RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Беҙҙән һуң да килгән быуындарға ҡалһын күркәмлеге илемдең"

28.06.2016 "Беҙҙән һуң да килгән быуындарға ҡалһын күркәмлеге илемдең"

"Беҙҙән һуң да килгән быуындарға ҡалһын күркәмлеге илемдең"Яҙмышым бүләге

Вәғәҙә бирҙек, һөйәм ғүмергә
тип,
Ҡайынлыҡта, шишмә буйында.
Шатлыҡтарҙы бүлдек нәҡ
урталай,
Һин – яҙмышым ғүмер туйында.

Ҡыҙҙарымды ҡосам, күккә осам,
Рәхмәт һиңә ошо бәхеткә.
Юлдаш булған өсөн юлдарымда
Һайлар инем урын тәхеттә.

Күбәләкләп ап-аҡ ҡарҙар яуа
Күбәләкләп ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Яңы йылды ҡотлап, иркәләп.
Оҙатабыҙ бөгөн Иҫке йылды,
Китә күрмә беҙгә үпкәләп.

Наҙлы яҙҙар бирҙең, рәхмәт
һиңә,
Көҙҙәр килде – бай һәм
ниғмәтле.
Йәйҙәр килде ҡояштары менән,
Ҡыштарың да хозур, зиннәтле.

Осраштырҙың матур заттар
менән,
Күпме ғилем, фәһем, нур алдыҡ.
Үткән йылдың хәтирәһе булып
Күңелдәрҙә моңло йыр ҡалды.

Яңы йылҡай изге ниәт менән,
Өйҙөң түрҙәренә атлаһын.
Ҡар йомғағы кеүек аҡ бәхеттәр
Һәр кешене, илде ҡаплаһын.

Рәхмәт һиңә
Айлы кистә, иҫтәремдә,
Кистек хыял диңгеҙен.
Инде хәҙер төштәремдә
Киләһең һәр көн үҙең.

Һиҙҙең, беләм, һөйөүемде,
Күҙҙәремә ҡараньң.
Утта янып-көйөүемде
Ҡарашымдан аңланың.

Рәхмәт һиңә, һәр төн һайын
Төштәремә инһәң дә.
Иҫән булһаң, шул да етә,
Сит урамда йөрөһәң дә.

Әсәкәйем
Шәфҡәт туташылай инең, әсәй,
Ярҙам ҡулы һуҙҙың һәр кемгә.
Һәйкәл ҡуйыр инем, ҡулдан
килһә,
Торһон ине балҡып ғүмергә.

Сая ла һин, шат күңелле булдың,
Ҡоштар кеүек остоҡ ояңа.
Тәмле ашың менән ҡаршы
алдың,
Хәтирәләр һаман өр-яңы.

Ниндәй рәхәт икән әсәй барҙа,
Йәшәү көсө – һинең булмышың,
Йөрәккәйең типте балалар тип,
Иҫкә төшә ҡылған һәр эшең.

Атайымды ғашиҡ иткән күҙҙәр...
Улар, беләм, күңел көҙгөһө.
Таш иретер йылы ҡарашҡайың
Әсә булыуҙарҙың өлгөһө!


Бәпембә

Ҡояштың иркә ҡыҙҙары –
Бәпембәләр уянған.
Тауыҡтың бәпесе кеүек
Саф алтынға буялған.

Шуғалыр исемдәре лә
Бәпембә – бәпес ише.
Ерҙә алтын келәм күреп,
Һоҡлана һәр бер кеше.

Бөтә донъя нурға сумған,
Был донъяға ни булған?
Яҙ һулышын сәсеп Ергә,
Бәпембә һылыу тыуған.
Ҡояш үпкән

һипкелдәрҙе һипкеләгән
Ҡояш апай бик һайлап.
Зөлфиә көҙгөгә ҡарап,
Ултыра һипкел һанап.

Әсәһе уны йыуата,
Ҡояшҡа, ти, юҡ үпкәм,
Ул бит беҙҙе яратҡанға,
Күр, нисә тапҡыр үпкән.

Һинән тора...
Тәбиғәттең гүзәллеген күреп
Һоҡланам мин көндөң көнөндә.
Иҫ киткес бит, күрсе йәшеллекте,
Насип булғас, күрҙек бөгөн дә.

Сабый ғына йылтыр япраҡтар ҙа
Шыбыр-шыбыр килеп серләшә.
Кинәт кенә иҫкән йылы елкәй
Йомшаҡ ҡына иркәләп өндәшә.

Ниндәй хозур донъя, рәхәтен күр,
Тик онотма, кеше балаһы.
Тәбиғәттең һәр ниғмәтен һаҡла,
Беҙҙең әле алыҫ бараһы.

Беҙҙән һуң да килгән
быуындарға
Ҡалһын күркәмлеге илемдең.
Тыуыр таңың һинән тора, Кеше,
һаҡла, һаҡла Тыуған ереңде.

Лилиә КАШАПОВА.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)