RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)

03.04.2017 РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (31.03.2017)
Аяуһыҙ тормош бәндәнең
Теләген тормай һорап.
Тәүҙә иларға өйрәтә,
Көлөргә – аҙағыраҡ.
(“Тыуғас та тауыш сығарып...”).

* * *
Байҙан ҡалған һауыттарҙы
ялай-ялай,
Кинәнә бит, ҡыуана бит, эй, ялағай.

* * *
Байлығыңды һин һаҡларһың,
Ғилемең үҙеңде һаҡлар.

* * *
Бал ҡорто эшләгән мөғжизәне – сәскәләрҙән шифалы бал йыйыу­ҙың тылсымын барлыҡ кешелек йыйылып эшләй алмай.
(“Көндәлектәр”. 1.04.2000).

* * *
Бала – донъяның байлығы,
Йәшәүҙең нур-төҫтәре.
Йәннәттең хуш еҫен бөркә
Баланың хуш еҫтәре.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Бар байлығы – ауыҙына,
Бар яуызлыҡ – ауыҙынан.

* * *
Бар ғүмерем ҡуныр урын тапмай
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны.
(“Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны”).

* * *
Бары тик намыҫ һәр саҡ намыҫ булып ҡала, тоғролоҡ тоғролоҡ булып, ирлек ирлек булып ҡала. Аҫыл йәшәйештең асылы ошо мәңгелек хазиналарҙа.

* * *
Барыбыҙ ҙа закон ҡоло булһаҡ,
Беҙ иң азат халыҡ булыр инек!

* * *
Барыбыҙ ҙа яҡшылыҡтар менән
Ил һөйләрлек дандар ҡалдырһын.
Уң фәрештә яҙһын баш күтәрмәй,
Һул фәрештә эшһеҙ ҡаңғырһын.
(“Һәр яурында – берәр
фәрештә...”).

* * *
Барыһы менән дә ҡәнәғәт булып йәшәү һәләкәткә килтереү ҡурҡынысын тыуҙыра.
(“Өмөттәр һәм хафалар”).

* * *
Барыһы тигеҙләнә – зыяратта,
Барыһы ла бер хоҡуҡта ята:
Йыуаш та юҡ бында, уҫал да юҡ,
Астар ҙа туҡ, иҫеректәр – айныҡ.
Үлтергән дә, үлтерелгән дә – тигеҙ,
Бер кимәлдә гений менән алйот.
(“Кешеләрҙе ергә тыға-тыға...”).

* * *
Барыһы ла бер тамырҙан:
Ялған, ялағай, яла.
Арттан хәнйәрен сәнсә лә,
Илап битеңде ялай.
(“Барыһы ла бер тамырҙан...”).

* * *
Барыһы ла сағыштырыуҙа беленә. Мәҫәлән, тау – дөйөм атама. Бейек тау, тәпәш тау – былары айырым тауҙарҙы нарыҡлау. Тәпәше булмаһа, бейегенең бейеклеге беленмәҫ ине. Тормошта ла шулай.
(“Көндәлектәр”. 23.06.2011).

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.

* * *
Барыһын да һөйөү йәшәртә,
Барыһын да һөйөү һарғайта.
(“Шау сәскәлә ине әле донъя...”).
* * *
Баҫыу барҙа – йәшәү мәңгелек.
(“Хазина”).
* * *
Батшалар телен киҫкәндә лә
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!
(“Халҡыма хат”).
* * *
Батшаларҙы ла дәүерҙәр убалар.
Күбеһенән ҡалмай хатта убалар.
* * *
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.
(“Мортазиндың һуңғы һүрәте”).
* * *
Батырлыҡты тыймай һис бер ырым,
Яҡшылыҡты тыймай бер миҙгел.
Намыҫың ҡушҡанына бул тоғро,
Күңелең әйткәненә бул һиҙгер!
(“Гәзит-эфирҙарҙан ябырылып...”).
* * *
Башҡа кеше минән аҡыллыраҡ, башҡа кеше минән белемлерәк тип уйла. (“Көндәлектәр”. 25.04.2005).
* * *
Башҡа халыҡ батыры менән
Батырлы булып булмай.
(“Замана ҡобайыры”).
* * *
Башҡаларҙың йөҙөн хурлап,
Таңы атмаҫ халыҡтың.
Башҡаларҙың данын урлап,
Даны артмаҫ халыҡтың.
(“Замана ҡобайыры”).
* * *
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Башҡорт ҡобайырҙарындағы шиғри алымдарҙың, троптарҙың, әҫәрҙән әҫәргә күсеп йөрөгән ҡайһы бер клишеларҙың урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ далалары киңлектәрендә, Алтын Урҙа мөхитендә йәшәгән традициялар менән уртаҡ тамырҙары бар. Башҡа тарафтарҙа был традициялар күптән тарихҡа әйләнһә лә, башҡорт ерлегендә ул ҡобайыр жанры булып күкрәп йәшәүен дауам иткән, һәм беҙҙең көндәрҙә лә шиғриәт майҙанынан киткәне юҡ.
* * *
Башҡорт ҡулы ҡысытҡандан ҡылысҡа тотонмаған, илен һаҡлап ҡорал алған. (“Ҡанатлы Бабич”).
* * *
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары
Донъя сәхнәләре сайҡала.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Башҡорт өйө, башҡорт көйө,
Булһаңсы гел көйлө көйө.
* * *
Башҡортостан!
Ерен-иркен һаҡлап,
Күпме ғәййәр башҡорт башы осҡан.
Килмешәктәр – түрҙән,
Аҫабалар – остан.
Үрҙә – ҡуштан, кәштән,
Үҙеңдеке – тышта.
(“Хазина”).
* * *
Башҡортостан!
Тамсы нурыңа ғына
Тиңләй алһам ине йырымды,
Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине
Башҡаларға йөрәк йылымды.
(“Тыуған ерем! Ҡуйыныңдан бәрелә...”).
* * *
Башҡортостан һаман балҡыр –
Беҙҙең менән Урал батыр!
(“Хазина”).
* * *
Башлы балыҡ арзаныраҡ һатыла,
Ҡыйбатыраҡ хаҡы башлы әҙәмдең.
(“Кеше һатыу булған, бар һәм буласаҡ...”).
* * *
Башһыҙ башлыҡтарға кәңәш биреп,
Башы осҡан күпме зирәктең.
(“Хакимдарға аҡыл өйрәтеүҙең...”).
* * *
Башы икәү түгел
Хатта башбаштаҡтың.
* * *
Башыңды эшләт, баш ват тип,
Уны гел аптыраталар.
Юҡ башты нисек эшләтһен?
Юҡ башты нисек ваталар?
(“Башыңды эшләт, баш ват тип...”).
* * *
Беҙ бөткәндән бөтмәҫ донъя.
(“Көсөм бар ҙа – тауың бөттө...”).
* * *
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ!
* * *
Беҙ кемдәрҙеңдер алдында баш эйеп, бил бөгөп йәшәргә өйрәнмәгәнбеҙ. Бил бөкһәк, хеҙмәткә бил бөктөк, баш эйһәк, тыуған еребеҙгә, бураҙнаға, шифалы шишмәләребеҙгә, ололарыбыҙға һәм һөйөүебеҙгә баш эйҙек.
* * *
Белем алға ла әйҙәй,
Белем ҡулды ла бәйләй.
* * *
Белемдәр бар ҙа ул –
Белек юҡ.
Иркен дә ул донъя –
Ирек юҡ.
(“Хазина”).
* * *
Белмәйҙәр, һөйөклөң менән
Көйөклө көн дә татлы.
(“Күҙемде бәйләне һөйөү...”)
* * *
Белә-белгәндәрҙән ҡабатланыр,
Ни ҡылһа ла ҡылыҡ һаҡланыр:
Тапланыр ҙа бәндә аҡланыр,
Эреләнгән булып ваҡланыр.
(“Белә-белгәндәрҙән ҡабатланыр...”).
* * *
Бер аҙнаның ете көнөнән дә
Ҡыҫҡа үкенесле был ғүмер.
(“Ете ҡыҙ”).
* * *
Бер ауылды ҡасҡын итеп була,
Ҡасҡын итеп булмай халыҡты!
(“Каруанһарай”).
* * *
Бер-беребеҙҙән байыраҡ булмаһаҡ та,
Бер-беребеҙгә байраҡ булһаҡ ине.
Зиһинебеҙҙе сарлар-үткерләрлек
Бер-беребеҙгә ҡайраҡ булһаҡ ине.
(“Бер-беребеҙҙән байыраҡ булмаһаҡ та...”).
* * *
Бер булмаһа ырыуҙар,
Баҫыр яуыз сирыуҙар,
Барыр юлың быуырҙар,
Елегеңде һурырҙар.
(“Ырыуҙарым – күҙ нурҙарым!”).
* * *
Бер быуындың ҡылған хаталары
Һеңгәҙәтер ете быуынды.
(“Ете быуыным”).
* * *
Бер ерҙә ҡош һайрай, бер ерҙә ҡыуаҡ ҡыштырҙай, бер ерҙә йылға шаулай, бер ерҙә һыйыр баҡыра, ат кешнәй, ҡарға ҡарҡылдай, ҡарт ҡарғана, ҡарсыҡ һуҡрана, ҡыҙ көлә, бала илай, бүре олой, ел һыҙғыра, күк күкрәй, диңгеҙ шаулай, янар тауҙар атыла, ямғыр тыпылдай һ.б., һ.б. Беҙгә генә былар барыһы ла тырым-тырағай һымаҡ. Тик Алла ғына, юғары илаһи аң ғына быларҙың берлеген, гармонияһын, бер-береһе менән тәбиғи үрелгәнлеген, бер уртаҡ моң хасил итеп, бергә ҡушылғанлығын аңлай ала, шул матурлыҡты тоя һәм баһалай ала. (“Көндәлектәр”. 3.03.1997).
* * *
Бер ҡайырылһа, яҙмыштарҙы, дуҫтар,
Бороуҙары ҡыйын уңайға.
(“Никах балдағы”).
* * *
Бер ҡул менән мин яҡшылыҡ эшләп,
Икенсеһе менән яманлыҡ
Ҡылыр булһам, икеһе лә ҡороһон!
Көн күрергә улай самам юҡ.
(“Һығыла-бөгөлә шаулай таң елендә...”).
* * *
Бер ҡылыңда, ваҡыт, туй талпына,
Йыназа көйөн уйнай бер ҡылың.
Бер ҡулыңда сабый тирбәтәһең,
Табутҡа сөй ҡаға бер ҡулың.
(“Бер ҡылыңда, ваҡыт, туй талпына...”).
* * *
Бер уйлаһаң, бөтә ғүмер –
Боҙ өҫтөндәге усаҡ.
(“Кисә төндә Ағиҙелдең...”).
* * *
Бер уйлаһаң, кешелек – сал аҡһаҡал,
Бер уйлаһаң, ярһыу йәш егет:
Бер ҡулында уның йәшел япраҡ,
Бер ҡулында – атом йәшене.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Бер үлгән ерҙе терелтеп була, ә бына бер үлгән телде һис ҡасан да, һис бер мөғжизә менән дә терелтеү мөмкин түгел. (“Арғаяш бөрөләре”).
* * *
Бер юлы ике динде тотоп булмай. (“Көндәлектәр”. 30.12.2005).
* * *
Береһе өҫтә, береһе аҫта шаулаған япраҡтар ергә төшкәс барыһы ла бер тигеҙ. (“Көндәлектәр”. 1.10.1987).
* * *
Берәй вағыраҡ хәлде етди баһалап еткермәү бик ҙур бәләләр тыуҙырырға мөмкин. (“Көндәлектәр”. 19.04.2012).
* * *
Берәү ил тип уттар йота,
Уҡъян тота, ҡалъян тота.
Берәү илдең елеген имә,
Ҡаҙы-ял йота, ҡалъя йота.
(“Берәү ил тип уттар йота...”).
* * *
Берәү ҡойона ҡышын мәке уйып,
Берәү өшөй йәйен тун кейеп.
Берәү саба көн дә байрам тиеп,
Берәү зарыға һуҡыр тин тиеп.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Берәү – уғры,
Берәү – тоғро.
Тоғро – фәҡир,
Уғры байый,
Ҡороғоро!
(“Берәү – уғры...”).
* * *
Берәү шаңғый тормош һабағынан,
Берәү баш күтәрмәй табағынан.
* * *
Берәү янып ҡара тирен түгә,
Күләгәлә берәү көйрәтә.
Эшләй белгән баш күтәрмәй эшләй,
Эшләй белмәгәндәр өйрәтә.
(“Таянырға кешем ҡалмағанда...”).
* * *
Берәүгә – ғалимлыҡ,
Берәүгә – залимлыҡ.
Берәү хәҙис ярата,
Берәү хәсис тарата.
(“Берәүгә – ғалимлыҡ...”).
* * *
Берәүҙе берәү алмаштыра алмай. Юлдар ҡабатланмай. Тик иҫтәлектәр яңынан әйләнеп ҡайтып, күңелде йылыта. Һағынып хәтерләр кешеләрең, улар менән үткән юлдарың булмаһа, донъя йәме ниндәй кәмер ине... (“Аяҡтары юлда, күңеле йырҙа булды”).
* * *
Берәүҙәр – ил инәһе,
Берәүҙәр – мир бисәһе.
* * *
Берәүҙәр – ҡурсалар,
Берәүҙәр – ҡурҡалар.
* * *
Берәүҙәр – типтерә,
Берәүҙе киптерә.
* * *
Берәүҙәр – шәһит,
Берәүҙәр – шаһит.
* * *
Берәүҙәргә иң изгеһе – ғибәҙәттер,
Икенсегә ғәйбәт сәйнәү төп ғәҙәттер.
* * *
Бигерәк сәйер әҙәм балаһы –
Тота һалып барыһын алаһы!
* * *
Биҙҙермәһен кеше кешеләрҙе,
Ташламаһын уны йән дуҫы.
Йән дуҫы ла хатта ташлағанда,
Ташламаһын уны намыҫы.
(“Биҙмәһендәр минән хыялдарым...”).
* * *
Бикле ишектәрҙе астырҙы,
Йылмаймағандарҙы йылмайтты
Башҡорт балы.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Бирелмәгәс моңло тауыш,
Төҫө менән арбай тауис.
* * *
Бихисап – аймылышҡаны,
Бик һирәк – ҡауышҡаны...
* * *
Болалар яңғыраған донъяла,
Йолалар яңырған донъяла,
Догмалар ҡыйралған, ватылған,
Доғалар сүплеккә атылған,
Гөл кеүек донъялар ҡырылһа,
Терелгән сәңгелдәк йырынан.
(“Сәңгелдәк йыры”).
* * *
Болот нисек кенә бейек булһа ла, ҡояштан бейек була алмай. (“Көндәлектәр”. 1.07.1978).
* * *
Бомба ята ер шарында.
Сос бул, кеше!
(“Ҡояш сыҡты. Үҙ ҡабығын...”).
* * *
Боронғоларҙы хәтеребеҙҙән юйһаҡ, уларҙың хәтерҙәре ҡалыр, үҙебеҙ ҙә иҫһеҙ-аңһыҙға әйләнербеҙ. (“Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр”).
* * *
Боҫмаҡсы булһаң ышыҡҡа,
Убылырһың бушлыҡҡа.
(“Юлдың тигеҙе яҡшы...”).
* * *
Бөгөн эшләр эште бөгөн эшләп,
Шатлыҡтарҙы тигеҙ бүләйек.
Иртәгә һуң булыр. Бөгөнгөнөң
Ҡәҙерен бөгөн беләйек.
(“Уҙған көндәр уйға батырғанда...”).
* * *
Бөгөнгө тәбиғәттә –
артыҡ йылыныу ҡурҡынысы.
Бөгөнгө йәмғиәттә –
артыҡ һыуыныу ҡурҡынысы.
(“Бөгөнгө тәбиғәттә...”).
* * *
Бөйөк булғас, ниңә уның һәйкәле юҡ? (“Көндәлектәр”. 23.02.1987).
* * *
Бөйөктәрҙе бөйөк тинем,
Ваҡлыҡты ҙурламаным.
Тейешһеҙгә маҡтаһам да,
Нахаҡҡа хурламаным.
(“Бөйөктәрҙе бөйөк тинем...”).
* * *
Бөтһә лә бары алданып,
Алдап булмай Алланы.
(“Ялған ярһый. Бөтә донъя...”).
* * *
Бөтһә әҙәп,
Оса һәҙәп.
Оҙаҡ һыҙлай
Йән һеңгәҙәп.
(“Бөтһә әҙәп...”).
* * *
Булмаһаҡ илгә көйөк,
Халҡыбыҙ булыр бөйөк.
* * *
Бураҙнала – башы тормоштоң.
(“Бураҙна”).
* * *
Бураҙнала – илдең бураһы.
(“Бураҙна”).
* * *
Буҫағала буҫлыҡҡан да,
Екеренгән дә түрҙә –
Барыһы ла тиң хоҡуҡлы,
Тип-тигеҙ –
Ҡара гүрҙә.
(“Тупһала берәү тилмерә...”).
* * *
Бутала бит был донъялар,
Килә инде аҫты-өҫкә.
Йәнен бирер йән дуҫтарым
Ни арала әйләнә һуң
Йәнемде алыр йән дуҫҡа?..
(“Бутала бит был донъялар...”).
* * *
Буш кешегә инеп тула
Түбәнлектәр, ваҡлыҡтар.
(“Борон-борондан әйтәбеҙ...”).
* * *
Буш сәңгелдәк бәүетеүҙән
Һаҡла мине, яҙмыш.
(“Улым ҡысҡырып уянды...”).
* * *
Бүлешкәнең матур бүләк булһын,
Телең әйткән изге теләк булһын.
* * *
Бүләк итеп була ҡарар сәғәтте,
Бүләк итеп булмай йәшәр сәғәтте.
(“Сәғәттәр”).
* * *
Был ғүмерҙең ике килмәүҙәрен
Диуаналар ғына беләлер.
(“Һыу шикелле аға был ғүмерҙәр...”).
* * *
Был донъяға, был бинаға
Индек төрлө ишектәрҙән.
Тик сыҡҡанда сығып китә
Бер ишектән һәммә бәндә.
(“Был донъяға, был бинаға...”).
* * *
Был донъяла барыһы ҡотло түгел,
Ябырыла хата-бәләләре.
Бигерәк арта бәлә,
Урынһыҙға
Урын биләгәндә бәндәләре.
(“Әрәм булған...”).
* * *
Был донъяла бер ни ҡабатланмай.
(“Барыһы ла ҡабатлана, тиҙәр...”).
* * *
Был донъяла бер ни тигеҙ түгел.
* * *
Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Был донъялар тик бер төш кенә.
(“Июль башы. Сиңерткәләр йыры...”).
* * *
Был донъяның бөтә мәғәнәһе
Уның өсөн шулай булыуҙа:
Илгә үҙен фиҙа ҡылыу түгел,
Илдән үҙенә файҙа ҡылыуҙа.
(“Был донъяның бөтә мәғәнәһе...”).
* * *
Был тормошта тигеҙлек юҡ,
Тигеҙ түгел хатта ер өҫтө.
Тик өҫтөнән һыуҙың йөрөп булмай,
Тигеҙ түгел даръя төптәре.
(“Көндәлектәр”. 28.05.2005).
* * *
Был тормоштоң йәме, тәме итеп,
Биргән Аллаһ күпме бал ҡортон.
Шулар араһында тик беҙҙеке
Йыя балдың иң-иң шифалыһын,
Тәрбиәһе менән башҡорттоң.
(“Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа...”).
* * *
Был тормоштоң серле асылын
Һиҙгән һайын йөрәк түҙемлерәк.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Был халыҡтан тыуған бала
Ошо халыҡтыҡы була.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Был хатаны бәндә
Күпме ҡабатлай бит:
Эреләнгән булып,
Үҙ-үҙен ҡабатлай бит.
(“Был хатаны бәндә...”).
* * *
Быуалар залимдар,
Тонсоға ғалимдар.
* * *
Быуаттар буйына әҙәм балаларын ниндәй генә сәбәптәр юлға сығармаған... Берәүҙәр, үҙ табышын эҙләп, кейек һуҡмаҡтары буйлап тауҙан тауға артылған. Икенселәр, яңы көтөүлектәргә мохтажлыҡтан, йәйләүҙән йәйләүгә күскән. Күпме кешеләр башҡа илдәр менән яҡыныраҡ аралашып йәшәү өсөн сүл-даръялар аша каруан юлдары гиҙгән. Ҡомһоҙ юлбаҫарҙар башҡа халыҡтарҙы талар өсөн яман юлға сыҡҡан... (“Ниңә беҙҙе юлдар саҡыра?”).
* * *
Быуаттарҙы быуаттарға бәйләй
Бер минут.
Быуаттарҙы юҡ итергә мөмкин
Бер минут!
(“Заман! Бирсе пульсыңды...”).
* * *
Быуаттарҙы быуаттарға әйҙәй
Өфө ҡаяһында Салауат.
(“Көндәлектәр”. 23. 02.2014).
* * *
Быуаттарҙы яңынан ҡороп булмай.
(“Һыуһаным –һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Бәғзеләрҙән ерҙә аҡ нур ҡала,
Бәғзеләрҙән ҡала күләгә.
(“Берәү – иртә, берәү үтә һуңлап...”).
* * *
Бәндә үҙ күләгәһенә үҙе йәшенә алмай. (“Көндәлектәр”. 5.04.2003).
* * *
Бәндәләр хыянат итә,
Мәңге тоғро китаптар.
Ошо тоғро китаптарға
Кеше генә тоғролоғон
Ҡала алмай шул ул һаҡлап.
(“Бәндәләр хыянат итә...”).
* * *
Бәндәләрҙе хәмер быуа.
Шешә тотоп тыумаһа ла,
Кеше шешә тотоп үлә.
Араҡының ҡоло була.
(“Беҙҙе урыҫ йота, тигән...”).
* * *
Бәндәнән йәшенеп була,
Ҡояштан йәшенеп була,
Ямғырҙан йәшенеп була,
Йәшенеп булмай Аллаһтан.
(“Донъя миңә әйләнеп тә...”).
* * *
Бәхет мөхәббәтһеҙ булмай,
Тик мөхәббәт,
Тик мөхәббәт
Ниңә бәхетһеҙ була?..
(“Бәхетте эҙләп табалар...”).
* * *
Бәхет өсөн түләргә кәрәк. (“Көндәлектәр”. 1.06.1997).
* * *
Бәхет ялындырып килә тиеп,
Үҙ-үҙеңде ниңә йәлләргә?
Мин аңланым тормош асылының
Торғанын тик һирәк мәлдәрҙән.
(“Бәхет ялындырып килә тиеп...”).
* * *
Бәхетлемен, тиеп кәпәренмә,
Бәхетһеҙмен, тиеп ваз кисмә.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).
* * *
Бәхеттер тим тыуған тупраҡ менән
Бергә янып, бергә өшөүең;
Үҙ ереңдә шаулап япраҡ ярып,
Үҙ ереңә өҙөлөп төшөүең.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Бәхеттәр ташлай ҙа китә,
Ҡайғылар сат йәбешә.
(“Йәш саҡтарҙа бәхетеңде...”).
* * *
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”).
* * *
Ваҡытың артып ҡалһа ҡалһын, етмәй ҡалмаһын. (“Көндәлектәр”. 14.02.2000).
* * *
Ватаның бәхетһеҙ икән,
Бәхетле булып ҡара!
(“Каютаңда йәм нимәгә...”).
* * *
Гел бәхетле булған бәхетте аңламай. (“Көндәлектәр”. 3.06.1991).
* * *
Глобализация – ваҡ милләттәрҙе тиҙерәк йотоуға ҡоролған сәйәсәт. (“Көндәлектәр”. 29.01.2002).
* * *
Гонаһһыҙ кем ғүмер сиккән?
Тик нисәүһе тәүбә иткән?
* * *
Гөлт тоҡаныр туҙ булһаң да,
янмайса өтөп булмай.
Әллә ниндәй туз булһаң да,
яҙмышты отоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).
* * *
Ғаиләнән дә яҡшыраҡ ожмах юҡ, ғаиләнән дә яманыраҡ тамуҡ юҡ. (“Нимәгә ул Америка?”).
* * *
Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡлыҡ.
Ғаләм өсөн ҡайғылар юҡ,
Ғаләм өсөн ай юҡ, йыл юҡ,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡыт.
(“Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк...”).
* * *
Ғаләмдән серлерәк был әҙәм...
(“Үҙемдең йәшемде беләм дә...”).
* * *
Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да
Һинең шатлыҡ – минең шатлығым.
Һөйөүебеҙ китте, дуҫлыҡ килде,
Дуҫлыҡ – мөхәббәттең ҡартлығы.
(“Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да...”).
* * *
Ғашиҡ хәлен белмәҫ яратмаған,
Ғашиҡ хәлен аңлар ғашиҡтар.
(“Һөйөүҙәрем һине гонаһ булһа...”).
* * *
Ғилем – бикле хазиналыр.
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ғилем эҙләп, энә менән
Ҡоҙоҡ ҡаҙыуым хата әллә?
Аҙ белеүем бәлә ине,
Күберәк белеүем күберәк бәлә.
(“Ғилем эҙләп, энә менән...”).
* * *
Ғүмерҙәрҙе Аллаһ бирә,
Ғазраилдан алдырта.
(“Бәндәләрҙең йәшәүҙәрен...”).
* * *
Ғәҙел һүҙ әйткәндең
йә бал-май менән,
йә ялған менән
томаланды ауыҙы,
йә буш дан менән,
йә ришүәт менән
йә ситлек-рәшәткә менән
ҡапланды күҙе.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Ғәзиз әсәһенең күкрәге тип,
Имеҙлеккә сабый алдана.
(“Йылтыр уттар, бимазалы шауҙар...”).
* * *
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Ғәмһеҙ булыу – үлем шағирға.
(“Вокзал”).
* * *
Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?
Ғәмһеҙлек килтерә тәғәмһеҙлеккә.
Һөмһөҙ һөҙгәндә ойома ғәмһеҙ,
Яулап алына бар ғәҙеллектәр.
(“Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?...”).
* * *
Даулашып ҡына данлы булмаҫһың,
Шаулашып ҡына шанлы булмаҫһың.
* * *
Демократия!
Һинең исемең менән
Күпме һатлыҡ йәндәр һатыу итә,
Тоҙаҡ үрә ебәк-бәрхәттән.
(“Бәрхәт революция”).
* * *
Донъя ҡайһылай иртә бүленә
Түбәнлек һәм ғорурлыҡҡа.
(“Алма”).
* * *
Донъяға бал еҫен бөркә
Баллы ил – Башҡортостан!
(“Башҡортостандың баллы юлдары”).
* * *
Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле.
Хатта ошо иң көслө тел – сәғәт теле
Телә алмай ағыу сәсер ғәйбәт телен.
(“Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле...”).
* * *
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!”
Тигән исемдән.
(“Мөхәббәтһеҙ”).
* * *
Донъяла тик Аллаһ бөйөк,
Аллаһ ҡына гонаһһыҙ.
(“Башҡаларға ғәйеп өйөп...”).
* * *
Донъяла яҙыусынан да яңғыҙыраҡ кеше бармы икән? Донъя менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер яңғыҙы ҡалған әҙип үҙенең иң ғәзиз серҙәрен аҡ ҡағыҙ битенә генә сисә. Һәр яҙыусы үҙ ҡойоһон ҡара тир түгеп үҙе ҡаҙый, үҙ һүҙен үҙе эҙләй, үҙе таба. Беҙ яҙмыш тарафынан ғүмеребеҙ буйына яңғыҙлыҡҡа дусар ителгәнбеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта башҡалар менән яҙыусынан да нығыраҡ, киңерәк, күберәк аралашҡан кешене табыуы ҡыйын. Яҙыусы һүҙе бер юлы барлыҡ халыҡҡа, тоташ ғаләмгә төбәлгән. Был тормоштан үҙе киткәс тә яҙыусы һүҙе йәшәүен дауам итә, йылдар һәм быуаттар аша яңы быуындарға барып етә. (“Тамырҙарыбыҙҙы барлап, килер көндәргә ҡарап”).
* * *
Донъялағы иң хөрмәтле төҫ ул
Сал тарихтың төҫө – сал һаҡал.
(“Һиҙиәт бабай”).
* * *
Донъяны ҡыҙырам күңелде
Дауалар саф тойғо табырға.
* * *
Донъяның күп илдәрендә булһам да, минең өсөн иң ҡәҙерлеһе ошо тыуған ерем, Ҡунаҡбайым һәм Яңауылым.
Донъяның төрлө уҡыу йорттарында белем алһам да, академиктар, профессорҙар остаз булһа ла, минең өсөн иң ҡәҙерлеһе Ғәбдрәфиҡ ете йыллыҡ мәктәбе, тәүге уҡытыусыларым Сафия апай Бакаева, Зәкәриә ағай Бикбаев, класс етәксебеҙ Сажиҙа апай Агеева, рус теле уҡытыусыһы Шакира еңгә Вахитова, ошо мәктәпте ете йыллыҡҡа әйләндергән, уның тәүге директоры булған Рәҡип бабайым, унан һуң директор булған, яңы бина һалдырған Рамаҙан абзыйым Вахитовтар – Латип ҡартатайымдың балалары, инәйемдең бер туғандары. (“Көндәлектәр”. 10.07.2011).
* * *
Дошмандың маҡтау һүҙенән
Уттан ҡурҡҡандай һаҡлан.
Маҡтанғандарҙан маҡталма,
Маҡталғандарҙан маҡтал.
(“Дошмандың маҡтау һүҙенән...”).
* * *
Дошманыңды ҡырмыҫҡалай тимә,
Оло филгә тиңлә.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Дөрөҫөн әйтә доға-аят,
Тормай ул һыйпап, аяп.
Ҡасһаң да батша әмеренән,
Йәшенер ер юҡ Тәңренән.
(“Дөрөҫөн әйтә доға-аят...”).
* * *
Дуҫлыҡ тамыры – тоғролоҡта.
(“Танышлыҡ арҡаһында”).
* * *
Дуҫтар арыр, дошман арыу белмәҫ,
Дуҫтар ҡаҡшар, дошман ҡаҡшамаҫ.
Йәрҙәр һымаҡ хыянат итмәҫ дошман,
Дуҫтар ташлар, дошман ташламаҫ.
(“Дошмандарым”).
* * *
Дуҫтар һәм туғандар. Туғандар тип өндәшеү барыбер яҡыныраҡ, сөнки дуҫты табып, яһап, булдырып була, ә туғанды улай булмай, туғанлыҡ – тыумыштан, яҙмыштан. Дуҫлыҡ та бөйөк көс, әммә ҡаныңдан килмәй. Туғаның үҙ ағзаң, ғәзиз аяҡ-ҡулың һымаҡ. Дуҫлыҡ – хеҙмәт һалып, тир түгеп алған әйбер, йыһаз һымаҡ. (“Көндәлектәр”. 6.02.2002).
* * *
Дуҫтары өсөн йәнен бирер һөйөүҙән дә олораҡ һөйөү юҡ. Һөйөү – ҡорбан биреү. (“Көндәлектәр”. 1.03.2000).
* * *
Дуҫың ҡулын һонһа,
Боҙло таш та усты йылытыр.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Дәүерҙәрҙе дәүерҙәргә һүҙ бәйләй, хәтер тоташтыра. Кешеләрҙе бер-береһенә һүҙ яҡынайта йәки һүҙ ситләштерә. (“Уҙған ғүмер, ҡалған хәтер...”).
* * *
Ҙур эштәр ҙә аҙ күренә
Донъя күргән ҡарттарға.
(“Аҙ эшемде лә күп күреп...”).
* * *
Ебәк селтәр сымылдыҡта
Берәү йәм тапмай.
Тимер ситлек эстәрендә
Берәү йән һаҡлай.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ел дә, һыу ҙа борғоланып һәр ергә үтә ала.
Ҡояш нуры һәр саҡ туп-тура. Ул борғолана ла, кәкерәйә лә алмай. (“Көндәлектәр”. 2.03.1985).
* * *
Елдәр!
Һеҙгә минең үтенесем бар,
Тыңламайса уны үтмәгеҙ:
Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә
Уралымдан алып китмәгеҙ.
(“Донъя бигерәк сәйер...”).
* * *
Елкендереп, үкендереп,
Ғүмерҙәр уҙа ғына.
Үкенмәҫ инем ул тиклем,
Алһам һуңғы һулышымды
Мөхәббәт тоҙағында.
(“Ҡапҡан”).
* * *
Емерелгәндә әхлаҡ-ҡанун,
Нахаҡҡа түгелә ил ҡаны.
* * *
Еңеү байраҡтарын байраҡ иткән
Уға тамған ҡандыр.
Был ер өсөн йән биреү ҙә изге,
Был – ғәзиз Ватандыр.
(“Көндәлектәр”. 3.05.2005).
* * *
Ер – мәңгелек. Гонаһ-сауаптарың
Йөрәгенә бара яҙылып.
Еркәйемә әрнеү-яра булып
Уйылмаһын һис бер аҙымым.
(“Бураҙна”).
* * *
Ергә китмәҫ өсөн килгәндәр юҡ.
Тик шул ғына минең теләгән:
Нурым, бәлки, үҙем менән һүнер,
Тик ҡалмаһын ине күләгәм.
(“Берәү – иртә, берәү үтә һуңлап...”).
* * *
Ерҙең иң ныҡ тартыу көсө ҡайҙа?
Кеше өсөн –
Зыяратта.
(“Ер үҙенә тарта...”).
* * *
Ерҙең йәме ниндәй кәмер ине,
Был нурҙары уның булмаһа.
Улар мәңге хыянат ҡылмаҫ
Үҙең хыянатлыҡ ҡылмаһаң.
(“Сит бер кеше һымаҡ, тыныс ҡына...”).
* * *
Ерҙә кемгә генә кәрәге бар
Бешмәй өҙөлөп төшкән алманың?
(“Хафаланма, башым түбән эйһәм...”)
* * *
Ерен һатҡан йәнде ере йотһон,
Ерен һатҡан йәнде ер баҫһын.
(“Баҙар балтаһы”).
* * *
Еркәйемдә тамырҙарым тере –
Ер сигенән тартып ҡайтара.
(“Тыуған яҡтан тәү ҡат киткән саҡта...”).
* * *
Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Етегән йондоҙ – ете ырыуымдың
Күккә тишеп һалған тамғаһы.
(“Уҡ”).
* * *
Заман яҙа баҫтыра.
Арттан яза баҫтыра.
Ғәҙел түгел язалары:
Яҙыҡ ҡылғанды ярлыҡай,
Аҫылдарҙы аҫтыра.
(“Заман яҙа баҫтыра...”).
* * *
Замана балалары – замана бәләләре.
* * *
Заманды бит һайлап алып булмай,
Һорап алып булмай ғүмерҙе.
Юйып ташлап булмай маңлайҙарҙан
Дәүеребеҙ һуҡҡан мөһөрҙө.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Зат-ырыуҙы, ил-халыҡты хурлау –
Былар күпме хөкөм ителде.
Милли мин-минлектең асылы яман,
Бар донъяға ағыуын һибә һаман
Радиоактив ҡалдыҡ шикелле.
(“Зат-ырыуҙы, ил-халыҡты хурлау...”).
* * *
Зәки Вәлиди тыуған Уралынан алыҫта илдән илгә күсеп-ҡаңғырып йөрөгән саҡтарында үҙенең ғәзиз төйәген йоҡоһоҙ төндәрҙә өҙөлөп һағынғандыр, һөйөклө Башҡортостанының ҡояшында ҡыҙынырға, ямғырҙарында ҡойонорға, хәтфә үләнендә аунарға, ап-аҡ ҡарҙарын усында йомарларға, тауҙары, далалары буйлап бер генә ҡабат булһа ла һыбай сабып үтергә, битләүендә үҫкән ҡурайҙы ҡырҡып алып, бер генә көй булһа ла уйнарға, ҡәҙерле кешеләренең күҙҙәренә, исмаһам, бер тултырып ҡарарға, йылы ҡулдарын ҡыҫып, бер ауыҙ һүҙ булһа ла әйтергә йөрәккәйе янып, һағыштарынан үҙенә урын таба алмай хыялланғандыр, алҡымынан алған был тойғолар илле йыл буйына иленән айырылып йәшәгәндә уға нисәмә тапҡырҙар әйләнеп ҡайтҡандыр. Был кисерештәре уны уттарға һалып әйләнгән дә ҡайтҡандыр, әйләнгән дә ҡайтҡандыр, тик Зәкигә Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға, атай йортоноң ишеген ҡағырға насип булмаған, ғүмерлек хыялдарын тормошҡа ашырырға, тыуған тупраҡ ҡуйынына мәңгелеккә инеп ятырға яҙмаған. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Игенселәр!
Ҡулығыҙҙан һеҙҙең
Тупрағыма һибелә гәрәбә.
Шул орлоҡтан ҡалҡҡан тос башаҡҡа
Ниндәй алтындарың бәрәбәр?
(“Бураҙна”).
* * *
Ижад донъяһына килеүсе һәр кемде уйландыра торған мәңгелек төшөнсәләр һәм ҡағиҙәләр, һәр кем кисерә торған тойғолар бар. Шуларҙан мин ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоларын айырым күрһәтер инем. (“Ғүмерлек хеҙмәт”).
* * *
Ижад – тылсымлы сифат, бик һирәк шәхестәрҙең булмышына, рухына, тотош яҙмышына ғүмерлеккә һалынған илаһи тамға. (“Арымаһын илһам толпары”).
* * *
Изге шәфҡәт һорап шәһиттәргә,
Тереләргә тыныс таң юрап,
Йөрәгемдә тынлыҡ минуты
Оран кеүек тора яңғырап.
(“Еңеү көндө тынлыҡ минутында”).
* * *
Ике бөркөт талашһа, ҡоҙғондарға ем булыр. (“Көндәлектәр”. 29.10.1997).
* * *
Ике ҡабат бешмәй бер емеш. (“Көндәлектәр”. 3.04.1991).
* * *
Икмәк ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡоролоҡ, ҡытлыҡ килер.
(“Ҡот ҡәҙерен белһендәр тип...”).
* * *
Ил-йортобоҙҙа ҡот артыр
Уңғандар артҡан һайын.
Илде ҡыуандырып ҡыуан,
Илде байытып байы.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Ил йөрәге һау-сәләмәт тибер,
Булған саҡта ирҙәр йөрәкле.
(“Йөрәк”).
* * *
Ил мөлкәтен талап-урлап
Бар, тиһең, байығандар.
Улар байлыҡ йыябыҙ тип,
Ҡәһәр, гонаһ йыйғандар.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Илбаҫарҙы таныуы еңел:
Дәһшәт булып, сикте вата.
Илһатарҙы танып ҡара:
Ил ҡуйынында йылынып ята!
(“Илбаҫармы яманыраҡ...”).
* * *
Илде – ил, телде тел йотһа –
Яманыраҡ яман йоттан.
(“Һаҡла”).
* * *
Илде яҡлар тик батырлыҡ,
Илде һаҡлар тик хаҡлыҡ.
Ҡырҡ ырыуҙың ҡырҡ быуынын
Ҡырҡҡа ҡырҡыр ҡурҡаҡлыҡ.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Илдең башын сабырға тип, ярһып
Ҡылыс һынған,
Ҡурай һынмаған.
Йәннәт йәйләүҙәрҙе утҡа тотҡан
Пушка тынған,
Ҡурай тынмаған.
