RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )

20.05.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (20.05.2016 )
* * *
Нимә етә әсә булыуға! Бит ул тормошто төҙөүсене, уны йырлаусыны тыуҙыра!
(“Көндәлектәр”. 1. XII. 1952).

* * *
Нимәнән һуң эсәләр? Күңелдәре бушлыҡтан! Эшһеҙ, ҡыҙыҡһыныуһыҙ кеше шул бушлыҡты араҡы менән тултыра.
(“Көндәлектәр”. 23. XI. 1953).

* * *
Ниндәй ауыр хәлгә ҡалғанда ла,
Һин йәшәргә тыуғас был ергә,
Йәшә кеше булып, ә үлгәндә –
Һин белергә тейеш үлергә!..
(“Үлемһеҙҙәр”).

* * *
Ниндәй үкенесле булыр ине,
Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!
(“Тормош”).

* * *
Ниндәй фәҡир, ниндәй ярлы кеше,
Йыр юғалһа күңел түрендә!..
(“Ниндәй шыҡһыҙ, һалҡын һары таң был...”).

* * *
Ниңә һине күрҙем икән
Тик бер килгән ғүмерҙә?
Башҡаларҙы һөйөп булмай,
Йәшәгәндә һин ерҙә!..
(“Иркәмә”).

* * *
Ниңә һөйөү балҡып тыуғас,
Моңайып бата икән?
(“Таң әтәстәре ҡысҡыра...”).

* * *
Ниңә шулай, йәшлек, күкрәп үткәс,
Һәр яҙ һайын тағы киләһең?
Киләһең дә, эҫе йәштәр һығып,
Кешеләрҙән уҫал көләһең?
(“Түгел!”).

* * *
Нисә ҡабат инде һынау бирәм,
Тәүге ҡабат һымаҡ һәр һынау.
(“Һынау”).

* * *
– Ну, бөгөн шәп бер шиғырыңды уҡыным, әй!..
– Ниндәй шиғырҙы әйтәһең?
– Теге ни... яҙылмағанын.
(“Көндәлектәр”. 7. IV. 1965).

* * *
Нур ҡалмаһа күҙеңдә,
Йыр ҡалмаһа үҙеңдә,
Ни ҡыҙығы донъяның –
Ҡошсоғо юҡ ояның!..
(“Нур ҡалмаһа күҙеңдә...”).

* * *
Ныҡ тор, егет, хаҡлыҡ хаҡына һин,
Тура ҡарап әйт һин ир һүҙен.
Дөрөҫлөктө ҡурҡып яҡламайҙар,
Мең ялғанға торор бер үҙе!
(“Тормош үҙе – тотош бер йыйылыш...”).

* * *
Өйрәнеү – ҙур мәктәп. Ә үҙең ижад итеү – бөйөк эш. Һәр бөйөк шағир үҙ уҡытыусыһынан юғары (үҙенсә).
(“Көндәлектәр”. 4. I. 1964).

* * *
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
(“Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!..”).

* * *
Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ тормош
Шундай мәғәнәһеҙ бер нәмә.
(“Өмөтһөҙ һәм мөхәббәтһеҙ
тормош...”).


Рубриканы Факил Мырҙаҡаев алып бара










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)