НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
Әҙәбиәт / Проза // 27-08-2017, 07:30


Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)Ямашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, әкрен генә таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙарына мансыла башланы. һыу өҫтөндәге аҡһыл томан яй ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан-асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында – уң яғында Өфө – Сибай юлы һуҙылған – төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап ҡорбандарын баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле – кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…...

Хәйер (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 8-06-2017, 11:25


Хәйер (хикәйә)Төшкө ашҡа Илдар эргәләге кафеға йөрөй. Бында үзбәктәр бик тәмле әҙерләй. Ҡиммәт, әлбиттә, бер барыуға 150 тәңкә китә. Ләкин һис үпкә юҡ, туйғансы ашап сығырға була. Һәр хәлдә, бүтән ашханалар­ҙағы кеүек, аҙаҡ үҙәк көйөп ыҙалатмай, бер һүҙ менән әйткәндә, ашҡаҙанға байрам...
Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштән һуң эш ҡайғыһы китә, офиста дәртле көлөү, ҡысҡырып һөйләшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелә башлай. Алда ике көн ял! Рәхәт!...

Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
Әҙәбиәт / Проза // 23-05-2017, 11:17



Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
1946 йылдың йәйе. Июль ҡояшы аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Ике үҫмер ҡыҙ, Йәмилә менән Рәүиә, тырышып картуф күмә. Бер ыҙандың осона барып сығырға күп тә ҡалмаған. Ошо ыҙанды күмеп сыҡһалар, улар Рәүиәләрҙең картуфына тотонасаҡ. Шулай ҡул алмаш эшләһәң, эш тә ырай, бергә-бергә күңеллерәк тә.
Йәмилә нимес каскаһындағы ҡул йыуыр өсөн алып йөрөгән, көндөң эҫелегенән инде йылып бөткән һыуға ынтылғайны ғына, «Ҡыҙҙар!» тигән тауышҡа терт итеп ҡалып, башын күтәрҙе. Рәүиә лә турайып баҫты. Ҡараһалар, ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫтырған бер кеше бәләкәй генә ҡапҡанан быларға ҡарап тора. Ҡыҙҙарҙың, эштән туҡтап, үҙенә иғтибар итеүҙәрен күргәс, теге кеше:
– Ҡыҙҙар, аҡсағыҙ бармы? – тип ҡысҡырҙы.
– Бар, – тине лә Йәмилә өй яғына ыңғайланы. Өй беренсә йөрөп һалым йыйыусы кешене ул танып алғайны инде. Хатта исем-фамилияһын да белә. Рәүиә лә уға эйәр­ҙе. Һалымға тигән аҡса сәй ҡурғашына ҡат-ҡат төрөлөп, мейестең йүшкәһе буйына ҡыҫтырып ҡуйыл­ған. Айҙар буйы тинләп кенә йыйып тултырылған аҡсаны шулай төпкәрәк йәшермәһәң, күҙ менән ҡаш араһында юҡ булырын көт тә тор. Өй хужаларының эшкә киткәнен аңдып ҡына йөрөгән уғрылар аҙаҡ был урынды ла белеп алды.
Йәмилә, һәндерә башына менеп, йүшке буйына ҡыҫтырылған төргәкте алып төштө, тышындағы ҡоромон өрҙө. Шунан һаҡ ҡына тағатты ла эсендәге аҡсаны урындыҡтағы балаҫ өҫтөнә ҡойҙо....

Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
Әҙәбиәт / Проза // 17-05-2017, 11:55


Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
– Зәлифә! Зәлифә, тим! Туҡта!

Тротуар буйлап йүгерә-атлай китеп барыусы ҡатын, үҙ исемен ишетеп, туҡтап ҡалды. Уға өндәштеләр түгелме? Кит, булмаҫ. Яңылыш ишетте шикелле. Бында уны кем белһен? Мәркәз тиклем ерҙә, анау саҡлы кеше араһында әллә кем уны шәйләп ҡалған, ти. Аҙ, ти, бында Зәлифәләр!

– Зәлифәү, тим, ишетмәйһеңме ни? Туҡта! Һин бит был?!

– Эйе, мин…- тип әйтергә лә өлгөрмәне, янына әзмәүерҙәй ир килеп тә баҫты....

Өсөнсө дәрес (булған хәл)
Әҙәбиәт / Проза // 12-05-2017, 16:00


Өсөнсө дәрес (булған хәл)
Класта немец теле дәресе башланды. Уҡыусылар үрә баҫып, уҡытыусы Нәҙхәт Насировты ҡаршы алды. Дүшәмбе көндө күптәр, ауыр, ти. Уҡыусылар өсөн дә шулай­ҙыр. Ул көндө, зиһен таралмаһа ла, бер нимәгә лә күңел ятмай. Күптәр кисәге көн менән йәшәй бирә. Нәҙхәт немец теле дәфтәрен партаға алып һалды, ә уйы кисә Үргелә йәш йүкә эҙләгәндә ҡышҡы тәбиғәт менән наҙлан­ған сағында ине. Көнө буйы урманда булып, өйгә ҡайтҡас, сабата үрергә ваҡыты ҡалманы. Йүкә ҡабығынан 14 таҫма телде, сабата башы иште, ә бына үрергә өлгөрмәне....

Ғәйнулла шуҡлыҡтары (тулыһынса)
Әҙәбиәт / Проза // 20-04-2017, 12:11


Ғәйнулла шуҡлыҡтары (тулыһынса)
Әйтмәмбәт ауылынан апаруҡ йыраҡ, Инйәр йылғаһы аръяғында Перевоз тигән урын бар. Унда, үҙҙәренә утар яһап, тирә-яҡҡа тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге менән дан тотҡан Ғәбделхәмит бабай менән йомарт, йомшаҡ күңелле Нәсиә әбей йәшәне. Был ғаиләлә аҡыллы, эшсән малай һәм ҡыҙҙар үҫте. Ғәҙәттә, иркә үҫкән кесе малай үҙенең шуҡлыҡтары менән дан тота. Иҫ китерлек тәбиғәт ҡосағында үҫкән балалар, йыр-моңға ғашиҡ булып, бәләкәйҙән ҡурай уйнарға өйрәнде. Өс ҙур ғына башҡорт ауылына илткән юл Ғәбделхәмит бабайҙың утары аша үтә. Тағы ла Кесебай, Ялан-Йылға, Ҡарағай тигән рус ауылдары халҡы район үҙәгенә ошонан йөрөй. Инйәрҙә һыу ташһа, кәмәсе Ғәбделхәмит бабай алмаштырғыһыҙ кешегә әйләнә: үҙенең ҙур “косной” кәмәһендә кешеләрҙе, ике көнгә бер килеп торған почтаны ике яҡ ярға ташый. Уның өсөн бабай райондан билдәләнгән “тариф” буйынса аҡса ала. Аҡсаһыҙ сығыр­ға тырышҡан, түрәлектән шашҡан ҡайһы бер әҙәмдең, бабайҙың әсе теленә эләгеп, кеше алдында оятҡа ҡалған осраҡтары ла йыш булып тора.
Ошо донъяуи бәйләнеш уртаһында бабай­ҙың иң шаян кесе улы Ғәйнулла ла ҡайнай. Ул, бабайҙың көндәр буйы кәмәлә бушҡа йөрөгән берҙән-бер пассажиры булып, кесе йәштән үк кемде ниндәй хәлдә генә күрмәне. Ғәйнулланың шуҡлыҡтары бихисап, шуларҙың туҙға яҙырлыҡтарын бәйән итәм. Ә яҙып булмағандарын урындағы халыҡ әле лә иҫе китеп һөйләй......

Мәсет (Х.Тапаҡов) Аҙағы
Әҙәбиәт / Проза // 22-02-2017, 11:48


Мәсет (Х.Тапаҡов) Аҙағы
[b](Аҙағы. Башы гәзиттең 1-6-се һандарында)
Ҡорбан ғәйете күркәм, йәнле генә үтте Имәнлекүлдә. Көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, ҡорбан салыусылар өс урында ҡаҙан аҫып, бишбармаҡ бешереп, ауылдаштарын һыйланы. Унан тыш, байрамса кейенгән халыҡ көн барышында бер-береһен саҡырышты, ҡунаҡҡа йөрөштө, һәр кем, муллыҡ билдәһе итеп, өйө эсендә май еҫе сығарып, осраған береһен әҙерләгән табынына әйҙәләне. Һәммәһенең күңеленә ятҡан, хуш килгән күренеш шул булды – эскеселәр, баштары шаңҡып араҡы темеҫкенеүсе, намыҫтары етеп, был көндө урамға сығып күренмәне. Тәүфиҡ, әҙәп, тәртип, әйләнә-тирәгә ихтирам алып килгән Ҡорбан байрамы ҡана ла һуң йыл барышында дауам итһә, көнитмеш бөтөнләй икенсе юҫыҡтан китер ине, билләһи!...

Иномарка
Әҙәбиәт / Проза // 7-02-2017, 12:13


ИномаркаАғайым Өфөлә йәшәһә лә, баҡсаһы данлыҡлы Йоматауҙың бик күркәм урынында, урман эсендә урынлашҡан. Элегерәк улар еңгәм менән баҡсаға электричкала йөрөйҙәр ине. Һыйһаң – һыяһың, һыймаһаң, шаңҡайып тороп ҡалаһың инде. Яңыраҡ быға яҡын ғына дуҫы көсләп тигәндәй водитель таныҡлығы алып бирҙе. Таныҡлығы булғас, машинаһы ла кәрәк. Ныҡыша торғас, “тимер ат” та алыу­ға өлгәште ағайым. Машинаның да ниндәйе бит – иномарка!
Йәй аҙаҡтарында булһа кәрәк, аяҡ аҫтында һары япраҡтар шығырлай башлағанда, үрмәкселәр селтәр-селтәр көмөш ауҙарын һуҙған матур бер көндә ағайым, сит ил арғымағын ауыҙлыҡлап, Йоматауға ҡарай һыпырта. Ай-һай, машина шәп! Бөтә халыҡ уға һоҡланған һымаҡ. Ана бит, һыбайлылар аттарынан төшөп, йәйәүлеләр ятып ҡарап ҡалалар хатта. Ошо уйҙарҙан ағайымдың күңелендә йыр тыуа. Ул: “Килә шофер, елә шофер, руле төшмәй ҡулдарҙан”, – тип моңланып, баҡсаһына барып та етә....

Уларҙың төнө (аҙағы)
Әҙәбиәт / Проза // 23-12-2016, 17:18


Уларҙың төнө (аҙағы)Мөхәббәттә ике тапҡыр тетрәнеү кисергән Нәзирә оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәне. Ни тиклем ауыр булмаһын, тормоштоң уҫал елдәренә ҡаршы тороп, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ике балаһын да бер үҙе ҡарап үҫтерҙе. Кеше алдында кәм-хур булмаһындар, етемлекте тоймаһындар тип, уларға кейемдең дә иң яҡшыһын ғына алырға тырышты, тәмле-татлы ризыҡтан да өҙмәне. Әлбиттә, аҡсаһы етмәй йонсоған ваҡыттары ла булды, бында ла юғалып ҡалманы, өйрәнгән эшен ташлап, сит даирәгә – заводҡа эшкә инде, ә өйҙә теген, бәйләү эше менән булды. Артынан йөрөмәнеләр түгел, йөрөп ҡаранылар, тик гел ире кеүек йә эскесе, ҡатын айырған, өйһөҙ ҡаңғырған берәҙәктәр осраны, йә ваҡытлыса күңел асыу өсөн генә файҙаланып ҡалырға теләгән хәйләкәр, таҫма телле үткенселәргә юлыҡты. Электән матур шул ул: биленә етеп торған һорғолт сәсле, тулған айҙай алһыу йөҙлө, ҙур асыҡ һоро күҙле, зифа буйлы, еләк кеүек ҡатын. Тик ниңәлер гел, үҙен-үҙе кәмһетеп, елғыуар, буш ҡыуыҡ әҙәмдәр менән бәйләнде. Ике тапҡыр шундайҙарға ғашиҡ булды. Беренсеһен, никахлашырға ғына йөрөгәндә, һалҡын иҫәп менән йәшәгән икенсе ҡыҙ ауырға ҡалып өйләндерҙе, икенсеһе – ире – кеше һүҙе, кеше күҙе аша ҡарап йәшәгән ихтыярһыҙ бәндә, бай, фатирлы ҡатындарға әүрәп, ғаиләнән китте, бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны, тик береһе менән дә тормошо уңманы. Кире ҡайтҡайны ла бит, Нәзирә уны ҡабул итмәне: ирҙең күҙҙәре һүнгән, ҡарашы боҙ кеүек һалҡын, тәне уның янында булһа ла, ә күңеленең элеккесә, үҙе уйлауы буйынса, Нәзирәнән яҡшыраҡ, текәрәк, унан өҫтөнөрәк торған бай, дәрәжәле кешеләр араһында икәне күренеп тора ине....

Тауҙарҙа булһын ҡараштар!
Әҙәбиәт / Проза // 23-11-2016, 12:29


Тауҙарҙа булһын ҡараштар!Ҙур бер төркөм яҙыусы, Башҡортостандың байтаҡ ерҙәрен үтеп, Силәбе өлкәһендәге Арҡайымға барып етеп, тәбиғәттән хозурланып, ҡайтып килә инек. Белорет районына килеп сыҡҡас, урманлы, ҡырлас ҡаялы тауҙар иңендәге юлдан байтаҡ саҡрым артта ҡалғас, берәүебеҙ әллә ни күреп, мәртәбә һымаҡ итеп, ҡысҡырып әйтте:
– Ҡарағыҙ, анауында – Айгиздең Сермәне!
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM