НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 21-03-2016, 10:12


Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдарыБаймаҡ районының Темәс ауылы элек-электән таланттар төйәге булараҡ дан алған, тыуған төйәгендә үҫеп, ҡанат нығытып, ҙүр сәхнәләрҙе яулаған йырсылары, ҡурайсылары, бейеүселәре, композиторҙары бар. Китапханасылар Миңзәлә Әүәлбаева, Минзифа Низамова үткәргән “Тирбәлгәндә күңелем моңдары” исемле кисәлә һүҙ-хискә бай, нескә күңелле, шиғриәткә ғашиҡ, матур уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡәләм тирбәтеүсе шиғри күңелле яҡташтары хаҡында булды. Улар Илгиз Ишбулатов, Әминә Яхина, Асия Бикбова, Зөбәйлә Өмөтбаева, Миләүшә Ямалова, Илнур Ғүмәров, Таңсулпан Мусина һәм башҡалар. Өмөтлө йәштәре лә үҫеп килә, Лилиә Алтынбаева, Гөлйөҙөм Баязитованы шулар рәтенә индерергә була.
...

“Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Шиғырҙар // 14-03-2016, 13:20


“Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”Атҡан йондоҙ
Ҡапыл ғына пәйҙә булдың кеүек,
Гүйә күктән йондоҙ ҡойолдо.
Балҡығандай булды бөтә донъя,
Әллә миңә шулай тойолдо?
Аҙға ғына мин менгәндәй булдым
Зәңгәр күктең ете ҡатына.
Ҡанат елпеп бейектәргә остом,
Атланғандай бәхет атына.
Бәхет аты – аҡ толпарым мине
Ҡояш нурҙарында тирбәтте.
Айға менеп, йыһан киңлегендә:
“Бәхет ерҙә”, – тиеп киҫәтте....

“Йәшлек хаталарын төҙәтерлек мөғжизәләр юҡ шул донъяла”
Яңылыҡтар таҫмаһы / Шиғырҙар // 14-03-2016, 11:19


“Йәшлек хаталарын төҙәтерлек мөғжизәләр юҡ шул донъяла” Рәйлә Барый ҡыҙы Назарғолова (Мөхәмәтдинова) 1958 йылдың 6 майында Ғафури районының Байымбәт ауылында тыуа. Ижад юлына һуңлап баҫһа ла, әүҙем ижад итә. Уның З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Аҡҡош һағышы”, үҙнәшер менән “Яҙмыш бүләге” исемле шиғырҙар йыйынтығы сыҡты....

Йырсы бара үҙ юлынан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Мәҙәниәт / Шиғырҙар / Медиа // 14-03-2016, 09:55


Йырсы бара үҙ юлынан
Хәйбулла егете Сәйет Билалов һәр кемдең зауығына тура килерҙәй йырҙар яҙа һәм башҡара

Әгәр ҙә мәгәр, карап һәләкәтенә тарап, һеҙҙе тулҡындар имен килеш кенә кеше аяғы баҫмаған утрауға сығарып ырғытһа, шул мәлдә ихлас күңелдән йырсы Сәйет Билаловтың да һеҙҙең менән бергә ҡотолоуын теләгеҙ. Сөнки, тулҡындар ҙа, икенсе карап-капитандар ҙа түгел, ә ул һеҙҙең төп ҡотҡарыусығыҙ буласаҡ....

Тәржемәләр
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 5-02-2016, 16:19


Ҡол биләүсе кешегә
маҡтанырлыҡ:
Утлы ҡоралы бар өйөндә.
Ҡундарынан төшмәҫ ҡамсыһы ла,
Ҡылыс эленеп тора сөйөндә....

Йомабикә Ильясова “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 29-01-2016, 10:20


Йомабикә Ильясова  “Бөйөктәрҙән бөйөк һүҙ барҙа”Көндәр йылып өлгөрмәйсә,
Ҡайтты бер ҡош,
Һайрайым, тип, ҡабалана,
Үтмәгән ҡыш.
Күкрәгендә төйөлдө лә
Өҙөлдө моң,
Һалҡын донъя ҡосағына
Һибергә һуң.
...Күңелемдән сыҡмаҫ элек
Һүҙем туңды,
Минең дә бит ихласлығым
Ҡоштай тынды....

Урғыла хис – саф аһәң…
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 22-01-2016, 14:07


Урғыла хис – саф аһәң…... Еләк йыям. Баш осомда
Бал ҡорто оса безләп,
Болонда сәскә бөткәнме,
Мине килгәнсе эҙләп.
Күңелемдең аяҙ сағы,
Шаян һүҙ тел осонда:
Һиңә тигән сәскә бүтән,
Мин түгел, тим, ос шунда!...

Фәрит ӘХМӘҘИЕВ. Электрон быуат
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 15-01-2016, 13:10


Фәрит ӘХМӘҘИЕВ. Электрон  быуатБеҙҙең электрон заманда,
Интернет селтәре араһында,
Яңғыҙ булып ҡалдың, кеше –
Ҡурсаҡ булып иблис ҡулында....

Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм: Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтан
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 15-01-2016, 13:03


Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм:  Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтанСаҙаҡалар бирһәм, йәнем тыныс,
Әруахтарҙың көткән өмөтө.
Тик бирергә генә онотабыҙ,
Кеҫә төптәрендә йөрөтөп.

Юлға сыҡҡандарға – аяттарым,
Ҡайтып килгәндәргә – тағы ла.
Иҫән генә була күрһендәр, тим,
Был бит һәр кемгә лә ҡағыла....

Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3
Шиғырҙар / Конкурстар // 26-12-2015, 13:45


Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда... 3Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда
Күстәнәстәр күп була.
Байрамдарҙа бүләк алыу
Борондан ҡалған йола.

Ҡыш бабайҙарҙың тоҡтары
Ауы-ыр ғына ла була.
«Йәшлек»кә яҙылғандарҙың
Өмөттәре ҙур була....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM