НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)
Халыҡтарҙы уның әҙәбиәтенән, халыҡтың рухи тормошон уның поэзияһынан танып беләләр.
(“Көндәлектәр”. 17. XII. 1963).

* * *
Хаттарҙың да була төрлөләре,
Берәүҙәре ҡала ғүмергә.
Кеше итһә һине берәүҙәре,
Ҡалдыралыр ҡайһы күмергә.
(“Яндырылған хаттар”).

* * *
Хаттарым – ул йөрәк аһтарым,
Хаттарым – ул йөрәк анттарым.
Аһыма – аһ, антыма ант булып
Килһен һинең яуап хаттарың.
(“Хаттарым ул йөрәк аһтарым...”).

* * *
Хыял менән генә йәшәгән – хыялый ғына. Тормош тыуҙырған хыял ғына ҡанатлы.
(“Көндәлектәр”. 30. XII. 1953).

* * *
Хыялда кеше кешене һәр саҡ үҙе теләгәнсә биҙәп тыуҙыра.
(“Көндәлектәр”. 6. XI. 1951).

* * *
Хәбәрсе – тормош эҙләүсе. Бөтә нәмә асыҡлығы, бөтә тәрәнлеге менән иң элек уның күҙенә ташлана. Ул эҙләй, таба.
(“Көндәлектәр”. 8. IX. 1950).

Һалдатһыҙ булмай генералдар.
(“Мин – генерал түгел, беләм...”).

* * *
Һандуғасҡай балаларын
Йырлап-йырлап сығара,
Балаларын таратҡанда,
Илап сәсе ағара...
(“Һандуғасҡай балаларын...”).

* * *
Һин батшаһың икән, үҙ батшалығыңа үҙең хужа бул – һинең өсөн бер кем дә үҙең теләгәнсә хакимлыҡ итмәҫ.

* * *
Һин янғанда дуҫың янмаһа,
Уртаҡ маҡсат тороп ҡалмаһа,
Оло булһа дуҫың дуҫлыҡтан,
Бәләкәйгә дуҫың уҫлыҡтан,
Яманыраҡ дуҫың дошмандан,
Ялғаныраҡ дуҫың ҡуштандан,
Көнсөллөк тик уның күңеле,
Шатлыҡ уға – һинең еңелеү.
(“Һин янғанда дуҫың янмаһа...”).

* * *
Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек,
Халҡымдан көлгән өсөн.
Мине ҡаға ғәҙелһеҙлек,
Халҡым тип үлгән өсөн.
(“Һине яҡлай ғәҙелһеҙлек...”).

* * *
Һинең өсөн үлер инем,
Мин үлгәс һин нишләрһең?
Ярай инде үлмәйем,
Мине, бәлки, ишләрһең.
(“Көндәлектәр”. 24. IV. 1965).

* * *
Һөйгән... Һөйөлмәгән...
Инде – һөймәй.
Тик һөйгәнен генә
Һөйләп һөйләй.
(“Һөйгән... Һөйөлмәгән...”).

Сығыу ваҡыты 8-07-2016, 10:59 | Ҡаранылар: 466
|
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM