НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)


Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.06.2016)
Тормош, ахыры, булмай хатаһыҙ.
(“Тырыш ҡаҙ”).

* * *
Тормош – барыбер бөйөк уҡытыусы.
(“Көндәлектәр”. 12. II. 1977).

* * *
Тормошҡа мин илап йәшәр өсөн килмәнем.
(“Уҡыу океаны”. 19. I. 1950).

* * *
– Тормошоңда иң татлыһы
Нимә һуң? – тиһәң әгәр, –
Татлы нәмә юҡ донъяла
Йән һөйгән хеҙмәт ҡәҙәр.
(“Тормошоңда иң татлыһы...”).

* * *
Тормошто тоя һәм күрә белеү, унда бер гүзәл маҡсат ҡуйып, ошо маҡсат­ҡа ирешеү өсөн бер туҡтауһыҙ янып-ҡайнап алға ынтылғанда ғына, йәшәү – гүзәл, һәм был гүзәллек – ҙур бәхет.
(“Уҡыу океаны”. 19. IX. 1949).

* * *
Тотоп ҡал һин донъя тауыштарын. Сөнки ул туҡтап тормай, донъя ул, аяғы талмаҫ юлсы кеүек, сәләм бирер ҙә – ишетмәһәң – күҙ асып йомғансы китеп тә барыр. Донъя сәләменә ҡаршы сәләм бирһәң, сәләмеңде ул киләсәккә илтер. Ул тик киләсәккә атлай бит, кире ҡайтмай, кире атламай.
(“Көндәлектәр”. 21. VIII. 1958).

* * *
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
(“Туған телем тыуған еремдә...”).

* * *
Туҡта, ваҡыт! Юҡ, туҡтамай ваҡыт,
Тик бер һин тораһың туҡталып.
Ә ул, һинең һәр көнөңдө урлап,
Оса алға, оса уҡталып...
(“Бына тағы көндө һәләк иттем...”).

* * *
Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт алған тел,
Яулап-ҡурсып ҡалған тел,
Ҡан-йәш түгеп алған тел, –
Күреп ирек емеше,
Күреп бәхет өлөшө,
Яҡлар һине һәр кеше,
Һаҡлар һине һәр кеше!..
(“Тыңлап таңға ҡалған тел...”).

* * *
Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ –
Телһеҙ, мин етем.
Тыуған ерем, һөйгән йәрем,
Тик һеҙ – бәхетем.
(“Тыуған ер һәм һөйгән йәр”).

* * *
Тыуған илдең ҡото – Салауат,
Тыуған ерҙең ҡото – Салауат;
Башҡортомдоң ҡаны – Салауат,
Хөр халҡымдың даны – Салауат!
(“Һай, Салауат, Салауат!”).

* * *
Тәбиғәт кешеләрҙән айырылғыһыҙ.
(“Көндәлектәр”. 24. I. 1955).

* * *
Тәбиғәттә һәр ни үҙ урынында,
Бөтәһе лә унда ярашлы!
(“Белһәң икән...”).

* * *
Тәнем менән мин Уралда тыуһам,
Аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә.
(“Тыуған ерҙәрем”).

Сығыу ваҡыты 10-06-2016, 14:35 | Ҡаранылар: 571
|
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.07.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.07.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.04.2016 )
  • Рәми Ғарипов. Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM