НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яңы яҙмыш яҙған ҡағыҙыма Ялҡын ҡаба үткән һөйөүҙән

Яңы яҙмыш яҙған ҡағыҙыма Ялҡын ҡаба үткән һөйөүҙән


Гөлсәсәк Әминева

Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, Баш­ҡорт дәүләт аграр университетының мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультетын тамамлап, әлеге ваҡытта телевидениела эшләй.

Әсәйемә

Сәй эсәйек, әсәй, бер
ултырып,
Йәшел кәсәләрҙе тултырып.
Эс бушатып, серҙәр
сисешәйек,
Ығы-зығыларҙан арынып.
Маңлайыңа тағы һыр
өҫтәлгән,
Күңелеңде, әйтсе, кем ҡыйҙы,
Күҙҙәреңдә һағыш, әрнеү ҙә
бар,
Сәсеңдә лә күрәм аҡ ҡарҙы.
Моңаймасы, әсәй, мин
яныңда,
Ҡосаҡлап бер, ҡана, үбәйем.
Килер көндәреңде аҡ
бәхеткә,
Шатлыҡтарға ғына күмәйем!

* * *
Йөрәктәге яраларҙы
Ҡуҙғатмағыҙ, ярамай.
Йәндәргә бит ғазап һалып
Улар оҙаҡ ҡанһырай.
Хәтер һандығы асҡысын
Таптым, тип ҡыуанмағыҙ.
Һандыҡтағы хазинаға
Рөхсәтһеҙ ҡағылмағыҙ.
Күл-күҙҙәрҙең һағышына
Ҡармаҡ һалып булмағыҙ.
Өлөшөмә төшкән ғазап –
Илаһам да тыймағыҙ.

* * *
Бер генә һүҙ телә бәғеремде,
Бер генә һүҙ ала һушымды.
Бер генә һүҙ, инде һүндем
тиһәм,
Өҫтәй тағы эҫе ялҡынды.
Бер генә һүҙ йоҡлар
йоҡоларым,
Бер генә һүҙ эсер һыуҙарым.
Бер генә һүҙ алһыу төҫкә мана
Инде атмаҫ тигән таңдарым.
Бер генә һүҙ – һүнмәҫ өмөт
ҡуҙым,
Бер генә һүҙ – татлы хыялым.
Бер генә һүҙ йәшәү көсө
биргән
Изгеләрҙән изге илаһым.
Бер генә һүҙ һинең
ирендәрең
Ҡабатлаһын, йәнем:
“ЯРАТАМ!”
Ҡайтауаздар булып
яңғыратам:
“Яратам бит мин дә,
яратам!”
* * *
“Ағын һыуға бағып
теләк телә,
Ҡабул булыр, – тине
өләсәй. –
Һарыларға һалған һағышың да
Ағып китер һис тә һиҙелмәй.
Йондоҙ атылғанын күрә
ҡалһаң,
Теләк телә бары изгенән.
Изгелектең сихри нурынан бит
Яҡтырып та китә бар Йыһан.
Изге уйлы, матур кешеләргә
Хаҡ тәғәлә ихлас йылмайыр.
Күк ҡабағын асып һинең өҫкә
Аҡҡынанан бәхет яуҙырыр”.
Күңелемдә булған барлыҡ
хисте
Изгелектән генә туҡыйым.
Өләсәйем һүҙе раҫҡа сыға,
Шөкөр итеп кенә йәшәйем.

* * *
Телдәреңдән балдар тама,
Күҙҙәреңдә ут яна.
Үтә сағыу төҫтәр, йәнем,
Беләһеңме, тиҙ уңа.
Кәрәк түгел миңә һинең
Ҡояштай ҡайнар хистәр.
Бүләк ит һин миңә бары
Айлы, йондоҙло кистәр.
Алтын һарай вәғәҙә итмә,
Һөйөүең – миңә бәхет.
Аңла, йәнем, минең өсөн
Мөхәббәт – алтын тәхет.

* * *
Төштәремдең әллә ниңә
Сыуалып торған сағы.
Уйҙарымдың осона ла
Сыға алманым тағы.
Һүнгән өмөт күрҙем бөгөн
Сабый ҡыҙ күҙҙәрендә.
Тормоштоң киң даръяһында
Бер үҙе сәбәләнә.
Өй йылыһы, әсә наҙы
Татымаған һис кенә.
Етем тигән ауыр мөһөр
Яҙмыш һуҡҡан үҙенә.
Боҙҙай туң ҡараш, әйтерһең,
Үтеп инде елеккә.
Был ҡарашта күрҙем бары
Үпкә бар кешелеккә.
Кемдер күңеле түренән
Бүлһә әҙ генә урын,
Был ҡыҙсыҡ һүндермәҫ ине,
Бәлки, күҙенең нурын...

* * *
Аҡ ҡағыҙҙы аламын да хәҙер,
Өр-яңынан яҙам яҙмышты.
Төҫлө ҡәләм менән наҙлап
ҡына
Төшөрөрмөн шунан нағышты.
Яңы йылым булыр тик яңыса,
Үткәндәргә бында урын юҡ.
Алһыу таңдар, ана, яулыҡ
болғай…
Тик күңелдә һаман тынғы юҡ.
Яҙғы бөрө төҫлө шытып сыға
Үткән тигән хистәр яңынан.
Яңы яҙмыш яҙған ҡағыҙыма
Ялҡын ҡаба үткән һөйөүҙән.

* * *
Их, һин, тормош, ялғанлама
әйҙә,
Бар хистәрҙе килә татығым.
Уттан алып һыуға
батырһаң да,
Һис тотмамын һиңә асыуым.
Табыштарым булһын,
юғалтыуҙар,
Йәнем боҙҙай туңып иреһен.
Һөйөүҙең дә иң ҡайнары,
сафы
Йөрәк түрен минең биләһен.
Һабаҡ өсөн ебәр һынауҙарҙы,
Һис бер һүҙһеҙ ҡабул
ҡылырмын.
Хоҙай бүләк иткән был
ғүмерҙе
Ысын Кеше булып уҙырмын.

Сығыу ваҡыты 27-02-2015, 11:26 | Ҡаранылар: 848
|
  • “Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Һуңлап килгән һөйөү ялҡындары Ҡәләм тотторҙолар ҡулыма
  • Етегәндең һигеҙенсе Йондоҙо булыр инем
  • «Етегәндең һигеҙенсе Йон­­доҙо булыр ­­­­инем...»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM