RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.07.2013 Гөлнур

Гөлнур− Юҡты һөйләйһегеҙ! Мин ҡыуып сығар­һам, барыр ере юҡ! Берәҙәк булып йөрөйәсәк. Ә ул урамда йөрөгәндә мин нисек тыныс йәшәйем? Ниндәй булһа ла, ул − балаларымдың атаһы, бәлки, арыу­ланып китер! − тип, яҙмышына буйһоноп йәшәүен белде. Ауырға тура килһә лә, баҡсаһын үҫтерҙе. Балалары ҡул араһына ингәс, уға еңелерәк булып ҡалды. Үҙ-үҙҙәрен ҡарайҙар, өйҙө йыйыштыралар, мага­зин­ға йөрөйҙәр, баҡсала ла ярҙам итәләр.
Сәғит айныған сағында берәй ойошмаға барып, эшкә инә лә, эш хаҡы алыу менән ҡабат “запой”ға китә. Был хәл туҡтауһыҙ ҡабатлана. Ул хәҙер эсмәй тора алмағанын да аңлай, тик һаман киреләнә. Ҡатыны, кодировкаға барайыҡ, тигәс:
− Мин алкаш түгел! Үҙем ташлайым! – тип ҡырт киҫә.
Шулай ҡабатланып торҙо, ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙай аҡты, балалар ҙа үҫеп етте.
Бер көндө улы аҡса алып ҡайтты. Гөлнур, ҡото осоп:
− Ҡайҙан алдың? − тип, хафаланып, Әлфирҙең күҙҙәренә ҡараны.
− Ҡурҡма, әсәй! Урламаным! Эшләнем! Дуҫ малайҙың атаһы гараж төҙөй, шунда ярҙамлашҡайным, ул бирҙе. Тағы саҡырҙы. Әле каникул бит, тағы барам, – тиеүгә, Гөлнур:
− Бәләкәйһең бит әле! Һөйәктәрең дә ҡатып бөтмәгән, йөрөмә, – тине, борсолоп.
− Юҡ! Барам! Мин үҙем генә түгел, Илмир менән эшләйбеҙ.
Улын был уйынан кире ҡайтарып булмаҫлығын аңлаған Гөлнур:
− Тик ауыр күтәрмә! Әҙме-күпме аҡса эшләйем тип, имгәнеп ҡуйырһың! − тип, ауыр көрһөнөп, риза булды.
Ҡасан ғына үҫеп еткән, донъя мәшәҡәте менән көн артынын көн, йыл артынан йыл үткәнен дә һиҙмәйбеҙ шул. Гөлнур балаларына иғтибарлы булырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырышһа ла, уйлағанын тормошҡа ашыра алманы, йә аҡса, йә ваҡыт етмәне. Әлфир бер-ике йыл музыка түңәрәгенә йөрөп алғайны, уҡырға икенсе сменаға күсергәс, йөрөй алманы. Әлфиә түңәрәктәргә йөрөргә теләк белдермәне, ҡурсаҡтарына күлдәктәр тегергә, китап уҡырға яратты.
Уҡырға төшөп, хәреф танып, уҡый башлағас, Әлфир әсәһенә:
− Әсәй, ни эшләп минең фамилиям ғына Яппаров, ә һеҙҙеке улай түгел? Атайымдың исеме лә Сәғит түгел, ә Илдар? – тигән һорау­ҙар бирә башланы. Гөлнурға аңлатып биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Сәғит: “Әлфирҙе уллыҡҡа алам”, − тиһә лә, Гөлнур риза булмағайны. Бер нисә көн үткәс, улы атаһы тураһында тағы төпсөнә башланы. Шым ғына уйланып йөрөгән, күрәһең, уның ҡайҙа йәшәгәнлеген һораны, тик Гөлнур, белмәйем, тип ҡотолдо. Ул, ысынлап та, белмәй ине, ә улы:
− Әсәй! Мин уны барыбер эҙләп табам. Әле булмаһа, ҙур үҫкәс. Беҙҙе ташлап киткәне өсөн яуап бирәсәк әле ул! − тине.
Бер нисә йыл үтте. Бер көндө улы тағы атаһы тураһында һораша башланы.
− Ҡурҡма! Мин уға теймәйем. Йәшәһен. Тик ситтән генә булһа ла күргем килә. Әйт әле, ҡайҙа йәшәй? – тип төпсөндө. Гөлнур уларҙың осрашыуы ҡотолғоһоҙ икәнен һиҙһә лә, ваҡытты һуҙа килде. Улының ир ҡорона инеүен, ныҡлап аҡыл ултырыуын көттө. Бер үк ҡалала йәшәгәс, Илдарҙы күргеләгәне бар ине, тик күрмәмешкә һалышты. Илдар ҙа яҡын килеп өндәшерлек көс таба алманы.
Бына Сәғиттең эсмәгәненә ярты йыл булып ките. Эшкә урынлашты, үҙенә төҫ инеп, етдиләнеп китте. Өйҙәренә лә ҡот ҡунды. Хәҙер иҫерек ир тауышы урынына балаларҙың шат тауыштары өйҙө яңғырата. Дуҫтар, туғандар ҡабат килә башланы. Эшендә лә ихтирам яуланы. Өйөндә һүҙе үтә, ҡатыны, балалары уның менән кәңәшләшә.
Бер көн ул саллана башлаған сәстәрен һыйпап, тәрән уйға батты. “Едрить, кудрить! Эсеп йөрөп күпме ғүмерем, томан эсендәге кеүек, заяға үткән. Балаларым үҫкән. Донъяның йәмен күрмәгәнмен. Бөтә кеше машинала елдерә, фатир алмаштыра, ә беҙҙең өйҙә йүнле мебель дә юҡ. Әлфирҙе уҡырға индерергә кәрәк. Фатирҙы ҙурайт­ҡанда ла яҡшы булыр ине. Тик ундай аҡсаны ҡайҙан алырға? Эшләгән ерҙәге эш хаҡы айҙыҡы айға ла етмәй. Ниндәй сабыр икән минең ҡатыным. Күпме ғазап күрһәткәнмен. Мин айный алмай йөрөгәндә, яҡшы итеп балаларҙы тәрбиәләгән. Ирем эсә, мин дә эсәйем, тимәй, икебеҙ өсөн дә бер үҙе донъя дилбегәһен тартҡан. Ошо көнгә тиклем Әлфирҙең, һин минең атайым түгел, тип ҡырын да ҡарағаны булманы, киреһенсә, атай, тип өҙөлөп тора. Былар бит барыһы ла ҡатынымдың тәрбиәһе. Үҙ аталарына ҡул күтәргән малайҙар юҡмы ни? Ә күпме ғүмер йәшәп, ғаиләм өсөн нимә эшләнем һуң? Фатир ҡатындыҡы, гаражды ла, баҡсалағы йортто ла бары тик Гөлнурҙың тырышлығы менән генә төҙөнөк. Ә мин ҡатыныма йөк кенә булғанмын, ауыр сумаҙан шикелле, ташларға ла йәл, күтәрергә лә ауыр”, − тигән уйҙарынан һуң, ғаиләһе алдында үҙенең ғәйебен аңлап, ныҡлы ҡарарға килде.
“Бынан һуң ғаиләмде интектереп йәшәтмәйәсәкмен! Аҡса эшләргә кәрәк, тик нисек? Ҡайҙа күп аҡса эшләйҙәр, шунда китәсәкмен! Ауыр булһа ла түҙәсәкмен! Юғиһә айнығаны бирле үҙемде ысын ир итеп түгел, ҡатыныма бурыслы итеп тоям. Бушҡа үткән йылдарымды кире ҡайтарыр кеүекмен!” − тип уйланы ла, бер көн килеп:
− Мин Себергә эшкә китәм! Вахталы эш таба алмаһам, ҡалып эшләйем! Һеҙгә аҡса ебәрермен, бындағы аҡсаға йәшәп булмай! − тип белдерҙе.
− Һин эшләмәгәндә лә йәшәнек, йәшәрбеҙ әле! − тине Гөлнур.
− Минең элеккесә йәшәгем килмәй! – тип ҡырт киҫте Сәғит. Гөлнур иренең был ҡа­рарына берсә шатланды, берсә хафаланды, унан:
− Ярай, хәйерлегә булһын! − тип риза булды.
Был заманда аҡсалы эшкә урынлашыуы Себерҙә лә ни тиклем ауыр икәнлеген эш эҙләмәгән кеше генә белмәйҙер. Сәғит тә был ғазаптарҙы үтте, вахталы эш булмағанлыҡтан, ҡалып эшләргә риза булды. Тик аҡсаһы булһын, көнө-төнө эшләргә лә риза ине. Ул, һуңынан отгул алырмын, тип, ял көндәрендә лә эшләне, ике-өс ай һайын ҡайтып, ғаиләһенең хәлен белеп торҙо. Тик эсеп йөрөүҙәре бушҡа үтмәгән, йә йөрәге, йә ашҡаҙаны ауыртып яфаланы.
Отпускыға ҡайтыуына әҙме-күпме аҡсаһы йыйылғайны. Гөлнур һаман ире эсеп китер, тип хафалана, шуның өсөн ул ҡайтыу менән:
− Әйҙә, ниндәй булһа ла машина алайыҡ! Өйҙә ятҡанда һиңә бер шөғөл булыр! – тине. Әгәр ҙә машинаға әүрәп китһә, эсергә ваҡыты ҡалмаҫ, рулгә ултырыр өсөн дә айныҡ булырға кәрәк бит, тип уйланы. Ысынлап та, хәҙер Сәғит бер минут ваҡытын да бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. Әҙ генә ваҡыты булғанда “таксовать” итергә китә, нисек тә күберәк аҡса табыу яғын ҡарай. Сөнки уның киләсәккә планы бар: балалары үҫте, хәҙер нисек тә фатирҙы ҙурайтырға, барып сыҡһа, быныһын Әлфиргә ҡалдырып, яңыны алырға. Әлфир тиҙҙән техникум бөтөрә.
− Институт тип, аҡсағыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Кәрәк булһа, ситтән тороп уҡырмын! Уҡып сыҡҡандар хәҙер быуа быуырлыҡ, күптәре эш таба алмай! − тине. Ул бынамын тигән егет булып үҫеп килә. Асыҡ күңелле, алсаҡ егетте барыһы ла үҙ итеп тора. Тәбиғәт унан төҫ-ҡиәфәтте лә йәлләмәгән, йыр-моңға ла әүәҫ. Ҡалала үткәрелгән төрлө сараларға саҡыралар үҙен. Атаһы эсмәй башлағас, бигерәк дуҫлашып киттеләр, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар.
Әлфирҙе бер көндө концертҡа йырларға саҡырҙылар. Концерттан ул бик тулҡынланып ҡайтып инде лә:
− Әсәй! Мин атайымды күрҙем! − тине. Уның был һүҙҙәренән һуң барыһы ла өнһөҙ ҡалды. Тик тиктормаҫ һеңлеһе Әлфиә генә, кино ҡарап ултырған еренән тороп, ағаһы янына килде лә, уның ҡулынан тотоп һелкетә башланы:
− Ҡайҙа күрҙең? Нимә тине? Һине ҡайҙан белә? – тип, һорауҙарын теҙҙе. Ә Әлфир һа­ман һуҙҙы. Сәғит нимә әйтергә лә белмәй, һораулы ҡарашын Әлфиргә төбәне: «Үҙ ата­һын күргәс, улым миңә нисек ҡарар? Һин минең атайым түгел, тимәҫме?» Гөлнур ҙа, тын да алмай, берәй һүҙен ишетмәй ҡалмайым, тигәндәй, улына баҡты. Улының белдереүенән һуң тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йөрәге “дөп-дөп” тибә башланы. Түҙемлеге бөтөп, ул да:
− Ҡайҙа күрҙең? Һөйлә тиҙерәк! − тип улын ашыҡтырҙы.
− Концертта, – тине Әлфир.
“Концертҡа йөрөргә ярата икән”, − тип уйланы ла:
− Шунан, нимә тине? Үҙе килдеме? Һөйлә тиҙерәк! − тип ҡабатланы.
− Мин сәхнәнән йырлап төшкәс, сәхнә артына бер ағай килеп, сәскә бирҙе, ҡосаҡлап алды. “Ҡайһылай матур йырлайһың, улым!” – тине. Уның тауышы нисектер йөрәк түренән тулҡынланып, тетрәнеп сыҡты. Йырсыларға сәскә биреү ғәҙәти күренеш булғанлыҡтан, мин башта иғтибар итмәгәйнем, ул ағайҙың сәйер ҡыланышынан аптырап ҡалдым. Ҡосаҡлағанда ла ныҡ итеп, яҡын итеп ҡосаҡланы, ҡаушаны, һүҙен әйтә алмай, тотлоҡто. Мин дә уның кем икәнлеген төҫмөрләп өлгөргәйнем, үҙем дә ҡаушаным. Нисә йыл көткән осрашыу, икебеҙ ҙә уңайһыҙланып, тынып ҡалдыҡ. Тынлыҡты ағай кеше боҙҙо: “Ғәфү ит, улым! Мин һинең алда ғәйепле!”. “Һеҙ кем булаһығыҙ? Ниндәй ғәйеп?” – тип һораным. Ә ул: “Мин һинең атайың!” – тине. “Минең атайым – Сәғит!” − тип белмәмешкә һалыштым.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Сәғит ултырған еренән саҡ һикереп торманы, шатлығынан күңеле күтәрелеп, уйҙары яҡтырып китте.
− Ағай миңә: “Әсәйең әйтмәнеме ни? Әллә ундағы тәкәбберлек, ғорурлыҡ һиңә лә күстеме?” − тине. “Элегерәк ҡайҙа булдығыҙ һуң?” − тинем. “Эй, улым, улым! Тормошта гел һин уйлағанса ғына булмай шул. Ул ваҡытта әсәйең менән аңлашырға көс таба алмағаным өсөн ғүмер буйы үҙемде ғәйепләйем, ғазап­ланам. Һинең үҫкәнеңде лә ситтән генә күҙәтеп йөрөнөм, тик яҡын барырға батырсылығым етмәне. Әсәйең эшләгән ергә барып, эшенән сыҡҡанын көтөп торам да, ул күренгәс, минән ярҙам алыу түгел, һөйләшеп тә тормаҫ, тип ҡасып ҡалам. Ул көслө ҡатын, ә мин ҡурҡаҡ. Беҙ, ирҙәр, көслө ҡатындарҙан ҡурҡабыҙ шул, тәмле, татлы телдәргә алданабыҙ”, – тине. Үҙенең фирмаһы барлығын, ярҙам итергә теләүен белдерҙе. “Һеҙҙең ярҙамға мохтаж түгелбеҙ”, – тип әйттем дә, сығып киттем, − тип һүҙен тамамланы.
Сәғит менән Гөлнур еңел һулап ҡуйҙы, әйтерһең дә, елкәләренән тау төштө.
− Минең атайым берәү генә, ҡарап үҫтергән, ҡурсалаған, ҡайғыртҡан кешем – һин, атай! – тип Әлфир Сәғиткә ҡараны. Сәғит уны, Гөлнур менән ҡауыштырған көндәге кеүек, ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла:
− Рәхмәт, улым! Рәхмәт! Һин мине яратмаһаң, әсәйең менән ҡауыша ла алмаған булыр инек, – тине. Гөлнурҙың ғүмере буйы күңелен өйкәп килгән төйөн, шулай итеп, уйламағанда сиселде...
Бына тағы өс йыл һиҙҙермәйсә генә үтеп китте. Сәғиттең ҡорған пландары яйлап ҡына тормошҡа ашып бара. Үткән ҡайтыуында, яңы фатир алырға уйлап, ҡайҙа, ниндәй йорттар төҙөлгәнен белешеп, беренсе иғәнәне түләп ҡуйғайны, был ҡайтыуына фатир әҙер булһа, асҡысын алып, күсенергә генә ҡала.
Таныш-белештәре хәҙер Гөлнурға йәлләп түгел, көнләшеп ҡарай. Ҡайһылары:
− Һинең ниндәй ҡайғың бар? Ирең Себерҙә аҡса һуға, балаларың аҡыллы, − ти. Бер ҡараһаң, зарланыр урыны юҡ. Улы, техникум бөтөрөп, эшләп йөрөй, аҡсаһын тиненә тиклем әсәһенә алып ҡайтып бирә. Ҡыҙы ла әсәһенә булышып тора. Тормошонан ҡәнәғәт Гөлнур. Иренең Себерҙән ҡайтыуын һағынып көтөп ала. Әллә өйрәнелгәнгәме, ул Себергә киткәс, ҡыйын булды, юҡһынды, уйланды, уға ихтирамы арта барҙы. Әллә… Әллә ярата башланы инде? Ә Сәғит иҫе китмәгәндәй ҡылана, үҙенең хистәрен ҡырыҫлыҡ менән йәшерергә тырыша, тик килеп сыҡмай, сөнки күңеле йылмая, ул үҙен бәхетле тоя, Гөлнурына сюрприз яһарға теләй. Бөгөн яңы фатирының асҡысын барып алды, уны эшенән ҡаршыланы ла, машинаға ултыртып алып китте. Ҡатынының:
− Туҡта! Ҡайҙа бараһың? – тиеүенә:
− Урлайым! − тине ул, йылмайып. Бына яңы һалынған бейек, матур йорт янына килеп туҡтанылар. Сәғит һаман да ҡайҙа барғанын әйтмәй, ҡатынына артынан ҡалмаҫҡа ҡуша. Подъезға инеп, өсөнсө ҡатҡа күтәрелделәр. Сәғит бер ишек янында туҡталды ла, кеҫәһенән асҡыс алып, аса башланы. Аптырап ҡарап торған ҡатынын “йәлп” итеп күтәреп алып, эскә атланы ла, иҙәнгә баҫтырҙы. Нимә тип әйтергә белмәй торған ҡатынына алдан алып ҡуйған сәскәләрен тотторҙо:
− Рәхим итегеҙ, мадам! Оҡшаймы? – тине. Үҙенең ауыҙы ҡолаҡтарына еткән, йөҙө балҡып тора. Гөлнур һөйөнөсөнән ни эшләргә лә белмәне. Шатлығын йәшерә алмай:
− Сәғит!.. Яратам мин һине! Яратам! Рәхмәт һиңә! − тип ҡабатланы һәм ирендәренән үпте. Сәғиттең тулҡынланыуынан күҙҙәре йәшләнде:
− Нисә йыл көттөм ошо һүҙҙәреңде! Үҙеңә рәхмәт! Рәхмәт, ҡәҙерлем, − тип, ҡатынын ҡабат ҡосағына алды. Улар, яңы ғашиҡ булғандай, бер-береһенә һыйынып, оҙаҡ торҙолар. Гөлнур беренсе мәртәбә үҙен тулыһынса бәхетле тойҙо.

Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

(Аҙағы. Башы 1-се һанда).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)