НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
* * *
Иң яҡшыһы алда – тапмаған.
(“Бүләк итмәк булдым һиңә бер йыр...”).

* * *
– Ир-батырҙың йөрәге ҡайҙа була?
– Ил-халҡында, йәнем!
– Үлһә әгәр, ҡайҙа була ул саҡ?
– Барыбер шунда, бәғерем!
(“Ҡайҙа була йөрәге маҡтансыҡтың?..”).

* * *
Ир биҙәге – әҙәп.
(“Һөмһөҙ булма. Донъя иркен...”).

* * *
Ир ҡөҙрәте – уның эш-хеҙмәте,
Эшһеҙ икән, тимәк, ир ҙә юҡ,
Сөнки уның ҡайнар йөрәге лә,
Йөрәгендә йәшәр ер ҙә юҡ!
(“Буш килмәй”).

* * *
Йондоҙ –
Бейеклек һәм киңлек үлсәме.
(“Мин Йыһанға бағам...”).

* * *
Йондоҙ кескәй, сөнки бейек...
(“Күрмә, тимә, донъя мине...”).

* * *
Йондоҙҙарҙан бейек минең уйым,
Бар ғаләмде ҡоса ҡоласым.
(“Әйтерһең дә, күктән ап-аҡ болот...”).

* * *
Йөрәгем минең – тумалған сәскә,
Асылып китә дуҫтар килгәс тә.
Килһә дошман яман уй ҡороп,
Йөрәгем минең – төйнәлгән
йоҙроҡ.
(“Йөрәгем минең – тумалған сәскә...”).

* * *
Йөрәгең һинең саҡматаштай
булһын,
Тик саҡманан ғына ут сыға.
(“Йөрәгең һинең саҡматаштай булһын...”).

* * *
Йөрәк аша аҡҡан ҡан бит
әйләндерә
Күсәрендә тыуған ерҙе
көнөн-төнөн...
Мин ҡайһылай көслө һиңә баҫҡан
саҡта!
Ерем минең, ғорур, гүзәл Ерем
минең!
(“Ерем минең, ғорур, гүзәл Ерем минең!”).

* * *
Йөрәк –
Батырлыҡ һәм хаҡлыҡ үлсәме!
(“Мин Йыһанға бағам...”).

* * *
– Йөрәк, – тигән лирик,
– Атом, – тигән физик,
– Һыу, – тигән ер,
– Ут, – тигән күк,
– Материя, – тигән философ...
(“Йөрәк, – тигән лирик...”).

* * *
Йөрәк – хистәр тулы серле һауыт.

* * *
Йөрәккә һуң һағыш ҡунмай
торамы ни,
Бәхет илгә илткән юл гел
турамы ни...
(“Йөрәккә һуң һағыш ҡунмай
торамы ни...”).

Сығыу ваҡыты 14-11-2016, 13:29 | Ҡаранылар: 572
|
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (16.09.2016)
  • РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )
  • “Онотмаһын мине тыуған ил”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM