НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 16-08-2013, 14:27


Фатир ишеге асылды. Айгөлө ҡайтты, тимәк. Шыпырт ҡына бүлмәһенә йүнәлде.
– Ҡыҙым, бында ин әле!
– Привет, пап! – Сикәһенән әп итеп алды ла ҡаршыһына баҫты.
– Ултыр ҡаршыма, торма һерәйеп!
Күндәм генә ултырған ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Берауыҡ өндәшмәне. Айгөлө ҡыҙыҡһына һалды:
– Пап, ауырып киттеңме? Колени болят, да? Фатирҙан лекарством пахнет....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 2-08-2013, 11:37


Һуңғы барғанында Рәзилә эйәреп ҡайтырға итте: «У меня подходит срок, тағы һинең менән булғым килә… – Иренең йылмайып ебәреүен күреп, киҫәтә һалды, – тик эш шунда, тегендә лә ҡатын-ҡыҙ донъяһында йәшәйәсәкһең, сөнки тыуасаҡ баланың ҡыҙ затынан икәнлеген әйтте табиптар!»
Ике шатлыҡ бер юлы килде: Хәлилдең ҡыҙы тыуҙы, һәм уны пенсияға киткән мастер урынына эшкә тәғәйенләп ҡуйҙылар....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 26-07-2013, 15:32


АтайЙоҡлап китә алмай, түшәгендә оҙаҡ әйләнгеләгән Хәлил Йәноҙаҡов тороп ултырҙы ла, эргәһендәге тумбочкаға ҡуйыл­ған лампаның утын тоҡандырып, стеналағы сәғәткә күҙҙәрен тексәйтеп ҡараны. Ярты төн уртаһы ауған. «Бығаса ҡайҙа йөрөй икән?..» Ҡул аҫтында ятҡан кеҫә телефонына үрелде. Экранда балҡыған оҙон теҙмәнән кәрәкле исемде табып, саҡырыу төймәһенә баҫты. «Абонент выключил телефон или находится вне зоны действия сети», – тип теҙҙе рәсми тауыш....

Гөлнур
Әҙәбиәт / Проза // 12-07-2013, 10:57


Гөлнур− Юҡты һөйләйһегеҙ! Мин ҡыуып сығар­һам, барыр ере юҡ! Берәҙәк булып йөрөйәсәк. Ә ул урамда йөрөгәндә мин нисек тыныс йәшәйем? Ниндәй булһа ла, ул − балаларымдың атаһы, бәлки, арыу­ланып китер! − тип, яҙмышына буйһоноп йәшәүен белде. Ауырға тура килһә лә, баҡсаһын үҫтерҙе. Балалары ҡул араһына ингәс, уға еңелерәк булып ҡалды. Үҙ-үҙҙәрен ҡарайҙар, өйҙө йыйыштыралар, мага­зин­ға йөрөйҙәр, баҡсала ла ярҙам итәләр....

ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...
Әҙәбиәт / Проза // 21-05-2013, 12:41


Педучилищены тамамлауына, Зәбирәне әсәһе баш ҡалаға саҡырҙы.
– Етер, ауылда үҫтең, белем алдың, кеше булырға үҙ яныма алам.
Ҡаршылашыр өсөн сәбәпте ҡыҙый тәүҙә өләсәһенән айырылмауы менән аңлатып маташты. Ләкин әсәһе:
– Өләсәйеңдең бер үҙен ауылда ҡалдырыу юҡ, бергә күсереп алам. Минең йортом ҙур, урын бөтәбеҙгә лә етә, – тип ҡоласын йәйҙе. Әсәһенә бер ваҡытта ла асылып бармаған Зәбирә Дауыты хаҡында әйтә алманы. Нисек кенә ныҡ яратһа ла, әсәһенең теләген үтәргә тура килде. Сөнки өләсәһе был ваҡытта таяҡҡа таянып саҡ йөрөгән ҡарсыҡҡа әйләнгәйне. Хатта һөйгәне менән, йөрәгенең түҙмәйәсәгенән ҡурҡып, Зәбирә күҙмә-күҙ хушлашманы. Китер көндәрендә “Ғәфү ит мине” тигән генә яҙыу ҡалдырҙы....

Ғәфү ит
Әҙәбиәт / Проза // 26-04-2013, 11:50


Ғәфү итБер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ,
Бик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр...
(Р. Сурағолов шиғырынан).

Ҡуртымға алынған ашханаға туй мәжлесенә йыйылған ҡунаҡтарҙы төрлө тәм-томдан һығылып торған оҙон өҫтәл артына ҡапма-ҡаршы ултырттылар. Егет яғынан килгән ҡоҙалар, ғәҙәттәгесә, ашхана залының стенаһы яғынан теҙелеште. Ҡыҙ туғандары, бөгөн ҡунаҡ һыйлаусылар булараҡ, зал яҡлап теҙелгән ултырғыстарҙан урын алды. Башҡа ауылдан ғына ла түгел, ә бөтөнләйгә икенсе райондан килгән ҡоҙалар менән танышыу сараһы алда тора. Хөрмәт итәсәк ҡыҙ яғы − бөгөнгө табын хужалары....

Ауылым "әтәстәре"
Әҙәбиәт / Проза // 2-04-2013, 18:41


Бөтә частың ҡотон алып торған кеше штаб начальнигы, майор Чернов булды. Ҡыҙыу ҡанлы, һәр һүҙе "мат" менән семәрләнгән һәм Чапайға оҡшап тора. Мин уны ни өсөндөр сыуаштыр тип уйланым. Уға оҡшаған бер сыуашты белә инем элек. Этлек ҡылыр өсөн аҡыл кәрәкмәй икән ул һәм сараһы ла тап килеп тора. Тоҙло балыҡ, ҡыҙ­ҙырыл­ған картуф – начштабтың яратҡан аҙығы. Яттан беләбеҙ хәҙер. Өлтөрәй Сәпәш тағы ла йүгереп йөрөй. Балыҡ ҡырҡа, картуф ҡыҙҙыра. Самай уңайлы мәл. Сәпәш салат, салфеткалар илткән арала картуф араһына бер нисә үле тараҡанды ырғыттым да, һауыт-һаба таратырға тип, залға һыпырттым. Күп тә үтмәне, Черновтың имәнес тауышы яңғыраны. Тәҙрәләр зыңғырлап китте хатта. Үрә торған сәстәрҙән пилоткалар ҡалҡынды....

Ауылым "әтәстәре"
Әҙәбиәт / Проза // 29-03-2013, 11:34


Ауылым "әтәстәре"
Нисә йәштәр булғандыр миңә, уныһын хәтерләмәйем, ауылға көтөүсе булып ялланып бер ағай килде. Ғаиләһе ишле генә ине. Ауылға текәлеп Тирмән йылғаһы аға. Шуның ярында күптән инде хужаһыҙ интеккән бер алама ғына йортҡа төпләнде былар. Тәүҙә ағай кешенең кемлеген аңлай алмай йөрөнөк, һөйләшеүе һис кенә лә беҙҙекенә оҡшаш түгел ине. Өҫтәүенә, үҙе һап-һары. Юрамал буяп ебәргәндәр тиерһең. Бисәһе ара-тирә күрше-күләнгә йөрөштөрҙө, таныша, аралаша башланы....

Хоҙай барыһын да күрә
Әҙәбиәт / Проза // 2-07-2011, 17:01


Бер көндө Муса ғәләйһис-сәләм Йәнәбел-Хаҡҡа мөрәжәғәт итеп: «Йә, Раббым, ғәҙеллегеңде күргем килә, күрһәтһәң ине», – тип ялбарҙы. Йәнәбел-Хаҡ уға бер тау янына барырға ҡушты. Ул кеше һирәк йөрөй торған урын ине. Муса ғәләйһис-сәләм: «Йә, Раббым, был кешеһеҙ ер икән, ғәҙеллегеңде бында нисек күрермен?» – тип йәнә һораны. Йәнәбел-Хаҡ «Эй, Муса, сабыр ит», – тине. Муса ғәләйһис-сәләм тирә-яғына ҡаранып ултыра башланы. Шул мәлде алыҫтан бер атлы пәйҙә булды. Ул сабып килде лә тау итәгендәге шишмәнән атына һыу эсерҙе. Үҙе лә аттан төшөп, ҡулын, битен йыуырға уйланы. Ҡамасаула­маһын өсөн билендәге алтын янсығын сисеп, уны ергә ҡуйҙы, йыуынып алғас, әйберен кире алып ҡуйырға онотто.
Шул саҡта шишмәгә бер бала килде....

Башҡорт шағиры ӘҪӘРҘӘРЕн төрөк донъяһы уҡый
Әҙәбиәт / Проза // 25-06-2011, 10:01


Башҡорт шағиры ӘҪӘРҘӘРЕн төрөк донъяһы уҡыйАнкарала ТӨРКСОЙ тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың төрлө йылдарҙа яҙыл­ған 150-ләп шиғыры тупланған башҡортса-төрөксә китап та донъя күрҙе. «Был донъяны тотоп торған мөхәббәт» тип атала ул.
Мәжит Ғафуриҙың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала байтаҡ эш башҡарылған һәм башҡарыла. Шағирҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда, баш ҡалала йорт-музейҙары бар, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Дәүләкән, Ҡаҙан, Кривой Рог, Снежинск ҡалаларында уның исеме урамдарға ҡушылған. Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфөләге ял һәм мәҙәниәт паркы, республиканың ул тыуған районы арҙаҡлы шәхесебеҙ исемен йөрөтә. Театр алдында һәйкәл дә ҡуйылған. Уның әҫәрҙәренә килгәндә, «Ҡара йөҙҙәр», «Шағирҙың алтын приискыһында» повестары ғына ла ҙур әҙәби мираҫ булып тора. Әҙиптең әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM