НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (24.02.2017)
Эш-хеҙмәт менән дуҫлыҡтан
Ҡәҙерлерәк ни бар тағы?
(“Бөгөн йөрәк бушҡа типте...”).

* * *
Ә кем шөрләй көрәштәрҙән,
Бәхеткә ул яҙа була.
(“Орлоҡ”).

* * *
Әгәр ҡурҡаҡ булһаң, ҡурҡ һәр
ниҙән, –
Тик ул теймәҫ! – ҡурҡма батыр
ирҙән!
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә!
(“Туған тел”).

* * *
Юғарылыҡ – үргә үрләү. Изге
хаҡлыҡ!
Селәүсендең донъяһында тик эш
бүтән:
Юғарыраҡ шул – кем нығыраҡ төшә
түбән...
Шул донъяға төшмәү – ул да
юғарылыҡ.
(“Юғарылыҡ – үргә үрләү.
Изге хаҡлыҡ!”).

* * *
Юҡ, үлергә иртә әле,
Баш эймәйем әжәлгә.
Үлем үҙе дөмөккәнсе
Теләйем мин йәшәргә!
(“Гәрәй бабай һүҙҙәре”).

* * *
Юҡтың уның кемгә зыяны бар,
Буш зарарлы ләкин унлата!
(“Ҙур маҡсаттан йөрәк дөрләп торһон...”).

* * *
Юл ҡыҫҡа –
Тик бер аҙым! – түрҙән гүргәсә...
(“Түшәп ташла туҡһан түшәкте...”).

* * *
Юл – үлемһеҙ. Уттарыңа,
Бураныңа китмәй иҫе.
Замандарҙың көсөн ала
Уға аяҡ баҫҡан кеше.
(“Юл”).

* * *
Юлдың башы, юл аҙағы,
Кем һуң белер, ҡайҙа тора? –
Сөнки бит ул сикһеҙлекте
Мәңгелеккә тоташтыра.
(“Киләсәккә бер сәйәхәт”).

* * *
Яҙғы елдәр – йәнгә шифа була,
Яҙғы елдәр – тормош елдәре.
(“Яҙғы елдәр”).

* * *
Яҡты бурыс
Ҡалмаҫ һис тоноҡланып!
(“Дәртләнһәм дә...”).

* * *
Яҡшы шиғыр – тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе – алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
(“Шиғыр”).

* * *
Яласылар бысраҡ ата, яға яла, –
Бар булғанын ул бит үҙ
йөрәгенән ала!
(“Ике юллыҡтар”).

Сығыу ваҡыты 27-02-2017, 16:38 | Ҡаранылар: 328
|
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере



  • Радио Юлдаш FM