НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бирҙе донъя кәрәкте(Хәтирәләрҙән өҙөк)
Әҙәбиәт / Проза // 21-11-2014, 12:28


Бирҙе донъя кәрәкте(Хәтирәләрҙән  өҙөк)Лагерь тормошо килде-китте тигән кеүек: бөгөн былай, иртәгә тегеләй. Лагерҙа йәшәп, уның көндәлек тормошонан ғафилһың. Бер кем дә бер ваҡытта ла ни булырын белмәй. Бер ҡараһаң, лагерь тормошо ярым-йорто хәрби тормош тәртибенә ҡуйылған.
Иртәнге сәғәт өс тирәһендә уянырға һәм урындан ҡуҙғалмай тыңларға ҡуштылар. Исемлектә кем күрһәтелгән, шулар өс минутта, кейемдәрен күтәреп, зона ҡапҡаһы төбөнә барырға тейеш. Өс минутта кемгә ни әйтәһең дә, кем менән хушлашып өлгөрәһең?.. Мин дә, кейем-һалымымды урап-төрөп, зона ҡапҡаһына йүгерҙем. Зона ситенә сыҡҡас, һәр кем төйөнөн төҙәтеп, төрнәп, бер урынға өйөп ҡуйҙы....

Йыназа
Әҙәбиәт / Проза // 21-11-2014, 11:04


Кеше ғүмерендә өс туй була... Был һүҙҙәрҙе Рамазан ҡартҡа заманында атаһы һөйләгәйне. Бе­ренсе туй – ул баланың тыуыуы. Сабыйҙың әсә ҡарынынан сығып, донъяға ауаз һалыуы – иң шатлыҡлы ваҡиға. Бына, исмаһам, бәхет! Ергә яңы кеше тыуа... Әҙәм балаһының ғүмерендәге икенсе туй – һөйгән йәре менән ҡауышыуы. Ул байрамды элек тотош ауыл халҡы менән геү килеп үткәрәләр ине. Туйғансы йырлайҙар, бейей­ҙәр... Был тиклем дә һөйөнөстө йәшереп буламы ни? Яңы ғаилә тыуа бит!.. Кеше ғүмерендә өсөнсө туй – ул баҡыйлыҡҡа күсеүе. Эйе, әҙәмдең ер йөҙөндәге юлы тамамланып, мәңгелеккә күсеүе лә туй ул. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йолаһы, үҙ шарты бар......

ЙЫНАЗА
Әҙәбиәт / Проза // 14-11-2014, 04:47


ЙЫНАЗАХәтифә әбей үлеп ҡалған! Был күңелһеҙ хәбәр ауылға йәшен тиҙлеге менән таралды. Мәрхүмәне бөгөн төшкә ҡарай алып килергә тейештәр. Эй, ғүмер тигәндәре! Бер балҡып һүнгән шәм ише генә...
Көтөлмәгән хәбәрҙе алғас, Рамазан бабай шаңҡып ултыра бирҙе. Уҙа ғүмер, уҙа! Уйлап ҡараһаң, Хәтифә кисә генә ошо ауылға килен булып төшкәйне. Тормош иптәше Хәйрулла менән емертеп донъя көттө. Ул кәртә тулы ҡош-ҡорт, ул мал-тыуар... Уңған ғаиләлә бер-бер артлы ике бала тыуҙы. Ҡыҙҙары Әсмә хәҙер ҡалала йәшәй, ҙур урында эшләй, хатта шоферы өйөнән килеп ала, кире илтеп ҡуя, ти. Улдары Хәким дә сереп байып киткән икән. Нимә әйтәһең инде – эшҡыуар. Өфө һынлы Өфөнөң ҡап уртаһында бейек кенә затлы йортта йәшәй, тип һөйләгәйне әсәһе. Эш буйынса сит илдәрҙән ҡайта белмәй, имеш.
Рамазан ҡарттың уйҙары йәнә мәрхүмәгә әйләнеп ҡайтты....

ДҮРТЕНСЕ БЫУЫН
Әҙәбиәт / Проза // 31-10-2014, 10:34


ДҮРТЕНСЕ БЫУЫНЯуҙаштарын ут эсенән алып сыҡҡанда үҙе ике тапҡыр яраланды. Тәүгеһендә – еңелсә, командирын кабинаға күтәреп һалған ваҡытта дошман пуляһы беләген көйҙөрөп үтте. Илдар ауыртыуҙы хатта аңғармай ҙа ҡалды. Икенсеһендә – машинаһын артҡа биргәндә, ҡапыл күкрәген ныҡ итеп ниҙер семетеп алды. Яраланыуын аңлап, машинаһын туҡтатты. Биле ҡайыш менән быуылғас, гимнастеркаһы эсенә ҡан тулғанын тойоп, ҡулдары менән яраһын ҡыҫты…
Бәхетенә күрә, вертолет ярҙамға тиҙ килеп өлгөрҙө. Дошман, һауала көслө геүләү тауышы ишеткәс тә, кемдәре иҫән ҡалған, ҡасыу яғын ҡараны. Илдар быларҙы күрмәне лә, ишетмәне лә. Ул, иҫен юғалтып, рулгә ауышҡайны инде....

Йыһангир
Әҙәбиәт / Проза // 10-10-2014, 14:51


ЙыһангирБерәй яҡын, үҙ күргән кешемде хәтергә төшөрһәм, йәшәлгән ғүмерем, ауылдаштарым, ауылымдың үткәне, хәл-ваҡиғалар барған тупрағым, тыуған тәбиғәтем бер бөтөн булып күҙ алдыма килә лә баҫа, уларҙың береһен икенсеһенән айырыу мөмкин түгел, хәйер, айырымлау, бүлгеләү кәрәкмәй ҙә. Йыһангир олатай тураһында уйым, ана, ҡайһылайтып, төп фекеремде урау юлдарҙан алып китте. Шул тарҡаулыҡ өсөн уҡыусымдан ғәфү үтенәм.
Уйнап йөрөгән балаларға яҡынланым.
– Балалар, яңы Йыһангир тигән кешене иҫегеҙгә төшөрҙөгөҙ түгелме?
Ялбырбаш тәтелдәне:...

Йыһангир
Әҙәбиәт / Проза // 26-09-2014, 09:55


Ауылыма үтә лә һирәк төшә юлым, сәбәбе – ҡаршы сығып атым бәйләрлек дуҫтарым, ихласлап көткән яҡын туғандарым юҡ. Ҡайтҡан хәлдә лә ҡусты тейеш кешегә һуғылып, юл туҙанын ҡағыштырып, хәл-әхүәл белешкәндән һуң әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылырға ашығам, шунан урман-ҡырҙарға сығып әйләнәм дә, ҡунырға ла ҡалып тормай, кире юлланам. Әллә нишләп олоғая барған һайын тыуған тәбиғәтем йәнемә яҡынайғандан-яҡыная ба­ра, төштәремдә бик йыш урман төпкөлөндәге Ситлек ҡоҙоғоноң теш­­тәр­­­гә үтер һалҡын һыуы инә, яҙ етте иһә Олотауҙың зәңгәр күҙле, ебәк суҡлы умырзаялары биттәремде наҙлы ҡытыҡлағандай, йәм­ле йәйҙә Аҡташ буйы мәтрүшкәләренең хуш еҫе танауыма бәрелгәндәй, көҙ көнө Баланлы үҙәктең һарылы-ҡыҙыллы ағастары, ҡыш уртаһында Өс ҡарағайҙың бәҫ ҡунған меңйәшәр шыршылары күҙ алдыма килеп баҫа. Ҡалала йәшәһәм дә, ул тарафҡа «ҡайтам» һүҙен өҫтәргә телем әйләнмәй. Ергә һеңешкән торлаҡта сарға ауазымды һалып донъяға килгәнмен, кендегемде ҡырҡҡандар, ошо тупраҡҡа тәү тапҡыр ялан аяҡ тәпәй баҫҡанмын, ул ғына ла түгел, тиле йәшлегем ошонда үткән....

МӘҢГЕЛЕК ЮЛЫ
Әҙәбиәт / Проза // 15-08-2014, 04:34


МӘҢГЕЛЕК ЮЛЫ– Унда йәшәргә урын юҡ. Ирҙәр йәшәгән ятаҡҡа урынлашҡайным…
– Һин мине беләһең, малай. Минең алдымда кәртәләр юҡ. Нимә эшләһәм дә, һинән айырылыу юҡ!
Гөлнар Ҡәйепҡолдо бер аҙна инде өйҙән сығармай бикләп тота. Нимәлер һиҙенгән кеүек, ауыл урамын ҡыҙырыусан булып китте. Мәрхәбә әбей ихатаһына ла яҡынлашып ҡарай, тик эскә үтә алмай. Ул да, ишегенә йоҙаҡ элеп, ҡайҙалыр сығып киткән.
Район үҙәгендә Бүләкбикә әсәһе менән йәшәй башланы. Ҡатлы йортта бер бүлмәле фатиры бар Алмабикәнең. Бүләкбикә, дауахананан һауығып сыҡҡас, ауылға ҡайтып, документтарын йүнләп алып килде лә, тегенсегә уҡырға инде. Киләсәктә үҙ ательеһын булдырыу уның хыялы. Алмабикә ике урында иҙән йыуыусы булып эшләй. Ҡыҙы менән күрешеүенә ҡыуанып бөтә алмай, йөҙөнән йылмайыу китмәй....

Мәңгелек юлы
Әҙәбиәт / Проза // 1-08-2014, 10:30


Мәңгелек юлыГөлнар һиҫкәнде. Ҡулдары менән кәүҙәһен ҡапшаны. Ләкин ҡулы ла, тәне лә бер нәмә лә һиҙмәй. Хатта һәр саҡ саңҡыр, геүләр баш та урынынан еңел генә итеп ҡуҙғалып, кире ултырғандай булды. Ялбыр оҙон сәстәре лә аҙым һайын биткә һылана торғайны, әллә йыйылған инде, күңел өсөн улары бимазалап таралһасы.
– Гөлна-а-ар! Гөлна-а-ар, тим бит!.. – тоноҡ, әммә таныш тауыш уны һелкеткәндәй булды. Ҡатын тертләне. Тик бер ни эшләй алмай туҡталды. Сөнки тауыш бик алыҫҡа инеп юғалды.
Ҡәйепҡолоноң илаған, ялбарған тауышын таныны, тик яуап бирергә ауыҙы асылманы аптыранған ҡатындың. Хәйер, ихтыярында булһа, иренә яуап ҡайтарыр ине лә бит. Әллә ниндәй көс уның менән хакимлыҡ итә шикелле, үҙе теләгәнде эшләй алмай…
– Иманһыҙлыҡтан арып килдеңме, ҡолом? Нишләп юғалып ҡалдың?...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ: Сетерекле хәл
Әҙәбиәт / Проза // 4-07-2014, 12:31


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ: Сетерекле хәл– Иртәгә улығыҙҙы дөйөм палатаға күсерәсәкбеҙ. Сәғәт ун берҙәргә килһәгеҙ, үҙен дә күреп һөйләшергә мөмкин буласаҡ, – тине доктор уларҙы оҙатҡанда. – Йоҡлап сығырға гостиницаға барып йөрөргә ҡыйынһынһағыҙ, бүлектә буш палата ла бар...
– Обойдемся!.. – тип, хушлашмайынса ла шәп-шәп атлап сығып китте Феликс Ишбулдович. Уларға тәү осраған офицерҙың доктор булып сығыуын, иренең бар асыуын ана шул иң беренсе күҙенә салынған кешегә төшөрөүен яҡшы аңлаған Гөлниса шулай ҙа килеп сыҡҡан «ҡытыршылыҡ»ты бер аҙ ғына булһа ла төҙәтергә ашыҡты.
– Рәхмәт, доктор! Ғәфү итегеҙ... – тине ул бүлмәнән сығып барышлай.
Чечня һуғышында ике тапҡыр ҡатнашып «бешеккән», күпте күргән тәжрибәле хирургҡа Феликс Ишбулдовичтың «атака»һы әллә ни һиҙелмәне лә тиерлек, кинәт кенә иҫеп ебәргән көҙгө елдәй генә тойолдо....

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Сетерекле хәл
Әҙәбиәт / Проза // 27-06-2014, 11:27


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Сетерекле хәлИфрат ҙур кәүҙәле Феликстан, ысынлап та, әллә шөрләнеләр, элегерәк Гөлнисаның артынан ҡалмай бәйләнеп йөрөгән егеттәрҙән кинәт кенә елдәр иҫте. Хатта өс йыл тирәһе ҡыҙға үҙенең эскерһеҙ саф мөхәббәтен аңлатып йөҙәткән күрше Рәфис тә шымып ҡалды.
Феликс оҙаҡ көттөрмәне, Яңы йыл алдынан Гөлнисаға өйләнешергә тәҡдим яһаны. Егетте ни өсөндөр, өлөшөмә төшкән көмөшөм, тип һанай башлаған ҡыҙ ҙа оҙаҡ ялындырманы, уға ҡарата әллә ни мөхәббәт хистәре кисермәүенә ҡарамаҫтан, «тимер Феликс»тың тәҡдименә ризалығын белдерҙе. Ҡыҙҙың әсәһе әйтмешләй, «ыздарауай» кәүҙәле егеттең тап ана шул буйы-һыны ҡыҙҙы үҙенә тартты, ахыры...
...Феликс Ишбулды улын ашығыс рәүештә улы хеҙмәт иткән часҡа саҡырттылар. «...Улығыҙ ауыр хәлдә...», тиелгәйне часть командиры исеменән ебәрелгән ҡыҫҡа ғына был телеграммала. Көтөлмәгән бындай хәбәргә сығырынан сыҡҡан атай кешенең берҙән-бер улы менән ни булғанын телефон аша белешергә маташыуы файҙа бирмәне. «... Улығыҙ ауыр йәрәхәт алды. Хәҙерге көндә госпиталдең реанимация бүлегендә», – тигәндән башҡа мәғлүмәт ала алманы......


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM