НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?
Әҙәбиәт / Проза // 13-04-2016, 10:37


Уң яҡҡамы, һул яҡҡамы?Юл йөрөгәндә, ниндәй генә кешеләр менән осрашмайһың да, ниндәй генә яҙмыштар тураһында ишетмәйһең. Был юлы ла, ауыл осондағы туҡталышҡа сығып, күп тә торманым, ауыл яғынан килгән бер еңел машина килеп туҡтап, ултыртып алды....

Әлли-бәлли бәүкәйе…(Башы)
Әҙәбиәт / Проза // 12-04-2016, 12:50


Әлли-бәлли  бәүкәйе…(Башы)2015 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәте БР Башлығы грантына «Яңы офоҡтар» исемле хикәйәләр конкурсы иғлан иткәйне. Конкурсҡа килгән 29 ҡулъяҙманы танылған шағир һәм тәнҡитсе Фәнил Күзбәков, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире Сабир Шәрипов, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары, тәржемәсе Фәрит Әхмәҙиев баһаланы. Яҙмаларға авторҙарҙың исем-шәрифе ҡуйылмай, тик рәт һандары ғына һуғылып, тап кемдәрҙең еңеүсе булыуы хатта комиссия ағзалары өсөн дә һуңғаса сер булып ҡалды. Йәғни жюри ағзаларына бер ниндәй баҫым булмай, яҙмаларға ғәҙел баһа бирелде. Конкурста тәүге өс урынды Мөнир Ҡунафин, Баныу Ҡаһарманова һәм Артур Ҡазыханов яуланы. Мөнир Ҡунафиндың «Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә...» әҫәре донъя күреп, уҡыусылар тарафынан да юғары баһаланды. «Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Баныу Ҡаһарманованың ижади бәйгелә «Әлли-бәлли бәүкәйе…» хикәйәһе икенсе урынды алды.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына коллегабыҙҙың ошо әҫәрен тәҡдим итәбеҙ....

Күңел әрнеше
Әҙәбиәт / Проза // 5-04-2016, 15:11


Күңел әрнешеУрамда егерме беренсе быуат. Тормош етеш, халыҡ матур кейемле, байлыҡ заманы етте. Балалар ҙа мәктәптә подиумдарҙа йөрөгән моделдәр кеүек кейенә башланы. Миңә уларҙың былай кейенеүе бик оҡшамаһа ла, тормоштоң етеш булыуы шатландыра. Әле беҙ үҫкәндә әсәйем: “Эй, балам, беҙ бындай кейем кейеп үҫһәк, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыр инек. Бына мин өс класс ҡына тамамланым, бүтән уҡыу бәхете теймәне, ҡәһәрле һуғыш бар хыялдарҙы юҡҡа сығарҙы. Бәлки, беҙ ҙә уҡып, ҙур ерҙә эшләр инек. Ун өс йәштә урман ҡырҡып йөрөнөк, аяҡта – сабата, өҫтә кейем юҡ, өшөп, туңып, ҡар ярып, Еңеү өсөн тип тырыштыҡ. Ә һеҙ ҡара күлдәк, аҡ алъяпҡыс кейеп, күбәләк кеүек таҫмалар тағып йөрөйһөгөҙ”, – тип әйтер ине....

Балаларҙы һөйөп кенә үҫтерегеҙ!
Әҙәбиәт / Проза // 5-04-2016, 12:02


Балаларҙы һөйөп кенә үҫтерегеҙ! йәки Ҡуяндан ҡасан арыҫлан тыуһын инде?

Үҙем туҡмалып үҫкәс, бының ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнен яҙырға булдым.

Донъя матур, кешеләр һәйбәт, атай-әсәйҙе яратабыҙ, уларға ышанабыҙ, беҙҙе улар ашата-эсерә, кейендерә, һаҡлай. Ләкин бер көндө барыһы ла үҙгәрҙе. 3 – 6 йәшлек ҡыҙҙар тышта күмәкләшеп күрше инәйҙең өйө тирәһендә уйнайбыҙ. Уның ҡапҡаһы ла, ҡоймаһы ла юҡ, яңғыҙ өй генә. Инәй үҙе ҡыҙҙары менән эштә, моғайын, бесәндә булғандыр....

"Һин утта янып үлергә тейеш инең..."
Әҙәбиәт / Проза // 4-04-2016, 09:56


"Һин утта янып үлергә тейеш инең..."Мин күрәҙәселәргә бик үк ышанып бөтмәйем. Әлбиттә, Хоҙай тамғаһы һалынған Ванга кеүек һәләтле күрәҙәселәр ҙә барҙыр. Ләкин улар булһа ла, меңгә берәүҙер.
Институтта уҡыған йылдарҙа курсташ ҡыҙҙарға эйәреп, мин дә ҡыҙыҡ өсөн күрәҙәселәргә барғылай инем. Нимә һөйләгәндәре, ни юрағандары артыҡ иҫтә ҡалмаған. Тик шулай ҙа күңелдә уйылып ҡалған бер һөйләм, нишләптер, йыш ҡына иҫкә төшә. “һин утта янып үлергә тейеш инең”, – тигәйне миңә бер күрәҙәсе....

Үҙ кешеләр
Тормош юлдары ҡатмарлы / Проза // 18-03-2016, 14:06


Үҙ кешеләр
йәки "Киленемдең иремде төрлөсә ымһындырып үҙенә ҡаратыуын мин күрмәй, тыныс ҡына йәшәп тик ятҡанмын"

– Апай! Мин ғашиҡ булдым! – Марат* ишек төбөнән үк ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты.
– Һөйөнсөгә – уң ҡолағың! – Мәҙинә көлөмһөрәне. – Кем һуң инде ул башыңды әйләндергән ҡыҙ?
– Ул шундай һылыу, апай, ҡараған һайын ҡарағы килә, бер ҙә ҡарап туйырлыҡ түгел... Исеме ниндәй матур уның – Сабина... Тик йөрөгән егете бар, - ҡустыһының тауышында төшөнкөлөк һиҙелде....

Сабит ФАЗЛЫЙ. Штрафбат
Әҙәбиәт / Проза // 29-01-2016, 10:43


Эйе, Мухин әлеге мәлдә ысын офи­цер­ҙан күпкә ҡайтыш ине, өҫтәүенә, башҡаларҙы шикләндереп, үҙен ышанысһыҙ тотҡандай. Зонала ла ул, айырылырға тырышып, осоноп барманы, “авторитет”тар араһына ла тығылманы, уның элекке хәрби икәнен дә белеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғандыр. Ни булһа ла, башын баҫып, эште һайламай, арынһыҙ әҙәмдәй ҡушҡандарын теүәл үтәп, срок һананы хөкөм ителеүсе. Ҡылған енәйәте лә шунан ғибәрәт: ҡала магазинын көпә-көндөҙ талар­ға маташҡан бандитты атып үлтергән. Бәлки, майор ҡоралға тотонмаҫ та ине, уға талаусыны былай ҙа ялан ҡул бороп һалыу бер ни тормай, әммә күҙҙәре алйыған бандит, ҡулына төшкән аҡсаның әҙлеген шәйләп, обрезын меҫкен һатыусыға тоҫҡағайны. Кеше ғүмерен секундтар хәл иткәндә Мухиндың икеләнергә ваҡыты юҡ ине. Ул йәшен тиҙлеге менән кобураһынан батырлығы өсөн бүләкләнгән исемле ТТ-һын һөйрәп сығарҙы ла, тоҫҡамайынса тәтегә баҫты. Алыҫлыҡҡа ҡарамай, магазиндағыларҙы сикһеҙ ғәжәпләндереп, майор, бандиттың тас маңлайына сәпәне, пуля мәңгелеккә тегенең баш һөйәгенә инеп ултырҙы....

Штрафбат (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 22-01-2016, 15:15


  Штрафбат (Хикәйә)1942 йыл йәйенең ауыр көндәре. Сталин, Ставка ағзаларының дәлилдәрен һанға һуҡмай, гитлерсыларҙың киләһе һөжүме Мәскәү йүнәлешендә буласаҡ, тип, бөтә көстө баш ҡала янында тупланы. Әммә Гитлерҙың ҡырҡ беренсе йылғы блицкригы килеп сыҡмағас, киләһе йылға пландары үҙгәрҙе. Ул йәйгеһен нефткә бай Кавказды һәм транспорт бәйләнеше – Сталинградты буйһондорасаҡ. Төньяҡ Кавказдың күп өлөшө баҫып алынғас, немец илбаҫарҙары Сталинградҡа сығыр өсөн Волга ярҙарына ынтылды. Немец фашистарының өҫтөнлөгөнә ҡарамай, баш командующий оборонанан һөжүмгә күсергә бойорҙо.
...

ҠАПҠАН
Әҙәбиәт / Проза // 21-11-2015, 12:16


ҠАПҠАНУтыҙ туғыҙ йәшлек буйҙаҡ Рафиэл Зумбадзены ҡыҙ ҡарар­ға алып китеп баралар. «Баралар» тигән һүҙҙе тиктәҫкә генә ҡулланманым, сөнки көс-ҡеүәте ташып торған фармацевтың да, ҡәҙерле уҡыусым, мин һине рәнйетергә йыйынмағандай, өйләнеү теләге юҡ самаһында ине. Шулай ҙа ул ниндәй генә һылтау уйлап тапмаһын, ваҡытты нисек кенә һуҙмаһын, барыбер ҡотола алманы. Рафиэлдың туған-тыумасаһы һәм дуҫ-ише (бигерәк тә класташы, өс бала атаһы Гизо Шавдиа) уны нисек тә өйләндерергә булды. Бына шуға ла дарыухананың алдынғы хеҙмәткәренә һуңғы өс айҙа етенсе тапҡыр ҡыҙ ҡарарға барырға тура киләсәк. Рафиэлды өйләндерергә ынтылыштарҙың алдағы алтыһы, кейәүҙең бәхетенә күрә, уңышһыҙ килеп сыҡты. Беренсе тапҡыр ул кәләшкә оҡшаманы, икенсе мәртәбә ҡыҙҙың әсәһе ҡырҡа баш тартты, ә дүрт осраҡта Зумбадзе үҙе тиҫкәреләнде....

Тамамланмаған йыр
Әҙәбиәт / Проза // 14-11-2015, 13:41


Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яҙмыш елдәре беҙҙе Ейәнсура ра­йонына ташланы, нисәмә йыл ошонда ғүмер һөргәс, ерегеп киттек, тәбиғәте лә, кешеләре лә туғандарҙай яҡын. Бында күсеп килгәс, үҙ ҡулдарым менән үҙ оябыҙҙы ҡорорға тотоноп киттем, әлеге торған йортобоҙ урынына мунсалай ыҡсым бура күтәрҙем. Ниргәне10 уратҡандан аҙаҡ бүрәнәне илла-алла11 менән мендереп һалам да, баҫҡыс һөйәп, өҫкә күтәрелгәс, таптарҙы сәсрәтә сабып, бура бурайым. Бер көн, ни ғиллә менәндер, баҫҡыс ауған бит, ҡултыҡ таяҡтарым да әллә ҡайҙа ята. Ғүмерем буйы ауыҙымдағы ҡанды мир12 алдына төкөрмәнем, ғорурлығым, ир намыҫым алда йөрөнө....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM