RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шиғриәт минуттары

04.09.2012 Шиғриәт минуттары

Аҡҡоштарым
(йыр)

Йылы яҡҡа осҡан аҡҡоштарҙың
ҡанаттары ине талмаһын.
Аҡҡоштарға ҡарап һөйгән йәрҙең
Күҙ йәштәре ине таммаһын.

ҡушымта:
Йондоҙҙарға ҡарап оса ҡоштар,
Балҡый шуға күктә ҡош юлы.
Был донъяла һеҙҙең ваҡыт
бик тар,
Юлдарығыҙ булһын уңышлы.

Ташлап китте күлде пар
аҡҡоштар,
Етемһерәп ҡалды ҡамыштар.
Эйәреп тә һеҙгә, осар ҡоштар,
Күңелдәрҙән китһен һағыштар.

Аҡҡоштарым ҡайтыр тыуған ергә,
Йәмле яҙҙар ҡайтҡас әйләнеп.
Һинең менән булырбыҙ гел бергә
Сәстәребеҙ сәскә бәйләнеп.


ҡаҙ ҡанаты

Һанама ҡаҙ ҡанаттарын
ҡағынған саҡтарында.
Һана сәғәт минуттарын,
Һағынған саҡтарыңда.

ҡаҙҙар йөҙә күлде буйлап,
Йәшел ҡамыштар аша.
Янам-көйәм һине уйлап,
Киләм һағыштар аша.

Һана, иркәм ҡаҙ ҡанатын
ҡаҙҙар ҡағынған саҡта.
Иңдәремдә йыр ҡанаты
Һиңә ашҡынған саҡта.
Һары ҡайын

Аҡ ҡайынҡай һары япраҡтарҙы
Бына тағы ергә ҡояһың.
Күңелемде баҫҡан һағыштарҙы
Һин, ҡайынҡай, ғына тояһың.

Тирә-яғың һинең һары келәм
Алтын буяуҙарға мансылған,
Һағыштарым менән һиңә киләм,
Эс серҙәрем һиңә асылған.

Аҡ ҡайынҡай, ниңә көҙҙәр еткәс
Йәшел күлдәгеңде кеймәйһең?
Һары төҫ ул − һағыш төҫө тигән
Әйтем барын әллә белмәйһең.
Ауыл йыры

Тауҙар минең ауылымды уратып
алған,
Ошо тауҙар хәтеремә уйылып
ҡалған.
Маҡар кеүек матур ауыл тағы
бармы икән?
Һинән башҡа сит ерҙәрҙә донъя
тар икән.

ҡушымта:
Талир тәңкә һалыр өсөн күлең
булмағас,
Һине күреп, күреп, күреп, күреп
туймағас.
Селтербейҙең ҡаяһына бер
менеп төштөм,
Аллағыуат шишмәһенән ятып һыу
эстем.

Йүкәлетау, ҡарауылтау,
ҡыҙылташ һырты,
Һеҙгә ҡарап һоҡланалыр йәше
һәм ҡарты.
ҡолоҡ менән һикәҙенең тәмле
һыуҙары,
Ауылымдың бына тигән
егет-ҡыҙҙары.

ҡайтам әле, ауылҡайым, һине
һағынып,
ҡоштар ҙа бит ҡайта шулай, ҡанат
ҡағынып.
Йәшлегемде туҡтатырға артынан
ҡыуам,
Һине күргәс, әйтерһең дә,
ҡайтанан тыуам.


Яҙғы романс

Көмөш йылға аға тыныс ҡына
Йәшел яҙҙың киске илендә.
Ярты ҡалас алтын айым йөҙө
Йондоҙҙарҙың зәңгәр күлендә.

Көн байышын алтын япма япты −
Ял итәлер ҡояш арығас.
Юл буйында үҫкән әрәмәлә
Һөйөү йырын һуҙа һандуғас.

Иркәләнеп ошо йырҙы тыңлай
Салҡан ятҡан айым һауала.
Шул ваҡытта уның сағылышы
Йылға тулҡынында сайҡала.


Мөхәббәт йыры

Йөрәгемде, устарыма йомоп,
Ишегенде һинең шаҡыйым.
Яҙған хаттарымды кире асып,
Исемеңде ҡат-ҡат уҡыйым.
ҡушымта:
Мөхәббәттең ғазабында янам −
Яралары ҡасан уңалыр?
Гонаһлылар гонаһтары өсөн
Тамуҡтарҙа шулай яналыр.

Көн дә киләм ҡапҡа төптәреңә,
ҡулдарыма алып сәскәләр.
ҡаршы сыҡмаһаң да үҙең миңә,
Урыным юҡ һиңә үпкәләр.

Мөхәббәттең ялҡынында янам,
Янам-көйәм, булам көл-күмер.
Мөхәббәтһеҙ йәшәүҙәре ҡыйын,
Мөхәббәтле булһын йәш ғүмер.

Яныуҙарым һис кенә йәл түгел,
Йәл миңә тик үткән йәш ғүмер.

Беренсе мөхәббәт

Йәшлегем хәтерҙә, гел инә
төштәргә,
Усаҡлы кистәре юл бирә
хистәргә.
Иң тәүге һөйөү һәм беренсе
һөйөнөү,
Төндәрен йоҡламай уйланыу,
көйөнөү.

ҡушымта:
Беренсе мөхәббәт − йәшлегем
йылдары,
Йөрәктең керештәй тартылған
ҡылдары
Беренсе мөхәббәт һәр кемгә
билдәле.
Хистәрҙе уятып, әйләнеп кил әле.

Мин хәҙер ҡыуамын дүртенсе
тиҫтәне,
Тормошҡа йәмде гел мөхәббәт
өҫтәне.
Ағалар туҡтамай ғүмерем
һыуҙары,
Алдымда яналар мөхәббәт
нурҙары.
Юлай РӘХМӘТУЛЛИН.
Ишембай районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)