RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Кеше булып йәшәү кәрәк, Тәндә ҡайнар ҡаның барында»

25.07.2014 «Кеше булып йәшәү кәрәк, Тәндә ҡайнар ҡаның барында»

Үҙемдеке бары ла, үҙәктә...

Республикамдың үҙәгендә
торам,
Үҙеңдеке, тиҙәр, үҙәктә.
Өйөм, ауылым, республикам
ғына түгел,
Бар Ер шары минең йөрәктә.

Ерем, илем, телем – бөтәһе лә
Берәү булып килеп тоташҡан.
Өмөттәрем сикһеҙ, бикһеҙ
минең,
Киләсәккә улар олғашҡан.

Мин бит кеше.
Бурыслымын, тимен,
Тәндә ҡайнар ҡаным барында,
һыйҙырырға тейеш йөрәгемә
Ерҙең заңын, аңын – барын да.

Мин битараф түгел бөгөн ерҙә
Яңғыраған һәр бер тауышҡа.
Килеп ҡағыла бомба
шартлауы ла,
Ҡыштырлаған йәшел ҡамыш та.

Яҡын миңә ҡоштар һайрауы ла
Моңға биҙәп Илем аланын.
Үҙәгемә үтә асҡа интегеп
Илағаны етем баланың.


Кисәгеләр инде күрелгәндәр,
Бөгөнгөләр бына күрелә.
Киләсәктең изге орлоҡтары
Аҫыл хистәр булып терелә.

Тәндә ҡайнар ҡаным бар
сағымда,
Бик өмөтлө минең уйҙарым.
Мең йыл аша күргем килә
минең
Бәхет сәскән йәшлек
туйҙарын.

Ҡабул була, ти, ул теләктәрең,
Изгелеккә әгәр юраһаң.
Изге теләк менән оҙатамын,
Киләсәккә уйым юл алған.

Үҙеңдеке гел үҙәктә, тиҙәр,
Үҙәктәге миңә бары ла.
Кеше булып шулай йәшәү
кәрәк,
Тәндә ҡайнар ҡаның барында.

һайрар саҡ

Баҡса моңдарға күмелгән.
Ҡоштарҙың һайрар сағы.
Йөрәктәр хисле, ҡанатлы –
Һөйәрен һайлар сағы.

Эх, шул саҡтар, ғүмер буйы
Оҙата килә икән.
Хәтер уларҙы күңелгә
Ал ептәр менән сиккән.

Шул матур саҡ күңелеңдән
Ғүмергә китмәй икән.
Күргәнең дә, күререң дә
Шул саҡҡа етмәй икән.

Ул мәлдәрең ҡабат ҡайтмай,
Быны инде беләһең.
Әммә йәшәртеп йәшәй ул
Һинең күңелгенәһен.

Ах, ул моңло һайрар саҡтар,
Ах, ул гүзәл һайлар саҡ.
Йәшә, күңелдәрҙе биҙәп,
Һәр саҡ ап-аҡ, гел саф саҡ.


Хистәремде ҡуҙғатма

«Элек ник күрмәнем икән?» –
Тиеп кисә күҙ аттың.
Тынып ҡалған йөрәгемде
Ниңә ҡабат ҡуҙғаттың?
Һүнеп бөткән хистәремде,
Ахыры, тағын ҡуҙлаттың.
Мөхәббәттең ялҡындарын
Бына тағы уяттың.
Ниңә кисә күҙ аттың?

Бары ла үткән, һуң бит инде
Ялҡынланып янырға,
Үткәндәге туҡталсаға
Ҡабат боролоп барырға.
Ҡайҙа ҡеүәт, ҡайҙа ҡөҙрәт
Ҡабат юлдар ярырға?
Теләгәйнем ғүмер буйы
Тыныс ҡына ҡалырға,
Һуң бит боролоп барырға.

Йөрәк берәү, эҙләй терәү,
Эйәһенә бирелгән.
Ҡуҙлатма әле хистәремде,
Һөйөләһе һөйөлгән.
Ғүмерҙәрҙең йомғаҡтары
Һүтеләһе һүтелгән.
Мин барыбер бәхетлемен
Иртәгәге көн менән.
Миңә улай күҙ атма,
Хистәремде ҡуҙғатма.
Мөхәббәтте ҡуҙлатма.

Өсәүең менән...

Шаярып ҡына әйтә һалдың:
«Кисә»гә ҡайтайыҡ».
«Кисә»гә ҡабат йөҙөрҙәй
Булмай шул ҡайыҡ.

Бөгөнгөң әле алдыңда,
Ә иртәгәң килер.
Үткән кисәге көнөңдө
Кемең һуң бирер?

Кисәге ҡылған эштәрең
Һинеке ул, һинеке,
Һинеке генә түгел инде,
Улар – илдеке.

Ә бөгөнгөң – ҡылған эшең,
Һәр бер аҙымың.
Йәшәү ағасына биргән
Шифа һут-дымың.

Ә иртәгәң – килерҙәрең,
Яҡты өмөтөң.
Уйлап торһаң, шул өсәү бит –
Үҙе бер бөтөн.

«Кисә», «бөгөн» һәм «иртәгә»ң –
Ғүмер ағышың.
Эҙләнеүең, юғалтыуың,
Табыр табышың.

Уйың менән кисәгеңә
Ҡайтып килһәң дә,
Өсәүең менән бәхетлеһең
Һин, кеше, бәндә.

Өмөтөңдән яҙма

Бөтәһенә ирешеп
булмайҙыр ул
Ҡыҫҡа ғына ошо ғүмерҙә.
Күпме саҡырыу алда ялтырап
тора,
Күпме мөмкинлектәр был ерҙә.

Арып-талып туҡтап, түбәһенә
Менеп етәлмәгән тауҙар бар.
Алдың, артың ҡарамайса
барып,
Килеп ҡаба торған ауҙар бар.

Юлдарыңда абындырам, тиеп
Арҡылыға ятҡан бауҙар бар.
Исемеңде һинең ҡаралтам, тип
Яңғыраусы яуыз шауҙар бар.

Кеше бара, туҡтар иҫәбе юҡ,
Тау ауына хатта ҡарамай.
Алырыңдың иң-иң матурҙары
Алда, тиеп донъя гел арбай.

Бөтәһенә ирешә алмаһаң да,
Туҡтамайһың, атлай бирәһең.
Тормош тигән аҫыл алмағастан
Үҙеңә насип емеш тирәһең.

Йәшәйештең асылы шул
түгелме,
Бар булмышы, ҡайғы-шатлығы?
Ҡайғыларҙы ҡуйып, артҡа
ташлап,
Шатлык көтә, күңел сафлығы.

Ҡыуаныстар көтөү ҡанат бирә,
Йөрәктәргә яңы дәрт бирә.
Йәшәйештең баҡса түтәленә
Бәхет тигән аҫыл гөл үрә.

Бөтәһенә ирешеп булмай,
беләм.
Әммә: «Ирешәм!» – тигән өмөт
бар.
Эй, ерҙәшем, яҙма шул
өмөттән,
Ирешәм, тиеп, еңеп атла, бар.
Тормош кәртәләрен ярып бар.

Көтөү

Ожиданием своим
Ты спасла меня...
К. Симонов.

Ергә кеше килә көтөр өсөн.
Көтөүҙәргә юлдаш – сабырлыҡ.
Сабырлыҡтар – һары алтын,
тиҙәр,
Сабырлыҡтың нигеҙе таҙа, ныҡ.

Муйынынан эшкә сума кеше,
Ышанысы әйҙәй: «Еңмешмен».
Шулай йәшәүенән йәм-тәм
таба,
Хеҙмәтенең көтә емешен.

Кеше көтә үҙенең мөхәббәтен,
Сабырлыҡтың иңенә таянып.
Бара кеше, атлай, туҡтап
ҡалмай,
Юғалтмай ул үҙенең маяғын.

Көтөп йәшәйем мин.
Көтәм, көтәм,
Иртәгәмде көтәм бөгөн мин.
Ер балҡытып яңы таңым килер,
Шат ҡояшым, аяҙ күгем, тим.

Тыумыштан уҡ көтөп йәшәнек
беҙ,
Ошо көтөү бирҙе көс-кәрҙе.
Ҡара ҡайғыларға бирешмәнек,
Яҡты иттек ҡара көндәрҙе.

һуғыш йылдарында,
ас саҡтарҙа
Көтмәнекме икмәк булырын?
Әле уға мохтажлыҡмы инде –
Икмәгемде ҡабам тултырып.

Иҫтә фронттағы атайымды
Әсәйемдең зарығып көткәне.
Яраланып, ҡултыҡ таяғында
Атайымдың ҡайтып еткәне.

Көтөү һаман әле беҙҙең йәндә,
Һис ташламай беҙҙе ул ғәҙәт.
Килерҙәре һәйбәтерәк, тиеп
Алға саҡырып атлай йыл-сәғәт.
Бөтәһе лә бөттө, тигәндә лә,
Ғүмер шәмең һүнеп
барғанда ла,
Йәшәү уты ялғар бер бөркөт,
Ул Алмасым булыр бер бөркөт.
Өмөт өҙмә, тим үҙемә,
барыбер көт.

Бысағыңа түгел, ҡосағыңа...

Гүзәл Кавказ тауы ышығында
Бысаҡ ҡайрай, ана, бер чечен.
Башҡа милләттәрҙе һанлай,
тиеп,
Туғанынан ала ул үсен.

Туған туғанының йәнен ҡыя.
Йәнәһе, ул бүтән, ваххабит.
Ысын йәшәү шулай буламы ни?
Тормошта был оло яра бит.

Һылыу ҡыҙҙар
«Теге донъя шәберәк,
Ашыҡ» тигән һабаҡ алалар –
Урыҫтарға әжәл-шартлау
булып,
Юҡҡа сыға йәп-йәш балалар.

Ә ниңә һуң һабаҡ биреүселәр
Ашыҡмайҙар теге донъяға?
Йәшел ерҙең ҡалъяларын
һоғоноп,
Бүре булып йәшәй ояла.

Телдәребеҙ төрлө.
Булһын төрлө.
Тыуғанбыҙ бит бер үк
тамырҙан.
Әллә ниндәй шайтан
кешеләрҙе
Яһамаған даһа ҡамырҙан.

Яңылыш аҙымдарға баҫмаҫ
борон
Шуны уйлау кәрәк иң элек.
Беҙ бит кеше, ҡаныбыҙ,
йәнебеҙ бер үк.
Бер туған ул ерҙә кешелек.

Мосолмандар, имеш.
Беҙ ҙә мосолмандар.
Мосолманға ят ул яуызлыҡ.
Динебеҙҙе пара-пара бүлеп,
Шашҡандарға ҡайҙа ауыҙлыҡ?

Бысаҡтарҙы ҡайрап
булыр ҙа ул,
Яраларҙы ямап булырмы?
Туғаныңды бысағыңа түгел,
Ҡосағыңа ал һин, эй,
мосолман,
Тигән аҡыл берәр тыуырмы?

Шәп саҡ

Төрлө саҡтар була
был тормошта.
Бөгөн минең шундай
шәп сағым.
Алдарымда, гүйә, бөтә донъя
Асып тора һымаҡ ҡоласын.

Сәләмәтлек һәйбәт,
күңел дә көр,
Оло йәнгә тағы ни кәрәк.
Яндарымдан, гүйә, көлә-көлә
Шатлыҡ шары бара тәгәрәп.

Бына хәҙер көтөлмәгән
ҡыуаныс
Килеп инер кеүек ишектән.
Радио аша «Йәшәргә әле...»
Тигән дәртле йырҙы ишетәм.

Бындай саҡтар һирәк эләгәлер
Беҙҙең йәшкә еткән ҡарттарға.
Мин һоҡланып ҡарап
торам гүйә
Шатлыҡ тейәп сапҡан
шарҙарға.


Шарҙар – улар сәғәт-
минуттарың,
Һәр ҡайһыһы ҡиммәт, ҡәҙерле,
Һирәк була торған шундай
бер саҡ
Наҙлап үтте бына бәғерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)