НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һуңлап килгән һөйөү ялҡындары Ҡәләм тотторҙолар ҡулыма

Һуңлап килгән һөйөү ялҡындары Ҡәләм тотторҙолар ҡулыма


Әнисә Үҙәнбаева

Һуңлап килгән һөйөү ялҡындары Ҡәләм тотторҙолар ҡулымаӘбйәлил районының Атауҙы ауылында донъяға килгән. Магнитогорск ҡалаһының пединститутын тамамлаған. 20 йылдан ашыу башҡорт балаларына рус теле серҙәрен аса. Хәҙерге көндә Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында эшләй. Шиғриәткә бала саҡтан ҡыҙыҡһыныуы көслө булһа ла, үҙ көсөн әле генә һынап ҡарарға баҙнат итеүсе Әнисә Рәшит ҡыҙының төп темаһы – мөхәббәт.

* * *
Һиҙәһеңме, һөйөү тулҡындары
Бәүелтәләр беҙҙе күктәрҙә?
Бөтөн донъя тыныс ҡына ҡалып,
Беҙ икәүҙе бөгөн күҙәтә...
Парлы ғүмер теләй беҙгә күктәр,
Бөтмәҫ һөйөү теләй йондоҙҙар,
Ай нурының бәхет тамсыһында
Һинең менән бергә ҡойонам.

* * *
Һуңлап килгән һөйөү ялҡындары
Ҡәләм тотторҙолар ҡулыма.
Дөрләп янған йөрәк хистәремде
Бәйән итәм ап-аҡ ҡағыҙға...
Аҡ ҡағыҙға төшкән саф хистәрем
Бысранмаһын ине һис кенә.
Яуапһыҙ ҙа ҡалып, үртәмәһен,
Бәхет бит ул – һине һөйөү ҙә.

* * *
Өр-яңы көн тыуа. Рәхмәт
Хоҙайыма
Тағы бер көн бүләк иткәнгә.
Тик яҡшылыҡ юлдаш булһын
бөгөн
Тормош һуҡмағынан үткәндә.
Борсолоуҙар, моңһоу уйҙарымды
Ағын һыуҙарға мин һалайым,
Күкрәк киреп тура юлдарымдан
Яҙлыҡмайса атлап барайым.

* * *
Төштәреңә көт һин мине, йәнем,
Наҙлы ҡунағың мин булырмын...
Сәхрәләрҙе икәү гиҙер өсөн
Һинең менән бергә ҡалырмын.
Һандуғастар беҙгә һайрап торор,
Ҡайынҡайҙар йырлап оҙатыр,
Ялан сәскәләре беҙҙең барлыҡ
Һағыш-ҡайғыларҙы таратыр.
Күбәләктәр ҡанаттарын бирер,
Болоттарға икәү осорбоҙ.
Еребеҙҙең гүзәл тәбиғәтен
Күк йөҙөнән ҡарап торорбоҙ.
Һиңә булған ҡайнар хистәремдән
Тирә-яҡҡа нурҙар таралыр,
Инде ҡосағыңда ирегәндә,
Һиҙҙермәйсә генә таң атыр.

* * *
Сеү, йөрәгем, нимә булды
һиңә?
Алып ташла бөтә шигеңде.
Үткәндәрҙе уйлап үкенеүҙән
Файҙа юғын беләң бит инде.
Бөгөнгө төн һине ғазапланым,
Үткәндәрҙе уйлап туҡтауһыҙ.
Ниңә генә яҡты донъяларҙа
Йәшәп булмай икән һыҡтауһыҙ?

* * *
Күҙҙәреңдә минең күҙҙәр
Сағылһындар ине, һөйөклөм!
Мөғжизәләр көтөп, һөйөү илен
Һине эҙләп, гиҙеп йөрөйөм.
Килеп сығырһың һин ҡаршыма,
Ҡулдарымды ҡулға алырһың,
Нурлы ҡараш менән наҙлап ҡына
Минең йөрәгемә бағырһың.
Шул саҡ һиҙерһең һин күпме
һөйөү
Бар икәнен минең күңелдә.
Күрешеүҙәр, осрашыуҙар,
ҡауышыуҙар
Тик хыялым ғына әлегә…

* * *
Рәнйетергә мине һин ашыҡма,
Юҡ-бар ғәйеп минән эҙләмә.
Йөрәгемдән сыҡҡан нурлы хисте
Татымаҫтан алда этәрмә.
Аңлайым мин, байтаҡ йылдар
буйы
Һинең ышанысың тапалған.
Ләкин бел һин, ихлас күңел менән
Мин тик һиңә генә ынтылам.
Күҙҙәреңдә һинең һағыш күрәм,
Уларҙы мин алып ташлармын.
Тормош көҙөн икәү йәнәшәләп
Яҡты хистәр менән башларбыҙ.

* * *
Һәр кешенең үҙ яҙмышы, тиҙәр,
Кем яҙалыр тормош дәфтәрен?
Борма-борма юлдар гиҙә-гиҙә,
Кеше һүтә ғүмер йомғағын.

Сығыу ваҡыты 27-02-2015, 11:39 | Ҡаранылар: 658
|
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Юғалтыу-табыштар аша Ғүмер көйөм яҙыла
  • Етегәндең һигеҙенсе Йондоҙо булыр инем
  • «Етегәндең һигеҙенсе Йон­­доҙо булыр ­­­­инем...»
  • “Татлы һағыш – һөйөү һағышы”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM