НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.09.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.09.2017)


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.09.2017)
Ҡартлыҡ нимәлә?
Һөйәркәләр өндәшмәүҙә,
Ҡатының көнләшмәүҙә.
(“Ҡартлыҡ нимәлә?..”).

* * *
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Ҡаһарманлыҡ ҡайҙа ла ҡаһарманлыҡ, ҡәбәхәт ҡайҙа ла ҡәбәхәт. Һәр кемдең дә күҙ йәше тоҙло, һәр ерҙә лә хыянат шаңғытҡыс, һәр ерҙә лә һөйөү ҡанатландырғыс.
(“Ваҡыт айырмаһы”).

* * *
Ҡоймаҡ ашаһаң, аҫтан аша, ит ашаһаң, өҫтән аша.
(“Көндәлектәр”. 5-8.07.1979).

* * *
Ҡоро йылда ямғырлы ел
булһамсы,
Яуынлы йыл ҡояшлы ел булһамсы.

* * *
Ҡояш көндән юғары,
Аллаһ диндән юғары.

* * *
Ҡояш ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡояшты ай ҡай саҡ ҡаплай.
(“Түп-түңәрәк тормошомдоң...”).

* * *
Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн,
Күңел – нурға тулыр өсөн,
Күҙ – маҡсаттан яҙмаҫ өсөн,
Әҙәп – әҙәм аҙмаҫ өсөн.
(“Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн...”).

* * *
Ҡулында бар – һайлаусыларҙы
майлай,
Һайлаусылар майлаусыларҙы
һайлай.
(“Һайлауҙар”).

* * *
Ҡурҡмайым еңеүеңдән:
Көс – һиндә, хаҡлыҡ – миндә.

* * *
Ҡурсалармы телде, илде
Телгә бөткән тел биҫтәһе?
Илдең, телдең таянысы
Тел оҫтаһы – ил остазы.
(“Ҡурсалармы телде, илде...”).

* * *
Ҡуштан – йылмайыусы дошман,
Ҡуштан – аҫтыртын дошман.
(“Иблис уға шулай ҡушҡан...”).

* * *
Ҡыҙын урлап алып була,
Ҡанын һурып алып була,
Урлап булмай ил батырын,
Урлап булмай ил данын.
(“Замана ҡобайыры”).

* * *
Ҡылмаһаң да тауҙай гонаһтарҙы,
Ҡай саҡ етә кескәй генә хата
Яҙмыш ярылыр, йорт ҡыйратыр өсөн.
(“Төньяҡ океан боҙҙары кәрәкмәй...”).

Сығыу ваҡыты 11-09-2017, 13:37 | Ҡаранылар: 92
|
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.07.2017)
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (26.05.2017)
  • Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
  • РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM