RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берләштерә ҡурай моңдары!

12.06.2015 Берләштерә ҡурай моңдары!

Ҡурай моңо

 Берләштерә ҡурай моңдары!Күкрәк киреп тауҙың итәгендә
Ҡурай тарта башҡорт егете.
Аҡ ҡайындар тәрән уйға сумып,
Онотолоп тыңлай егетте.
Ҡурай көйләй, гүйә, тарих һөйләй,
Хәтерләтеп үткән көндәрҙе.
Яҡташтарҙың яҡты һағыштарын,
Алыҫ ҡалған айлы төндәрҙе…
Онотолмаҫ халҡым үткәндәре, –
Йәшәйештең ҡәҙере шундалыр.
Халыҡ йөрәгенән моң алғанға
Ҡурайҡайы тынмай шуғалыр.

Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА.
Арғаяш районы.

Уйҙарым

Уйың әгәр миңә ҡайтһа, Рәми,
Кешелек, тип яныр инем.
Илһөйәргә аҫыл йырҙарымдан
Тере һәйкәл ҡойор инем.
Аҡмуллабыҙ рухы ҡайтһа әгәр,
Ерҙә илсе булыр инем.
Диңгеҙ кеүек шаулы илкәйемдә
Иман нурын сәсер инем.
Мостай йәне ҡайтһа әгәр миңә,
Утты, һыуҙы кисер инем.
Ватан өсөн дуҫлыҡ күперҙәрен
Таштан, уйҙан төҙөр инем.
Тик ҡайтмаһын инде еребеҙгә
Ел-дауылдың ҡотһоҙ туйҙары.
Ташламаһын, әйҙәп торһон ине
Урал тауға мине уйҙарым.

Ҡамса МОРТАЗИН.
Силәбе ҡалаһы.

Хоҙайға ялбарыу

Эй, Хоҙайым, бирһәң ине миңә
Сабырлыҡтың алтын асҡысын.
Эй, Хоҙайым, насип итсе миңә
Түҙемлектең өҫкө баҫҡысын.
Эй, Хоҙайым, ҡеүәт бирсе миңә
Яманлыҡтан алыҫ ҡасырға.
Эй, Хоҙайым, ярҙам итсе миңә
Тоғро юлға ныҡлап баҫырға.
Эй, Хоҙайым, күңелемә һәр саҡ
һал һин изге генә ғәмәлдәр.
Эй, Хоҙайым, ғүмер ағышымда
Мәхрүм итә күрмә хәләлдән.

Мәүлиҙә ИБРАҺИМОВА.
Ҡоншаҡ районы.

Аҡ төҫ

Тыуыу менән аҡҡа төргәнгәме,
Ап-аҡ төҫтө бигерәк яратам.
Аҡ төҫтәргә ҡарап пакланам да,
Аҡ төҫ күрһәм, ихлас шатланам.
Аҡлыҡ – сафлыҡ, тиеп, аҡты кейеп,
Йөрөгән бит ата-бабалар.
Улар кеүек, аҡ күңелле булып,
Үҫһен ине барлыҡ балалар…
Ваҡыт еткәс, ҡабат аҡҡа төрөнөп,
Мәңгелеккә китеп бараһы.
Тыуғас – аҡлыҡ, ғүмер бөткәс – аҡлыҡ,
Ап-аҡ булһын шулар араһы,
Аҡ булһасы ошо аралыҡ.
Ниндәй бәхет – изге эштән торһа
Йәшәү менән үлем араһы.

Венера НУРЕТДИНОВА.
Ҡоншаҡ районы.

Арғаяшым

Арғаяшым, һин бит беҙҙең
Башҡорт ере.
Һиндә тамған атам-бабамдың
Әсе тире.
Башҡорттарым төпләнгәндәр
Һиңә барып.
Хакимдарҙың ҡыҫымынан
Талып-арып.
Арғаяшым, ятһаң да һин
Арғы яҡта,
Башҡорттарҙың сал тарихын
Даула, яҡла!
Сәфинә ХӘКИМОВА.
Магнитогорск ҡалаһы.

Күлдәр кеүек төпһөҙ...

Күлдәр кеүек ниңә төпһөҙ
Зәңгәр күҙҙәрең һинең?
Шул күҙҙәргә бер ҡарауҙан
Йөрәк яралы минең.
Тыныслығым юҡҡа сыҡты,
Һин генә уйҙарымда.
Осрашаһы ине бергә,
Эх, Һабан туйҙарында!
Гөлъямал НӘЗМИЕВА.
Арғаяш районы.

Иҫке өй

Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө,
Иҫке өйөм – бала саҡтың йөҙө…
Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә –
Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә…
Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып,
Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып,
Гел ҡайтабыҙ тура яңы өйгә,
Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә…
Иҫке өйөм – ул бит ҡош ояһы,
Олатайым, атайым донъяһы.
Иҫке өйөм – баҙар, ығы-зығы –
Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы…
Азамат УСМАНОВ.
Магнитогорск ҡалаһы.

Тыңла әле йөрәгеңде…

Әгәр һинең күңелеңдә
Хистәр тулыша икән.
Тиктомалға әгәр үҙең
Юғалып ҡала(һы)ң икән.
Тынғы тапмай, төндәрең дә
Йоҡоһоҙ үтә икән.
Тыңла әле йөрәгеңде –
Был һөйөү түгелме икән?!
Зимфира ШИРВАНОВА.
Ҡоншаҡ районы.

Дуҫтарым – гөлдәрем

Теләп генә һыу һибегеҙ –
Ҡоромаһын гөлдәрем.
Гөлдәр менән һеҙҙән башҡа
Бар һуң минең кемдәрем?
Гөлдәремә һыу һибегеҙ –
Тамырҙары кипмәһен.
Гөлдәр кеүек һеҙҙең йөҙҙәр
Күңелемдән китмәһен.
Гөлдәремә һыу һибегеҙ –
Һыу һибегеҙ – йәлләмәй.
Һыу һибелгән гөлдәр кеүек
Һеҙҙе күрһәм йәнләнәм!
Нәфисә ШАКИРОВА.
Ҡоншаҡ районы.

Онотмайым

Күҙ алдымда һинең алһыу йөҙөң,
Нурҙар һипкән ҡара күҙҙәрең.
Йөрәгемдә һаман сыңлай әле
Һинең әйткән наҙлы һүҙҙәрең.
Юлдарымда әгәр һинән яҙһам,
Йәшәү йәмен нисек табырмын?
Күңел һыҙлауҙарын дауаларға
Шифа һүҙҙәр ҡайҙан алырмын?
Бер һин генә минең яҡын дуҫым,
Бер һин генә тормош юлдашым.
Тик һин генә йәнде һайратыусы,
Күңел ҡошом – йөрәк моңдашым.
Рим РӘХИМОВ.

Күңел йылыһы

Бер заман ике ҡошсоҡ осрашҡан: береһе төньяҡтан көньяҡҡа осоп барған, икенсеһе – көньяҡтан төньяҡҡа. Икәүһе лә, тәүлек буйы юлда булғанлыҡтан, бик ныҡ арыған, шуға күрә, ял итергә тип, икәүһе лә бер үк ағастың бер үк ботағына ҡунған. Күпмелер тын алғас, төньяҡтан көньяҡҡа осоп барған ҡошсоҡ һорай икән:
– Йә, унда, көньяҡта, тормош нисек? Йылымы, әллә беҙҙең яҡтағы кеүек үк, һыуыҡмы? Ем бармы? Күрше-тирә һәйбәтме?
Көньяҡтан төньяҡҡа осоп барғаны былай тигән:
– Көньяҡ – көньяҡ инде ул, унда бөтәһе лә бар: ем дә етерлек, йылы ла, күршем дә һәйбәт кеүек, ғөмүмән, барыһы ла бына тигән!
Беренсе ҡошсоҡ, аптырашта ҡалып:
– Улай булғас, һин ни эшләп төньяҡҡа китеп бараһың һуң? – тигән. – Унда бит һыуыҡ, ем табыуы ла ауыр, күрше-тирә лә уҫал, аралар ҙа һалҡын көн кеүек – улар менән бергә йәшәүе бик ҡыйын. Бәлки, һуң булмаҫ борон һиңә кире боролорға кәрәктер?
Ләкин көньяҡтан осоп килгәне:
– Юҡ инде, дуҫ, – тип яуап биргән, ти. – Һин мине йәлләгәнһең икән, тимәк, һинең йөрәгең мәрхәмәтле, күңелең дә саф, изгелекле. Бына шундай күңел йылыһы эҙләй инем...

Урал ҠОЛОШОВ.
Сосновка районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)