НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам
Әҙәбиәт / Проза // 18-06-2011, 09:55


"Матур ҡыҙ ине, әрәм булды", "сибәр булһа ла, бәхете юҡ", "әллә ниңә үҙенең ҡәҙерен йәшләй бөтөрөп йөрөй", "шуға бәйләнеп әрәм булды" тигән һүҙҙәрҙе халыҡ араһында йыш ишетергә тура килә. Бындай аптыраулы һүҙҙәр күп осраҡта матур, һылыу ҡыҙҙар яҙмышына ҡарап әйтелә. Ысынлап та, мәктәптән үк тиҫтерҙәре араһында айырылып торған, училище, колледж йәки юғары уҡыу йорттарында уҡығанда ла ундай сибәрҙәр бөтә ир-егеттәрҙе үҙҙәренә ғашиҡ итә. Әйтерһең дә, улар өҫтөнә бәхет йондоҙҙары яуа. Матур ҡыҙҙар был донъялағы иң яҡшы нәмәләргә генә лайыҡ һәм үҙҙәренә «иң-иң»дәрҙе генә алыр кеүек. Тик ниңәлер ҡайһы бер сағыу матурҙар­ҙың киләсәге әллә ни сағыу булмай ҙа ҡуя. Бер ун йылдан һуң урамда күреп, үҙҙәрен танымай ҙа үтеп китәһең. Кемдер ҡул менән төртөп күрһәтһә: "Эй, шулмы?" – тип ғәжәпләнәһең. Сибәр булып тыума, бәхетле булып тыу, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө шулдыр......

Ватыҡ ваза
Әҙәбиәт / Проза // 14-06-2011, 14:07


Ярлы егет бай ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә. Бер көн ҡыҙ егетте үҙенең тыуған көнөнә саҡыра.
Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының тыуған көнөнә бөтәһе лә етеш йәшәгән, бик бай кешеләрҙе саҡыра. Улар бер-береһе менән ярышып ҡиммәтле бүләктәр алып килә. Һәр береһе үҙенең бүләге менән ҡыҙҙың һушын алырға теләй. Ә ярлы студент үҙенең ғашиҡ йөрәгенән башҡа нимә бүләк итә алһын инде? Үкенескә күрә, бөгөн уның йөрәгенең хаҡы юҡ. Әлеге ваҡытта ҡиммәтле биҙәүестәр, алтын-бриллиант балдаҡтар, ҙур суммала аҡса һалынған конверттар модала. Ә йөрәкте конвертҡа һалып булмай шул... Нимә эшләргә?...

ИР һӘМ АРЫҪЛАН
Әҙәбиәт / Проза // 31-08-2010, 10:53


Бер ил гиҙеүсе арыҫландан ҡаса. Әммә йыртҡыс уны упҡын ситенә ҡыуып килтерә. Иргә упҡындың ситендәге ҡыуаҡҡа эләгеп ҡалырға ғына ҡала. Ә аҫта уны ҡот осҡос ҙур крокодил көтә. Уның күҙҙәре лә арыҫландыҡы кеүек яна.
Килһә – килә бит, көтмәгәндә ир тотонған, былай ҙа уның ауырлығынан һынырға торған ҡыуаҡты ике сысҡан кимерә башлай. Ҡотолорлоҡ бер әмәл юҡ. Һәм ир ошо һуңғы секундтарҙа эргәһендә генә ҡып-ҡыҙыл булып бешкән ер еләген күрә. Ҡулын һуҙып, алып ашай ҙа, уның тәмлелегенә иҫе китә. Ошонда хикәйәт тамам. Дөрөҫ, кемдер ир ҡотолғанмы һуң, тип бәхәс ҡорор. Әлбиттә, ҡотолған, юғиһә был хикәйәтте беҙгә кем һөйләр ине?
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.
...

Башҡорт прозаһын үҫтереүсе әҙип
Әҙәбиәт / Проза // 24-08-2010, 11:04


Башҡорт прозаһын үҫтереүсе әҙип
Күренекле яҙыусы, башҡорт прозаһының тәрән бураҙналарын ярыусы, әҙәбиәтебеҙҙә яңы һүҙ әйтеүсе, уға яңы характерҙар алып килеүсе ул Ринат Камал. Уның романдары һуңғы тиҫтә йыл ваҡыт арауығындағы иң көслө, олпат, иң юғары баһаға лайыҡлы проза әҫәрҙәре булараҡ танылыу яуланы. Яҙыусы вазифа йә дәрәжә түгел. Ул – халыҡ рухын, уның күңелен үҫтереүсе шәхес, талымһыҙ ижад кешеһе. Ринат Камал һәр ваҡыт эш өҫтөндә, теге йәки был әҫәрҙе тамамланым, еңдем, маҡсатым үренә менеп еттем инде тип ултырмай, ә яңынан-яңы ижад эсендә ҡайнай. Шуға ла уның романдарын дилогия, трилогия, пенталогия ҡыҫандарына һыйҙырып булмай. Сөнки ул «Ҡотлояр–Бәхтийәрҙәр» шәлкемен бар итеүсе романдар сериалы өҫтөндә эшләй....

Селләгә аяҡ баҫҡанда...
Әҙәбиәт / Проза // 3-08-2010, 12:36


Селләгә аяҡ баҫҡанда...Бөтә тереклекте ҡурыштырып алып барған аяуһыҙ июнь ҡояшынан әлһерәгән ҡарт төлкө, машиналар тегеләй ҙә былай сапҡан юл аша сыҡҡан саҡта, саманан тыш һимереүҙән көскә атлап барған йомранды осратты. Донъяны ҡыҙған мейес кеүек өткән эҫелек тә, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған ҡоролоҡ та йоғонто яһамаған шикелле был кимереүсе затҡа, тип аптыраны ерәнбикә, уны күргәс. Ана бит, өҫтөндәге туны ла, ҡояш нурҙарына ҡушылып, йылҡылдап тора, күп ашауҙан май ҡаплаған күҙҙәре лә бәхетле йызлай, майға бөрөшкән йоҡа ирендәре аҫтыртын йылмая.
Уның менән генә әллә нимә булды, һауа температураһының юғары булыуына ҡарамаҫтан, ҡот осҡос итеп ҡалтырата. Һуңғы бер нисә көн туҡтауһыҙ ҡолағы шаулай, күҙ алдары ҡараңғылана, түҙеп торғоһоҙ итеп башы әйләнә, эсәк-бауырҙарын ҡоя яҙып уҡшыта....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM