НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.02.2017)
Һәр замандың үҙенең ҡояшы бар,
Ҡояшында – үҙенең табы бар.
Донъя өсөн табы танһыҡ түгел,
Ҡояшы бар икән – таңы бар.
(“Дүрт юллыҡтар”).

* * *
Һәр йырҙың була бит үҙ көйө.
(“Ҡайнаттым”).

* * *
Һәр маҡсаттың үҙ һуҡмағы була,
Һәр юлды ла маҡсат аҡламай.
(“Үҙемә”).

* * *
Шатлыҡ – ҡанатлы!
(“Учениеларҙан һуң”).

* * *
Шиғыр булһа булһын ынйы һымаҡ,
Янһын әйҙә дошман йөрәге.
Улай булмай икән – маташма ла,
Һуҡыр бер тин уның кәрәге!
(“Күңелһеҙ ҙә, дуҫҡай, утың һүнеп...”).

* * *
Шишмә һыуын һаҡлап булмай,
Һаҡлап булмай ҡыҫып усҡа.
(“Нур сәселә шәлкем-шәлкем...”).

* * *
Шәүлә булма, улым, нур бул. Ҡыйыу
тик нур.
Батырлыҡ сәс был донъяға,
матурлыҡ ур.
(“Әсә хаттары”).

* * *
Ысын дуҫтар, бәлки, ғүмерендә лә
“Дуҫым”, тиеп, һиңә һүҙ әйтмәҫ.
(“Дуҫлыҡ”).

* * *
Ысын ижад – серле Буҙ ат түгел,
Дыулап бармаҫ, беләм, гел генә.
Тик ул һыймаҫ
алдан киҫеп ҡуйған,
Төҫөн юйған иҫке өлгөгә.
(“Ҡайнаттым”).

* * *
Ысын йөрәк – тертләп-тертләп
торған
Тере ҡайнар хистәр йомғағы.
(“Ғәжәп баш ватҡыстар бирә
тормош...”).

* * *
Эй бала саҡ! Имән көнләштерер
Талсыбыҡтай нескә бала саҡ!
Талсыбыҡты ғәжәп толпар итеп,
Талсыбыҡты болғап сабыр саҡ!
(“Бала саҡ”).

* * *
Эй бала саҡ – шаян, наҙлы ҡосаҡ!
Кемгә һуң ул ҡағылып уҙмаған,
Йәшнәп ҡуйған алыҫ йәшен кеүек,
Кем күҙенән сағылып уҙмаған...
(“Һалдат бәйете”).

* * *
Эймә башың ауырлыҡтан. Уйла:
ирҙәр нисек була!
Аҡыл – үткер, һәр төйөндө киҫеп
була, сисеп була.
(“Дүрт юллыҡтар”).

* * *
Эшеңә көнсөл ҡул күтәрһә, иҫлә
шуны:
Тауыҡ тибенеп өлкән тауҙы
туҙҙырырмы!
(“Дүрт юллыҡтар”).

Сығыу ваҡыты 20-02-2017, 12:46 | Ҡаранылар: 187
|
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.02.2017)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.12.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM