НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡҡан һыуҙар

Аҡҡан һыуҙар


* * *
Иртә менән тороп проводниктан сәй алып килде лә, Хәйҙәр ағай Таһирҙы уятты.
– Әйҙә, улым, тор, сәй эсергә.
– Кисә миңә "ҡустым" тип өндәшә инегеҙ, – тип йылмайып килеп уянды Таһир.
– Һинең атайыңдан йәшерәк булмаһам, мин һиңә "улым" тип өндәшергә тейешмен. Беҙҙең башҡортта шулай әйтелә, – тине Хәйҙәр ағай.
– Әсәйемдең һөйләүе буйынса, минең атайыма хәҙер ҡырҡ биш йәш булыр ине...
Хәйҙәр ағай тағы уйға батты. Хәҙер ни эшләргә? "Мин һинең атайың", – тип ҡапылда әйтергә ни өсөндөр уның теле бармай ине.
– Таһир улым, атайың тураһында тағы нимәләр беләһең? – тип һораны Хәйҙәр ағай сәй эскәндә.
– Әсәйем һәр ваҡыт уны, бик яҡшы кеше ине, тип иҫкә ала. Мине лә уның кеүек булырға өндәй. Тик ул йәшләй һәләк булған шул.
– Ә хәҙер атайың тере булһа һин нимә эшләр инең?
– Атайым әгәр ҙә хәҙер тере булһа, Ер йөҙөндә минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине, – тине Таһир.
Хәйҙәр ағайҙың күҙҙәренә йәш килде. Үҙ атаһын ерләгәндән алып бер ваҡытта ла уның күҙҙәре сыланғаны юҡ ине. Ул түҙмәне, тәмәкеһен алып тамбурға сығып китте.
Юҡ, башҡаса түҙер хәле ҡалманы Хәйҙәрҙең. Хәҙер купеға ингәс тә барыбер ысынбарлыҡты һөйләп бирәсәк ул улына... Тәмәкеһен бер-бер артлы тартты ла тартты...
Күпмелер ваҡыттан һуң кемдер "стоп-кран"ға баҫты әллә – поезд кинәт кенә туҡталды, һәм Хәйҙәр ағайҙың өҫкө кәштәлә ятҡан әйберҙәре иҙәнгә килеп төштө. Иҙәнгә ҡаҡлығыуҙан ҡапыл асылып киткән сумаҙан эсенән башҡа әйберҙәр менән бергә әрме альбомы ла шыуып килеп сыҡты. Таһир сүгәләп ултырып, полковниктың әйберҙәрен яңынан урынына һала башланы. Уның күҙе шинель материалы менән тышланған альбомға төштө: "Ҡалай матур итеп яһалған альбом. Мин дә, Аллаһ бойорһа, бер заман үҙемә шундай альбом яһап алырмын", – тип уйланы Таһир. Тәүҙә альбомды сумаҙан эсенә кире һалырға булды, ләкин уның ҡыҙыҡһыныуы үҙенекен итте. "Моғайын, полковник уның өсөн асыуланмаҫ", – тип уйлап, альбомдың тәүге битен асты...
"Атай!" – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Таһир: альбомдың тәүге битендә курсант Хәйҙәр Тимеровтың ҙурайтылған фотокарточкаһы йәбештерелгәйне. Таһир түҙемһеҙләнеп альбомдың икенсе битен асты, унан өсөнсөһөн... Был альбомда, "авиакатастрофала һәләк булған" лейтенант Тимеровтан башҡа, өлкән лейтенант, капитан, майор, подполковник һәм полковник Тимеровтарҙың да фотолары бар ине. Таһир был осраҡта үҙен нисек тоторға белмәне. Альбомын өҫтәлдә асыҡ килеш ҡалдырып, үҙенең кәштәһенә йығылды ла, битен мендәр менән ҡаплап, сабый балалар кеүек үкһеп-үкһеп иларға тотондо.
Купеға килеп ингәс тә эштең ниҙә икәнен аңлаған Хәйҙәр ағай:
– Улым, тор, илама. Летчик кеше илаҡ булмай ул, – тине.
– Атай! – тип улы уны ҡосаҡлап алды. – Ниңә бығаса үҙеңде белдермәнең?
– Эй, улым, улым, – тине атаһы, уның башынан һыйпап, – тормош һәр саҡ беҙ теләгәнсә генә бармай икән шул. Ошо көнгәсә бер-беребеҙҙе белмәй йөрөгәнебеҙ өсөн мин дә, әсәйең дә ғәйепле түгел икәнен берәй ваҡыт, бәлки, аңлар­һың, улым. Яҙмыш елдәре әсәйең менән икебеҙҙе ике яҡҡа бик иртә айырҙы. Шулай ҙа, улым, мин бөгөн сикһеҙ бәхетлемен. Ошолай итеп беҙгә осрашырға ла яҙған икән. Бығаса донъяла һинең бар икәнеңде лә белмәй инем бит мин, хатта башыма ла килтермәгәйнем.
– Мин дә һине юҡ тип уйлай инем бит, атай. Ни өсөн әсәйем миңә дөрөҫөн һөйләмәгән икән?
– Әсәйеңә үпкәләмә, улым. Тимәк, уның бер аҙ ғына алдашыуының ниндәйҙер сәбәбе булған. Аңла, улым, әсәйеңә лә еңел түгел. Беҙ бит ҡасандыр әсәйең менән бер-беребеҙҙе юғалтырбыҙ тип уйларға ла ҡурҡа инек. Ни өсөн беҙҙең тормош ошолай үтә лә ҡатмарлы булыуын берәй ваҡыт һөйләп бирермен әле, улым, – тине Хәйҙәр ағай һәм бер аҙҙан:
– Хәҙер һин Мырҙабулатҡа китеп бараһыңмы? – тип һораны.
– Эйе, унда минең өләсәйем йәшәй.
– Ә олатайың?
– Ун йыл инде уның мәрхүм булыуына...
– Улым, Йәнбәктә һинең тағы бер өләсәйең йәшәй. Тик беҙҙең яҡта "ҡартәсәй" тиҙәр. Әйҙә, улым, беҙҙең Йәнбәккә, ҡартәсәйеңде лә күрерһең. "Ейән һөйөргә яҙмағандыр инде", – ти ҙә йөрөй торғайны әсәйем. Бына бит уның типһә – тимер өҙөрҙәй ейәне бар, етмәһә – хәрби училище курсанты! һинең менән бергә ҡайтһаҡ, ҡартәсәйең икеләтә шатланыр.
– Һинең менән мин – хоть Ер сигенә, атай!
– Килештек, – улар бер-береһенең ҡулын ҡыҫышты. Ошо минутта аталы-уллы был икәүҙең йөҙҙәрендә бәхет нурҙары балҡый ине.
– Атай, әйҙә, әсәйемә шылтыратайыҡ, – тине шатлыҡлы хәбәрҙе әсәһенә тиҙерәк еткерергә теләгән Таһир. – Йә булмаһа, үҙең шылтырат. – Әсәһенең телефон номеры яҙылған телефонын атаһына һуҙҙы.
– Туҡта әле, улым, бер аҙ сабыр ит. Миңә әсәйеңдең номерын ғына бирһәң, артабан үҙем ҡарармын. Беҙҙең йәштә артыҡ ҡабаланыу әллә ни яраған эш түгел. Етмәһә, беҙ телефон заманы кешеләре лә түгелбеҙ. Тик бер генә үтенесем бар, улым. Ваҡытынан алда, йәғни мин үҙем әсәйең менән һөйләшмәҫ элек, уға бер ни ҙә өндәшмәй тор.
– Ярар, атай, килештек.
Хәйҙәр ағай Фәриҙәнең телефон номерын үҙенекенә күсереп яҙып алды.
– Атай, был ордендарҙы нимә өсөн бирҙеләр? – тип һораны бер аҙҙан Таһир, атаһының кителендәге ордендарға күрһәтеп.
– Быныһы – Афған өсөн, былары – Грозный өсөн, ә ҡалғандары яҡшы хеҙмәт иткән өсөн. Минең йәшкә етһәң, һинеке тағы ла күберәк булыр әле, – тине атаһы, – тик һиңә, улым, һуғышты күрергә яҙмаһын. Орден-миҙалдарҙы тик тыныс шарттарҙа ғына алырға яҙһын, һуғыш – бик насар нәмә ул, Таһир улым.
Ата менән ул бер-береһенә бик тиҙ өйрәнеп китте һәм һөйләшеп туя алмайҙар ине.
– Ни өсөн әсәйең һинең менән өләсәйеңдәргә ҡайтмай?
– Ул хәҙер эштә, ә отпускыһы көҙгә генә була. Ялы булһа ла, ул ауылға һирәк кенә ҡайта. Ә олатайым тере саҡта әсәйемдең бер ҙә ҡайтҡаны булманы.
– Олатайыңдың ауыр тупрағы еңел булһын. Әммә, улым, тап уның арҡаһында беҙ әсәйең менән өйләнешә алманыҡ та инде.
– Ә өләсәй?
– Ул саҡта уларҙың өйөндә олатайың әйткән һүҙ генә "закон" ине. Беҙҙең башҡортта бик-бик һирәк осрай торған яман бер үҙенсәлеге бар ине ул бахырҙың: ни өсөндөр беҙҙең һымаҡ хәрбиҙәрҙе яратып етмәй ине. Беҙ әсәйең менән шул олатайыңдың "закон"ының ҡорбандары булдыҡ та инде. Әйткәндәй, кисә һине оҙатып килгән ҡыҙҙың исеме Айгөл инеме әле?
– Эйе, Айгөл.
– Улым, һиңә шуны әйтәм, һеҙҙең юлығыҙҙа бер ниндәй "закон"дар кәртә булып тормаһын. Әгәр бер-берегеҙҙе яратаһығыҙ икән, тик үҙегеҙҙең йөрәгегеҙҙән сыҡҡан бойороҡто үтәгеҙ.
Таһир атаһының һүҙен ҙур иғтибар, ҡәнәғәтләнеү менән тыңланы. Ниндәй ҙур бәхет икән ул тере атайҙан өгөт-нәсихәттәр ишетеүе!
– Әсәйең бер үҙе йәшәйме, әллә тормошҡа сыҡтымы? – тип һаҡ ҡына һорап ҡуйҙы Хәйҙәр ағай.
– Үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла тормошҡа сыҡманы әсәйем, – тине Таһир. – Бөтә тормошон ул миңә бағышлаған, минең бәхетем өсөн йәшәй. Мин уны аңлайым. "Әсәй, нишләп кейәүгә сыҡмайһың?" – тип әйткәнем дә бар. Ә ул миңә асыу­ланды ла ҡуйҙы.
– Әсәйең менән ғорурланырға тейешһең һин, улым. Көслө кеше һинең әсәйең.
Таһир атаһы менән ризалашып баш ҡаҡты.
Һөйләшә-һөйләшә килгәс, сәғәт көндөҙгө ун ике тулғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Поезд улар төшә торған станцияға килеп етте. Саф һауаға сыҡҡас иркен итеп тын алдылар.
– Их, тыуған яҡтың һауаһы ниндәй һәйбәт! – тине Хәйҙәр ағай тирә-яғына ҡарап.
– Эйе, – тип ризалашты улы.
Артабан Йәнбәккә тиклем автобус менән барҙылар. Туҡталышта автобустан төшкәс тә уларға әлеге Ришат осраны. Уға инде хәҙер егерме биш йәш самаһы ине. Әҙерәк "ҡырын тейәп" алған. Хәрби кейемдәге аталы-уллы был икәүҙе Ришат шундуҡ таныны.
– Хәйҙәр ағай, һаумы! Ә был – улың нәвирне? Үҙеңдең йәш сағыңдағы копияң бит, – тип килеп күреште лә, бала сағындағы һымаҡ:
– Һөйөнсө, Хәйҙәр ағайым ҡайтып килә! – тип, абына-һөрөнә Хәйҙәр ағайҙарҙың өйөнә йүгереп инеп китте.
Өйгә етәрәк, шәп-шәп атлап сығып килгән әсәһе күренде.
– Әсәй, һаумы! – тип, Хәйҙәр ағай күҙ йәштәре аша йылмай­ған әсәһе менән күреште һәм уны ҡосаҡлап алды. – Әсәй, һөйөнсө! Беләһеңме, мин кемде алып ҡайттым!
Инде байтаҡ өлкәнәйә төшкән Сәлихә инәй ҡулын ҡаштары тәңгәленә ҡуйып Таһирға ҡараны.
– Атаҡ-атаҡ, Хәйҙәр улым, был бит һинең йәш сағың!
– Һинең ейәнең ул, әсәй, һөйөнсө! Исеме –Таһир.
Сәлихә инәй тамам аптыранды, ни эшләргә лә белмәне. Уның башы әйләнеп киткәндәй булды.
– Йә, Аллам, – тип, ҡапҡа ситендәге эскәмйәгә барып ул­тыр­ҙы. Бер аҙ хәл алғас, доға уҡып битен һыйпап алды.
– Әйҙәгеҙ, уландар, инегеҙ, самай сәй әҙер саҡта ғына ҡайтып төштөгөҙ. Ришат улым, һин дә ин, бер юлы "һөйөнсө"һөн эсеп сығырһың, – тине Сәлихә инәй, доға уҡып бөткәс. – Хәҙер бит элекке һымаҡ һөйөнсөгә кәнфит кенә биреп сығарып булмай, – тип көлдө.
Барыһы ла өҫтәл артына ултырҙы. Һис көтөлмәгәндә килеп табылған ейәне Сәлихә инәй өсөн оло шатлыҡ булғанғалыр, тик уның менән генә тиерлек ҡыҙыҡһынды.
– Балаларыбыҙ юҡ, тип әйтә инең түгелме, Хәйҙәр улым? – тип һораны. – Бер ни ҙә аңламайымсы. Нәдкә килен менән өйләнешкәнегеҙгә лә бары тик ун бер-ун ике йыл ғына үтте бит...
– Фәриҙә киленеңде хәтерләйһеңме, әсәй? – тине Хәйҙәр ағай.
– Ә-ә-әй, хәтерләмәгән генә ҡайҙа инде ул балаҡайҙы. Алтын ҡош ҡына ине бит ул. Хур ҡыҙындай һылыу ине үҙе, – тип теҙеп алып китте әсәһе.
– Ана шул киленең менән беҙҙең улыбыҙ – бына ошо Таһир ейәнең була инде.
– И-и-и, бәпәйгенәм, – тип, Сәлихә инәй Таһирҙы йәнә килеп ҡосаҡлап алды. – Ҡалай ғына атайыңа оҡшап ултыраһың. Бәхетле бул, бәпәйем, имен-һау бул. Ана, атайың кеүек балкауник бул, – тип ейәненә теләктәр теләне.
Ғаилә мөнәсәбәтен асыҡлаусы етди һөйләшеүҙәрҙе ишеткән Ришат бер рюмка ғына "төшөрҙө" лә йәһәт кенә сығып китте.
Сәлихә инәй балалары менән һөйләшә-һөйләшә уларға сәй эсерҙе. Үҙе ауыл яңылыҡтарын һөйләп алды. Улар шулай бик оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Ҡартайған көнөндә тәү тапҡыр үҙен ҡартәсәй тип хис иткән Сәлихә инәй бөгөн сикһеҙ бәхетле ине.
Ҡартәсәләрендә өс кис йоҡлағандан һуң Таһир, Мырҙа­булаттағы өләсәһенең хәлен белешергә тип, юлға сыҡты. Юл алдынан атаһына:
– Атай, һин шулай ҙа әсәйемде барып күрергә бурыслыһың, – тине һәм Өфөләге үҙҙәренең адресын әйтте. – Оҙаҡлама, атай, йәме...
– Ярар, улым, барырмын, – тине атаһы.
Хәҙер инде Хәйҙәр ағайҙың бөтә донъяһы теүәл һымаҡ. Ул үҙен шундай бәхетле итеп тоя. Уның бит хәҙер улы бар! Ата кеше өсөн шунан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме һуң!
Шундай яҡшы кәйеф менән ул тиҙ арала әсәһенең малдарына ҡышҡылыҡ бесән әҙерләп бирҙе, утынын ярып өйҙө, ялан кәртәнең ҡоймаларын төҙәтте.
– Киленгә барып килһәңсе, улым, – тине бер көн әсәһе Хәйҙәр ағайға.
– Ҡайһы киленгә, әсәй? – тине улы, шаярып.
– Ҡайһы килен тип ни. Нәдкә киленде "килен" тип әйтергә минең телем дә бармай, – Сәлихә инәй күҙенә йәш алды. –Мәйтәм, Фәриҙә киленгә тим. Таһир улым әдрисен биргән түгелме?
– Уңайһыҙ булмаҫмы икән, әсәй? – тине һаман да үҙен Фәриҙә алдында ни өсөндөр ғәйепле итеп тойған Хәйҙәр. Шулай ҙа Фәриҙәһен бик ныҡ күргеһе килә ине уның. – Ярай, барып киләйем улайһа...
– Бар шул, улым, бар. Күңелен йыуатып кит. Әсәйем сәләм әйтте, тиерһең.
Хәйҙәр Өфөгә барып Фәриҙәне күрергә булды.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Дауамы. Башы 10 – 13-сө һандарҙа).

Сығыу ваҡыты 4-10-2013, 11:31 | Ҡаранылар: 2505
|
  • Улым уйнаймы тиһәм... Үҙем икән!
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM