НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Етегәндең һигеҙенсе Йондоҙо булыр инем

Етегәндең һигеҙенсе Йондоҙо булыр инем


Яҙың булдым

Яҙың булдым шундай йылы,
наҙлы,
Ә һин ниңә үтә бойоҡһоң?
Зинһар, йылмай, шул саҡтарҙа
ғына
Донъя йәмен, йәнем, тойорһоң.
Ап-аҡ ҡыштар һаман-һаман һине
Бәүелтәлер һалҡын бишектә.
... Ҡояш көлә. Нисек түҙәһең һуң
Яҙһылыуҙың өнөн ишетмәй?!
Уян, йәнем! Һөйәм һине генә,
Бар булмышым һиңә бәйләнгән.
Һалҡынлығың менән өтөп алыр
Боҙло һынға берүк әйләнмә.

Мин − күперҙә

Мин − күперҙә. Аҫта йылға,
Ел иҫә йыға, йыға.
Көнө һыуыҡ, их, шул мәлдә
Барғы килә йылыға.
Йылы өйгә, йылы һүҙгә
Алдандым да алдандым.
Ана шулай һыуыҡ көндә
Мин яңғыҙ тороп ҡалдым.
Мин − күперҙә. Аҫта йылға.
Ел инде тынған икән.
Йылы тиеп тартылғаным
Боҙһарай булған икән.
Боҙһарайҙа Ҡарһылыуға
Һис әйләнгем килмәне.
Сөнки минең йөрәгемдә
Яҙғы сәскә бәйләме.
Боҙ һын булғым килмәне...

Китмәҫһең...

Сәскәң булып үҫтем баҡсаңда,
Ә һин миңә һыуҙар һипмәнең.
Шундай ҡайнар ҡояш нурҙары,
Эҫе тындан саҡ-саҡ кипмәнем.
Ярай таңда төшә ысыҡтар,
Иркенәйә шул саҡ һулышым.
Һөймәһәң дә мине өҙөлөп,
Ишетелһен наҙлы тауышың.
Былай ғына бул һин эргәмдә,
Мин барыбер һулып төшмәҫмен.
Күтәрермен ҡурҡмай бер ниҙән
Уҫал ҡыштың һалҡын боҙ-бәҫен.
Сөнки беләм: һин бит
китмәҫһең...

Яңылыш

Моңһоу урам. Моңһоу тыш.
Күңелдә минең һағыш.
Йәйҙәрҙең йылмайыуын
Көтөп торам яңылыш.
Елдәр һибә юлыма
Япраҡтарҙың алтынын.
Инде ебәрә сәләм
Көҙгө көндөң һалҡыны.
Икәү бергә булған йәйҙәр
Ҡалған икән үткәндә.
“Һау бул”, – тинең, ниңәлер
Буштан-бушҡа үпкәләп.
Хәҙер бына япраҡтарҙы
Оҙон-оҙон хат итеп
Осорһам да һинең яҡҡа,
Күңел ишегең бикле.
Ә япраҡтар шатлыҡ эҙләп,
Осалар ҙа осалар.
Зинһар, йәнем, бер йылмайсы,
Әгәр улар осраһа...

Һүҙһеҙ генә...

Һүҙһеҙ генә хушлашыуҙар була.
Һүҙһеҙ генә... Бер ни өндәшмәй.
Ниңә донъям хәҙер үтә төҫһөҙ?
Йондоҙҙарым шатлыҡ өләшмәй?
Ниңә улай ҡоштар һайрауынан
Ишетәмен көҙҙәр сәләмен?
Ниңә йәйҙәр шундай моңһоу
быйыл?
Әйтегеҙсе, зинһар, сәбәбен.
Ағастарҙың йәшел япраҡтары
Әйләнер ҙә кеүек алтынға,
Булмышымды минең ялмап
алып,
Осорорҙар көҙгө һалҡынға.
Бәлки, шунда ныҡлап
төшөнөрмөн
Яндарымда һинең юҡлыҡты...
Һөйөүебеҙ көҙгә аяҡ баҫҡас,
Һүҙһеҙ генә... Һүҙһеҙ
хушлаштыҡ...

Йәйғор ҡалҡыр

Көнөн дә ямғыр,
Төндә лә ямғыр...
Кем генә уны
Туҡтата алыр?
Сатыр аҫтына
Йәшенеп бына
Шәп-шәп атлайым,
Ҡапыл абынам...
Өҫтөм бысраны,
Осто сатырым.
Юҡ бит янымда
Дуҫтар саҡырыр...
Ямғыр тағы ла
Шәберәк яуа.
Әйтерһең, мине
Өйөмә ҡыуа.
Ә мин теләйем
Тышта ҡалырға.
Өмөтләнәмен:
Йәйғор ҡалҡыр ҙа,
Юлым балҡытыр...

Дуҫлыҡ күпере

Йондоҙло сатыр тотоп,
Төн сәйәхәткә сыҡты.
Рәхәтләнеп кисте ул
Йыһан һипкән ысыҡты.
Бер шаяра, бер туҡтай.
Ай ҙа һикерә туптай.
Төн менән улар икәү
Күңелһеҙлектән ҡурҡмай.
Уларға бик күңелле,
Йыр-моңдары түгелде.
Ана, күрәм күктәрҙә
Дуҫлыҡ-күпер үрелде.

Етегәнле хыялым

Сәләм бирә дуҫ-Еренә
Эй мөләйем Етегән.
Күңелемдә хыялым бар
Етегәнгә етергә.
Етегәндең һигеҙенсе
Йондоҙо булыр инем.
Ете – изге һан, шулай ҙа
Йоланы боҙор инем.
Ә һигеҙҙе сикһеҙлектең
Билдәһе, тиҙәр әле.
Берәй ваҡыт һигеҙ йондоҙ
Күктәрҙе биҙәр әле.
Һеҙ, дуҫтарым, һис кенә лә
Был хәлгә шаҡ ҡатмағыҙ.
Мине йөрөткән хыялды,
Зинһар, кире ҡаҡмағыҙ...

Ярамай, тиҙәр...

Бына бер йондоҙ,
Бына – икенсе...
Йондоҙ һанайым
Иҫем киткәнсе...
Ярамай, тиҙәр,
Йондоҙ һанарға,
Айға һоҡланып
Оҙаҡ ҡарарға...
Ярамай, тиҙәр...
Ярамай, тиҙәр...
Ҡағиҙә боҙһаң,
Күктән йондоҙҙар
Һиңә бәхетте
Юрамай, тиҙәр.
Эх, һеҙ, йондоҙҙар!
Эх, һин, Айым да!
Һоҡланам һеҙгә,
Һис-һис тыйылмам!
Яратам һеҙҙе!
Үҙ итәм һеҙҙе!
Хыял иленә
Илткәнегеҙгә!
Мине туйғансы
Тыйһындар, әйҙә!
Хатта бәхетем
Ҡыйһындар, әйҙә!
Әммә һөйөүем
Минең мәңгелек!
Бер саҡ, кем тыйған,
Шулар күгенә
Ҡуйырмын элеп
Бәхет Йондоҙон,
Мөхәббәт Айын.
Иләҫләнерҙәр
Йондоҙ-айыма
Ҡараған һайын.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Сығыу ваҡыты 14-02-2014, 15:06 | Ҡаранылар: 1045
|
  • “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”
  • “Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”
  • Яңы яҙмыш яҙған ҡағыҙыма Ялҡын ҡаба үткән һөйөүҙән
  • Шиғриәт минуттары
  • «Етегәндең һигеҙенсе Йон­­доҙо булыр ­­­­инем...»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM