НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.03.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.03.2017)


РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.03.2017)Алға бармаған артта ла ҡалмаҫ,
Атҡа менмәгән аттан ҡоламаҫ.

* * *
Алғандың ҡулы гел аҫта,
Биргәндең ҡулы өҫтә.
(“Биргәнгә бишәү ҙә күп, ти...”).

* * *
Алдаһа кәкүк алдаһын,
Алдамаһын ҡалғанын.
(“Һанап йәшәр йылдарымды...”).

* * *
Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа
Ҡорған халҡым тирмә-сатырын.
Илһамланып бында ижад иткән
Башҡорт бөйөк “Урал батыр”ын.
(“Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа...”).

* * *
Аллаһ менән беҙҙе тоташтырған
Тик бер генә юл бар:
Тел, һүҙ, уй.
Уйыңа шуны уйып ҡуй.
(“Аллаһ менән беҙҙе
тоташтырған...”).

* * *
Аллаһ уйы яҡты бина һымаҡ,
Ғаләмдәргә нуры олғаша.
Был иманлы йортҡа инеп була
Төрлө ишек – төрлө дин аша.
(“Аллаһ уйы яҡты бина һымаҡ...”).

* * *
Аллаһ үҙгәртә, үҙе үҙгәрмәй.
Аллаһ күрһәтә, үҙе күренмәй.

* * *
Алмаларҙан һынған ботаҡ һымаҡ,
Ҡайырылып төшкән көндәрем бар.
(“Алмаларҙың һығылып
ботаҡтары...”).

* * *
Алфавит алмаштырыу аҡса алмаштырыу йәки флаг менән гербты яңыртыу, гимн ҡабул итеү генә түгел ул.
(“Шифалы тауҙар йылыһы”).

* * *
Алырҙарын кемдәр алып бөткән?..
Бирәсәкле булып ҡалмаһамсы.
(“Берәйһенә ауыр ваҡытында...”).

* * *
Аңлап буламы ни башҡорт йәнен,
Ябынып ҡына башҡорт еләнен.
(“Башһыҙ һыбайлы”).

* * *
Арҡан ишеп була ҡомдан да,
Ҡомоң әгәр алтын булғанда.

* * *
Арталар журнал-китаптар,
Күбәйә әҙәби заттар.
Әҙәби заттар араһында
Әҙәйә әҙәми заттар.
(“Арталар журнал-китаптар...”).

* * *
Артҡа һөйрәмәй ул тарих,
Гел алға ҡыуа.
Уҙғандарҙан ғәйрәт алып,
Туҙғандарҙан ғибрәт алып,
Заман бил быуа.
(“Кеше йылы”).

* * *
Артыҡ бәхетле булма. Артыҡ ҙур бәхеттән һуң ябай ғына, кешесә генә бәхет һинең өсөн бәхетһеҙлек булып күренә.
(“Көндәлектәр”. 28.11.1972).

Сығыу ваҡыты 20-03-2017, 13:09 | Ҡаранылар: 212
|
  • Коллегабыҙ, билдәле шағирә Лариса Абдуллина бөгөн юғары наградаға лайыҡ булды!
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM