RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауылым "әтәстәре"

29.03.2013 Ауылым "әтәстәре"

Ауылым "әтәстәре"
Нисә йәштәр булғандыр миңә, уныһын хәтерләмәйем, ауылға көтөүсе булып ялланып бер ағай килде. Ғаиләһе ишле генә ине. Ауылға текәлеп Тирмән йылғаһы аға. Шуның ярында күптән инде хужаһыҙ интеккән бер алама ғына йортҡа төпләнде былар. Тәүҙә ағай кешенең кемлеген аңлай алмай йөрөнөк, һөйләшеүе һис кенә лә беҙҙекенә оҡшаш түгел ине. Өҫтәүенә, үҙе һап-һары. Юрамал буяп ебәргәндәр тиерһең. Бисәһе ара-тирә күрше-күләнгә йөрөштөрҙө, таныша, аралаша башланы. Беҙгә лә ингеләне. ҡаты итеп, сутырлап һөйләшә. Аҙаҡ, аң­лауыбыҙса, был ғаилә ҡа­ҙағстан­дан күсеп килеүсе мишәр­ҙәр булып сыҡты. Быға ҡәҙәр башҡа телдә һөйләшкән кешеләрҙе күргән булмағас ни, беҙ, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, тегеләрҙең ситән ҡоймаларын һырып алабыҙ ҙа, аралыҡтарынан ипле генә күҙәтеп ултырабыҙ. Ағай кеше көнө буйы көтөүҙә, көндөҙ күренмәй, ә ишек алдарында һәр ваҡыт беҙҙең йәштәр самаһындағы ике малай йөрөй. Баҡса утайҙар, һыу ташыйҙар. Ә төш етеп, көтөү һыулауға төшкәс, ҡармаҡ сыбыҡтарын, әсәләре тотторған төйөнсөктө ҡосаҡлап, кемуҙарҙан шундуҡ аталары янына йүгереп сығып китәләр. Ишек алдарында бәләкәй илаҡ ҡустыһын күтәреп йөрөүсе һап-һары ҡыҙы­ҡай тороп ҡала. Берҙән-бер ҡыҙ ул ғаиләләрендә. Нисек түҙәлер бахырҡай теге илаҡтың мыжыуына? Шундай ҙа була икән! Сәрелдәй, тыпырсына, шартлар хәлгә етеп яр һала, аждаһа!
“Нишләп әүритмисең? Нишләп илатасың?!” – Әсәһе килеп сыға ла ҡыҙҙы әрләй башлай, сәпәп тә ебәргеләй.
Оҙаҡламай һарысай малайҙар менән дуҫлашып киттек. Бергә уйнай башланыҡ. Сәпәш менән Әпүш тип йөрөттөк үҙҙәрен. Тик уларҙың иркенләп уйнар ваҡыттары аҙ булды. Баҡса эштәренән ҡотола алманылар. Беренсе булып ҡауын-ҡарбуз, һуған, ҡыяр үҫтерҙе улар ауылда. Беҙҙең ауыл халҡы, шундай матур тәбиғәт ҡосағында йәшәп, йәй көнө уларҙан йәшел һуған ҡыяҡтары һатып ала башланы. Ә инде ҡыярҙары өлгөргәс, ҡапҡа алдарында йомортҡа, май-ҡаймаҡ алып килеүсе бисә-сәсә, әбей-һәбей хатта сиратҡа баҫты. Малайҙарҙың түккән тирҙәре ана ниндәй алтын һәм мул емешле булып сыҡты. Шулай итеп, бер йәйгә генә тип килеүселәр ауылыбыҙҙа бөтөнләйгә тороп ҡалды.
Көтөү ауылға инеү менән хужабикә, илаҡ балаһын күтәреп, ҡапҡа алдына сығып баҫа. Мөңрәшкән һыйырҙарға, ларылдашҡан һарыҡтарға ишаралап, бәләкәсенә ниҙер һөйләй, тегеһе, көн буйы апаһын яфалаған "ғазраил", шатлыҡлы ауаздар сығарып йылмайған, көлгән була.
“Әтәсе ҡая? ҡая уның әтәсе? И-и, ана ҡайтып килә бит аның әтәсе!..”
"Әтәс"кә ҡарап ғәжәпләнәбеҙ. Ә ни өсөн "әтәс" һуң ул?! Көтөүсебеҙ Ғәли ағай ошо көндән "әтәс" булып китте. Тимәк, улдары ла "әтәс". "Әтәс"тәр инде бөтәһе лә. Хатта илаҡ "ғазраил" да. Шулай итеп, тегеләрҙе мөһөрләп ҡуйҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ – үҙҙәре быға әллә ни үпкәләп тә барманы, елкә тырнап ризалашты ла ҡуйҙы.
Бер заман быларҙың өй тәңгәлендә, кәртә арттарында, балыҡ ҡармаҡлап торам. Йоморсайҙар һәләк шәп эләгә шул кисеүҙә. Биҙрәләренә сепрәк-сапраҡ тейәп Айсибәрҙәре – ҡыҙҙарының исеме шундай ине – килеп төштө бит эй минең алдыма. Шаптыр-шоптор әле тегеләй үтте, әле былай... Йоморсай – һаҡ балыҡ, ҡабыуҙан туҡтаны ла ҡуйҙы. Түҙемлегем етмәне, ҡысҡырып ебәрҙем.
– Ысҡын бынан, балыҡты ҡурҡыт­­тың да баһа! – Ыжламаны ла. Туҡталып бер миңә, бер һыуға ҡарап алды ла шаптырлауын белде. – Башҡа урын бөткәнме ни һиңә? Эй! һиңә әйтәм бит, кит бынан!
ҡыҙ иренен бәлшәйтте лә һаман үҙ эшендә булды. Асыуым ҡабар­ҙы. Кил дә тип тә йыҡ тегене, ша-ап итеп ҡалды салҡан (үәт, иҫәрлек! Баш, аҡыл тигән нәмә ҡайҙа булғандыр ул шул саҡта?!). Тороп баҫты был. Мезелдәк күҙҙәре аҡайып киткән.
– Ысҡын тиҙерәк яҡшы саҡта!
Уйламай ҙа ҡасыуҙы. Икенсе берәү булһа шундуҡ һыпыртыр ине. Үсекләшкәндәй, ҡулындағы сепрәген шаптыр-шоптор килтереп сайҡатып маташа һаман да. ҡоторған асыуҙың теҙгене юҡ, тиремә һыйышманым, башына һыулы биҙрәһен ҡапланым. Өҫтәүенә, тағы ла тибеп йыҡтым. Саманан сығыуым уятып ебәрҙе. Әгәр ҙә әсәһе күреп ҡалһа, ул саҡта йоморсайҙың йоморсаһын күрһәтер ине... ҡармаҡ сыбығымды, тотҡан балығымды ырғыт та һыпырт үҙем ҡайтыу яғына. Нисек ҡайтып етеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. ҡот-йәнем табанда лепелдәне. Көнө буйы яттым бесәнлектә, һарай башында. Бесәй шикелле һәр ҡыштырлаған тауышты тыңлап, төрлө ғазаплы күренештәрҙе күҙ алдымдан үткәрҙем. Ни өсөндөр эҙләүсе булманы. Сәйер тынлыҡ тағы ла ғазаплыраҡ. Мейене төрлө-төрлө күңелһеҙ уйҙар борғосланы. Бәлки, үлеп яталыр ҙа, быны бер кем дә белмәйҙер? Түҙмәнем, йәшеренгән еремдән төшөп, кәртә артындағы кесерткәнлектәрҙә йәшеренә-боҫа киттем кире кисеүгә. ҡарап сыҡтым – ҡыҙыҡай ҙа, сепрәк-сапраҡ та күренмәне. ҡурҡышымдан ҡот-йәнем ҡалманы. ҡалтырана башланым, башым әйләнде. Шыңшып илай-илай һыуалыш юлынан ҡайтыу яғына атланым. Йорт-ҡураларына яҡынлашам. Ә ул, Айсибәр, ырғымысында һикерә-һикерә, ишек алдарында уйнап йөрөй... Әйтерһең дә, бер ни булмаған. Теп-тере. Асыу ҡайнаны, ут булып тоҡандым, һауа етешмәне. ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ иттереп туҡмағым килде. Тимәк, ағаларына ошаҡлаған! Ошаҡ тоҡсайы!.. Ошонан һуң бөттө һарысайҙар менән дуҫлыҡ. Юҡҡа йәлләгәнмен үҙен! Бөттө дуҫлыҡ. Үәт, ошаҡсы! Быны мин ғәфү итә алманым!
Еләктән ҡайтып килгән сағында килеп ҡапты бит эй ҡыҙ минең ҡапҡанға. Ошо ошағы өсөн баҫтырып йөрөп үҙен талсыбыҡ менән һыҙыра башланым. Үҙ хәлен тиҙ аңланы келәүез. Бер нисә тапҡыр үҙенә эләктереү булды – торҙо ла ысҡынды. Ел өрҙөмө ни! Ялан буйлап баҫтыра башланым. Тыҡыя ғына малай, ҡыуып етермен тимә. ҡыр кәзәһе кеүек елдерә. Талсыбығым һелтәгән һайын тейә яҙып, тейә яҙып ҡуя. Ну ҡыҙ тейҙертмәй, еткермәй, аяғы ергә теймәй. ҡото осҡан сәпсим. Селеклек араһында, баҫтырышып килә торғас, ағас ботағына абынып осто-китте бер заман... Еләкле күнәге һауала әйләнеп-тулғанып, әйләнеп-тулғанып эленеп торҙо ла селеклек араһына "борх" итеп барып төштө. Сә-әр итеп ҡысҡырып ебәрҙе шундуҡ. Бөттө! Башын төпһәгә бәрҙе, йәнселде, бөттө был, тип уйланым мин һәм ажғырып, уттар сәсеп килгән еремдән борол да һыпырт кире яҡҡа. Артҡа боролоп ҡарау юҡ. Аяҡтарым ерҙе тоймай. Беҙ, малайҙар, эш боҙғанда ғына батыр бит ул, ә үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуап бирергә булһа – шөрбай ҡуяндан да ҡурҡаҡ. Мин шундай хәлдә инем. ҡайттым да һарай башында үҙ урыныма сумдым. Көттөм, һәр минутты сәғәткә тиңләп көттөм. Эҙләп килеүсе булманы. Был юлы ла ығы-зығы ишетелмәне. Сәйер. Үтә сәйер был. Бындай сәйерлек, билдәһеҙлек кеше өсөн бигерәк тә ғазаплы икән ул. "Эй, теге ваҡыттай үтер ҙә китер әле", – тип тынысландырырға ты­рыш­­тым үҙемде, ләкин яңылыш­ҡанмын – иртәгәһен үк һыу инеп ҡайтып килгән сағымда, ер аҫтынан ҡалҡып сыҡтылармы ни, мине "әтәс"тәр ҡамап алды. Көтөп ятҡан һарысай шайтандар. ҡулдарында һыҙғырып торған оҙон талсыбыҡтар... Ну эләкте инде. Хәтәр ныҡ эләкте. Ни хәл итәһең. Бер нисә көн ни ултырып; ни ятып булманы, һарысайҙар менән үс һуғыштары башланды. Улар икәү, мин – яңғыҙ. Ошонан һуң уларҙың яңғыҙ саҡтарын һағалап ҡына йөрөнөм. Көндәлек эшем шул булды. Эләктеләрме – бөттө, имандарын уҡытам тегеләрҙең! Әллә ҡайҙан килеп ауылға хужа булып йөрөмәһендәр! Әгәр ҙә инде үҙемде тотоп алһалар, тағы ла бер нисә көнгә ултырыу-ятыу онотолоп тора. Яраланған ерем хатта ҡутырлап китте, әммә тегеләргә бирешергә иҫәп юҡ ине. һәм бирешмәйәсәкмен дә! Өйҙәгеләр тамам аптыраша башланы. Тәүҙәрәк йәлләгән, аҡыл өйрәткән булалар ине, хәҙер ҡул һелтәп, көлөп кенә ҡуялар. Талсыбыҡ “мисәттәр”ен алдап булмай.
Ваҡыт уҙа торҙо. Армияға ла китер мәл етте. Ғүмерҙә лә уйламаған ергә барып эләгергә тура килде. Ер аяғы – ер башына. Карантин үткәс, беҙҙе роталарға тараттылар. Өлгөлөһөнә эләктем. Был күп "молодой"ҙың хыялы. Хеҙмәт дәүерен бөткәнсе, иң һәйбәт һалдат буласаҡмын, әлбиттә. Ротабыҙҙа ниндәй генә милләт вәкилдәре юҡ. Бер-береһен белгән, йә яҡташ булғандар юҡ булып сыҡты. Бында Башҡортостандан бер үҙем. Бөтә айырма – "дед" һәм "сынок"тар. ҡайҙа ла шулай инде ул армияла. Армия эсендә армия. Ата-бабаларҙан ҡалған изге йолалар һәм уларға, баш эйеп, түбәнселек менән буйһоноу. Яңы кейемдәр һәм яңы тәртип... Хатта ошо ер аяғы, ер башында ла яҙмыш мине мажараларҙан мәхрүм итмәгән. Шулай булып сыҡты.
Иртәгәһенә, отбой алдынан булған теҙелеү ваҡытында, ишек төбөндә нәҙек оҙон сержант пәйҙә булды. Итектәр – гармошка, ҡайышы һәленгән, пилоткаһын түбәһенә йәбештереп ебәргәндәрме ни, саҡ-саҡ эләгеп тора. һап-һары мыйыҡлы, шул уҡ төҫтә еткән сәсле оп-оҙон был сержантты йә латыш, йә немецтыр тип уйлап ҡуйҙым. Улар ҙа бар бында.
– Смир-но! – Дежур команда бирә. Үрә ҡатабыҙ. "Бағана", епле генералға оҡшатып, яйлап ҡына бармағындағы сынйырлы асҡыс­тар­ҙы уйнатып, тыҡ-тыҡ баҫып, строй буйлап атлай... Шундуҡ таныным һары шайтанды! Сәпәш! ҡара һин уны, нисек оҙонайып киткән! "Әтәс" – әтәс инде, йөрөш, ҡыланышы нисек! Минең тәңгәлгә еткәс, туҡталып, бер аҙ икеләнеп ҡарап торҙо ла атлауын дауам итте. Кире әйләнгәндә тағы ла туҡталды. Баштан-аяҡ сәнсерҙәй итеп ҡарап:
– Син?.. – тине ул, икеләнеү ҡатыш, бармаҡ төртөп.
– Син!
Сәпәш – "әтәс"тәрҙең өлкәне. Минән өлкәне. Бына бит ул яҙмыш, ҡайҙа, нисек осраштырмай ҡайһы берәүҙәрҙе.
– О-о... Си-ин?.. – йылмайҙы "әтәс". – Мо-ло-дец! Ожмахҡа тура килгәнһең. Ну, пошли! – Мине, сафтан сығарып, үҙе менән алып китте. Каптеркаға. – Тәк, сал-лага, бөгөндән башлап ошо итектәр до блеска, себен ҡунмаһын, понял? Көн дә яғалар яңы! Мин йоҡонан тороуға ХБ үтекләнгән и мине көтөп тора! Понял?!
– Понятно.
– Понятно түгел – есть!
– Ну... есть.
– Громко, четко!
– Есть! – честь биреп, ҡысҡырып ебәрәм.
– Молодец! И, ровно сәғәт дүрттә, нежно ғына итеп, мине уятырға. Көн дә. Громко, четко!
– Есть!
– Выполняй! Был һинең Тыуған ил алдындағы изге бурысың!
Үҙе, сисенеп, карауатҡа ауҙы. Мин армия, Тыуған ил бойорған "хәрби бурыстар"ҙы үтәй башланым. Йоҡо эләкмәне бөгөн, тимәк. Ә башҡалар, ана, таңға ҡәҙәр үлем йоҡоһо менән йоҡлаясаҡ. Армияла икмәк менән йоҡо – иң ҡәҙерле нә­мә. Асыу килә, әлбиттә. Ауылда, гражданкала булһа, "хәрби бурыс­тар"ҙы күрһәтер инем дә бит... Дед, имеш, берәү.
– Саша! – ҡапыл ишекте йәп-йәш кенә һалмыш прапорщик бәреп ки­леп инде. "Дед" икән тип торам. Мине күргәс, күҙҙәрен ҡыҫып, туҡталып ҡалды. – А ну-ка буди!
– Ну что, опять? – һыңғырланы Сәпәш. – Ял итергә лә бирмәйҙәр!
– Вставай! – Ярты сығарып ултыртты прапорщик. – Подъем, гулять бу-дем! А ты, воин, марш спать!
– Ку-ку-да?! – Күҙҙәрен шар итте Сәпәш. – Его не трогать! У него служба!
– Я сказал – отбой! Марш!
– Отставить!
– От-бой!
– Ну... ладно! Бар, йоҡла! – Сәпәш ҡул һелтәне.
Честь биреп, ишеккә ташландым. Шәп булды. Рәхмәт прапорға. Осоп барып карауатыма ауҙым. Күҙҙәрем йомолоп өлгөрмәне "Подъем!" яңғыраны. Төндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Ошонан һуң йоҡоһоҙ төндәрем башланды. "Хәрби бурыстар" елкәгә, сәмгә тейә башланы, һәм бөтә хәләсле ваҡытым Сәпәштән нисек үс алыуға булған пландар менән үтә ине. Ротала мине, исем-шәрифте яҡшы белһәләр ҙә, "син" тип өндәшә башланылар. Сәпәш – ашнаҡсы. Иң хөрмәтле һәм һәр кемгә лә бик кәрәк кеше. Шуға ла генерал кеүек ҡупырайып йөрөй. Уның менән бер кем дә бәхәсләшмәй. Төндәрен картуф әрсергә, һауыт-һаба йыуырға ла мине сираттан тыш нарядҡа ебәрә. Ә бер аҙ нығынып алғас, мин партизанлыҡҡа күстем.
Төшкө аш алдынан, ер һөрөп арыған ат ҡиәфәтендә, үҙ өҫтәле артына комбат килеп ултырҙы. Офицерҙарға аш-һыуҙы Сәпәш мотлаҡ үҙе генә ташый. Хатта "верхушка" өсөн айырым рәүештә матур сәскәле батмус тоталар, салфеткалар әҙерләйҙәр. Өлтөрәп йөрөгән Сәпәш (“дед” булыуын әйтәйем?..) әләң-йылаңғылағансы, күп уйлап торманым, тоҙ менән боросто бәр ҙә сыҡ. Алып китте теге. Мин келәткә ҡастым. Ни булғандыр, белмәйем. Ну кикереге ныҡ шиңгәйне. Тиктомалдан аҡыра башланы, аяғына эләккән һәр нәмәне типкеләп ебәрҙе. Киске аштан һуң бөтөнләй һөйләшмәй йөрөнө. Минең тәүге "террор" һөҙөмтәле үтте. Шул кә­рәк “әтәс”кә! Үс алынды. Шәп бул­ды. Шатлығым эскә һыйманы. Йөрөй-йөрөй ҙә, башын тотоп, уйҙар­ға сумып ултыра, ғәйеплене таба алмай аҙаплана, күрәһең. Шулай ул, ураҡ ҡойроҡ, һиндә – власть, беҙҙә – баш! Отбойҙан һуң теге прапор менән тиктомалдан, тас та тос килеп, һуғышып киттеләр. “Әтәс”тең күҙ төбөнә елле генә "фонарь" сәпәп сығарып ебәрҙе те­геһе үҙенең каптеркаһынан. Ул көн­дө миңә һүҙ өндәшкән кеше булманы. Аҙна үтте. Шулай ҙа мине күрһә, ене ҡотора башлай мәхлүктең. Тағы ла йөрөтә башланы нарядҡа, шайтан!

Сәлмән ЯҡУПОВ.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)