(“Был күренеш инде нисәнсе ҡат...”).
* * *
Илдең күркен ирлек кенә яҡлар,
Ирлек кенә һаҡлар иркеңде.
(“Иркең булһа, илем, күркең булыр...”).
* * *
Илдә батша берәү була,
Күмәк булмай бөйөктәр.
(“Ҡабаҡ”).
* * *
Илеңдән дә хатта ҡасып була,
Ҡотолоп булмай ҡасып ваҡыттан.
(“Башһыҙ һыбайлы”).
* * *
Илемдә илемде һағынам.
(“Ностальгия”).
* * *
Илен, ырыуын, затын һатып,
затлы булды.
Исем-атын, атаһын һатып,
атлы булды.
(“Илен, ырыуын, затын һатып...”).
* * *
Илтһен беҙҙе һәр саҡ хәҡиҡәткә
Тоғро эштәр менән тура юл.
(“Буровойҙа”).
* * *
Иң ҙур бәхет –
Ғәзиз еркәйеңдә
Аяғүрә баҫып тора алыу.
(“Ҡыш сатнаған...”).
* * *
Иң ҙур бәхет – кешене ҡыуандырыу,
Ярҙам итә алмау – иң ғәрлеге.
(“Граждандарҙы ҡабул итеү көнө”).
* * *
Иң ҡурҡынысы – һатылған аҡыл.
(“Башҡаса булмай наҙ менән аҡыл...”).
* * *
Иң ҡыйыны, бел һин – үҙең булыу,
Иң яманы, бел һин –алмашыныу.
(“– Ҡырыҫ ваҡыт! Сәңгелдәгең булдым...”).
* * *
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе,
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың үтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйөклөнөң көтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйкөмһөҙҙөң китмәүе.
(“Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе...”).
* * *
Ир-азаматтың илгә килтергән файҙаһын йәшенә ҡарап түгел, эшенә ҡарап баһалайҙар. (“Беҙҙең Президентыбыҙ”).
* * *
Ир бала өсөн “Атас!” тиеүҙән дә
Оло маҡтау табыу икеле...
(“Каруанһарай”).
* * *
Ир-егеттең үлгәне –
Илгә һыртын борғаны.
Ҡатын-ҡыҙҙың үлгәне –
Ят йынысҡа барғаны.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Ир уртаһы илдең тотҡаһы тип,
Ҡарай бөгөн беҙгә ил күҙе.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Ир һаҡлар матур ҡатынын
Күҙ яҙҙырмай ҡарап-ҡурсып.
Һөйкөмһөҙгә һаҡ кәрәкмәй –
Үҙенә үҙе – ҡарасҡы!
Үҙенә үҙе ҡарауылсы.
(“Ир һаҡлар матур ҡатынын...”).
* * *
Ирҙең ҡатыны –
Уның яртыһы.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ир-егетлек ниҙә?
Ҡырыҫ тайҙар,
Һин өйрәткәс,
Юрға булып ҡалһын.
Тертләп торған ҡыҙҙар
Ҡосағыңда
Наҙлы ҡатын булып
Һулҡылдаһын.
(“Ир-егетлек ниҙә?..”).
* * *
Ирлекме ни бөйөк булыу
Иргәйелдәр араһында?
(“Берәү уйлай...”).
* * *
Ирмен тигән ирме олтан булыр?
Сит илдәрҙә солтан булғансы ир,
Үҙ илендә олтан булғансы ир
Ил күкрәген һаҡлар ҡалҡан булыр.
(“Сит илдәрҙә солтан булмам...”).
* * *
Иртә ҡалҡҡан ҡояш бик һуң бата,
Бик һуң ҡалҡҡан ҡояш иртә бата.
* * *
Иртә яҙын уста – ҡара тупраҡ,
Көҙөн – ашлыҡ ята нур булып.
Ҡулын бизмән итеп, был тормошто
Шулай үлсәп йәшәй ер улы.
(“Яландарҙан йылы ямғыр үткәс...”).
* * *
Иртән төштәр күреп йоҡлау
Бик рәхәт тә! –
Тик ул рәхәт мәхрүм итер
Бәрәкәттән.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Исеме лә беленмәйсә берәү
Ҡанлы яуҙа алышып ҡала ятып.
Есемен хатта ер күтәрмәҫ берәү
Ил тарихына инә илен һатып.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ислам юлында ағартһаң сәсең –
Ҡиәмәт көнөндә шул сәс нур сәсер.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Иҫеректәр айныҡ күрмәгәнде күрә. Хыялыйҙар аҡыллы тоймағанды тоя. (“Көндәлектәр”. 2.08.1995).
* * *
Иҫәүәнһеҙ ил булмаҫ! (“Көндәлектәр”. 19.04.2011).
* * *
Ишек булһаң,
Дошманыма асылыр булма,
Ҡунағыма ябылыр булма.
(“Булма”).
* * *
Ишелеп төшә был ямғыр
Көҙҙөң төпһөҙ күгенән.
Киләм әллә ер йөҙөнән,
Әллә диңгеҙ төбөнән?!
(“Ишелеп төшә был ямғыр...”).
* * *
Йола, ғәҙәт, традиция, ғөрөф – халыҡты иң элек шулар тота, шулар – милләттең нигеҙе. Йолаһы емерелә башлаһа, милләттең дә ныҡлығы ҡаҡшай, берҙәмлеге сатнай. Йола яңыра, үҙгәрә, әммә үҙәге һаҡланырға тейеш. (“Көндәлектәр”. 16.04.2005).
* * *
Йондоҙ ҡото – нурланыуҙа,
Йырҙың ҡото – йырланыуҙа.
(“Ҡот”).
* * *
Йондоҙҙарға һоҡланып була,
Етеп булмай йондоҙға.
(“Уйламағыҙ әллә ниҙәр...”).
* * *
Йыл һайын бит тик бер ҡабат була
Еңеү көндө тынлыҡ минуты.
Шул мәлдә лә тынмай атыш, шартлау,
Ҡан ҡойоштар ала ил ҡотон.
(“Тапһаң ине шундай аулаҡ ауыл...”).
* * *
Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер.
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй. (“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”).
* * *
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.
(“Башҡорт йорто, башҡорт китабы”).
* * *
Йәнем йәннәт күрһен тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы – теше араһында,
Икенсеһе – бот араһында.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Йәннәте лә, тамуғы ла
Бары
Донъялыҡта ғына.
Кеше, ерҙе йәннәт итмәк булып,
Ҡанатын ҡағына.
(“Арнау”).
* * *
Йәнәш йәшәмәҫлек кешеләрҙе
Бәйләп ҡуя яҙмыш тигәнең...
(“Дуҫтар бүләк иткән был сәскәләр...”).
* * *
Йәрҙәр алышынһа ла, тыуған халҡыңды алыштырып булмай. Йәрҙәр ғәфү итһә лә, тыуған ерең хыянатты һис ҡасан ғәфү итмәй. (“Көндәлектәр”. 25.04.1970).

Йәшәр ғүмеремде оҡшатамын
Ил алдында бирер һынауға.
(“Ҡоласың киреп, алдың ҡосағыңа...”).
* * *
Йәшәһәң дә хатта ер сигендә,
Тамырың башҡорт икән –
Башҡорт бул!
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).
* * *
Касалыр ваҡыт.
Бәндә үҙе нимә ҡойһа,
Ҡалалыр шуны татып.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ – доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Кейемең кер күтәрһә лә
Намыҫың кер күтәрмәһен.
(“Кейемең кер күтәрһә лә...”).
* * *
Кем ул шәхес? Айырым кешеләрҙе халыҡ итеп туплаусы. (“Көндәлектәр”. 27.08.1995).

Кемгә – тантана,
Кемдер – тапала.
* * *
Кемдер йәнен фиҙа ҡыла,
Кемдер бөгөн файҙа ҡыла...
* * *
Кеше артыҡ маҡталһа ла,
Үҙе артыҡ маҡтанмаһын,
Ғәйепһеҙгә хурламаһын,
Хурланмаһын нахаҡҡа.
(“Бөйөктәрҙе бөйөк тинем...”).
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.
* * *
Кеше бер саҡ, аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).
* * *
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
(“Кеше йылы”).
* * *
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә. (“Көндәлектәр”. 13.10.1969).
* * *
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
(“Биҙмәһендәр минән хыялдарым...”).
* * *
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә. (“Алыҫҡа китеп ҡара!”).
* * *
Кеше йырын йырлайым тип,
Үҙ йырыңды онотма.
(“Көндәлектәр”. 9.04.1996).
* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.
* * *
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле. (“Автобиография”).
* * *
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү.
Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу. (“Көндәлектәр”. 7.08.2010).
* * *
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаң










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)