НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йыбытҡы
Әҙәбиәт / Проза // 10-07-2015, 16:34


Йыбытҡы– Сөнки миңә (!) һинең (!) Маһираның ҡыҙы Әлимәгә өйләнеүең кәрәк! – Әсәһенең тауышында һирәк булһа ла яңғырап киткән бындай ҡорос сыңының ни аңлатҡанын белә Мансур – «әйттем – бөттө» тигән һүҙе был. Күңелһеҙ һөйләшеүҙе ни өсөн башлауына үкенеп тә ҡуйҙы: барыһы ла үҙ яйы менән хәл ителер ине әле, ә былай ул үҙе ваҡиғаларҙы тиҙләтеп, көтөлмәгән яҡҡа бороуға юл асты. Ни тиҙәр бындай осраҡта аҡыллыраҡ егеттәр? Эйе шул, ҡаңғыртмағыҙ, мин бер ҡасан да кәләш алмаясаҡмын, тип ҡотолалар. Ҡатын-ҡыҙға бөтөнләй битараф иргә кем кәләш тағып аҙапланһын…
Әлимәне белә инде – ни бите, ни күте, тигәндәй. Танышлыҡтары «һаумы»нан уҙғаны булманы, ә бына әсәләре бик йыш йөрөшә. Кем әйтмешләй, тыумыштан әхирәттәр инде. Аҙна һайын йә тегеһе бында килеп, йә Мансурҙың әсәһе Сәриә инәйгә барып, сәғәттәр буйы сөкөрләшеп, әллә нисә самауырҙы йығып ҡайтышалар....

МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ
Әҙәбиәт / Проза // 26-06-2015, 14:13


МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ– Туҡта-а-а! Атам!
“Әлбиттә, был милиция! Әгәр туҡтамаһам? Атырҙармы икән? Бәлки, ҡурҡыталар ғыналыр? Юҡ! Уларҙың ҡулына эләгергә ярамай! Машиналары йырын аша үтә алмаясаҡ. Анау ҡарағандар* шырлығына ҡәҙәр йүгерә алһам – ҡотолам...”
Һул аяғы ерҙе тойманы, Айдысмаа ҡолай башланы. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ алпамыша күкрәгенә киҙәнеп, таҡта менән һуҡҡандай булды. Тыны ҡыҫылды, ул ыңғырашты. Ярай әле, көслө ауыртыуҙан аңын юғалтманы һәм шунда уҡ ирҙәрҙең иркәләүсән ҡулы күптән ҡағылмаған күкрәген кейеме аша ҡапшап ҡараны – барыһы ла урынында. Ыңғы­рашмаҫҡа тырышып, ҡул бармаҡтары ҡыбырлауына инанғас ҡына, күҙҙәрен асып, тирә-яҡҡа ҡаранды: соҡорға ҡолағайны. Ҡатын был яландағы үрмәксе ауы кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡороған арыҡ-соҡорҙарҙың береһендә ята ине. Ул ҡалҡынды, күкрәген түҙеп торғоһоҙ ауыртыу әрнетте....

АТАЙ
Әҙәбиәт / Проза // 20-06-2015, 15:28


АТАЙЭш ваҡыты бөтөп, инде ҡайтырға йыйына башлағайным, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Туҡылдау шундай сәйер, һағайып, башымды күтәреп ишеккә төбәлдем. Күп тә үтмәй, ҡыҫып асылған ишек артынан яртылаш баш күренде.
– Мөмкинме? – Яңаҡтары ҡурҡыныс булып эскә батҡан, илле биш йәштәр самаһындағы ир, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, эйелә-бөгөлә килеп инде. Бүлмәгә алан-йолан күҙ йөрөтөп ҡарап алғандан һуң, миңә ҡарап, ҡояштай балҡып, ҡуш ҡуллап күрешергә ҡулын һуҙҙы. Бына һиңә! Күптәнге таныш! Мин уны күрмәгәнгә һалышып, ситкә боролам. Теге кеше, аптырап, баҙап ҡалғандай булды. Ҡатып ҡалғандай, ҡул һауала эленеп торҙо ла, яй ғына һәленеп төштө.
– Мөмкин! – асылған ауыҙымды ябыр­ға ла онотоп, ҡапыл мин дә юғалып ҡалдым. Был кешене беләм бит. Үтә лә таныш йөҙ. Бала саҡ хәтере ныҡ, төпһөҙ күл һымаҡ бөтә нәмәне үҙенә йотоп, һеңдереп бара бит ул. Был әҙәм дә, шул бала саҡтың бер хәтирәһе булып, ҡылт итеп иҫкә төштө....

Тәүбә
Әҙәбиәт / Проза // 5-06-2015, 13:48


Тәүбә       Йәкшәмбе иртәһе. Рифатты рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан еренән телефон тауышы уятты. Әсәһе икән. Шунда уҡ йоҡоһо ҡасты.
– Һаумы, әсәй.
– Һауғынамын, балам. Иртә менән уяттым инде үҙеңде. Ней, бит әле, – әсәһе, улына йоҡо бирмәгәненә уңайһыҙланыпмы, һүҙен башлай алмай аҙапланды.
– Зыян юҡ, әсәй. Һөйлә-һөйлә, тыңлайым. – Төнө буйы һаташып, таңға ғына йоҡоға киткән сирле улын уятмаҫ өсөн йоҡо бүлмәһенең ишеген япты ла, иҫнәй-иҫнәй әсәһен тыңларға әҙерләнде.
– Төндә яман көслө дауыл булды. Кәртә артындағы тирәк йығылып, тауыҡ кетәген емерҙе. Алай ҙа һарайға теймәне, – тине әсәһе борсоулы тауыш менән.
– Дә-ә-ә. Шулай икән дә. Ярай, улай булғас, киленең менән ҡайтып етербеҙ. Күрше Зөлфиргә әйт, беҙ барғансы емерелгән урындағы таҡталарҙы алғылай торһон....

Бала хаҡы
Әҙәбиәт / Проза // 29-05-2015, 16:16


Телеүҙәктән сыҡҡайным ғына әсәйем шылтыратты.
– Ҡасандан бирле тауыш-тының юҡ, әллә берәй нәмәгә тарып йөрөй­һөңмө? – ти.
– Эш күп бит, әсәй, – тигән булам. – Ярты коллектив отпускта, шуға саҡ ҡына ла бушай алмайым, көн-төн сабам. Киленең дә өйҙә булмағас, әле бөтөн мәшәҡәт үҙемдең өҫтә: ашарға бешерергә, кер йыуырға...
– Һы! Яңғыҙ башыңды ҡарарға күп ваҡыт кәрәктер... Шул инде, бала күңеле – далала, тиҙәр ҙә инде. Һеҙҙә беҙҙең ҡайғы бармы ни?!
Әсәйем ныҡ ҡына үпкәләгән, буғай. Ысынлап та, аҙнанан ашыу шылтыратмағайным. Нимә һөйләйһең инде уларға: яңылыҡтар юҡ, кәйеф тә. Эш күп тиеүем – һылтау ғына.
– Әллә ауылда бер-бер хәл булдымы? – тип һорай һалдым....

Гитлер шпионы - 4
Әҙәбиәт / Проза // 22-05-2015, 13:46


Гитлер шпионы - 4Серем итеп алырға ятһа ла, йоҡо эленмәне керпектәренә. Тағы ла осо-ҡырыйы булмаған уйҙар бер-бер артлы башынан үтте: “Ҡасан уянырҙар? Беренсе һүҙҙәре ниндәй булыр? “Әсәй, асыҡтыҡ, икмәк, әпәк”, – тиерҙәрме? Ҡысҡырып иларҙар инде. Кем беренсе булып ишетер уларҙың тауыштарын да, кем беренсе булып ишекте асып инер? Бикһеҙ ишекте үҙҙәре асып, һыуыҡ өйҙә туңып үлмәҫтәрме?.. Ҡайҙарға алып китерҙәр бахырҡай­ҙарымды?.. Үҙе ҡайһы юлдан ҡайһы яҡҡа йүнәлер?.. Бүреләр өйөккән ваҡыт... Улар ҡамауында ҡалмаҫмы?.. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ, бер-бе­реһенән хәсрәтлерәк, ғазап­лыраҡ уйҙарҙы мул һығылып аҡҡан күҙ йәштәре оҙата барҙы. Тәҙрәгә үрелеп, тағы ла шәреҡҡә баҡты. Сулпан баҙлай ине. Ваҡыт. Торғас, сыра яндырып, балаларының йөҙөнә хушлашыу ҡараштарын төбәне....

ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 3
Әҙәбиәт / Проза // 3-04-2015, 10:51


Падам пальтоһын һалып, ҡарын ҡаҡты... Баланы һаҡ ҡына карауатҡа һалғас, Ашми аш-һыу бүлмәһенә үтте. Газ ҡабыҙып, плитаға сәйнүк ҡуйҙы. Бала имеҙгән Падам тартынмаһын өсөн, аш-һыу бүлмәһендә тотҡарланды. Падам балалар аҙығы шешәһен тотоп, аш-һыу бүлмәһенә ингәндә сәйнүк ҡайнағайны инде.
– Унһыҙ тамағы туймаясаҡ, – Падам шешәне ҡайнар һыуға ҡуйҙы. Ул быны Ашмиға ябай ғына, бер ниндәй тартыныуһыҙ әйтте. Ашми быға иғтибар итте.
Һөт тултырылған шешәне һыуҙан алғас, Падам уны һелкте лә, артына боролоп тәмләп ҡараны: эҫе түгелме?
Ашми аш-һыу бүлмәһенән залға сыҡҡанда тамағы туйған бала йоҡлай ине....

ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН 2
Әҙәбиәт / Проза // 27-03-2015, 13:05


Юл ситтәренә ракеталар­ҙан атып, юлсыларҙы даими бомбаға тоталар. Самолеттар күренеү менән, уларҙан ике машина алда “уазик”та барған йәш кеше, һикереп төшөп, камераһын юғарыға төбәй ҙә, видео төшөрә башлай.
Бер ҡарт, машинанан һонолоп: “Егет, туҡта, төшөрөргә кәрәкмәй”, – тип ҡысҡырҙы. Ләкин тегеһе тыңламаны. Самолеттар тағы ла күренде, егет тағы ла машинанан һикер­ҙе. Шау-шыу, шартлауҙар, ут-ялҡын – һуңынан ыңғырашыуҙар, тауыштар, илаш... Баҡтиһәң, самолеттар ракеталар ебәргән икән. Камераға төшөрөүсе лә, уны төшөрмәҫкә өндәүсе ҡарт та – барыһы ла һәләк булды, бөтәһе ун туғыҙ кеше. Машиналар янды. Уларҙың машинаһына ракета теймәне. Хоҙай һаҡланы......

ШӘМДЕ ЕЛ ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨН
Әҙәбиәт / Проза // 20-03-2015, 11:50


ШӘМДЕ ЕЛ  ҺҮНДЕРМӘҺЕН ӨСӨНАҙна буйы мәшәҡәтләнгәндән һуң, ниндәйҙер халыҡ-ара гуманитар ойошма ярҙамында, ниһайәт, урман юлында коридор билдәләнгәс, Элиманың уға мөнәсәбәте үҙгәргәндер, бәлки? Унда икәүләшеп барҙылар. Бомбаға тотоуҙан өмөтһөҙлөккә төшкән кешеләр, уларҙы мөғжизәсе әүлиәләрҙәй күреп, илай-илай ҡаршыларына йүгерҙе.
Ләкин ул бында ла яңылышты: бер йылдан һуң ҡыҙ ни өсөн уны һайлағанын үҙе һөйләне. “Был мәрхәмәтһеҙ донъяла нисек йәшәргә белмәнем, сөнки мин – ҡарт ата-әсәмдең берҙән-бер балаһымын. Ә һин минең яҡлаусым юҡлығын тойҙоң, миңә шулай күренде...” “Мин бер нәмә лә һиҙмәнем, һинең күҙҙәреңде генә – ике Кезеной күлен күрҙем, өмөт самалы булһа ла, уларҙың минеке булыуын теләнем...” – тип яуапланы ул уға. “Һин бер ваҡыт, ни өсөн ҡара күҙлек кеймәйһең, тип һораның, ул һиңә килешер ине, тинең... Мин күп уйландым... Ни өсөн шулай тип әйттең?” “Беләһеңме, ни өсөн? Һинең күҙҙәр­ҙәге күлдә сит кешеләр сағылышы һыу инмәһен өсөн... Улар минеке генә булһын”....

Кәримә
Әҙәбиәт / Проза // 13-02-2015, 10:59


КәримәБашҡорт ғәскәре лә Рәсәй эсендә барған ҡанлы бәрелештәрҙән ситтә ҡала алманы. Бер кем дә мөхтәриәтте, “Мә, ал!” тип, ҡулға килтереп тоттормаясаҡ. Бөйөк маҡсат – ирекле йөмһүриәт өсөн көрәш – ир-азаматтарҙы ҡанатлы итте. Бына шуға ҡыҙылдарҙың үҙаллылыҡты, азатлыҡты инҡар итеүе уларҙы аҡтар менән берләшеүгә алып килде. Хатта Колчак башҡорт ғәскәренең берҙәмлегенә, һуғыша белеүенә, сыҙамлығына, фиҙакәрлегенә аптырай, бының серен аңлай алмай ине. Ни генә тигәндә лә, Бөйөк Рәсәй төҙөргә, унда үҙ хакимлығын урынлаштырырға ынтылған көстәр өсөн башҡорт ғәскәре хәүеф тә уятты һәм ҡорт булып уларҙың йөрәген кимерҙе. Һәр яңы тыуған көн улар алдына яңы һорауҙар ҡуйҙы. Алда нисек булыр, ә әлегә башҡорт полктары вәғәҙәгә тоғро, ҡуйыл­ған бурысты үтәп килә. Ошо мөмкинлекте улар ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты. Шулай ҙа “Беҙ ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа түгел, беҙ – башҡорттар!” тигән оранды колчаксылар онотманы һәм онотасаҡтары ла юҡ ине....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM