НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (29.07.2016)
Шағир – бер тамсыһы икән
үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир – шаңдағы ул заманының
Һәм көсө лә уның халҡында.
(“Шағир – бер тамсыһы икән...”).

* * *
Шағир – ел ул,
донъя, заман еле, –
Ҡайҙа булһа, нигә ҡағылһа,
Көйөн шунан ала
шунан таба,
шунда ғына тыуа
йыр,
илһам!
(“Илһам”).

* * *
Шағирҙың ялы ла юҡ, ул пенсияға ла сыҡмай.
(“Шиғриәт – йәшлек иле”).

* * *
Шиғриәт!
Берәүгә һин – нан*,
Берәүгә һин – нам**,
Берәүгә һин – дан,
Берәүгә һин – ҡан...
Нан да һин миңә,
Нам да һин миңә,
Дан да һин миңә,
Ҡан да һин миңә...
(“Шиғриәт”).
*Нан – икмәк.
**Нам – исем (иҫке төркисә).

* * *
Шиғриәт бит – үҙе бер
дәүләт ул,
Шул дәүләттең шағир –
Батшаһы!..
(“Шағир дәүләте”).

* * *
Шиғриәт ул иҫ киткес ауыр эш, ул үҙе өсөн бөтә нәмәңде ҡорбан итеүҙе һорай.
(Хаттан. 1977, ғинуар).

* * *
Шиғыр барлыҡҡа килгәндән бирле поэзия донъяға ниҙер әйтергә, кешене нимәгәлер өйрәтергә, кешелә ниҙер тәрбиәләргә тырыш­ҡан, донъяны танып-белеп, уны үҙгәртергә булышҡан.
(“Көндәлектәр”. 12. I. 1964).

* * *
Шиғыр йөрәктә бер йылы тойғо ҡалдырырға, ғәжәпләндерергә һәм тормоштоң, кешеләрҙең быға тиклем үҙең күрмәгән, тоймаған яҡтарын күрергә, тойорға өйрәтерлек, күҙеңде асырлыҡ булырға тейеш.
(Хаттан. 12. X. 1954).

* * *
Шиғыр йөрәктән сыҡмаһа, шиғыр булмай. Әгәр ул күп көс түгелеп, йөрәктән сығып яҙылһа – башта ла, хәтерҙә лә ҡала.
(“Көндәлек яҙмалар”. 8. I. 1948).

* * *
Шиғыр кеүек булһын бар
тормошоң,
Тормош кеүек булһын шиғырың...
(“Шиғыр кеүек булһын бар тормошоң...”).

Сығыу ваҡыты 3-08-2016, 10:45 | Ҡаранылар: 556
|
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (19.08.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.08.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.07.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (3.06.2016)
  • Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яңы китабының исем туйы үтәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM