RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетле билет

28.03.2014 Бәхетле билет

Бәхетле билетРәмзәнә Әбүталипова Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) уҡый. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алғас, Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй, профессор.
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы БР-ҙың мәғариф алдынғыһы һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ-ның юғары белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәре бар.
Зөлфиә битенә ниндәйҙер наҙлы ҡағылыуҙан уянып, керпектәрен hаҡ ҡына асып ҡараhа, ут ҡыҙыл роза сәскәhен бер ирендәренә, бер бит остарына тейҙереп шаярған бөтөнләй таныш түгел, ләкин күңеленә иҫ киткес яҡын егетте күрҙе, тик бер ҙә ғәжәпләнмәне. Сөм-ҡара күҙҙәрҙең шаян осҡондарынан күҙе сағылыпмы, әллә был ләззәтле минуттарҙы оҙайтырға теләпме, күҙҙәрен ҡабат йома hалды.
Наҙлы ҡағылыу тағы ҡабатланды... Был ни хәл?! Яҡын райондар­ҙа йәшәүсе бүлмәләштәре ялға ауылдарына ҡайтып киткәс, бүлмәлә Зөлфиә бер үҙе генә ҡалғайны ла инде?! Был уйҙарынан уның йоҡоhо тамам осто...
Бәй, бер үҙе булғас ни, ҡояш тамам күтәрелеп, яҙғы сағыу нурҙары менән Зөлфиәнең карауатына тиклем hуҙылған! Үәт, ҡыҙыҡ, төшөндә төш күреп ята! Етмәhә, төштөң дә ниндәйе бит әле!
Ҡыҙҙың күңелен ҡапыл ниндәйҙер ҡыуаныс тулҡыны солғап алды, урынынан тора hалып, өйрөлә-сөйрөлә, оса-ҡуна төрлө хәрәкәттәр менән зарядка эшләне. Яҙғы көләкәс ҡояштың илерткес сағыу нурҙары, ҡыҙҙы тышҡа саҡырғандай, бүлмәнең hәр тарафында күңелле бейеште. Күңелдәге бәхет килерен тойоу хисе лә ҡыҙҙы тышҡа, иреклеккә-иркенлеккә әйҙәне.
Ҡыҙ иртәнге сәйен ашыға-ашыға эсте лә Ағиҙел ярына боҙ китеүен ҡарарға барырға булды.
Зөлфиә туҡталышҡа етер-етмәҫтән кәрәкле троллейбус килеп туҡтаны. Ана бит, бөгөн хатта уныhы ла оҙаҡ көттөрмәне! Зөлфиәнең кәйефе тағы ла нығыраҡ күтәрелде. Троллейбусҡа ингәс, ауылдағыса, бөтәhе менән дә ихлас итеп «Хәйерле иртә!» тип ҡысҡырып тороп иҫәнләшкеhе килде уның хатта.
Билет алғас, ғәҙәтенсә, ундағы hандарҙы ҡуша, бүлә башланы. Ни күҙҙәре менән күрhен, бөтә hандарҙы бергә ҡушhаң – 22, ә алты цифрҙың hәр өсөhөн ҡушып ҡараhаң, 11 килеп сыға! Ҡыҙ, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡабат-ҡабат бүлеп-ҡушып ҡараны, hөҙөмтә шул уҡ: икеләтә бәхетле билет! Зөлфиә, әле генә килеп ҡунған бәхетен өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, төшөнөң раҫ килеүен теләй hалып, билетын сәйнәп йотоп ебәрҙе.
Шул саҡ ҡыҙҙың күҙҙәре үҙен ҡыҙыҡhынып күҙәткән шаян да, яғымлы ла, серле лә күҙҙәр менән осрашты. Бәй, был бит бая ғына төшөндә күргән егет! Һис шикhеҙ, шаян ҡараш та шул уҡ!
Егеттең йылмайыуы, моғайын, уның сәйер ҡылығын күреп, ғәжәпләнеүҙәндер инде тип, оялып, Зөлфиә ҡарашын тәҙрәгә йүнәлтте hәм, күрмәмеш булып, тышҡа ҡарап бара башланы. Ҡыҙҙың күңелен әсе үкенес солғап алды: «Бына бит, көткән бәхете эргәhендә, ҡул hуҙымы ерҙә генә килә! Ә ул, әҙәм аптыратып, билет сәйнәй! Абау, нимә тип уйланы икән?! Бына хәҙер, бер нисә минуттан, кәрәкле туҡталышына етер ҙә, егет төшөп ҡалыр... Шулай мәңгелек үкенес өсөн генә осраштырҙымы икән ни уны яҙмышы был егет менән... Бына hиңә бәхетле билет!»
Ике-өс туҡталышты үткәс, кемдер уның ҡулбашына ҡағылды:
– Ҡыҙ кеше, һеҙгә әйтәм!
Зөлфиә ярайhы уҡ талапсан ирҙәр тауышынан hиҫкәнеп китhә лә: «Теге егет берәй нәмә тип шаяртырға уйлап өндәшәлер... Тауышы ҡалай яғымhыҙ…» – тигән уйҙан кәйефе тамам ҡырылып, ишетмәмеш-hиҙмәмеш булып тәҙрәгә ҡарап бара бирҙе.
– Ҡыҙыҡай, тим! Әллә һаңғырау ул?! – теге әҙәм был юлы уның ҡулбашынан ярайhы уҡ әрhеҙ hелкетте.
Ошо тиклем үк тупаҫлыҡты көтмәгән Зөлфиә, йәне көйөп, йылт итеп салонға боролһа… алдында контролер тора!
Килбәтһеҙ ҡиәфәтле дәү әҙәм, ҡасып китмәгәйе типме, ҡыҙҙың беләгенән ҡымтып тотоп алды һәм күптән көткән табышын эләктергән тантаналы ҡиәфәттә, сабырһыҙланып:
– Гражданка! Билетығыҙҙы күрhәтегеҙ! Ишетмәмешкә hалыш­мағыҙ! Ҡайҙа hеҙҙең билет?! – тине.
Зөлфиә көтөлмәгән хәлдән бөтөнләй аҙап ҡалды. Күңелен нимәhе менәндер арбарға өлгөргән егет алдында уға бигерәк тә ҡыйын ине...
– Йә, hин бер үҙең түгел дә инде салонда, тотҡарлама! – тине контролер «hин»гә күсеп. Тауышы ла талапсандан тупаҫҡа әйләнде.
Ҡыҙ, уңайhыҙланыуҙан ҡып-ҡыҙыл булып:
– Мин... Ней... Бәхетле билет ине... Ашаным... – тине ҡалтыранған тауыш менән.
– Етте, гражданка, кәмит ҡорма бында! Әкиәтеңде башҡаларға hөйләрhең! Йә билетыңды күрhәт, йә штраф түлә! – тине контролер ҡәтғи итеп. – Юғиhә киләhе туҡталышта төшөрөп ҡалдырам!
Уңайhыҙланыуҙан бер hүҙ әйтерлек тә хәле ҡалмаған ҡыҙ, штраф түләү өсөн аҡса эҙләп, сумкаhында соҡона башланы. «Боҙ китеүен ҡарарға ғына тип сығып, аҡса ла алмағайным бит әле!» – тигән уйҙан тамам юғалып ҡалды Зөлфиә. Йөрәген тағы ла «Бына hиңә бәхетле билет!» тигән үкенесле уй телеп үтте, күҙҙәренә йәш тығылды.
Шул ваҡыт башҡаларға ҡушылып ихлас көлөп торған егет етди төҫ алды, былар янына яҡыныраҡ килеп:
– Туҡтағыҙ әле, иптәш контролер, шул тиклем ҙур тауыш күтәрмәгеҙ! Был ҡыҙ минән hуңғы туҡталышта ултырҙы, ә мин алдағы туҡталышта hуңғы булып инеп, иң hуңғы билетты алғайным. Тимәк, уның билетындағы номер минекенән бер генә hанға артыҡ булырға тейеш! – тине кире ҡаҡҡыhыҙ итеп. – Һылыу, hинең бәхетле билетыңда ниндәй hандар бар ине, иҫләйhеңме? – тине ул, ҡыҙға яғымлы йылмайып.
Зөлфиә ҡотҡарыусыhына мөлдөрәп ҡараны:
– Иҫләйемсе... Тәүге өс һан – мин тыуған йыл – 092, икенсеһе 344 ине. Бөтә hандарҙы ҡушhаң – 22, тәүге hәм hуңғы өсәр hанды ҡушhаң, ун берешәр килеп сыҡҡайны... – тине ул.
– Мәгеҙ, иптәш контролер, минең билетты тикшереп ҡарағыҙ. Ябай арифметика! – тине егет, ҡыуанып.
Уға эргәhендәге апай ҙа ҡушылды:
– Мин был ҡыҙыҡайҙан алда ингәйнем. Минекен дә тикшереп ҡарағыҙ әле! – тине ул, сумкаһынан билетын эҙләп.
Ә апайға hыйынып ҡына ултыр­ған бәләкәй малай:
– Өләсәй, билетты миңә билгәйнең бит. Мин был матул апайҙың билет аҫағанын күлдем дә, тәмле микән ни тип, үҙебеҙҙең билетты ла аҫап ҡаланым… Бел тәме лә юҡҫы! – тине.
– Нимә?! – тине контролер, ғәжәпләнеп – һеҙҙең дә билетығыҙ юҡмы ни?!
Хәлдең ни менән тамамланырын ҡыҙыҡhынып күҙәткән пассажир­ҙар был тамашанан рәхәтләнеп көлөргә кереште.
– Мин улар менән бергә ингәйнем, мә, минең билеттың һанын ҡарағыҙ әле, – тине улар янында ултырған апай.
– Аба-а-а, яҡлаусылары ҡайhылай күбәйеп китте! – тине контролер, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндәй, билеттарҙы сағыштырып ҡарап, һәм, Зөлфиәгә боролоп, бөтөнләй йомшарған тауыш менән:
– Икенсе юлы, ҡыҙыҡай, билетыңды, хатта бәхетле булhа ла, транспорттан сыҡҡас ҡына аша! – тип өҫтәне.
Ҡыҙ, ҡотҡарыусыhына ҡарап:
– Рәхмәт инде һеҙгә… Һеҙ булмаһағыҙ, бөтөнләй мөшкөл ине бит хәлем… – тине.
Баянан бирле ихласлығы йөҙөндә балҡып торған был ҡыҙ менән нисек hүҙ башларға белмәй килгән егет, ҡыйыуланып:
– Ярҙамым тейгәнгә бик шатмын, һылыу! Ә hеҙ ниндәй туҡталышта төшәhегеҙ? – тип hораны.
– Киләhе туҡталышта, – тине Зөлфиә.
– Шулаймы ни! Мин дә киләһе туҡталышта төшәм, – тине егет әллә ысынлап, әллә әле генә ошо ҡарарға килеп.
Троллейбус туҡтау менән егет hикереп төшә hалып, ҡыҙға ҡулын hондо. Зөлфиә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡулын егеттең усына hалды. Ҙур уста бөтөнләй юғалып ҡалған бәләкәй генә ҡулы буйлап ниндәй­ҙер ҡайнар тулҡын бөтә тәненә таралды ҡыҙҙың.
Троллейбустан төшкәс, ҡыҙ ҡулын егеттең усынан алмаҡсы булғайны ла, егет наҙлы ғына итеп устарын ҡыҫа төштө һәм кире ҡаҡҡыһыҙ итеп:
– Ә хәҙер ҡайҙа? – тине.
– Ағиҙелдә боҙ китеүен ҡарарға китеп бара инем, – тине Зөлфиә, йылға яғына ишаралап.
– Мин дә! – тине егет, ҡыуанып.
Етәкләшеп алған егет менән ҡыҙ, күптәнге таныштарҙай күңелле һөйләшә-көлөшә, ярhып ташҡан йылғаға табан атланы.

Рәмзәнә Әбүталипова










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)