RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юлда ғына етеп була Бәхеттең диңгеҙенә»

22.11.2013 «Юлда ғына етеп була Бәхеттең диңгеҙенә»

Йән

Донъяныҡы ҡала донъялыҡта,
Алып китеп булмай бер ниҙе лә.
Тау-урмандар, йылға-күлдәр
ҡала –
Алып китеп булмай был ерҙе лә.

Алып китеп булмай кәүҙәңде лә!
Ерҙең ҡуйынына тапшырыла.
Тупраҡ ашламаһы булған тәндең
Бер өмөт юҡ урап ҡайтырына.

Урап ҡайта бары йәндәр генә
Асмандарҙан яңы кәүҙәләргә,
Яңы кешеләргә – сабыйҙарға,
Йән бирелгән мәлдә
бәндәләргә.

Йән кешегә күктәрҙән бер бүләк:
Яҡты, нескә, мөхәббәттән хасил.
Йәнде һаҡлауҙан тик ғибәрәттер
Кешеләге ысын, бөйөк таһыл.

Сәбәп итеү

Йәшәмәҫлек мең сәбәптән
Бер сәбәп бар йәшәрлек.
Эшләмәҫлек мең сәбәптән
Бер сәбәп бар эшләрлек.

Эшләмәҫкә, йәшәмәҫкә
Үлемең генә сәбәп.
Һинең туҡтап ҡалыуыңда
Ғәйепле түгел сәғәт.

Сәбәп итеп эшләүҙе тик,
Сәбәп итеп йәшәүҙе,
Еңә киләмен, иншалла,
Үҙ-үҙемде – һәтәүҙе...


Мәсьәлә

Артыҡ ботағын ағастың
Киҫкән урмансы шикелле,
Алып ташланым башымдан
Аҡланыуҙарҙы башкөллө.

Ҡараланған аҡлана тик,
Ә мин аҡмын, таҙа һәм саф!
Ҡырҡтым кәрәкһеҙ фекерҙе!
Йәшәү көсөм артты шул саҡ.

Тотҡарламай мине хәҙер
Ҡарар ҡабул итә алмау,
Бәйләнгән кеүек ҡаҙыҡҡа,
Бер урындан китә алмау.

Үҫеү һәләтен арттыра –
Урмансының дөрөҫ эше:
Артыҡ ботаҡты киҫеүҙә
Мәсьәләнең сиселеше.

Тамсы баһаһы

Ямғыр күҙе төштө күктән:
Тәүҙә тамды бер тамсы.
Ҡойоп яуырҙан да алда
Ямғыр алды сирҡансыҡ.

Икенсеһе, өсөнсөһө
Төштө ямғыр күҙенең.
Һибәләне шунан болот
Мең тамсыһын үҙенең.

Был һипкендән хасил булды
Ерҙә тәүҙә күләүек.
Күләүектән ағып сыҡты
Ҡолонсаҡтай гөрләүек.

Тасуир итте ҡанундарҙы
Тамсының хаҡ тарихы:
Ағып киткән ғүмерҙәрҙә
Булмай яҙмыш сарыфы.

Тырыша-тырыша кеше булһа
Әҙәмдәрҙең балаһы,
Тик шул саҡта күтәрелә
Тамсыларҙың баһаһы.

Юл

Белеү – әле еңеү түгел,
Еңеү – белем ҡулланыу.
Йөҙөп китер өсөн кәрәк
Тулҡындарҙа һыуланыу.

Һыуланмайса йөҙөп булмай,
Йөҙә алмай ярҙағы.
Ярҙағы – бары күҙәтсе, –
Донъяның бер һармағы.

Еңеү – ул юл! Һәм был юлды
Үтер кәрәк үҙеңә.
Юлда ғына етеп була
Бәхеттең диңгеҙенә.

Юл – тырышлыҡ! Ул – күнекмә!
Файҙаланыу белемде.
Мөһим юл тик!
Ә ҡалғаны –
Аңлай алмау үҙеңде.

Уҡытыусы

Бер нимәгә уҡытманы,
Өйрәтмәне уңыштар.
Уңыштар – насар мөғәллим,
Йөкмәтмәй һис бурыстар.

Һәйбәт остаз – хаталарҙыр,
Яңылыштар, яҙыҡтар.
Хата төҙәтелһә генә,
Үҙгәртелә яҙмыштар.

Төҙәтмәгән хаталарҙан
Булмай һис тә аңланып.
Сараһыҙҙа сара күрмәү –
Шул түгелме аңралыҡ?

Бәхет ҡәҙерен белергә
Бәхетһеҙлек өйрәтә,
Күңел сазыңдың ҡылдарын
Көйһөҙлөктән көйләтә...

Ҡанун

Янмаҫ өсөн бер кеше лә
Ҡаплап ҡуймай ҡояшты.
Күләгәләп, ҡаплай үҙен,
Таба ниндәй ҙә япҡы.

Күлде күккә бер кем аҫмай,
Аулау өсөн балығын.
Ҡармаҡ ташлап, йәтмә һалып,
Таба һыуҙан аҙығын.

Бер кем дә диңгеҙ киптермәй,
Һыу үткәрһә кәмәһе.
Йәһәт-йәһәт тишек ямай! –
Юҡҡа сыға бәләһе.

Һәр кешенең дөрөҫлөгө
Донъяға түгел терәү.
Ҡояш берәү булған кеүек,
Дөрөҫлөк тә тик берәү.

Берәүҙән дә берәүлеккә
Минең һәр саҡ иҫ китә!
Яңыса хәҙер ғәмәлдәр,
Ҡанун ғына иҫкесә.

Донъя көҙгөһө

Көҙгө кеүек күрһәт мине,
Күрһәт мине үҙ-үҙемә:
Ниндәймен мин? Матур? Ямаҡ?
Ҡара, донъя, йә, йөҙөмә!

Ҡара минең күңелемә!
Күрһәт минең кемлегемде:
Моңһоҙлоғом, моңлолоғом,
Көйһөҙлөгөм, көйлөгөмдө.

Күрһәтһәнә, танытһана:
Йәшермәйем кемлегемде.
Пәрәнжәм юҡ һинең алда!
Ҡапламайым мин үҙемде.

Йөҙөм берәү. Күбәү түгел!
Шул йөҙөмдө килә күрге.
Күрһәтмәһәң, һин, әлбиттә,
Бер ниндәй ҙә түгел көҙгө!

Танытмаһаң кемлегемде,
Һин, әлбиттә, донъя түгел!
Көн дә бағам һин – көҙгөмә!
Үҙем өсөн. Данға түгел.

Таңһылыу Ҡарамышева










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)