RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан яҙыусыларының оло йыйынына йәштәрҙән ҡайнар сәләм!

09.04.2011 Башҡортостан яҙыусыларының оло йыйынына йәштәрҙән ҡайнар сәләм!

ҡартлыҡ
Буяуы юғала ла башлаған
стеналар, бәләкәй тәҙрәнән
һаран ҡояш нурҙарын ташлаған,
иҙәндә ултырған биҙрәнән

бүлмәгә иҫерткес еҫ тарала –
унда бар бысраҡлыҡ йыйылған,
карауаты өҫтөндә тын ала
ҡарт бабай – сирҙәрҙән
йығылған.

Ул үҙенең йәшлеген һағына,
ыңғыраша, һуҡыр күҙҙәрҙән
тамсылар тәгәрәй яңағына.

ҡарсығы ҡысҡырған һүҙҙәрҙән
ул баҫмаҡсы була аяғына
һәм һөйәлә ағас таяғына...

Таш бүлмә

ҡояш яҡтыһы ла үтә алмай,
төрмә кеүек ул – был таш бүлмә,
төндә һүрән генә йылмая ай,
күҙҙәренән саҡ йәш түгелмәй.

Һин ятаһың тимер карауатта,
ҡулдарыңда ҡағыҙ һәм ҡәләм!
Һәм шиғыр уҡыйһың кеүек яттан –
күңелеңә һыйған бар ғаләм!

Күңелеңдә сал тарихлы Урал,
ҡанаттарын йәйгән Аҡбуҙат!
Күңелеңдә – халҡың! Һүҙең –
ҡорал –
йөрәктәрҙә иман ҡабыҙа!

Ә таш бүлмә ғазаплана кеүек,
шағир йәне – сикһеҙ далала!
Төрмәләрҙә шиғыр яҙып булмай,
аңлай кеүек быны бала ла!

Тик һин, шағир, үҙ баһаңды
белмәй
таш диуарҙа яҙҙың шиғырҙы,
таштар илай... Илай кеүек бүлмә
йәлләп ошо йортһоҙ шағирҙы...

Бында ҡояш кәрәк

Диоген кеүек, көндөҙ шәм
яҡтыртып,
кеше эҙләнем мин,
кешеләр юҡ, улар бөткән,
тигәндәргә,
юҡ, түҙмәне йәнем.
– Кеше исеменә хаҡлылар бар –
тирә-яҡҡа ҡара! –
Шәм яҡтыһы менән кешеләрҙе
эҙләп алға барам.

Әллә дөрөҫ һөйләгәндәр миңә?
Тик берәүҙе күрҙем –
юлда торған хәйерсене йәлләп
киҫәк икмәк бирҙе.

Динозавр ғына түгел, хәҙер
кешеләр ҙә һирәк.
ҡулымдағы шәм яҡтыһы һүнде –
бында ҡояш кәрәк...

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.
Бөрйән районы.

Урал ҡоросо

Бер ҡараһам Урал тауҙарына,
Тоям ата-бабам ҡарашын.
Тәү башҡорттоң аҫыл рухымы ни
ҡул теймәгән Урал ҡоросо!

Замандарҙың һалҡын
даръяһынан
Ташҡын-ташҡын булып һыу аҡҡан.
Ялҡын бәргән быуаттарҙың уты,
ҡорособоҙ шулай сыныҡҡан.

Нисә башҡорт быуынының рухы
ҡорос ҡылыс булып ҡойолған?!
Башын һалған яугир менән бергә
Урал ҡуйынына һыйынған?

Бер ҡараһам тауҙай өйөлөп ятҡан
Мин бөгөнгө башҡорт рухына,
Бәғерҙәрем һығылып
һыҙлай ғына,
Һәм күңелем тағы хурлана.

Боронғолай Урал ҡоросонан
Рух һалынған беҙҙең быуынға.
Беҙ йөрөткән ҡорос ҡылыс түгел,
Беҙ йөрөткән ҡорос – бығауҙар.

Рулетка

ҡыҙыл төҫтә, ҡара төҫтә
Ер-рулетка әйләнә.
Тормош – бер ҡомарлы уйын,
Ул ҡоролған хәйләгә.

Яҙмыш ергә ташлана ла
Ят ҡулдарға эләгә.
ҡыҙылдамы, ҡараламы
Һинең ғүмер әйләнә?

Ер әйләнә,
Йән әйләнә
ҡыҙыл, ҡара төҫтәргә.
Ирекһеҙҙән табынаһың
ҡыҙыл, ҡара көстәргә.

ҡомарың арта – уйнайһың,
Бер ота, мең отола.
Һуҡыр тинлек табыш өсөн
Тиңһеҙ намыҫ һатыла.

Һинең өлөш кемгә төшөр,
Һиңә кемдең өлөшө?
Бара бөгөн аҡса түгел,
Рулетканы бүлешеү.

Ер әйләнә,
Йыл әйләнә
ҡыҙыл, ҡара көҙөңә.
Был ер түгел, һинең донъяң
Күсәренән өҙөлә.

ҡыҙыл төҫтә, ҡара төҫтә
Ер-рулетка әйләнә.
ҡыҙылдымы, ҡаранымы
Һайлайһың йәнә?

Мөнир ИХСАНОВ.
Учалы ҡалаһы.

* * *
Етем ҡалһа ла һүҙҙәрем Гөл
иленән,
Йөҙҙәрендә тамсы ла зарланыу
беленмәҫ.
Бөйөк әмер көтөрҙәр сүл еленән,
Белерҙәр: шағир вәғәҙәһе сөйгә
эленмәҫ.

Уларға мәғлүм шағир сере,
доғаһы:
Һөрөлмәгән әле орлоҡ сәселер
ерҙәр,
Өлгөрөр заманалары, сиселер
серҙәр,
Һүҙҙәремде фәрештәләр үҙҙәре
өләшер.

* * *
Рухы аҡһаҡтың – йыры ла аҡһаҡ,
Күңеле һаҙҙа юҡтыр гөли наҙ.
Нурға сум, йырым, йөҙ һин
нурҙа,
Үтенәм, булмасы һуҡыр ҡаҙ.
Күнмәһәң әгәр: харапмын,
Мең тапҡыр ҡәһәрлемен.

* * *
Күктә һоро болот кирелеп,
Ер тәненә ишелә.
Һеңеп ҡала тере хикмәттәр
Дәү тауҙарҙың еңенә.

Сирҡанған асфальтҡа һыланып,
Селәүсендәр иҙелә.
Ғаләмдәрҙең сирләүе
Тар усыма һиҙелә.

Апрель

Көсөкләне ҡояш – сәүек,
Иреп аҡты боҙ-сәтләүек.
Көрттәрҙе имде күләүек,
Туғарылды сапсан гөрләүек.
* * *
ҡаяларға һыйынғанда
ебәк томан,
Барса ғаләм серле моңға
күмелә.
Йөрәктәрҙән һығылғанда
нурлы иман,
Күҙ йәштәрем баҙлай, ергә
түгелә.
* * *
Минең ғүмер – ыласын тырнағы,
Сәйнәп төкөрөлгән һеңер.
Минең үлем – балыҡсы ҡармағы,
ҡанға мансытылған эңер.

* * *
Мәхрүм икән күңелең Гөл иленән,
Илһам даръяларың бығаулылыр.
Улай иһә өндәшмәү хәйерлерәк,
Ижад шишмәләрең ағыулылыр.

Зиһен һандығын аҡтарып
ни файҙа?
Ныҡ торор Йыр – ҡәлғә, һис тә
бирелмәҫ.
Таҡыр далала мал утлар –
һимермәҫ,
ҡыҫыр һыйыр ҙа бит быҙау
имеҙмәҫ.

* * *
Сирле Ваҡыттың шаңдауымы ни,
Һыуыҡ күҙҙәр өнһөҙ генә һыҡтай.
Ошо ҡәһәрҙең дауаһылыр, тип,
Сабыр ҡәләмде юндым уҡтай.

Инде Ваҡыт Күңелем ҡосағына,
Уйҙар еңел, саф һәм ләззәтле.
Үртәлһәм тарих усағында,
Йөрәктәрҙә йырҙарым тәхетле,
Йөрәктәрҙә йырҙарым бәхетле.

Илһам – түрем

Фәрештәләр болоттар өҫтөнән
Минең усҡа илаһи моң иләй.
Тыпырсынма, тыныслан, Күк
Дүнән,
Был ерҙә алиһәләр йәйләй.

Артур БУЛАТОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

* * *
Алмаштырҙы тәбиғәт
Аҡ кейемен йәшелгә.
Уның һәр бер япрағында
Сихри хәтер йәшенгән.
Кисә генә туй ине,
Бөгөн иргә – һуғышҡа.
Һиҙмәҫһең: аҡ алғышың
Тиҙ әйләнер ҡарғышҡа.
Ни һин ваҡыт янында?..
Үтер быуат. Яныр ут.
Аяуһыҙ ваҡыт булып
ҡылыстарға ятыр тут.
Алмаштырыр тәбиғәт
Йәшел кейемен аҡҡа.
ҡапҡа тышына йүгер:
Яратҡан ирең ҡайтҡан.

* * *
Көнгә нөктә ҡуйыр өсөн
Мендәргә һалдым башымды.
Күңел дә Мәңге Бушлыҡҡа,
Төн тыуған ергә ашҡынды.
Күҙ сығарырға тырышып,
Иртән төҙәтәм ҡашымды.
Ағыуға иҙеп ашайым
Хоҙайым биргән ашымды.
Шуға ҡар ҡуна сәсемә,
Һуңдыр инде үҙгәрергә.
Тәңрем, һәр бәндәң өйрәнгән
Күңелдәге иҫке кергә.

* * *
Төн ҡоршауында күңелем.
Ә күңелемдә бары һин.
Ә һин Изге Һөйөү өсөн
Бирмәҫһең хатта һуҡыр тин.
Ә мин алтын сәсең өсөн
Иблискә күңелде һаттым,
Яратҡан уйынсығымды
Таш диуарға терәп аттым.
Мин үҙемде Тәңре иттем,
Үлде йөрәктәге хыял.
Диңгеҙгә тамған тамсылай,
Сикһеҙ күңелемдә юғал.

* * *
Ошо минуттан мин азат.
ҡулдар урынына ҡанат.
Гүйә, толпарым – Аҡбуҙат,
Азат, азат, азат, азат!
Азат һинән, азат күктән,
Ғүмер һанаған кәкүктән,
Мине тапаған итектән,
Ә уларҙы кем ҡол иткән?
Уң кеҫәмдә үткер бысаҡ,
Һул ҡулымда ауыр таяҡ.
Уйындан сығасаҡ уймаҡ.
Тик күҙҙәрем үтә тыйнаҡ.
Ә барыбер юҡ тыныслыҡ.
Һауала – ҡош. Һыуҙа балыҡ
Булалмам инде. Ә хаҡлыҡ?..
– Уны кисә дарға аҫтыҡ.

* * *
Был донъялағы нәфрәттән
Аҡылдан яҙған Хоҙай:
Беҙҙең изге мөхәббәтте,
Хаҡ ҡорбан, тиеп һорай.
Юҡ, Тәңре, алтын сәсенең
Бирмәм хатта бөртөгөн.
Иртәгә мөхәббәт үлһә,
Беҙ ҙә үлербеҙ бөгөн.
ҡан һәм күҙ йәштәре менән
Биҙәлгән һөйөү юлын
Барыбер бергә үтербеҙ.
Күңел наҙ менән тулы.

Морат СОЛТАНОВ.
Октябрьский ҡалаһы.


ҡырҡты

ҡырҡтым, ҡырҡтым... Һинең
ҡосағыңда
Кендек ҡаным беләм тамғанын.
Шул ҡан кесе, шул ҡан көслө итә,
Һинһеҙ мин кем инде –
ҡамғаҡмын.
ҡырҡтым, ҡырҡтым... Зиһен
ҡырҡып бирҙең,
Ғәмһеҙ бер йән булма, тиһеңме.
Күңелемә аһәң ҡырҡып һалдың,
Йәнһеҙ бер йән булма, тиһеңме.
ҡырҡтым, ҡырҡтым. Ана. Һин
ҡайһылай
Йүгергәнһең саҡ(ы)рым-
саҡ(ы)рым.
Үҙең күргән киңлектәргә
Хәҙер мине саҡыраһың.
ҡырҡтым, ҡырҡтым. Һинең
киңлектәрең
ҡатлам-ҡатлам быуат
төпкөлө лә.
ҡаттарыңды ҡатлап сығалмаһам,
ҡырҡты ҡартым, берүк, үпкәләмә.
ҡырҡтым, ҡырҡтым. Һине яттан
яҡлап
Һүҙ әйтмәһәм, ҡырҡтым, үпкәлә.
ҡалҡан булмаһам да,
ҡалҡынырға әҙер
Һине яҡлап, булмам сүп кенә.
ҡырҡтым, ҡырҡтым. ҡырҡа әйтә
алам,
Һинең хаҡҡа ҡылам ҡырҡ эшем.
ҡырҡ эшемде ҡырҡы ҡырҡ
баһалар.
Бер эшем дә булмаҫ ҡырын эш.
ҡырҡтым, ҡырҡтым. ҡырҡты
ҡыуып барам,
ҡырҡа килдем микән ҡырҡырын?
ҡырылмаһа ҡырҡ эш көтә әле,
Сыраҡтарым балҡый саҡырып.
ҡырҡтым, мәңге балҡы саҡырып!
Дан
Мәрхүмдәр исеменә лә, сабыйҙар исеменә лә ерҙәр алып һатыла, имеш.

Тотторайым һеҙгә көрәгә,
Дан йырлайыҡ әле түрәгә.
Һай-һай, түрәкәйе түрә икән,
Гүзәллекте үҙе күрә икән.
Аҡылдары, һай-һай, һай
түгелдер,
Аҡылдары, һай-һай, бай түрә.
Күрмәйһеңме, һай-һай-һай ғына,
Күрмәйһеңме, вай-вай-вай ғына.
Дошман һөйләй, имеш, түрәкәй
Үҙен генә уйлап көн күрә.
Әллә һаңғырау, һуҡырмы, ти
шунда,
Йомран кеүек төндә өң үрә.
Имештәрен һөйләй генә дошман,
Йәнәһе лә, түрә – күрәҙә.
Әйткән, имеш, ерле халыҡты
Һыйҙырырға мөмкин кәрәҙгә.
Көнсөллөктән дошман һөйләп-
һөйләй,
Имеш, ерҙе һатып бөтөргән.
Имеш, күктә осҡан ирек ҡошон
Шәхсән үҙе атып төшөргән.
Дошман белмәй, ерҙе түрә түгел,
Мәрхүм N-дар һатып байыйҙар.
Сәңгелдәктә ятҡан күп сабыйҙар
Ерҙәр һатып аҡса ҡайыра.
Шуны уйлап түрә баш вата ла:
Алда күпме ята ғариза,
Бишәү биш мәрхүмдең
әруахынан,
Өсәү – кисә тыуған сабыйҙан.
Әруах рухын нисек кире ҡаҡмаҡ?
Сабыйҙарға һәр саҡ –
«йәшел ут»!!!
Тик төшөндә генә түрә тертләй,
Төшәнгәндә күреп йәшен-ут.
Һүҙ тейҙермә, берүк, түрҙәгегә,
ҡуҙғытһа ла рухын гүрҙәгенең.
Гүзәллекте һатыр түрә түгел,
Ғәҙеллекте атыр түрә түгел.
Үҙәндәрҙе һөйөр түрә ул,
Әҙәмдәрҙе һөйөр түрә ул.
Тот, йәмәғәт, әйҙә, көрәгә,
Дан йырлайыҡ әле түрәгә!

Зөлфирә ҡАРАҒУЖИНА.
Әбйәлил районы.

Илаһиҙар

Рәми – телебеҙгә ӘМИР.
Мостай – шиғриәтебеҙгә ОСТАЗ.
Бабич – рухыбыҙға ТАБИП.
Аҡмулла – Илаһиәт АЛЛАБЫҘ.

Тыуым

1. Шиғыр тыуа,
Йыр яҙыла! – тибеҙ...
О, юҡ!.. Мәшәҡәттән,
мәшәҡәткә тулған нәзәкәттән
йән яҙыла
күңел яҙыла.

2. Күгем күкрәп күкрәк иҙә,
Йән тетрәй...
Ут тамырлана күктә.
Уттан тыуа һутлы һулыш...
Йәм килтерә,
йәшенле ямғыр көтһәң.

3. Йәшен «йәшеренгән» шиғырҙы
һорамай
Шиғыр үҙе лә
Йәшенһеҙ тора алмай.

* * *
Шиғриәт – тол ҡатын.
И. Скала.

1. Ямғыр уҙғас,
боҫрап үлән ҡалҡа –
йылы йәйгә ҡалҡан.

Яуҙар уҙғас
Тол ҡатындар арта –
илдең йөгөн тартҡан.

2. /Бәд/бәхетле тол ҡатындар
бөгөн ҡайҙа,
«кем заты»нда
баҫҡанһығыҙ ҡайһы
юл сатында?..
«Иҫбат» менән «Инҡар» уйыны

«Бар» үә «Юҡ» – «Иғдам», –
тыуа торғанда илһам.
«Юҡ» үә «бар» – «Ибраз», –
тыуып торғанда образ.

* * *
Егелеүем тәртәгә – мәртәбә.
Бикләнеүем кәртәгә – мәрхәбә.
Үәт! Әкәмәт!
Бәлә башым – мәрхәмәт.

* * *
Ситлектәге һиллек –
Кинәйә эсергән инәйһеҙлек.
Киңлектәге һиллек киңәйһә,
арта һәм...
арыта билдәһеҙлек.

* * *
Йәшәүемдәге күрелгәнем
йәнгә бирә дауаны.
Үлем – киләсәгем түгел,
күрәсәгем түгел,
күрелгәндәремдең дауамы.

* * *
Сик ҡуйылһа һағышыма,
бер рәхмәтем
мең рәхәткә зарурат.
Сик һалынды шатлығыма,
бер рәхәткә
мең рәхмәтем зарыға.

* * *
Туп-йомғаҡҡа әүерелгән
Йырлы, йор йылан саҡты:
иҫләнем иҫән саҡты,
хөсөтһөҙ иҫәр саҡтың.
Бер үлеп бер терелеүем
Сатһыҙ яҙмышҡа сатҡы.

Һуңғы ауаз

ҡолаҡты ярҙы
мылтыҡ тауышы.

Урманды ярҙы
Яралы мышы тауышы.

Донъяны ярҙы,
мышынан ҡасып,
ярҙам һораған кеше тауышы.

Әҡсән ХӘЛИЛОВ (Кинйә).
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

* * *
Яҙ тирбәлә ерҙең бишегендә
Иркәләнеп ҡояш наҙынан.
Әсә тәбиғәттең күкрәгендә
Миҙгел тыуған ергә яңынан.

Илаһи нур элеп тамсы тама
ҡояш һипкән йылы ҡараштан.
Сабый ише яҙҙың саф һулышы
Тереклекте наҙға уратҡан.

Шатлыҡ сиртә күңел тәҙрәләрен,
Яҙ йөҙөнән сафлыҡ бөркөлә.
Таҙа биләүҙәргә биләнеп,
Яңы һулыш өрөп яҙ килә.

* * *
ҡар әрселә ҡояш ҡарашынан,
Туң боҙҙарҙан тама күҙ йәше.
Ауыҙ итеп күңел һутҡа тулған
Яҙ айының наҙлы тәлгәшен.

Йәшәү тиртә ҡояш һөйөүенән
Тереклеккә яңы йән өрөп.
Күҙен ыуып баш ҡалҡыта миҙгел,
Йылы ҡараштарға төрөнөп.

Тылсым менән баҡҡан нур осонан
Ергә йәнле орлоҡ һибелә.
Наҙҙан шытып тере бөрөләрҙән,
Һөйөү яралдырып яҙ килә.

* * *
Бала еҫе килә был яҙҙарҙан,
Баш әйләнә сафлыҡ еленән.
Күңел тажы наҙҙан асылғанда,
Ләйсән ямғыр булып түгеләм.

Сабый ҡараштары аша бағам,
Тәүгә күргән төҫлө донъяны.
Һәр асыштан хасил көй тулҡыны
Яҙ бишеген наҙға ураны.

Сағыу биҙәктәрҙең серен сисеп,
Наҙын тәмләп татлы миҙгелдең.
Нурға солғап кескәй күк көмбәҙен,
Наҙ шәлкеме булып һибелдем.
Земфира ӘБҮШАҺМАНОВА.
Төмән өлкәһе.


Яҙмышыңа яҙғаны…

ҡарурмандар араһында,
ҡоттар осоп, ай, ҡалған бар.
Дауылдарҙа ҡауырһындай
ҡарағайҙар сайҡалғанда.

Алдымда уҡ шартлап һынып,
Дәү ҡарағай ауғаны бар.
ҡайһыныһын тамырынан
Дауыл йолҡоп һалғаны бар.

Бына тигән ҡарағайҙар
Башын ергә һалғанында,
ҡарт, ҡыу-серек ҡарағайҙың
ҡымшанмай ҙа ҡалғаны бар.

Дауылдарҙа, шул саҡтарҙа,
ҡапыл уйлап алғаным бар.
Баҡһаң, хатта ағастың да
Яҙмышына яҙғаны бар…

ҡайҙа ла тормош ҡайнай

Берәү
Аҡса
Даулап йөрөй
Биржала.
Берәү
Арҡан
Һөйрәп йөрөй
Баржала.
Ә беҙ…
ҡаҙы ашап,
ҡунаҡ булып,
Ултырабыҙ
Бажала.
Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
Бөрйән районы,
Килдеғол ауылы.

Төштәремә инде өнһөҙ башҡорт

Төштәремә инде өнһөҙ башҡорт.
ҡыл-ҡумыҙҙа уйнай ине зарын.
Өндәремдә йөрөй телһеҙ
башҡорт,
Һыра менән йыуып аһ-зарын.

Төштәремә инде, телен ҡырҡып,
Һөргөнгә ҡыуылған башҡортом.
Тыңлай инем өнһөҙ йырлағанын,
Һағынғанда Урал – баш йортон.

Өндәремдә күрәм – ғәмһеҙ
башҡорт
Иртә таңдан урам ҡыҙыра.
Шешә тауышына сәпәкәйләп,
Урыҫ “әпипәһе”н һыҙҙыра.

Төштәремдә тыныс йоҡлай
башҡорт,
Һүнмәгән, тип, рухы иленең.
Өндәремдә – “амин” һүҙен
белмәй,
Ваҡлаһа ла үҙе иллеһен.

Күпме булыр шулай өндән ҡасыу?
Төшөм менән өнөм бутала.
ҡайһы яҡта хәҙер беҙҙең ҡибла:
Беҙ торабыҙ ике арала.
Сал далала (өн – төш сиге шартлы)
“Урал” йырын һуҙа башҡортом.
Салауаттар васыяты – моңда
Һаҡлап алып ҡалыр ил ҡотон.
* * *
Манарала бейей аҡ фәрештә:
Йыйылғандар никах туйына.
Намаҙлыҡҡа баҫҡан
һылыуҡайҙың
Иңбашына килеп һыйына.

Манарала бейей аҡ фәрештә:
Изге йәндәр бөгөн һүҙ ала –
Мәғриб менән мәшриҡ
осрашҡанда,
Яңы ғүмер – бала ярала.

Кеше һәм йондоҙ

Үҙем үгәй иткән һыуыҡ ергә
Сараһыҙҙан йөҙҙө йәшерәм.
Ә йондоҙҙар һаман көлә кеүек:
“ҡаса алмаҫһың беҙҙән һин,
әҙәм!”

Яратмайҙар хәҙер йондоҙҙарҙы –
Көсөм етмәҫ күккә бағырға.
Эй, һин, йондоҙ! Хоҡуҡ алдың
кемдән
Минең намыҫ булып янырға?!!

Динә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Ишембай ҡалаһы.

* * *
Бөркөт – бөйөк!
Әйтәһе лә түгел,
Ул бит аҫыл күк ҡошо.
(Аҫылмы һуң уның булмышы?)

Турғай – турғай инде,
Ни әйтәһең,
Ул бит ябай ғына ер ҡошо.
(Тик ябаймы уның булмышы?)

* * *
Онотормон
Күҙҙәреңде,
Һүҙҙәреңде,
Уйҙарыңды,
Йырҙарыңды…

Һин дә мине онот!..

Йәшәп ҡара,
Йөрәгеңде
Устарыңа йомоп,
Хистәреңде
Күңелеңдә ҡойоп,
Минһеҙлекте
Булмышыңда тойоп,
Йәшнәп ҡара!

Гөлшат СӨЛӘЙМӘНОВА.
Ғафури районы,
ҡауарҙы ауылы.

* * *

Буталсыҡ баҙарҙың мөйөштәрендә
Йәнең теләгән нәмә бар.
Оло баҙар бар нәмәне һата,
Баҙар гөрләй – ғәҙәти көн –
ғауға.
Түгел кеүек хата,
Бар ғүмерең шул баҙарҙа үтә
хатта.

Йәшелсәләр һата берәү,
Кемдер кейем һата,
Кемдер ҡорал һата,
Берәү ғәйбәт һата,
Кемдер бөлә, кемдер өҫкә ҡалҡа.

Кеше тәнен һата, йәнен һата,
Хәрәм итен һата, унан ҡала
Кеше кеше һата, өлөшләтә хатта!
Ваҡыт аҡса – хаҡтар арта,
Һаман һата.
Кемдер ала, кемдер ота.
Кемдер бөлә, кемдер өҫкә ҡалҡа.

Башын һата кеше,
Ерен һата, рухын һата…
Нәфсең башы ҡалҡа,
Булһын ғына аҡсаң.
Аҡса, аҡса! Түгелеп ята.
Сереп байый берәү. Берәү үлә
астан…
…Теләгән нәмәңде ал!
Тик… Йөрәк йылыһын ғына
Һатып алырмын тимә,
Булһа ла Ер алырҙай аҡсаң.

Розалия ЗАРИПОВА.
Бөрйән районы,
Брәтәк ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)