RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әйтһәм, белеп әйтәм

04.06.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм

ВЫЖДАН

Выждан – ул иң элек күңел хөкөмө.
Ғайса Хөсәйенов.

Кемдең выжданы юҡ – һөйгәне
юҡтыр,
Кемдең һөйгәне юҡ – йәне
юҡтыр.
Аҡмулла.

Ғәйбәт, ялған-хурлыҡтан һаҡлап ҡалыр саф выждан.
Риф Мифтахов.

Кеше тормошонда ни теләмәй, тик теләкте выждан кәртәләй.
Ғәйнан Хәйри.

Йәшәгәндән ерҙә выжданһыҙ, көн күреүе артыҡ ыштанһыҙ.
Мәүлит Ямалетдин.

ВӘҒӘҘӘ

Үтәлмәгән вәғәҙә кешенең йәнен боҙа.
Азат Абдуллин.

Вәғәҙә бирҙеңме – үтә. Егетлек бына шунда.
Әнүәр Бикчәнтәев.

Ямғыр яумаҫ болот, емеш бирмәҫ ағас… Вәғәҙәһеҙ әҙәмдәр бит шуларға хас.
Риф Мифтахов.

ҡулынан эш килмәгәндәр вәғәҙә биреп ҡотола.
Мар. Сәлим.

Һүҙ бирҙеңме – һүҙеңдә тор,
Вәғәҙәле егет, тиерҙәр.
Әгәр китһә ышанысың,
Ул йөрөгән бер эт, тиерҙәр.
Шәһәрғәзи Ғәбдиев.

ҡулдан килмәгән эшебеҙ
күберәк телгә күсә.
Еңел бирелгән вәғәҙәләр
кәбәктәй елгә оса.
Зөһрә ҡотлогилдина.

ГАРМУНСЫ

Әлдә гармунсы булғанмын, уйнайым да йырлайым.
Назар Нәжми.

Гармунһыҙ өй – һандуғасһыҙ урман менән бер ул.
Ибраһим Абдуллин.

Уйна, дуҫым, йәнә бер көй,
Уйна күңел бөткәнсе.
Юҡ, уйнама, туҡталып тор
Күҙҙән йәште һөрткәнсе…
Марат Кәримов.

ГОНАҺ

Гонаһтарҙан бер урын да юҡтыр йыһандарға китеп ҡасырлыҡ.
Факиһа Туғыҙбаева.

Көсһөҙгә ҡул күтәреү гонаһ була, әҙәмде йәберһетеү һис кәрәкмәй.
Нурмөхәмәт Йомрани.

Гонаһһыҙ кеше булмай.
Динис Бүләков.

Мин бәйғәмбәр түгел,
хаталарым
Булғандарҙыр ғүмер кискәндә.
Тамуҡтарҙа яныр гонаһым юҡ,
Белеп китәм ерҙән киткәндә.
Риф Мифтахов.

Кешегә ҡул күтәреү – иң ҙур гонаһ ул.
Ибраһим Абдуллин.

Ебәрелә ергә гонаһ,
Ылыҡтыра, арбай, алдай,
Тартып ала һәммәһен дә
ҡорт һырытҡан татлы балдай.
Йомабикә Ильясова.

Бөтә сере асыҡ ҡатын-ҡыҙ юҡ,
Бер гонаһһыҙ ғына һөйөү юҡ.
Ирек Кинйәбулатов.

Гонаһ ҡылмау – үҙе гонаһ ул.
Салауат Әбүзәр.

Рубриканы Факил МЫРҘАҡАЕВ
алып бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)