НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Алҡалар (башы һәм аҙағы)
Әҙәбиәт / Проза // 24-07-2016, 12:01


Алҡалар (башы һәм аҙағы)Александр Карасёв 1971 йылда тыуған. Кубань дәүләт университетын тамамлай. Санкт-Петербургта йәшәй.
Әҫәрҙәре «Новый мир», «Октябрь», «Дружба народов», «Урал» журналдарында баҫыла. «Чечня хикәйәләре» китабы авторы. «Алҡалар» хикәйәһе О. Генри исемендәге «Тылсымсылар бүләге» премияһына лайыҡ була (Нью-Йорк, 2010 йыл)....

Һуңғы осрашыу
Әҙәбиәт / Проза // 17-07-2016, 22:31


Һуңғы осрашыуҺуңғы осрашыу“Нишләп кенә ошо байрам концертына барҙым икән, ғүмерҙә лә концерт тип иҫем киткәне юҡ ине лә баһа......

Иремдән туйҙым
Әҙәбиәт / Проза // 16-07-2016, 22:38


Иремдән туйҙым– Миңә бик ҡыйын, түҙеп булмаҫлыҡ
ауыр… – тип һөйләп алып китте бер танышым.
Әсәйем бик ҡырыҫ кеше ине. Һәр ваҡыт,
ҡыҙҙар ғорур, тәкәббер булырға тейеш, тип
ҡабатлап ҡына торҙо. Уның фекеренсә, үлеп
яратһаң да, мөхәббәтеңде бер ваҡытта ла
егетеңә белдерергә тейеш түгелһең икән.
Бына шулай итеп, әсәйем ҡушҡанса ғорур
булдым, үҙ-үҙемде башҡаларҙан өҫтөн
ҡуйҙым....

Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки Намыҫһыҙлыҡ хаҡы
Әҙәбиәт / Проза // 8-07-2016, 13:13


Селпәрәмә килгән яҙмыштар йәки  Намыҫһыҙлыҡ хаҡыКөн салт аяҙ, зәңгәр күктә бер болот әҫәре лә юҡ, ара-тирә талғын ғына йылы ел иҫеп ҡуя. Көн матур булған­ғалыр, күрәһең, ҡала баҙарында айырыуса йәнлелек. Халыҡ, умарта күсе кеүек, мыжғып тора....

Ауылдан хат
Әҙәбиәт / Проза // 8-07-2016, 11:23


Ауылдан хатЖурналист һәм яҙыусы Роман Сенчин 1971 йылда Ҡыҙыл ҡалаһында тыуып үҫә. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. «Минус», «Нубук», «Елтышевтар», «Мәғлүмәт» романдары, «Иджим», «Һанһыҙ йорт», «Абсолют соло» тип аталған хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы.

Һаумы, беҙҙең ҡәҙерле улыбыҙ!
Беҙгә йыш яҙғаның, онотмағаның өсөн һиңә ҙур рәхмәт, ҡәҙерлем. Һәр шаршамбы тиерлек (ә беҙҙең почта хәҙер ошо берҙән-бер көндә эшләй) һинән хәбәрҙәр килеп тора. Улар беҙгә оло терәк, уларҙы сабырһыҙланып көтөп алабыҙ, арттырмайынса әйтәм, улар менән йәшәйбеҙ.

...

“Ташлап киткән ҡыҙым үҙемә килен булып төштө”
Әҙәбиәт / Проза // 4-07-2016, 10:49


“Ташлап киткән ҡыҙым үҙемә килен булып төштө”Был донъяла ғибрәтле яҙмышлы кешеләр быуа быуырлыҡ. Үткән тормошомдо уйлаһам, ни тиклем бәхет­һеҙ булыуыма иҫем китә. Ятҡанда ла, торғанда ла, эй, Хоҙайым, бөгөнгө бәхетемдән айырма, тип ялбарам.
Күңелемдәге ауыр хәтирәләрҙе яңыртып, һеҙгә баштан алып һөйләйем. Өфө янындағы райондар­ҙың береһендә тыуып үҫтем. Атай-әсәйемдең олоғайғас табып алған төпсөк ҡыҙы инем, мин мәктәпте тамамлағанда улар инде ҡартай­ғайны. Баш ҡалаға барып, һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Күп тә үтмәне, атай менән әсәй бер-бер артлы баҡый донъяға күсте. Бер туғандарымдың үҙ ғаиләһе, ғөмүмән, йәш араһы 15 – 20 йыл булғанғамы, апай һәм ике ағайым менән аралар бигүк йылы түгел ине. Минең өсөн өҙөлөп тороу­сы кеше, тыуған йортта ҡайтыуымды көтөүсе булмағас, тора-бара ауылым да онотолдо....

Метраж йәки тормош ысынбарлығы
Әҙәбиәт / Проза // 4-07-2016, 10:26


Метраж йәки тормош ысынбарлығыБүлмә. Ул ҡасандыр ҙур өмөт менән яҡты киләсәккә, коммунизмға атлаған совет эшсеһе өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны итеп төҙөлгән биш ҡатлы ятаҡтың бер өлөшө, бүлеме. Стандарт үлсәме: 3х4 Мөнирә уны “шырпы ҡабы” йә иһә “кетәк” тип атап өйрәнгән. Ишек төбөнән тәҙрәгә тиклем бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете… юҡ, алты ярым аҙым атлап була, ә арҡырыға, йәғни бер метр ҙа ун ике сантиметр аралыҡта, диван, өҫтәл, стенка ҡуйылғанға күрә: бары ике ярым аҙым. Мөнирә онотоп тора: күптән түгел стенканың телевизор ултырта торған киң бүлемен коридорға сығарып ҡуйғас, бында тағы ун туғыҙ сантиметр өҫтәлде бит әле. Хәҙер буйға – дүрт метр, арҡырыға метр ҙа утыҙ бер сантиметр аяҡ тибрәндерерлек урын булды. Бөгөн ҡатын “кетәк”те тағы ҡырҡ ете сантиметрға арттырҙы – ишек төбөндәге тумбаны һыуытҡыс өҫтөнә мендереп ултыртты. Был уның өсөн ҙур ҡаҙаныш булды. Аҙағыраҡ, бәлки, башына тағы ла берәй шәп идея килер әле....

Милләт һәм мөхәббәт
Әҙәбиәт / Проза // 24-06-2016, 13:50


Милләт һәм мөхәббәтЙомала эштән иртәрәк сыҡтым да, “Үҙәк баҙар” туҡталышына ашыҡтым. Ниәтем – алданыраҡ барып, Әл­шәйгә юлланаһы микроавтобустан урын алыу. Юғиһә эш сәғәте бөтөүгә кеше күбәйә, ултырыу түгел, баҫып торорға ла урын ҡалмай торған. Хәлем бөтөп салонға барып ингәндә иң арттағы өс урын ғына буш ине. Төшөрөп ҡалдырыуҙан ҡурҡҡандай, иң төптәгеһенә инеп ултырҙым. Ҙур ғына пакетымды тыңҡыслап тигәндәй аяҡ аҫтына урынлаштырҙым да, иркен тын алып, күҙҙәремде йомдом. Ҡар­лыҡ­ҡаныраҡ тауыштың ҡолаҡ төбөндә ҡысҡырыуына тертләп китеп, күҙҙәремде шар астым: “Девушка, за проезд рассчитываемся! Дома будешь спать!” Янсыҡ алырға эйелгән ерҙән таныш күренгән йөҙгә тағы ла бер ҡарар өсөн башымды күтәрҙем. Улмы, юҡмы, тип уйлаған арала, ул хас та элеккесә итеп, ҡосағын йәйеп, ихлас итеп йылмая-йылмая: “Гөлдәриә! Һинме был?” – тип ҡосаҡлап та алды. Әй­тер­һең дә, беҙ бынан 17 йыл элек, йәшлек йүләрлеге менән, ҡан дошмандар (милли дошман тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр) булып айырылмағанбыҙ. Мин дә, төн йоҡоларымды ҡалдырып, хыялдарға сумдырған йәшлек мөхәббәтемде ҡосаҡлап алдым....

Балаҡайғынам
Әҙәбиәт / Проза // 3-06-2016, 15:04


Балаҡайғынам– Киленегеҙҙе барып алығыҙ! Күпер төбөндә ята. Иҫерек!
Түрҙәге һикелә, мендәргә янтая биреп аяғында бала тирбәткән Сәбилә был һүҙҙәрҙән һиҫкәнеп китте. Мендәре-ние менән йәһәт кенә сабыйҙы һыпырып төшөрөп, ишеккә ыңғайланы. Хәбәр еткергән кем булды һуң? Хәйер, кем булһа ла, ул кешенең йөҙөнә күтәрелеп ҡарай алмаҫ ине. Ояты ни тора!...

Мәҙинә
Әҙәбиәт / Проза // 27-05-2016, 12:43


МәҙинәБөгөн күргән төшөнән Мәҙинә үҙенә иртәнән бирле урын тапмай аҙаплана. Имеш, уны төшөндә әллә ниндәй ҙур ҡара шар баҫып алып бара. Йығыла-ҡолай ҡаса, тик ҡасып ҡотола алмай. Хатта яҡынлашып уҡ, баҫа башланы. Тырышып-тырмашып уны кирегә этә, ә ул һаман баҫа. Мәҙинә тағы ла нығыраҡ этеп, ҡаршылаша. Уның һайын шар баҫа. Ҡотолоп булмай. Бышлығып-тирләп сыҡты... Һуңынан инде бөтә нәмә буталды, тамам ҡаңғырып, ҡатын нимә эшләргә белмәй, ҡысҡырып илай башланы. Билдәһеҙлек менән алышып, баҫлығып, нисектер уянып китте, кире әүен баҙарына китә алмай ыҙаланды. Башына килгән уйҙарынан ҡурҡып, хатта урынынан тороп, таңды йөрөп ҡаршыланы. Был ни хикмәт? Төштәрҙе бер бөгөн генә күрәме ни? Уларҙы әле күрә, әле онота, ни эшләп быныһы баштан сыҡмай ҡаңғырта, ни булды һуң был?.. Әллә берәй хәүеф тураһында иҫкәртәме?!...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM