НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҙым
Әҙәбиәт / Проза // 23-05-2014, 09:43


Аҙымәшерен-батырын түгел, әсәйеңә тиклем алдан йөрөгән ҡыҙҙарым булды (һин дә кескәйҙән, әсе булһа ла, үҙеңдә ғәйеп булһа ла, дөрөҫөн һөйләргә өйрән. Миңә, мәҫәлән, шундай тәрбиә бирҙеләр, шуны төп тормош ҡануным тип ҡабул иттем. Хәйер, алдашыу­ҙы ике төргә бүлер инем. Беренсеһе – дөрөҫтән бөтөнләй башҡаны һөйләү. Икенсеһе – йәшереп, әйтмәй ҡалыу. Ә хаҡлыҡты ҡоралың итеп алып йәшәһәң, һине ғәҙел тип белерҙәр һәм шикләнмәҫтәр үҙеңдән. Ышанырҙар. Шуға күрә үҙ һүҙеңде яҡлай бел, йәме?! Ә мин һинең алдыңда намыҫым таҙа булыуын теләйем).
Тәүге мөхәббәт мине ижадҡа алып килде. Шуға уға ғүмерем буйына рәхмәтлемен! Ә тәүге мөхәббәттән үк үҙенең йәрен тапҡан кешене иң бәхетлеһе тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, артыҡ эҙләнеп тә йөрөмәй һәм күпме йөрәк яраһынан азат булып ҡала!...

Ҡабатланмаҫ яҙмыштар
Әҙәбиәт / Проза // 25-04-2014, 06:56


Ҡабатланмаҫ яҙмыштарҒәлиә, Сәкинә әхирәте биреп торған күлдәкте кейеп, биҙәүестәрен таҡты ла, тоноҡланып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Сағылышын күреп, ҡапыл һиҫкәнеп китте һәм сирҡанып башын ситкә бора һалды. Көн дә үҙенә йылмай­ған алһыу йөҙлө, асыҡ йәшел күҙле, икенән үрелгән толомдары биленә тиклем төшөп торған һылыу урынына, уға түштәре яртылаш асыҡ булған яланғас оҙон ботло, туҙғаҡ башлы ят бәндә ҡарап тора ине....

Бәхетле билет
Әҙәбиәт / Проза // 28-03-2014, 14:09


Бәхетле билетРәмзәнә Әбүталипова Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) уҡый. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алғас, Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй, профессор.
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы БР-ҙың мәғариф алдынғыһы һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның юғары белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәре бар....

Яҡташ артиллеристар
Әҙәбиәт / Проза // 21-02-2014, 13:44


Яҡташ артиллеристарКүккә ашҡан Ҡырҡты тауҙары теҙмәһе Әбйәлил районының Теләш ауылын ҡәлғә булып ҡамап торһа ла, тау ул илгә килгән ҡайғынан ҡурсалай алманы. Урман эшенә, икмәк үҫтерергә, шахтаға төшөп күмер сығарырға ла түгел, мобилизацияланып, теләштәр илебеҙгә баҫып ингән фашистарға ҡаршы яуға китте. Теләш ауылынан 1915 йылғы Ҡотдос Ғәфиәт улы Хажин, өс саҡрым арауыҡ айырып торған Бикҡол ауылы егете 1916 йылғы Афзал Ғәләүетдин улы Нәҙершин 1940 йылда Германия сигендә әрме сафында артиллеристар булып хеҙмәт итә....

Кәләш әйттергәндә
Әҙәбиәт / Проза // 7-02-2014, 16:05


Ары ни әйтергә белмәй ултыр­ҙыҡ. Ҡыҙ – түшәктә, мин өҫтәл артында. Шул мәлдә Рәшиҙәгә иғтибарлаңҡырап ҡараным. Ул төҫ-башҡа Фәниәнән ары китмәгән, хатта ҡайһылыр кимәлдә ҡайтышыраҡ та күренә: сибек буй-һын, беленер-беленмәҫ ҡалҡып күренгән түштәр, нәҙегерәк сираҡлы аяҡтар. Торғаны үҫмер ҡыҙ инде. Йөҙө үтә лә ылыҡтырғыс, һөйкөмлө, ә күҙҙәре һуң – уларға бар донъяның матурлығы, ғаләмдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәме һыйған төҫлө, күҙҙәр түгел, төпһөҙ, серле күлдәр. Эске тойомлау менән шуны һиҙҙем – ҡыҙҙа мине арбатырлыҡ, албырғатырлыҡ, ҡаратырлыҡ ниндәйҙер күҙгә бәрелмәгән илаһи көс, ҡөҙрәт бар ине. «Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу ошолор инде, – тип уйланым эсемдән, – әгәр ошо мәлдә был ҡыҙҙы Фәниә менән йәнәш баҫтырһалар, ихтыярыма ҡуйһалар, рөхсәт итһәләр, мин мотлаҡ уны ғына һайлар инем… Уны ғына кәләш итер инем, билләһи…»...

Кәләш әйттергәндә
Әҙәбиәт / Проза // 31-01-2014, 04:39


– Әгәр димләгән ҡыҙың ошо арала кейәүгә сыҡҡан булһа?
– Мине ул ҡәҙәре томанаға хисап­лама, йәме, әхирәтем менән аҙнаһына бер тапҡыр телефондан аралашып, яңылыҡтар менән уртаҡлашып торабыҙ. Элекке көн генә хәлдәрен белдем. Бында ятһам да, Башҡортостандың көньяғындағы хәлдәр тураһында энәһенән ебенә ҡәҙәр хәбәрҙармын.
– Әсәй, һөйләштек-аңлаштыҡ, ҡабалан бараһы ерем бар, – шулай тинем дә сығып киттем. Кис ҡайтыуыма атай-әсәйем был хәлде, моғайын да, онотор, үҙҙәрен ҡайһылыр кимәлдә тынысландырыуҙыр маҡсаттары, киләсәккә минең күңелгә ғәм һалыуҙыр уйҙары. һәр хәлдә, шуға иҫәп тоттом. Ҡайтып инеүемә әсәйем һалҡын һыуға ҡойондорғандай хәбәрен һалды:...

Кәләш әйттергәндә
Әҙәбиәт / Проза // 24-01-2014, 12:05


Кәләш әйттергәндәАуылда йәшәгән ҡустыма ҡунаҡҡа барып, өҫтөмдәге юл туҙанын ҡағып та өлгөрмәнем, өй тултырып шаулап-лауылдап күптәнге танышым Уйылдан Хәлилов килеп инде лә мине киң ҡосағына йомарланы: «Ҡайтҡаныңды ишеттем дә килә һалып еттем. Ни хәл, именлекме, ҡорҙаш?» Йәшлектә аралашҡан танышымды күреүгә ҡыуанып киттем. Шулай булмай тағы, ҡырҡ йылға яҡын осрашҡаныбыҙ, күрешкәнебеҙ юҡ ине бит. Беҙ башта университеттың тел факультетында бер төркөмдә уҡыныҡ, дөйөм ятаҡта күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Сығышыбыҙҙың ауылдан, тәбиғәттән булыуы, кимәлебеҙҙең, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙҙың, ынтылыштарыбыҙҙың тап килеүе яҡынайтҡандыр арабыҙҙы....

Үлер алдынан
Әҙәбиәт / Проза // 10-01-2014, 04:43


Үлер алдынанАуыҙынан араҡы еҫе аңҡып торған терапевт Ҡотдосов, шешмәкләнеп бөткән күҙ ҡабаҡтарын саҡ күтәреп, берсә – ҡулындағы рентген рәсеменә, берсә ҡаршыһында ултырған урта йәштәрҙәге иргә ҡараш ташлап, ауыр һуланы:
– М-дә-ә… Хәлдәр хөрт, ҡустым. Күп тартаһыңмы шулай?
Вайымһыҙ ғына ултырған Илһам, “хөрт” тигәнде ишетеп, тертләп, албырғап китте. Устарын бер-береһенә ыуа-ыуа, табипҡа текәлеп:
– Күп тип ни, тартам инде, – тине. Үҙе тилмереп яуап көттө. Күп эсеүҙән хатта аҙнаның көндәрендә буталып киткеләгән, әммә төпкөл районда табиптар етешмәү сәбәпле һаман эшләп йөрөүсе Ҡотдосов ҡулындағы рәсемгә төртә-төртә дауам итте:...

ТУЛҠЫН
Әҙәбиәт / Проза // 13-12-2013, 04:03


ТУЛҠЫН Был көндө апрель ҡояшы ергә бар наҙын өләшкәндәй тойолдо. Ял паркынан ағылған көй ритмдары иһә кешеләрҙең күңелендә ауаздаш хистәр уятты. Үтеп китеүселәрҙең иғтибарын аҡ йомғаҡты хәтерләткән көсөк үҙенә йәлеп итте. Ул арт аяҡтарына баҫып, көй ағымына орсоҡтай вальста әйләнә тиерһең. Әммә “аҡ суҡлы” артист был тамашаны тик пирожки һатып алыусылар янында ғына күрһәтә бирҙе. Көсөктөң килешле бейеүенә һоҡланып, улар, бәрәмәстәренән өлөш сығарып: “Хәйер һорашмай, ризығын эшләп ала. Әллә цирктан юғалғанмы был?” – тиеште....

Яңғыҙ ҡатын
Әҙәбиәт / Проза // 29-11-2013, 13:09


 Яңғыҙ ҡатын
Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,
Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын.
Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын,
Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын…
– Эй, әттәгенәһе, тағы йәнде әрнеткән, йөрәкте һыҙлатҡан моңло йыр, – радионы ҡабыҙған Бәҙерниса әбей кинәт моңһоуланды, күҙҙәре йәшләнде. Шул ваҡыт ишектән инеп күренгән Зарифа килене лә, ҡәйнәһенең сырайы һытылыуын күреп: “Абау, тағы ни булды, ҡәйнәм?” – тигәнгә ҡапыл һиҫкәнеп китте лә: “Бынау көйҙө әйтәм, радиола ла, телевизорҙа ла гел яңғыраталарсы, әллә башҡа көй бөткәнме?” – тигән булды ни әйтергә белмәгәс....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM