НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 27-09-2013, 11:28


Әбей, Хәйҙәрҙең кем икәнен, ҡайһы ауылдан булыуын һорашып алғандан һуң, бер балағын ситек тышына сығарҙы ла, Фәхрислам ҡарттарға китте, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң тамам кәйефе боҙолоп кире өйөнә боролоп ҡайтты.
– Юҡ, бер ҙә ыңғайларлыҡ түгел был Фәхри ҡарт. Ундай кире кешене бөтә Сысысырҙа (СССР) осратмаҫһың. Әйттем бит мин, ул – шундай әҙәм, тип. Ай-ва-ай, һеҙҙең буласаҡ ҡоҙағыҙ... Әле мин “бер әфисәр ҡыҙыңды һората килгән” тигәс, туҙынды ла китте. Лутсы үҙегеҙ генә барып һөйләшеп ҡарағыҙ. Уф, хатта башым ауыртып китте... – тип, тыны бөткәндәй, ышылдап, һөйләнә-һөйләнә урындыҡ ситенә барып ултырҙы....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 20-09-2013, 11:31


* * *
– "Дамский вальс!" – тип иғлан итте Ғәбделварис руссалап. Ҡыҙҙар тартынышып, бер ситкәрәк һырылды. Ләкин шул саҡ улар араһынан Фәриҙә ҡыйыу ғына атлап килеп сыҡты һәм: "Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!" – тип туп-тура егеттәр төркөмөнә ҡарай китте. Йәштәр барыһы ла тынып ҡалды. Биттәре еңелсә ал­һыу­ланған Фәриҙә, бер аҙ тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, Хәйҙәр янына килде һәм уны бейергә алып төштө. Башҡа йәштәр еңелсә генә үҙ-ара геүләшеп алғандан һуң яйлап ҡына, парлашып-парлашып вальс бейеүенә төшә башланы....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 13-09-2013, 13:39


... Тап бына хәҙерге кеүек йәйҙең йәмле бер көнөндә хәрби училищены тамамлап, йәш лейтенант Хәйҙәр Йәнбәк ауылына отпускыға ҡайтып төштө. Ауыл туҡталышында автобустан сығыуы булды, юл ситендә морон аҫты ҡап-ҡара булып туҙан­ға буялып уйнап ултырған Ришат: "Хәйҙәр ағай ҡайтып килә!" – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, саң борҡотоп, Хәйҙәрҙәрҙең өйөнә йүгереп инеп китте. Өйҙән иң тәүҙә Хәйҙәрҙең атаһы, унан, яҙып ябынған яулығын төҙәтә-төҙәтә, әсәһе килеп сыҡты. Йүгерә-атлай килеп икеһе бер юлы улдарын ҡосаҡлап алды. Ә Ришат "һөйөнсө"һөнә алған кәнфитте һура-һура танауын "мырш" тартып, бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән урамдан йүгереп сығып китте....

Аҡҡан һыуҙар
Әҙәбиәт / Проза // 5-09-2013, 10:56


Аҡҡан һыуҙарЕрәнсәккәй атым, ай, елмәйҙер,
Кешегә ғүмер ике килмәйҙер.
Йәш ваҡытҡайҙарҙың ҡәҙеркәйен
Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер...
(Башҡорт халыҡ йырынан).
...

Күктән төшкән бәхет
Әҙәбиәт / Проза // 23-08-2013, 12:11


Күктән төшкән бәхетБайыҡ күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп үҫтергән сейә, алмағас, ҡарағат, му­йыл­ға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарап торҙо. һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, шундай дан баҡса тағы кемдә бар?! Ғәжәп бит, бер төп ҡарағат күнәк ярым емеш бирһенсе! Ғәҙәттә, хужа баҡса ишеген асып инеү менән, яңғыҙы ҡалғанда, тәрән хәтирәләргә бирелеүсән. Яҙ туғайға сығып көрәк, һәнәк, тырма һаптары алып ҡайтҡайны....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 16-08-2013, 14:27


Фатир ишеге асылды. Айгөлө ҡайтты, тимәк. Шыпырт ҡына бүлмәһенә йүнәлде.
– Ҡыҙым, бында ин әле!
– Привет, пап! – Сикәһенән әп итеп алды ла ҡаршыһына баҫты.
– Ултыр ҡаршыма, торма һерәйеп!
Күндәм генә ултырған ҡыҙына уҫал итеп ҡараны. Берауыҡ өндәшмәне. Айгөлө ҡыҙыҡһына һалды:
– Пап, ауырып киттеңме? Колени болят, да? Фатирҙан лекарством пахнет....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 2-08-2013, 11:37


Һуңғы барғанында Рәзилә эйәреп ҡайтырға итте: «У меня подходит срок, тағы һинең менән булғым килә… – Иренең йылмайып ебәреүен күреп, киҫәтә һалды, – тик эш шунда, тегендә лә ҡатын-ҡыҙ донъяһында йәшәйәсәкһең, сөнки тыуасаҡ баланың ҡыҙ затынан икәнлеген әйтте табиптар!»
Ике шатлыҡ бер юлы килде: Хәлилдең ҡыҙы тыуҙы, һәм уны пенсияға киткән мастер урынына эшкә тәғәйенләп ҡуйҙылар....

Атай
Әҙәбиәт / Проза // 26-07-2013, 15:32


АтайЙоҡлап китә алмай, түшәгендә оҙаҡ әйләнгеләгән Хәлил Йәноҙаҡов тороп ултырҙы ла, эргәһендәге тумбочкаға ҡуйыл­ған лампаның утын тоҡандырып, стеналағы сәғәткә күҙҙәрен тексәйтеп ҡараны. Ярты төн уртаһы ауған. «Бығаса ҡайҙа йөрөй икән?..» Ҡул аҫтында ятҡан кеҫә телефонына үрелде. Экранда балҡыған оҙон теҙмәнән кәрәкле исемде табып, саҡырыу төймәһенә баҫты. «Абонент выключил телефон или находится вне зоны действия сети», – тип теҙҙе рәсми тауыш....

Гөлнур
Әҙәбиәт / Проза // 12-07-2013, 10:57


Гөлнур− Юҡты һөйләйһегеҙ! Мин ҡыуып сығар­һам, барыр ере юҡ! Берәҙәк булып йөрөйәсәк. Ә ул урамда йөрөгәндә мин нисек тыныс йәшәйем? Ниндәй булһа ла, ул − балаларымдың атаһы, бәлки, арыу­ланып китер! − тип, яҙмышына буйһоноп йәшәүен белде. Ауырға тура килһә лә, баҡсаһын үҫтерҙе. Балалары ҡул араһына ингәс, уға еңелерәк булып ҡалды. Үҙ-үҙҙәрен ҡарайҙар, өйҙө йыйыштыралар, мага­зин­ға йөрөйҙәр, баҡсала ла ярҙам итәләр....

ТӨШӨП ҠАЛҒАН БӘХЕТ...
Әҙәбиәт / Проза // 21-05-2013, 12:41


Педучилищены тамамлауына, Зәбирәне әсәһе баш ҡалаға саҡырҙы.
– Етер, ауылда үҫтең, белем алдың, кеше булырға үҙ яныма алам.
Ҡаршылашыр өсөн сәбәпте ҡыҙый тәүҙә өләсәһенән айырылмауы менән аңлатып маташты. Ләкин әсәһе:
– Өләсәйеңдең бер үҙен ауылда ҡалдырыу юҡ, бергә күсереп алам. Минең йортом ҙур, урын бөтәбеҙгә лә етә, – тип ҡоласын йәйҙе. Әсәһенә бер ваҡытта ла асылып бармаған Зәбирә Дауыты хаҡында әйтә алманы. Нисек кенә ныҡ яратһа ла, әсәһенең теләген үтәргә тура килде. Сөнки өләсәһе был ваҡытта таяҡҡа таянып саҡ йөрөгән ҡарсыҡҡа әйләнгәйне. Хатта һөйгәне менән, йөрәгенең түҙмәйәсәгенән ҡурҡып, Зәбирә күҙмә-күҙ хушлашманы. Китер көндәрендә “Ғәфү ит мине” тигән генә яҙыу ҡалдырҙы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM