НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
Әҙәбиәт / Проза // 8-11-2013, 12:04


Күрше хаҡы – тәңре хаҡыНурҙиҙә ҡарсыҡтың иртәнән бирле күңеле болоҡһоп торҙо. “Бәлки, кәйефем күтәрелер”, – тип, саф һауа һуларға урам­ға сыҡҡайны, уға бала саҡта бергә уйнап үҫкән Миңлегөл абыстай осраны.
– Һауғынамы, әхирәткәй! Ҡайҙа былай, утҡа баҫҡан бесәйҙәй, ашығаһың? Әйҙә, инеп, сәй эсеп сыҡ. Бер ҙә килмәй киттең дәһә, – Нурҙиҙә, уны күргәс, хатта ҡыуанып киткән һымаҡ булды.
– Эй, Нурҙиҙәкәйем, балаларға күстәнәсемде илтеп тапшырам да кире боролам. Күршең Фатимала аят уҡыйым.
– Фатима еңгә ҡунаҡ йыямы ни? – Нурҙиҙәнең һорауы һауала эленеп тороп ҡалды, Миңлегөл уны ишетмәйенсә өтәләнеп юлын дауам итте.
Нурҙиҙә ҡарсыҡ уның артынса бер аҙ аптырап торҙо ла, йәһәт кенә өйөнә ҡайта һалып, һандығынан сағыу биҙәкле, балитәкле күлдәген алып кейҙе, сиғандарҙан һатып алған күлдәй кәшмир шәлен ябынды....

Әсәләр көтә улдарын
Әҙәбиәт / Проза // 1-11-2013, 11:09


Ахылдап йәнәш һылашҡан Миңлеғәленең хәле хөрт ине, кәүҙәһен ул аҡтыҡ көсөнә һөйрәп килде, шулай ҙа тирле күҙҙәрен һөртөп, бер аҙ текләгәндән һуң яуапланы:
– Шунда… Мин уны фуражкаһынан таныйым... Һин әйткәнсә, яу яланын күҙәтә…
Ул арала беҙҙең окоптар яғында йәнләнеү һиҙелде, траншеялар буйлап каскалар ялтырап китте. Күп тә үтмәне, роталар яңы, үлемесле һөжүмгә күтәрелде.
– Урра-а-а-а! Урра-а-а-а!...

Әсәләр көтә улдарын
Әҙәбиәт / Проза // 25-10-2013, 12:03


Әсәләр көтә улдарынСираттағы һөжүм барышында Миңлеғәле немец минаһының көслө шартлауынан аяҡтарының ерҙән айырылғанын ғына тойоп өлгөрҙө. Кәүҙәһе, ғәҙәттәгесә, һаҡланыу инстинктына бирелеп, үҙенән-үҙе тирә-яҡҡа һибелгән үлемесле ярсыҡтарҙан ҡасыр­ға маташты, шулай ҙа һалдат, фашист ҡоралының утлы киҫәктәрен эләктереп, тупраҡҡа йөҙтүбән барып төштө. Шартлау тулҡыны юлындағы тағы ла бер нисә һалдатты ергә һеңгәҙәтә һуҡты ла, үҙенең артынан өҙгөләнгән кәүҙәләр өҫтөнә ҡара тупраҡ һибеп, күптәрен ер менән тигеҙләне. Ошондай шартлауҙар бер-бер артлы ҡабатланды һәм дәррәү генә башланған һөжүмде тонсоҡтороп, бөтә яу яланын теткеләп сыҡты. Снарядтарға эләкмәгәндәрҙе дошмандың ҡалҡыулыҡта ныҡлы урынлашып алған дзоттары иркенләп сүпләне. Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған башҡа һуғышсылар ергә һылашып, артҡа, үҙ окоптарына табан сигенергә тырышты....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 4-10-2013, 11:31


* * *
Иртә менән тороп проводниктан сәй алып килде лә, Хәйҙәр ағай Таһирҙы уятты.
– Әйҙә, улым, тор, сәй эсергә.
– Кисә миңә "ҡустым" тип өндәшә инегеҙ, – тип йылмайып килеп уянды Таһир.
– Һинең атайыңдан йәшерәк булмаһам, мин һиңә "улым" тип өндәшергә тейешмен. Беҙҙең башҡортта шулай әйтелә, – тине Хәйҙәр ағай.
– Әсәйемдең һөйләүе буйынса, минең атайыма хәҙер ҡырҡ биш йәш булыр ине......

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 27-09-2013, 11:28


Әбей, Хәйҙәрҙең кем икәнен, ҡайһы ауылдан булыуын һорашып алғандан һуң, бер балағын ситек тышына сығарҙы ла, Фәхрислам ҡарттарға китте, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң тамам кәйефе боҙолоп кире өйөнә боролоп ҡайтты.
– Юҡ, бер ҙә ыңғайларлыҡ түгел был Фәхри ҡарт. Ундай кире кешене бөтә Сысысырҙа (СССР) осратмаҫһың. Әйттем бит мин, ул – шундай әҙәм, тип. Ай-ва-ай, һеҙҙең буласаҡ ҡоҙағыҙ... Әле мин “бер әфисәр ҡыҙыңды һората килгән” тигәс, туҙынды ла китте. Лутсы үҙегеҙ генә барып һөйләшеп ҡарағыҙ. Уф, хатта башым ауыртып китте... – тип, тыны бөткәндәй, ышылдап, һөйләнә-һөйләнә урындыҡ ситенә барып ултырҙы....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 20-09-2013, 11:31


* * *
– "Дамский вальс!" – тип иғлан итте Ғәбделварис руссалап. Ҡыҙҙар тартынышып, бер ситкәрәк һырылды. Ләкин шул саҡ улар араһынан Фәриҙә ҡыйыу ғына атлап килеп сыҡты һәм: "Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!" – тип туп-тура егеттәр төркөмөнә ҡарай китте. Йәштәр барыһы ла тынып ҡалды. Биттәре еңелсә ал­һыу­ланған Фәриҙә, бер аҙ тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, Хәйҙәр янына килде һәм уны бейергә алып төштө. Башҡа йәштәр еңелсә генә үҙ-ара геүләшеп алғандан һуң яйлап ҡына, парлашып-парлашып вальс бейеүенә төшә башланы....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 13-09-2013, 13:39


... Тап бына хәҙерге кеүек йәйҙең йәмле бер көнөндә хәрби училищены тамамлап, йәш лейтенант Хәйҙәр Йәнбәк ауылына отпускыға ҡайтып төштө. Ауыл туҡталышында автобустан сығыуы булды, юл ситендә морон аҫты ҡап-ҡара булып туҙан­ға буялып уйнап ултырған Ришат: "Хәйҙәр ағай ҡайтып килә!" – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, саң борҡотоп, Хәйҙәрҙәрҙең өйөнә йүгереп инеп китте. Өйҙән иң тәүҙә Хәйҙәрҙең атаһы, унан, яҙып ябынған яулығын төҙәтә-төҙәтә, әсәһе килеп сыҡты. Йүгерә-атлай килеп икеһе бер юлы улдарын ҡосаҡлап алды. Ә Ришат "һөйөнсө"һөнә алған кәнфитте һура-һура танауын "мырш" тартып, бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән урамдан йүгереп сығып китте....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 5-09-2013, 10:56


Аҡҡан һыуҙарЕрәнсәккәй атым, ай, елмәйҙер,
Кешегә ғүмер ике килмәйҙер.
Йәш ваҡытҡайҙарҙың ҡәҙеркәйен
Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер...
(Башҡорт халыҡ йырынан).
...

Күктән төшкән бәхет
Әҙәбиәт / Проза // 23-08-2013, 12:11


Күктән төшкән бәхетБайыҡ күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп үҫтергән сейә, алмағас, ҡарағат, му­йыл­ға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарап торҙо. һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, шундай дан баҡса тағы кемдә бар?! Ғәжәп бит, бер төп ҡарағат күнәк ярым емеш бирһенсе! Ғәҙәттә, хужа баҡса ишеген асып инеү менән, яңғыҙы ҡалғанда, тәрән хәтирәләргә бирелеүсән. Яҙ туғайға сығып көрәк, һәнәк, тырма һаптары алып ҡайтҡайны....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 16-08-2013, 14:27


Фатир ишеге асылды. Айгөлө ҡайтты, тимәк. Шыпырт ҡына бүлмәһенә йүнәлде.
– Ҡыҙым, бында ин әле!
– Привет, пап! – Сикәһенән әп итеп алды ла ҡаршыһына баҫты.
– Ултыр ҡаршыма, торма һерәйеп!
Күндәм генә ултырған ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Берауыҡ өндәшмәне. Айгөлө ҡыҙыҡһына һалды:
– Пап, ауырып киттеңме? Колени болят, да? Фатирҙан лекарством пахнет....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM