НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡҡан һыуҙар

Аҡҡан һыуҙар


Әбей, Хәйҙәрҙең кем икәнен, ҡайһы ауылдан булыуын һорашып алғандан һуң, бер балағын ситек тышына сығарҙы ла, Фәхрислам ҡарттарға китте, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң тамам кәйефе боҙолоп кире өйөнә боролоп ҡайтты.
– Юҡ, бер ҙә ыңғайларлыҡ түгел был Фәхри ҡарт. Ундай кире кешене бөтә Сысысырҙа (СССР) осратмаҫһың. Әйттем бит мин, ул – шундай әҙәм, тип. Ай-ва-ай, һеҙҙең буласаҡ ҡоҙағыҙ... Әле мин “бер әфисәр ҡыҙыңды һората килгән” тигәс, туҙынды ла китте. Лутсы үҙегеҙ генә барып һөйләшеп ҡарағыҙ. Уф, хатта башым ауыртып китте... – тип, тыны бөткәндәй, ышылдап, һөйләнә-һөйләнә урындыҡ ситенә барып ултырҙы.
– Ярар, апай, беҙгә асыуланма инде, – Фазлитдин ағай буләк итеп алып килгән күлдәклек тауарҙы әбейгә бирҙе. Улар Фәхри ҡартҡа үҙҙәре барып һөйләшеп ҡарарға булды.
– Йә, ни йомош? – тип урам тышында торған килеш ҡаршыланы уларҙы Фәхри бабай, арбанан һикереп төшкән Хәйҙәрҙең өҫ-башына ҡыҙыл сепрәкте күргән үгеҙ кеүек баштан-аяҡ ҡарап алғас.
– һаумыһығыҙ, – тине Хәйҙәрҙең атаһы.
– һау булмай, ни булған тиһең. Йөрөйҙәр шундай ҡыҙыу эш ваҡытында кешене бимазалап.
– Мин бында йәштәр мәсьәләһе буйынса...
– Йәштәргә ни булған? – тип бүлде Фәхри ҡарт Хәйҙәрҙең атаһын тыңлап бөтмәйенсә.
– Минең улымдың ялы һанаулы ғына, тиҙҙән хеҙмәткә китергә тейеш. Йәштәр үҙҙәре һөйләшеп килешкән...
Фазлитдин ағайҙың һөйләп бөткәнен дә көтмәй, ҡарт, көрәк алып, яҡын тирәләге һыйыр тиҙәген алып ташлай башланы. Ғөмүмән, “минең өсөн һеҙ – бар ни ҙә, юҡ ни” тигән һымаҡ ине ул. Бер аҙ тиҙәк ташлағандан һуң, көрәгенә таянып:
– Әллә ҡайҙа аҙып-туҙып йөрөгән зимагор өсөн мин ҡыҙ үҫтермәнем. Яңғыҙ ғына ҡыҙымды ер аяғы – ер башына ебәрәһем юҡ. Башҡаса ул һорау буйынса минең ишек алдына аяҡ баҫаһы булмағыҙ, бына шул, – тине лә ишекте шартлатып ябып, өйөнә инеп китте. Һәр саҡ кешеләр менән үтә лә әҙәпле һөйләшеп өйрәнгән атаһының: “Минең улым да ғаиләлә яңғыҙ...” – тип ниҙер әйтергә теләп башлаған һүҙҙәре Фәхри ҡарттың ҡаты итеп ябылған солан ишегенә ҡыҫылып тороп ҡалғандай булды. Уларҙың һүҙенә ҡушылмай, тыңлап ҡына торған Хәйҙәргә атаһы бик йәл тойолдо.
Ата менән ул, кәйефтәре тамам боҙолоп, арбаға ултырып, ауылдарына ҡайтып китте. Алтмыштан үткән Фазлитдин ағай­ҙың үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла тиерлек Фәхрислам кеүек кешеләрҙе осратҡаны юҡ ине. Үҙен бик ныҡ хурланған итеп тойҙо. Уның әфисәр улын “зимагор” тип атаһындар әле!
Ә Хәйҙәр юлда ҡайтҡанда тик Фәриҙәһе тураһында ғына уйланы. Ҡыҙҙы атаһының теләгенән тыш та алып китә алыуына шикләнмәй ине.
Ауылға ҡайтып еткәнсе аталы-уллы бер ни ҙә һөйләшмәне, һәр кемдең башында үҙ уйы булды...
Мырҙабулат ауылына барып, нисек йөрөп ҡайтҡандары тураһында Хәйҙәр, әлбиттә, Фәриҙәгә шул көндө үк һөйләне.
– Фәриҙәкәйем, гөлсәсәгем, – тине Хәйҙәр. – Мин һине бер нәмәгә ҡарамаҫтан алып китәсәкмен! Атайың түгел, әллә кем ҡаршы булып торһа ла.
– Әллә кем ҡаршы булһа ла алып китер инең дә бит, әммә атай ҡаршы булғас, бер нәмә лә эшләп булмай, – тип илауланы Фәриҙә. Бала саҡтан өйҙә ғаилә башлығының һүҙен “закон” һымаҡ ҡабул итеп өйрәнгән Фәриҙә никах мәсьәләһендә лә атаһын тыңламауҙы бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы.
Шулай итеп, көн артынан көн үтте. Хәйҙәр менән Фәриҙә көн һайын осрашып торҙо. Икеһен бер юлы ялмап алған дөрләп янған һөйөү уты көндән-көн көсәйә генә барҙы. Алдағы тор­мош­ҡа төрлө пландар ҡорҙолар. Ләкин һәр ваҡыт уларҙың хыялдары Фәриҙәнең атаһына барып тоташа һәм селпәрәмә килеп юҡ була ине.
– Отпуск бөтөп бара, Фәриҙә, әйҙә ауыл советына барып ЗАГС-ҡа яҙылайыҡ та ҡуяйыҡ. Ну его к черту, һинең атайыңды, – тине Хәйҙәр бер ваҡыт, йәне көйөп.
– Улай тимә, Хәйҙәр, – тине Фәриҙә. – Һин часыңа үҙең генә барып тор, ә барғас та миңә хат яҙырһың. Атайым менән үҙем һөйләшеп ҡарармын.
Хәйҙәр өндәшмәне. Фәриҙәһеҙ китеүҙе ул күҙ алдына ла килтерә алманы. Күңеле ниҙер һиҙенә ине. Был айырылышыу уға мәңгегә, йә булмаһа, бик оҙаҡҡа булыр һымаҡ тойолдо...
– Иҫтәлеккә берәй фотокарточкаңды булһа ла бирмәйһеңме? – тине Фәриҙә. – Мин дә һуңғараҡ, яҡшылап төшөп, үҙемдекен һиңә хат аша һалып ебәрер инем...
– Ташып йөрөмәҫ өсөн күп кенә әйберемде округ штабына училищенан уҡ багаж менән ебәргәйнем. Фотоальбомым да шунда ине... Әгәр ҙә оҡшатһаң, бына ошо партия билетына төшкән генә фотом бар, – Хәйҙәр хәрби билеты араһынан курсант формаһында төшкән кескенә фотоһүрәтен сығарып бирҙе...
һанаулы отпуск көндәре үтеп тә китте. Атаһы менән әсәһе Хәйҙәрҙе, ғәҙәттәгесә, өйҙән генә оҙатып ҡалды. Фәриҙә Хәйҙәр менән бергә ҡалаға вокзалға тиклем килде.
– Хуш, – тине Фәриҙә, күҙ йәштәрен тыя алмай. – Мин һинән көн дә хат көтөрмөн, – ул егетте ҡосаҡлап алды һәм уның күкрәгенә битен терәне. Ҡыҙҙың туҡтамай аҡҡан күҙ йәштәре Хәйҙәрҙең кителен сылатты.
– Хуш, йәнем, – тине Хәйҙәр. – Һин дә хат яҙ.
Поезд ҡуҙғалып киткәнсе тиерлек улар шулай ҡосаҡлашҡан килеш торҙо.
– Пассажир, вагонға инегеҙ, поезд ҡуҙғала! – тине проводник.
– Хуш, – тине тағы ла Хәйҙәр һәм вагонға йүгереп инеп китте.
Фәриҙә күҙ йәштәренә мансылып һыҡтай-һыҡтай иланы, бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ниндәйҙер бик мөһим хәбәр әйтергә теләй ине ул...

* * *
Тәғәйенләнгән часҡа барғас та Хәйҙәр, үҙенең адресын күрһәтеп, Фәриҙәгә хат яҙҙы. Бер нисә көн үткәс, тағы ла яҙҙы. Унан һуң үҙе яуап көтә башланы. Тик, күпме генә көтһә лә, ҡыҙҙан яуап хаты килмәне. Ул саҡтағы телефонһыҙ тормош, әлбиттә, был осраҡта Хәйҙәр менән Фәриҙә файҙаһына түгел ине... Ике-өс ай эсендә тағы әллә күпме хат яҙҙы Хәйҙәр. Әммә Фәриҙәнән һаман да яуап булманы. Яҙып-яҙып та яуап ала алмағас: “Әсәй, Фәриҙәгә ни булды икән, бер ҙә минең хатыма яуап бирмәйсе... Барып, хәлен белеш әле. Бер юлы минең адресымды ла бир, бәлки, хаттарым барып етмәйҙер”, – тип өйгә хат яҙҙы. Бер аҙҙан әсәһенән: “Фәриҙә, эштән сығып, ауылына ҡайтып киткән”, – тигән яуап алды.
Мырҙабулатҡа ла бер-бер артлы бер нисә хат ебәрҙе. Ләкин ул хаттар ҙа яуапһыҙ ҡалды. Бөтөнләйгә тиерлек төшөнкөлөккә бирелгән йәш лейтенант эштә лә бик бойоҡ йөрөнө. “Их, ошо ҡыҙҙар... Егетте хеҙмәткә оҙата ла шундуҡ оноталар, – тип әсенеп уйланды. – Хәрбиҙәрҙең эшенең үҙенсәлектәрен аңламай шул улар. Теләгән ваҡытта ғына ҡайтып китеп тә булмай бит. Йылына бер генә була торған отпускыла нимә генә эшләп өлгөрәһең инде". Үҙенең хәрби хеҙмәт юлын һайлағанына хатта бер аҙ үкенә биреп тә ҡуйҙы. Ысынлап та, күпме хәрби шулай һөйгәндәре менән ҡауыша алмай. Тыуған яҡтарында электән вәғәҙәләшеп йөрөгән ҡыҙҙары улар отпускыға ҡайтыуға башҡаларға тормошҡа сығып киткән була. Тап шуның өсөн дә хәрбиҙәрҙең күптәре тормош иптәшен ҡырҙан алырға мәжбүр... Был турала Хәйҙәргә утыҙ биш йәшкә еткән, ләкин һаман да булһа өйләнмәгән штурман, майор Гавриленко һөйләгәйне.
Йәш офицерҙың бошонҡо кәйефе часть командованиеһының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Шулай бер көндө эскадрилья командиры Хәйҙәргә:
– Иптәш лейтенант, ни өсөн балтаң һыуға төшкән һымаҡ йөрөйһөң? Һиңә ни булды? – тине.
– Иптәш полковник, мине демократик Афғанстанға ебәреүегеҙҙе үтенеп, рапорт яҙҙым, – тине Хәйҙәр.
– Ә ни өсөн?
– Үҙемдең интернациональ бурысымды үтәгем килә...
Яңынан ике-өс айҙан лейтенант Тимеров үҙенең “СУ – 27” самолетында Афған тауҙары өҫтөндә төрлө заданиелар үтәп оса ине. Күптән түгел власҡа килгән, үҙгәртеп ҡороусы генераль секретарь Афғандан Совет ғәскәрҙәрен сығарырға йыйына, имеш, тигән һүҙҙәр йөрөүенә ҡарамаҫтан, әле унда барған ғәҙелһеҙ һуғыш ярайһы ғына көсөргәнешле ине. Советтар Союзы Коммунистар партияһы етәкселәре был һуғышты “интернациональ бурыс” тип атаһа ла, афғандар өсөн Совет ғәскәрҙәре баҫып алыусылар булып һаналды. Бер йыл буйы күпме заданиеға осоп, һәр ваҡыт уңышлы әйләнеп ҡайтҡан Хәйҙәр, сираттағы отпускыға бер ай ҡалды тигәндә, тәүге мәртәбә аэродромына әйләнеп ҡайтманы. “Дошман­дар” уның тауыш еткермәҫ самолетын атып төшөрҙө. Хәйҙәр үҙе ҡаты яраланған көйө парашют менән һикереп өлгөрҙө. Өсөнсө көн тигәндә, уны һушһыҙ ятҡан хәлдә үҙебеҙҙең пехотинецтар табып алып, Ташкент ҡалаһына хәрби госпиталгә оҙата. Йәрәхәттәре бик ҡаты һәм ауыр ине.
Хәрби летчик карьераһы шуның менән бөтөр тип, Хәйҙәр тәүҙәрәк бик ныҡ борсолғайны. Ләкин, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, хәрби табиптар уны аяҡҡа баҫтырҙы. Ул ғына ла түгел, йәш летчикты яңынан осоу өсөн яраҡлы тип таптылар.
Сираттағы отпускыға Хәйҙәр өлкән лейтенант булып, түшенә Ҡыҙыл йондоҙ ордены тағып ҡайтты. Уның ата-әсәһе имен-һау, тик Фәриҙәһе генә әллә ҡасандан ауылда юҡ ине.
Мырҙабулат ауылына барып, ауыл кешеләренән дә һораштырып ҡараны. Ауылдаштары Фәриҙәнең, атаһы менән асыу­ланышып, ҡайҙалыр башҡа яҡҡа сығып киткәнен әйтте. Уның ҡайҙалығын берәү ҙә белмәй ине. Былтырғы ялында Хәбибулла ҡарттан шундай ныҡ кәмһетелеп ҡыйырһытылған Хәйҙәр, бик ҡыйын булһа ла, уларҙың өйөнә тағы ла барырға мәжбүр булды. Бәхеткә күрә, ҡарт өйҙә юҡ ине. Егетте Фәриҙәнең әсәһе ҡаршы алды. Хәл-әхүәл һорашып, егеттең йомошон тыңлап бөткәндән һуң әбей илап ебәрҙе.
– Эй, улым, минең ҡарттың холҡон үткән йыл күрҙең бит, – тине әбей, яулыҡ осо менән күҙен һөртә-һөртә. – Ана шул әҙәм менән ғүмер буйы ут йотоп йәшәйем инде. “Был өйҙә минең һүҙем – закон! Башҡаса тупһама аяҡ баҫаһы булма!” – тип, Фәриҙәмде өйҙән ҡыуып сығарҙы бит ул. Хәҙер ҡыҙымдың ҡайҙа йөрөгәнен генә түгел, тереме-үлеме икәнен дә белмәйем. Эҙләп табып ала ғына күр инде баламды...
Эҙләмәү генә ҡайҙа инде... Тәү осорҙа отпускыға ҡайтҡан һайын уның ауылына барып, кешеләрҙән, әсәһенән ҡабат-ҡабат һораштырҙы. Фәриҙә тураһында һаман да бер кем дә бер нәмә лә белмәне, һуңғы ваҡыттарҙа, унһыҙ ҙа ҡайғылы әсәһен борсомаҫҡа тырышып, уларға инмәй башланы.
Ике мәртәбә баш ҡалаға барып, адрестар бюроһына мөрәжәғәт итеп ҡараны. Фәриҙә исемле ҡыҙҙар Башҡортостанда ғәйәт күп булып сыҡты, әммә Хәйҙәрҙең Фәриҙәһе улар араһында табылманы: йә тыуған йылы тап килмәй, йә фамилияһы икенсе. Фәхрислам ҡыҙы Фәриҙә Мәхийәновалар ғына Башҡортостанда ике тиҫтәгә яҡын икән...
Күпме генә тырышмаһын, ни өсөн үҙенең хаттарына Фәриҙәнең бер ҙә яуап яҙмағанын Хәйҙәр барыбер белә алманы. Яҙырға теләмәгәндер, тигән фекергә килде ул әкренләп.
Йылдар үтә торҙо, күңел яралары ла уңала башланы. Майор дәрәжәһенә еткән Хәйҙәр аталарына: “...Мәрйә киленегеҙ менән ҡайтыуымды көтөгөҙ...” – тип хат яҙҙы. Ул, ысынлап та, Надежда исемле рус ҡыҙына өйләнде. Баштараҡ яғымлы ғына күренгән Надя Хәйҙәрҙе бик тиҙ "ҡулға алды". Ғаиләлә килеп тыуған сираттағы һәр мәсьәлә фәҡәт бик үҙ һүҙле ҡатын ҡушҡанса ғына хәл ителә барҙы.
Хәйҙәрҙең аталарына шулай ҙа мәрйә киленен күрергә насип булманы. Сөнки Надежда бер ваҡытта ла ире менән Башҡортостанға ҡайтманы. Ҡала ерендә тыуып үҫкән Надя, үҙе әйтмешләй, “бәҙрәфе тышта булған деревня”ға ҡайтыу­ҙан ҡырҡа баш тартты. Иренең ата-әсәһен туғанға һанаманы. Хатта Фазлитдин ағай донъя ҡуйғас та, атаһын ерләргә Хәйҙәр яңғыҙы ғына ҡайтып килде. Ул ғына ла түгел, балаға ла уҙа алманы. “...Мин табиптарҙа тикшерелдем, ғәйеп иреңдә, тип әйттеләр”, – тине уға Надя, бала табыу-тапмау мәсьәләһе килеп тыуғас. Хәләл ефетенең һүҙенә бөтөнләйгә ышанған Хәйҙәр үҙе дауаханаға барманы, һәм, ни өсөндөр, быны ҡатыны ла талап итмәне... Ә шулай ҙа, бала тураһында һүҙ сыҡһа, һирәкләштереп булһа ла, хәләл ефете уны түлһеҙлектә ғәйепләргә лә тартынмай ошо көнгәсә, айырыуса һуңғы осорҙа. Хәйҙәрҙең ваҡланып дауахана юлына аяҡ баҫмаҫын белә, ахырыһы... Ғөмүмән, уның ғаилә тормошон бер ҙә бәхетле тип әйтеп булмай ине.
Күңелен тынысландырған берҙән-бер нәмә күк йөҙө булды. Мөмкинлек булған һайын Хәйҙәр осто ла осто. Осоу эшенең оҫтаһы булараҡ, түшендә һәр саҡ ике яғында ике ҡанат төшөрөл­гән “М” хәрефле значок йөрөттө. Грозный өҫтөндә лә осор­ға тура килде уға. Полковник дәрәжәһе бирҙеләр. Түше орден-миҙалдар менән тулды. Хәрби карьераһы, әлбиттә, зарланырлыҡ түгел ине. Ләкин уның менән генә бәхетле буламы икән кеше? Йыш ҡына Фәриҙәһен иҫкә алды. Ошо йәшкә етеп, үҙенең бер балаһы ла булмағаны өсөн дә бик ҡайғырҙы Хәйҙәр...
Уйының ошо урынына еткәс, Хәйҙәр ағай ҡапыл тертләп киткәндәй булды. Нисек инде уның бер балаһы ла булмаһын ти? Янында ғына әзмәүерҙәй улы йоҡлап ята түгелме һуң? Тағы тулҡынланыуынан үҙенең йышайған йөрәк тибешен ишеткәндәй булды. “Улым, Таһир улым! Ни өсөн мин бығаса һинең барлығыңды белмәй йөрөгәнмен!” – тине ул эстән генә. Ә Таһир бер нәмә лә белмәй тыныс ҡына йоҡлай ине...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Дауамы. Башы 10 – 12-се һандарҙа).


Сығыу ваҡыты 27-09-2013, 11:28 | Ҡаранылар: 2182
|
  • Хәйҙәр ҺИБӘТОВ: ”Салауат батыр һынын 3D моделдә эшләйем”
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM