

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (7.04.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 10-04-2017, 12:39


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (7.04.2017)Барыһын да һөйөү йәшәртә,
Барыһын да һөйөү һарғайта.
(“Шау сәскәлә ине әле донъя...”).

* * *
Баҫыу барҙа – йәшәү мәңгелек.
(“Хазина”).
...

«Атым минең – һынмаҫ рухлы затың!»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 6-04-2017, 11:24


«Атым минең – һынмаҫ рухлы затың!»
Ҡатындарҙың изге бурысы
Әллә ниҙәр вәғәҙә иттеләр ҙә,
Мендерҙеләр хатта Айға ла.
Тик артманы унан шатлығыбыҙ,
Кәмемәне һис тә ҡайғы ла.

Әллә ниҙәр көҫәнеләр кеүек,
Төшөрҙөләр диңгеҙ төбөнә.
Даръя нимә?
Ирҙең ҡарашында
Бөтә ғаләм үҙе күренә.
...

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 3-04-2017, 11:19


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)
Аяуһыҙ тормош бәндәнең
Теләген тормай һорап.
Тәүҙә иларға өйрәтә,
Көлөргә – аҙағыраҡ.
(“Тыуғас та тауыш сығарып...”).
...

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 27-03-2017, 11:17


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)Алға бармаған артта ла ҡалмаҫ,
Аҫылдарҙы Тәңре янына йыя,
Алтындарҙы ергә йәшергәндәй.
(“Һуңлап яҙылған шиғыр”).

* * *
Атайҙары ҡарап тора алһын,
Малайҙары атҡа менгәндә.
(“Атайҙар һәм улдар”).
...

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.03.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 20-03-2017, 13:09


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.03.2017)Алға бармаған артта ла ҡалмаҫ,
Атҡа менмәгән аттан ҡоламаҫ.

* * *
Алғандың ҡулы гел аҫта,
Биргәндең ҡулы өҫтә.
(“Биргәнгә бишәү ҙә күп, ти...”).
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM