НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Еләк кеүек саҡтарым

Еләк кеүек саҡтарым


Еләк кеүек саҡтарымЕләк кеүек саҡтарым
Мин әле тик егермелә кеүек,
Өйләнһә лә ике улым да,
Тормош әле яңы башланғандай,
Уйнап тора эшем ҡулымда.
Миңә бөтәһе лә һуңлап килә,
Үкенмәйем – шулай яҙғандыр,
Йылдар үткәс кенә аңланым мин,
Бәхеттәрем әле алдалыр.
Мин әле лә егермелә кеүек,
Еләк кеүек тулып бешкәнмен,
Күңелдәрем тулып йырҙар яҙам,
Түкмәй-сәсмәй һеҙгә илтәмен.

Күңелемдә ҡояш минең
Тормош ауыр, тормош баҫа тибеҙ,
Хатта тамуҡтарға тиңләйбеҙ.
Аҡ көндәрҙе ҡара төҫкә буяп,
Ҡара юлдан атлап йөрөйбөҙ.

Нисек инде донъя тамуҡ булһын,
Хоҙай уны һөйөп яралтҡан,
Шуғалыр ҙа тормош һөйгәндәргә
Бәхеттәрҙе өйөп таратҡан.

Ғүмерҙәрҙе Хоҙай бушҡа бирә,
Шуғалыр ҙа ҡәҙерен белмәйбеҙ.
Аҡ көндәрҙе ҡара төҫкә буяп
Ҡара юлдан атлап йөрөйбөҙ.

Раббым күңелемә ҡояш һалған,
Йылыта ул һалҡын көндәрен,
күңелендә ҡояш булмағанға
Бүлешергә һәр саҡ әҙермен.

Ауыл икмәге
Улым аша әсәй күстәнәсен
һалған,
Аҡ ҡумтала – ауыл икмәге.
Рәхмәт менән ҡулдарыма алам,
Һуштарыңды алыр еҫтәре.
Ҡомалаҡҡа ҡулы менән баҫып
Һалған был икмәкте әсәйем,
Ауыл мейесендә бешкән
әпәкәйем,
Телемдән китмәҫ тәмдәрең.
Ондар ғына түгел, күңел
йылыһын да
Ҡушып һала уға әсәйҙәр.
Күстәнәскә тигән икмәк менән
Улар беҙгә ризыҡ теләйҙәр.
Уңып бешкән, әсәй, аҡ ҡаласың,
Бисмиллаңды әйтеп башлағас,
Һәр ваҡытта уңып бешә икмәк,
Доға-теләктәрең ҡушылғас.
Ҡала ҡаластарын ашаһам да,
Әсәй, икмәгеңде һағынам.
Игенсенең тырыш ҡулдарына
Рәхмәт менән мәңге табынам.

Гөлфиә ШӘҮӘЛИЕВА.


* * *
Ғүмер үткән һайын күңел нескәрҙе
Ҡанһыраған асыҡ яралай.
Һаҡһыҙ әйтелгән бер генә һүҙ
Күңелемде ауыр яралай.
Йылы һүҙҙән дә күңелкәйем
йомшай,
Күҙ төбөндә йәштәр йымылдай.
Ҡаршылауҙар, оҙатыуҙар йәшһеҙ
үтмәй,
Һыҡтап барам, илаҡ балалай.
Күңелкәйем йомшаҡ, илап барам,
Илаҡтарҙан былай түгелмен.

Йылдар үткән һайын, күрәһең,
Йоҡарғандыр минең күңелем.

* * *
Татлы телле була ҡайһы кеше,
Йомшаҡ һөйләп ҡаҡҡа ултырта.
Тик хәйләһеҙ әҙәм, уйлай-уйлай,
Нишләп шулай, тиеп баш вата.
Шаян телле, тиеп, баш вата,
Уйнап-көлөп күңел йыуата.
Әйтер һүҙен тик шаяртҡан булып
Ҡыйыш төҙәп, сәпкә төҙ ата.
Ҡырыҫ телле була ҡайһы кеше,
Ә күңеле – гүйә аҡ ҡағыҙ.
Күп һөйләмәҫ, бары кәрәк саҡта
Йөрәгеңә ярар һүҙ табыр.

* * *
Яратам һине, һөйәм, тиһең,
Ҡабатлайһың көн дә иренмәй.
Белһәң ине, йәнем, һөйөү бит ул
Тик һүҙҙәрҙә генә беленмәй.
Бик тә күргем килә һинең
һөйөүеңде
Күҙҙәреңдә, холоҡ-фиғелдә.
Ышанғым килә һүҙҙәреңдең
Шар ҡыуығы түгел икәнгә…
Ҡаршы түгелмен, юҡ, ҡабат-ҡабат
Ишетергә һөйөү һүҙҙәрен.
Йылытһындар ине йөрәгемде
Һөйөү тулы наҙлы күҙҙәрең.

* * *
Һуңға ҡалдың, әллә ашыҡманың
Белдерергә йөрәк хисеңде.
Юлдар айырылды, бергә
була(а)лманыҡ,
Ғәйепләмә быға һис кемде.
Яҙмағандыр инде, тимәк, беҙгә
Тормош юлын бергә үтергә.
Кәрәк түгел ғәйеплене эҙләү,
Үткән ғүмерҙәрҙе һүтергә.

Зөлфирә ҒӘЛИЕВА.
Межгорье ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 12-07-2016, 14:44 | Ҡаранылар: 561
|
  • “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”
  • “Киләсәккә тура юл ярам”
  • Уйҙарымда ғына бала саҡҡа, Үткәндәргә атлап уҙамын
  • Шиғриәт минуттары
  • Атай-әсәй йылыһын биш балаңа берҙәй тигеҙ бирҙең
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM