НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.12.2016)
Кешеләрме, әллә йылдар шулай
Яуыз булды?
Ләкин, юҡ-юҡ, үҙем һайламаным
Мин был юлды.
(“Кешеләрме, әллә йылдар шулай...”).

* * *
Киңлек етем бейек күкһеҙ,
Мөхәббәтһеҙ ғүмер – үкһеҙ.
(“Ташыу йылға булып таш һин...”).

* * *
Кисәге юл – бөгөн бары һуҡмаҡ ҡына.
(“Гөлбикә”).

* * *
Көн, төн – бәхет ҡапҡаһының
Ике ҡанаты.
(“Ташлана юлдар ҡаршыма...”).

* * *
Көрәшһеҙ һис ни бирелмәй.
(“Елкән һәм диңгеҙ”).

* * *
Күге бейек булһа – кем дә бөркөт,
Баш өҫтөмдә бейек күк кәрәк.
(“Был донъяла миңә бик күп кәрәк...”).

* * *
Күҙ күремең ҡайҙа етә, –
Һинең офоҡ шунда бөтә.
(“Киләсәккә бер сәйәхәт”).

* * *
Күңелем минең йылғалай,
Ҡояшты баҫһа болот,
Ул да ҡарая, шомлана
Сөм-ҡара һалҡын тулып.
(“Күңелем минең йылғалай...”).

* * *
Күңелеңә ваҡлыҡ шыуып инһә,
Баҡ ҡояшҡа – йыһан ҡартына, –
Алды һәр саҡ нурлы, яҡты уның,
Ҡара түгел тик, бел, арты ла.
(“Күңелеңә ваҡлыҡ шыуып инһә...”).

* * *
Кәрәк түгел ялған шөһрәт миңә,
Күтәрмәмен “тыйнаҡ” исемен.
Күңелемдә ут та, боҙо ла бар,
Тормош кеүек сабыр кешемен.
(“Кәрәк түгел ялған шөһрәт миңә...”).

* * *
Ҡайғы өсөн бәхет яттыр, тимә:
Күҙҙәр илай: ә йәше – көлә!
(“Ике юллыҡтар”).

* * *
– Ҡайҙа була йөрәге
маҡтансыҡтың?
– Танауында, йәнем!
– Ә ҡурҡаҡтың йөрәге ҡайҙа була?
– Табанында, бәғерем!
(“Ҡайҙа була йөрәге
маҡтансыҡтың?..”).

* * *
Ҡайҙа етә осоп уйың,
Шунда тиклем һинең офоҡ.
(“Ҡайҙа етә осоп уйың...”).

* * *
Ҡайҙа усаҡ – шунда төтөн.
(“Ышанма”).

* * *
Ҡайҙа юлдар – унда тормош та...
(“Юлдар, юлдар...”).

Сығыу ваҡыты 7-12-2016, 13:00 | Ҡаранылар: 523
|
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
  • Бейек тауҙар ҡосҡан офоҡтарҙы, Әллә ҡайҙа, етмәҫ ҡараштар...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM