RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)

27.05.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.05.2016)
Поэзияла һәр яҡшы шағирҙың үҙ урыны бар, уны бер кем дә ала алмай. Сөнки поэзия – рекорд ҡуйыу, спорт түгел. Һәр төрлө рекордтың сиге бар, ә поэзияла ул юҡ.
(“Көндәлектәр”. 19. I. 1964).

* * *
Саҡыра ла кәкүк, әй, саҡыра,
Саҡырыуын бер кем ишетмәй.
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар,
ахыры,
Үҙ янынан һис тә иш итмәй.
(“Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын...”).

* * *
Серҙәшем, – ти һандуғасым,
Иреклем, – ти елгенәм,
Телһөйәр, – ти туған телем,
Илһөйәр, – ти илкәйем.
(“Оҡшамаҫ һүҙ”).

* * *
Сыуалсыҡ бер йомғаҡ һымаҡ
Кешенең был ғүмере...
(“Мылтыҡ һәм һандуғас”).

* * *
Сәнғәттә ҡыҫҡалыҡ йоҙроҡ кеүек булырға тейеш: йоҙроҡ нығыраҡ тейә.
(“Көндәлектәр”. 30. VIII. 1961).

* * *
Табынһын тик кеше кешегә.
(“Табыныу”).

* * *
Талантҡа талап та кәрәк.
(“Ваҡыт, йыр һәм ер”).

* * *
Талантыңды эшең күрһәтһен.
(“Көндәлек яҙмалар”. 21. IV. 1948).

* * *
Тараҡанды аттан айыра белмәгән кешегә барыһы ла бер.
(“Көндәлек яҙмалар”. 27. V. 1948).

* * *
Тарих төҙәлмәй ул өс көндән.
(“Табыныу”).

* * *
Тарих – ул киләсәктең хәтәр уҡтарынан һаҡлар бөгөнгө ҡалҡан.
(“Көндәлектәр”. 3. VI. 1974).

* * *
Тарих үҙгәрмәй ул бер көндән.

* * *
Тауҙар емерелеп,
таштар баҫһын,
Мөхәббәтһеҙ үтһә,
ғүмерҙе...
(Хаттан. 9. XII. 1950).

* * *
Таш күтәргән ҡулды тотоп була,
Орған ташты булмай туҡтатып.
(“Именлек һөрәне”).

* * *
Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ
Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!
(“Таш сәскә”).

* * *
Тел асҡысы – ил асҡысы,
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,
Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ,
Ятып ҡалыр таш һымаҡ...
Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса, туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә,
Бер түңгәк һин илеңә!
(“Аманат”).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)