НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 30-03-2018, 07:00


Ҡурҡма, күрше, был мин! (Хикәйә)
Айныҡбай уянып киткәндә, ҡыш­ҡы, йылдай оҙон төн үтеп, яҡтырып килә ине. Йоҡоло күҙҙәрен ыуғылағас, башын бороп, барак бүлмәһен күҙҙән үткәрҙе. Хөсниямалының урыны буш, тимәк, эшкә киткән, ваҡыт иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһе булырға тейеш. Уның Хөсниямалы почта таратыу­сы булып эшләй. Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе. Айныҡбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына обед­кә тип ҡатындары көн дә биргән аҡсаһынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфетдиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә самогон алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар....

Үгәй тиһәләр ҙә… (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 13-03-2018, 12:37


Үгәй тиһәләр ҙә… (хикәйә)
Аллаға шөкөр… Бала табыу йортона алып килеп еткерҙе ирем… Табип та уңай тура килде: ашығып, йәһәт кенә тәпәш тапчанға һалып ҡараны-ҡарауын, тик бер ни ҙә өндәшмәйенсә, ҡайҙалыр сығып китте. Бер нисә минут үттеме-юҡмы, хәлем кинәт ауырлашты. Шөбһәләнә башланым… Ҡурҡтым. Бар теләгем – балаҡайым имен-аман ғына яҡты донъяға килһен. Эргәмә берәү килһәсе... Йә Аллам… Ярҙам ит инде… Әле генә һин дә мин инем дә баһа. Бер ни уйларлыҡ хәлдә түгелмен: ҡысҡырмайым да, берәүҙе лә саҡырмайым да. Әлеге табип та бына-бына шар асыҡ торған ишектән килеп инер ҙә, хәлемде күреп йыуатыр, бер ни булмағандай, нисек кәрәк шулай сабыйымды тыуҙырырға ярҙамлашыр… Бик оҙаҡ ваҡыт үткән кеүек тойолдо. Түҙер хәлем ҡалмағас, иҙән йыуып йөрөүсе йыйыштырыусыға: “Ниңә килмәйҙәр һуң?” – тип ялыныслы күҙҙәремде төбәнем. Ул миңә башын да күтәреп ҡарамайынса: “Ошо ауыл бисәләре ваҡыттары килеп төртөлгәс киләләр ҙә… Ана, менеп ят, үргә, махсус креслоға… Табип ни, хәҙер килер… Шыл… Йәһәт кенә йыуып сығайым да...” – тине. Ул урынға нисек үрмәләгәнмендер, һис кенә лә хәтерләмәйем. Сараһыҙлыҡтан кемделер ярҙамға саҡырам, тик тауышым сыҡмай. Креслоға менеп тә яттым, тыуымға килеп терәлгән балаҡайым уҡ һымаҡ атылып сығып, ҡаршылағы тимер батареяға барып та бәрелде… Эргәмдә әҙәм заты юҡ. Килеп тыуған хәлдән бына-бына йөрәгем шартлар ҙа туҡтар һымаҡ… Ғазаплы тетрәнеүҙән күҙ ҡараңғыланды. Артабан аңымды юғалтҡанмын…...

Ҡарт бүре (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 8-03-2018, 09:00


Ҡарт бүре (хикәйә)Хөснулла таңға ҡарай ҡур­ҡыныс төш күрҙе. Ҡышҡы урманда уны йөндәре ойошоп бөткән бер ҡарт бүре баҫтыра. Тештәре ҡанға буялған йыртҡыс уны ҡыуып етте лә бер ырғыуҙа ергә йыҡты, алҡымына үрелде. Хөснулла унан бар көсөнә ысҡынырға тырыша, ә үҙе бер туҡтауһыҙ ялбара:
– Мине, зинһар, бер юлға ҡалдырып тор... Минең әле был донъяла ҡылған оло гонаһтарым бар. Уларҙы тегендә үҙем менән бергә алып китә алмайым... Шуларҙы донъялыҡта юйып, рәнйеткән кешеләремде ризалыҡта ҡалдырып китәйем......

Иманға юл
Әҙәбиәт / Проза // 4-03-2018, 08:30


Иманға юл
Ҡала ҡыҙы Наилә бәләкәйҙән өләсәһенең доғаларын тыңлап, уның өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып үҫте. Буласаҡ ире Алмас менән мәсеттә та­нышты. Йәш һылыу ҡатын намаҙға баҫты, мәсеткә йөрөп, ислам нигеҙҙәренә төшөндө. Дингә килеүенә өс йыл тигәндә Наилә яулыҡ ябынды, оҙон итәкле күлдәккә күсте. Мосолман ҡатындары һымаҡ кейенә башланы....

БАЛУ (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 4-02-2018, 07:30


БАЛУ (хикәйә)
Ҡышты ауыл халҡы ыҙаланып саҡ сыҡты. Йәй ҡоролоҡ булыу сәбәпле, аҙбар баштарында мал аҙығы бик наҡыҫ ине. Ферма һарыҡтарын баҫыраулап, ҙур соҡор ҡаҙып, шунда ташларға тура килде. Аслыҡтан интеккән ҡайһы берәүҙәр шул үлгән һарыҡты алып ҡайтып ашаны. Вәсимдәрҙең ғаиләһе лә ҡышты саҡ үткәрҙе. Ярай уларҙың Алиһә исемле һауын кәзәһе булды, аслыҡтан шул ҡотҡарҙы. Бесәне лә етте, күмәкләшеп өшәләктәй өйҙә ҡыш сыҡтылар. Алиһәнең ауыҙы бер буш тормай, һаҡалын һелкетә-һелкетә, көнө-төнө керт-керт килә. Вәсимдең әсәһе уны һауғанда тәүҙә иркәләп ярата, арҡаһынан, муйынынан һыйпай. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, муйынын алға һона. Шунан һуң ғына Ғәзимә апай кәстрүлгә гөмбөрләтеп һауырға тотона. Вәсим һауылған һөттөң өҫтөнә ултырған күпереген яларға ярата. Ғәзимә апай йылы ғына көйө, һауап булһын тип, күрше Нәйлә әбейгә лә һөт алып инә. Уныһы саҡ ҡына йота ла, рәхмәтен әйтеп, балаларына эсергә бирә. Унда ла дүрт бала. Ҡыҙы Сәмиғә еңгәй фермала һарыҡ ҡарай. Ул да балаларына үлгән һарыҡ итен алып ҡайтып бешергән икән. Бригадир Әнүәр ҡарт килеп: «һин, шилма бисә, ипләп кенә тере һарыҡты йәшереп һуйып, көсөктәреңә ашатып ятаһыңмы, белермен мин башыңды ҡайҙа оҙатырға!» – тип бармаҡ янап, әрләп сығып киткән. Бахыр Сәмиғә еңгә илап килеп: «Ғәзимә апай, нишләргә икән? Хәҙер шул үлгән һарыҡтарҙы елкәмә һалып ҡуйһалар? Ул Әнүәр ҡарттан булмаҫ тимә, һаман да шул яғынан беҙгә теш ҡайрай бит», – тип Вәсимдең әсәһенә үҙе һөйләне. «Миңә бит дүрт баламды ҡарарға кәрәк...» – тип иңрәне....

Буйлы балаҫ (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 13-01-2018, 08:00


Буйлы балаҫ (хикәйә)
– Эй, бынауы ҡоҙағыйҙы. Кизе яулыҡ булһа ла килтермәгән бит хушына. Тағы үҙемдән тараттым. – Зыу килеп һандыҡҡа талашҡан ҡоҙаларға әкәмәт ҡылып ҡарап торған ҡыҙы менән кейәүен аңғармай хәбәр һалған Бибъямал телен тешләгәндә һуң ине.
– Әсәй! Һаман да шул сепрәк. Иң бәхетле көнөмдә... – Әйтеп бөтөрә алманы, йәштәре һытылып сыҡты Нурия ҡыҙының.
Айғырҙай дүрт еңгәһе елле хаҡҡа һатып та ебәрҙе бикәсенең бирнәһен. Сират ҡыпшыр тоҡҡа тултырылған ҡаралдыларға етте. Йолаларҙы арттырып үтәргәме әллә туй форсатынан үҙҙәренең кеҫәһен ҡалынайтып ҡалыр­ғамы тырышҡан килендәренә был юлы ихтыяр ҡуйманы Бибъямал. Күҙ нурҙарын түгеп ҡораған түшәк-юрғандарын тәләфләтеп тормаға бында! Кәбәндәй итеп сығарып өйҙөр­ҙө машина арбаһына. Кемдеке – шуныҡы! Өҫтөн буйлы балаҫ менән ҡаплатып ҡуйыр, уныһын үҙе сығарып бирер. Дан итә ҡыҙ оҙатыуҙы!
Иң ҡәҙерле монаятын күкрәгенә ҡыҫып ҡапҡанан сығып барғанда тағы ҡыҙы менән тап килде:
– Әсәй! Шуныңды һалма, тинем дә. Һөйләштек бит бер тапҡыр.
Әйткәйне шул. Нисек ысынға алмаған? Шаҡ ҡатты ла ҡалды. Балаҫын ҡосаҡлап, иҫенә килгәндә, туй машиналары ауыл осона еткән, ҡапҡа төбөндәге балалар, зыу килеп, еҙнә аҡсаһы сүпләй ине....

Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 6-01-2018, 07:30


Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
«Нисек кенә булмаһын, быны бөгөн эшләп ҡуйырға кәрәк, – тип уйланы Ғаяз. – Тағы бер яңы йылға һөйрәп сығып булмай бит инде». Ысынлап та, тағы күпме хыял менән йәшәргә була? «Машинаһының аҫтына ташланып булһа ла туҡтатам бөгөн. Етте». Үҙенең ҡарарынан еңел булып китте. Уның һаман эшендә икәненә тағы ла бер тапҡыр инаныр өсөн банк ҡаршыһында урынлашҡан ун ике ҡатлы йортҡа инде. Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, подъезд тәҙрәһенән ҡараһаң, банкирҙың кабинеты ус төбөндәгеләй күренә. Бөгөн ике тәҙрәлә лә жалюзиҙар төшөрөлгән. Шулай булһа ла, өҫтәл артында ултырған кешенең шәүләһе шәйләнә. Етем көсөк кеүек нисәмә көн ошо тирәлә уралыуы үҫмерҙе ғәрләндерә, әлбиттә. Әле лә ошо тойғоһон еңер өсөн, үҙен киллер итеп күҙ алдына килтерҙе. Тәҙрә туп­һаһына ята биреп, ҡулын винтовка көбәге кеүек тоҫҡаны ла атып ебәргән булды: пиф-паф.
Шул саҡ бер дәү кәүҙә уның өҫтөнә ырғыны һәм күҙ асып йомған арала, ҡулдарын артҡа шаҡарып, наручник кейҙереп тә ҡуйҙы....

Бисмилла көсө
Әҙәбиәт / Проза // 4-01-2018, 07:00


Бисмилла көсө
йәки иҫ киткес һылыу еңгәбеҙгә ни өсөн шайтан эйәләшкән?

“Ишегеңде асҡанда ла, ингәндә лә, һәр баҫҡан ереңдә бисмиллаңды уҡып йөрө! Бер нисә доғаны ятлап алһаң, бигерәк шәп булыр. Йөрәгең тыныс булыр, Хоҙай Тәғәлә үҙеңде ен-шайтандан аралар...”
Йортомда һәр саҡ теләп-көтөп алын­ған ҡунаҡ ошо апай-инәйҙәр. Туған да түгелдәр, ә бына ниндәйҙер күңел яҡынлығы бар. Ай һайын килеп, сутырлашып хәбәрҙәрен һөйләп, намаҙ уҡып киткәндәренән һуң күңелдә, ысынлап та, ниндәйҙер һиллек урынлаша. Һәм килгән, шылтыратып хәл белгән һайын: “Бисмиллаңды онотманыңмы?” – тигән һорау менән борсолалар. Йылдар дауамында яҡын кешемә әүерелгән тағы бер апайым-ҡурсалаусымдың һүҙҙәре иҫемә төшә: “Бисмилләһи-рахмәнир-рахим” тип әйтеп йөрөһәң, шайтандар себен ҙурлығындай булып ҡала, ти. Ошо хаҡта онотма!”
Был юлы ла хәл белешергә килеп, тормоштоң төрлө хикмәтен һөйләп ултырған инәйҙәр тағы “бисмилла” әйтеү тирәһендә һүҙ ҡуйыртты. Берәүһе: “Шайтан бисмиллаһыҙ кешенең ҡуйынында йөрөр”, – тиеүенә көлөмһөрәп ҡуйыуымды күреп, икенсеһе: “Юҡҡа йылмаяһың, ҡыҙыҡай! Беҙ – ошондай ғибрәтле хәлдәрҙе күреп-ишетеп үҫкән кешеләр”, – тип бала сағында ауылдарындағы булған ваҡиғаға әйләнеп ҡайтты....

Баҙарҙа (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 2-01-2018, 08:00


Баҙарҙа (хикәйә)
Көҙ килеүен хәбәр итеп, ағастар­ҙан берәм-һәрәм һары япраҡтар һибелә. Ҡояштың ҡайнарлығы ла һүрелә төшкән. Ни тиһәң дә, йәй аҙағы бит. Иртәгә яңы уҡыу йылы башлана. Балалары кеүек, Юлай ҙа ошо көндө йыл да тулҡынланып көтөп ала. Әле баҙарға гөлләмә алырға юл тотоуы. Быйыл улы ун беренсегә барһа, ҡыҙҙары беренсегә төшә. Бигерәк тә ошо кескәйҙәре Нәргизә был көндө түҙемһеҙләнеп көтә....

ҺАБАҠ (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 9-12-2017, 07:00


ҺАБАҠ (хикәйә)
Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә ҡайтып киткән күршеһе Мәликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңғайлағанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?
– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип һөрән һалды Мәликә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләƒнәт!
Көнбикә аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарƒаймы Мәликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыу­ҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңƒыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең ауылдан сығып китеп олаƒыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалыƒын да белгән юҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM