НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»

«Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»


«Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
Дүрт таған

Дүрт тағаным ҡапыл ғына
Төрлө яҡҡа таралды.
Үпкә һүҙҙәр шырау кеүек,
Йөрәгемә ҡаҙалды.
Анһат ҡына түгел икән,
Тағанда таяу булыу.
Таралышып юғалмаҫҡа
Кәрәк шул уяу булыу.
Тағандарым таралыуын
Туҡтатырға юҡ сара!
Көсһөҙлөктән, ғәрлегемдән
Йөрәгем һулып бара.
Беҙ түгелдер был, Илаһым,
Беҙ төптө бүтән инек!
Ауырын да, еңелен дә
Бергәләп үтә инек.
Таяныр ғына тағаным
Шығырлап ситкә тая.
Күҙ терәгән туғаным
Вайымһыҙ ситтә ҡала.
Үкенес булып ҡуймаһын
Күңелдәрҙең тарлығы.
Юҡҡа сыҡҡас, иҫкә төшөр
Таяуҙарҙың барлығы.
Яйлап ҡына дүрт таяуҙан
Яңғыҙым таған ҡорам.
Эй, бәхетле булыр инем,
Тағанды ныҡлы ҡорһам.

Тамсы йыры

Көлә-көлә ҡояш бейей,
Тамсыларға нуры түгелә.
Шаян ҡыҙҙар-тамсыларҙың
Бөҙрәләре елгә һибелә.
Иҫем китеп тыңлап торҙом
Тамсыларҙың моңло яҙ йырын.
Ҡояш йөҙлө тамсы йыры
Яңғыраһын ине яҙ һайын!

Йәйғорло бала сағым

Һағыш ҡосоп юлға сығам
Бала сағым эҙенән.
Аҡ юл теләп юл буйында,
Йәш ҡайындар теҙелгән.
Барам әле арығансы,
Эҙләп бала сағымды.
Йүгерә-йүгерә еләк йыйған
Үкер тигән яланды.
Ике бөртөк урамынан
Ауылымды урайым.
Ялан аяҡ ҡына кисеп
Бөрйән һыуын буйлайым.
Әпилкә тауы башында
Көтөү ҡаршылай инек.
Көҙ еткәс, киндерҙәрҙең
“Ашлығын” һуға инек.
Ат башында эре генә
Күбә тарттыра инек.
Бараҡалдың яр башында
Бәрҙе ҡаптыра инек.
Дуҫ ҡыҙым менән икәүләп
Ат урлаған беҙ инек.
Тауыҡтарҙың да тереләй
Йөнөн йолҡҡан беҙ инек.
Йәшерен генә күҙәтәм
Ләйсәндең бала сағын.
Ни ҡылыр әле был бала?
Ниндәй эш боҙор тағы?
Йәйғорло йәй кеүек үтте
Атайлы бала сағым.
Ерәнсәйле һәм Аҡтүшле,
Бәхетле бала сағым.

Ауыр һүҙҙәр

Өмөт менән күҙем асам,
Баламды һөйөп ҡосам.
Яҙ һулышын асыҡ тоям,
Шул моңдан бәхет ҡоям.
Тик ана шул халәтемә
Бысраҡ уйҙар яғыла.
Күңелемде төшөрөрҙәй
Һүҙ әйтеүсе табыла.
Ҡояш йылыһын һүрелтә
Сәнскеле ауыр һүҙҙәр.
Өндәшмәй бөгөн ҡалһам да,
Йөрәгем күпме түҙер?
Эсем боша, эсем боша,
Йөрәгем яна ҡуша.
Өндәшмәй генә йөрөүем
Булмаҫмы икән бушҡа?

Һөйөүем яза түгел

Янмайым да, һүнмәйем дә,
Бер кемде лә көтмәйем.
Һағыштан да сәсәмәйем,
Ялҡында ла көймәйем.
Буп-буш булып ҡалды донъям,
Топ-тоноҡ хәҙер хистәр.
Ҡәҙимгесә таң ата ла,
Бер көйө етә кистәр.
Сағыу түгел хәҙер тормош,
Хыялдар юҡҡа сыҡты.
Һағыш менән иҫкә алам
Хыялый парлы саҡты.
Ни ғәжәптер, ҡыйын түгел
Берәүҙе лә һөймәүем.
Үҙемә лә оҡшай хәҙер
Ялҡындарҙа көймәүем.
Мөхәббәтһеҙ түгелмен ул,
Үҙ йәрем бар тик бары.
Мәңге-мәңге һөйә торған,
Үҙемдең хәләл парым.
Гүр һалҡыны кәртә түгел,
Ҡуҙланып яна күңел.
Бер үҙем генә һөйһәм дә,
Һөйөүем яза түгел.

Үҙемдең генә донъям

Үҙем менән генә булған
Саҡтарымды яратам.
Хәлдәремде елгә һөйләп,
Һағышымды таратам.
Күҙ йәштәрем иркен аға
Үҙем генә күргәндә.
Серҙәрем сергә оҡшай
Үҙем генә белгәндә.
Шундай матур, шундай йылы
Уйлап сығарған донъям.
Икһеҙ-сикһеҙ йәйелгән
Уйҙы туғарған даръям.
Уйҙарымды Аҡбуҙ итеп,
Йыһандарҙы гиҙәмен.
Хыялдарым диңгеҙендә
Аҡ балыҡтай йөҙәмен.
Үҙем генә бәхетлемен
Әкиәти илемдә.
Әллә кемдәр инә алмаҫ–
Асҡыстары үҙемдә.

Яҙғы шаярыу

Көтә-көтә көтөк булғас,
Ниһайәт, яҙ етте.
Ҡаланыҡылар шампур тейәп,
Шешлек ҡыҙҙыра китте.
Минең хәлдәр башҡасараҡ,
Шешлек хыялда ғына.
Эштәремде барлай-барлай
Ятам ауылда ғына.
Мунса яғам, түтәл ҡаҙам,
Тиреҫте өйөп ҡуям.
Ларылдашҡан һарыҡтарға
Ашлы һыу илтеп ҡоям.
Ел тымып торған саҡта
Урамдарҙы һеперәм.
Көтөү ҡайтҡас, биҙрә тотоп,
Һыйыр һауа йүгерәм.
Бәрәсте имеҙәһе бар,
Быҙауҙы айыраһы.
Тауға ҡарай ҡасып барған
Һарыҡты ҡайыраһы.
Этем, бахыр, асыҡҡан,
Тауыҡтар ҙа ем һорай.
Барыһының тауышынан
Геү килеп тора һарай.
Ни арала төн етте,
Ниһайәт, эшем бөттө.
Балаларым берәм-берәм
Әүәй булышып бөттө.
Еңел һулап инеп киттем
Виртуаль киңлектәргә.
Барлап сыҡтым дуҫтарымды
Уй етмәҫ тиҙлектәрҙә.
Тик оҙаҡҡа етмәй түҙем,
Үҙе йомола күҙем.
Эштән ҡурҡып тормаһам да,
Йоҡосо икән үҙем.

* * *
Ынтылғайным юғарыға,
Мәтәлләнем... Ҡапыл ҡоланым.
Ә төпһөҙ бушлыҡ шаһит ҡылды
Йөрәгемдең һыҡтап тулауын.
Өнһөҙ ҡалған йөрәк йырымды
Япа-яңғыҙ бөгөн тыңланым.
Үтә сәйер был яңғыҙлыҡтан
Берсә көлдөм, берсә иланым.
Инде бөттө. Бөгөн – яңы көн.
Яңы уйҙар, яңы хыялдар.
Үҙгенәйемде йәлләй-йәлләй
Илауымдан ниндәй файҙа бар?

Ләйсән ШӘРИПОВА.
Баймаҡ районы.

Сығыу ваҡыты 11-06-2018, 05:30 | Ҡаранылар: 144

12 июня 2018 18:46 | Brusancop | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

Люди кто хочет играть в современные игры на высоких настройках с динамичными теняими даже на самых слабых ПК или ноутах. Без лагов и фризов (Но нужен более менее нормальный интернет). Читайте статья по настройке компа здесь. Видео по установке и настройке смотрите тут. Играю уже пол года на ведре 2005 г. Буду рад кому помог разорить буржуев игровой индустрии!!!
|
  • Күңел әрнеше
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Күңелемдә күҙ-йәш түгел, Саф һөйөү ысыҡтары.
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Эй беҙ инек, беҙ инек
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM